«Ҡышҡы урманға сәйәхәт»тиган темаға 1 класҡа рәсем дәресе конспекты
план-конспект урока по изобразительному искусству (изо, 1 класс)

Зиннурова Нурия Иштугановна

Традицион булмаған алымды ҡулланып һүрәт төшөрөү

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dares.docx20.4 КБ

Предварительный просмотр:

                                 МОБУ СОШ д.Юнусово

«Ҡышҡы урманға сәйәхәт»тиган темаға  1 класҡа рәсем дәресе  конспекты

                                                     Башланҡыс класстар

                                                                     уҡытыусыһы :Зиннурова Н.И.

                                                                                       

                                           

                                                         2023 г

Маҡсат: ҡыш айының билдәләре менән танышыуҙы дауам итеү,традицион булмаған расем яһау техникаһы менән таныштырыу(кәбеҫтә япрағы менән һүрәт төшөрөү);

Бурыстар: ижад  итеүгә  ҡыҙыҡһындырыу тәрбиәләү, ижади  куҙаллауҙы,

уйлау – фекерләүҙе, сәнғәти-эстетик  күнекмәләрҙе, ваҡ моториканы,

иғтибарлыҡты,тыңлай белеү һәләтлектәрен үҫтереү; бөхтәлек,тәртип булдырыу.

Йыһазлау:банка менан һыу,акварель буяуы,бумала, алдан әҙерләнгән  зәңгәр төҫкә буялған  ҡағыҙ,кәбеҫтә япрағы, өлгө, телевизор һәм DVD плееры,мамыҡлы таяҡ,дымлы салфетка.

                                                   

                                                     Дәрес барышы.

 1)Ойоштороу моменты.

-Балалар иҫәнмеһегеҙ,ҡарағыҙ әле бына бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән,иҫәнлек һорашайыҡ але;

-Һаумыһығыҙ!

-Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап сәләмләшәбеҙ (кругҡа торайыҡ але):

Бер-беребеҙгә ҡарап йылы һүҙҙәр еткерәбез

- Һаумыһығыҙ,һаумы ,һаумы (ҡул ҡыҫышыу)

Һаулашам-сәләм бирәм,

Һаумы тигән яҡшы һүҙҙе

Бар донъяга ебәрәм.

-Мин дә һеҙгә йылмаям,ә һеҙ бер-берегеҙҙең эргәһендә торған иптәштәрегеҙгә ҡарап йылмайыу бүләк итегеҙ.Бер –беребеҙҙе сәләмләгәс ҡалай күңелдәребеҙ күтәрелеп китте инде,шулаймы?(тулы яуап:эйе, күңелдәр күтәрелеп китте).

-Балалар тышҡа ҡарайыҡ әле,тышта ниндәй миҙгел беҙгә ҡунаҡҡа килгән? (Тулы яуап биреу: тышта ҡыш миҙгеле килгән ҡунаҡҡа беҙгә)

-Эйе,дөрөҫ,беҙгә ҡыш миҙгеле килеп етте,а ул ниндәй миҙгелде алыштырҙы?

( Тулы яуап:ҡыш миҙгеле көҙ миҙгелен алыштырҙы)

-Әйҙәгеҙ әле ҡыш миҙгеленең билдәләрен айтеп үтәйек әле,ниндәй була ул ҡыш?

-Һалҡын була,көслө бурандар була,ҡар яуа,көслө ел иҫә,ерҙең өҫтөн аҡ ҡар ҡаплай,йылғалар туңа,көндәр ҡыҫҡара,төндәр оҙая,ҡоштар йылы яҡҡа китәләр.Ә кемгә ҡышҡы миҙгел оҡшай?(Балаларҙың яуаптары)

-Ә ни өсөн оҡшай ҡыш миҙгеле һеҙгә әйтеп үтегеҙ әле  (Яуап:санала шыуабыҙ,конькила йөрөйбеҙ,ҡар бабай яһайбыҙ,ҡар менән тәмешәбеҙ).

-Бына ни өсөн һеҙгә ҡыш миҙгеле оҡшай икәнен белдек инде хәҙер.

-Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән бергә хәҙер ҡышҡы урманға экскурсияға барып киләбеҙ,һеҙ ризамы шуға, әйҙәгеҙ, уның өсөн күренмәй торған шапкаларыбыҙҙы кейәбеҙҙә,күҙҙәрҙе йомабыҙҙа  ошо һүҙҙәрҙҙе әйтәбеҙ:

-Бер,ике,өс-әйләндек

Ҡышҡы урманға табай.

(Күҙҙәрҙе астык, тылсымлы шапкаларҙы систек  һәм ултырғыстарға ултырҙыҡ)

Видео тоҡандыра тәрбиәсе ҡышҡы урман тураһында  (карау)

-Балалар ҡышҡы урман оҡшанымы,ошоманегеҙме?Ҡышҡы урманда сәйәхәт итеп өшөп киттегеҙ шай,әйҙәгеҙ йылынып алайыҡ:

-Беҙ әле бик өшөнөк, (ҡулдарҙы бер-береһенә ышҡыйбыҙ),

 Йылынырға уйланыҡ(йоҙроҡтарҙы бер-береһенә бәрәбеҙ),

Баштарҙы эйҙек алҡа (башты алға эйәбеҙ),

Ҡулдарҙы һуҙҙыҡ артҡа (ҡулдарҙы алҡа һуҙабыҙ),

Уңға,һулға сәпәкәй(ҡулдарҙы сәпәкәйләү)

Ҡулдарыбыҙ бәләкәй (кулактарҙы бәрәбеҙ),

Аяҡтарыбыҙ бик шуҡ( аяҡ менән тыпырлау),

Тыпырлай уҙе туҡ-туҡ(тыпырлау)

Һикерәбеҙ  урында  (һикереү),

Ҡулдарыбыҙ ҡуйында (ҡулдарҙы ҡуйынға тығыу)

Бына нисек йылындыҡ

Ҡояш нурына ҡойондоҡ.

-Бына һеҙҙең менән йылынып та алдыҡ,ә хәҙер баҡсаға ҡайтырға выҡыт етте, тылсымлы шапкаларҙы кейәбеҙ,күҙҙәрҙе йомабыҙ һәм тылсымлы һүҙҙәрҙе  кабатлайбыҙ:

1,2,3- әйләндек,

Баҡсаға ҡайттыҡ.

-Тылсымлы баш кейемдәребеҙҙе сисәбеҙ,күҙҙәребеҙҙе асабыҙ.

2)  Төп өлөш.

-Бына баҡсаға ҡайттыҡ,беҙ ҡая барҙыҡ һәм нимәләр күрҙек, кем әйтер ( Тулы яуап:ҡышҡы урманға барҙыҡ, ағастарын курҙек).

-Ҡышҡы тәбиғәт һеҙгә  оҡшанымы?(Тулы яуап)

-Хәҙер беҙгә  рәссам булырға карак,кем ул рәссам?(тулы яуап: һүрәт төшөрөүсе кешене рассам тип айтәләр).Рәссамдың һүрәтен күрһәтеү.

-Эйе,бумала менән һүрәт төшөрөүсе  кешене  рассам тип атайҙар.

-Эш урынына ултырабыҙ,өҫтәлдәргә.Рассам нимә менән һүрәт төшөрә?

 ( Рассам бумала  менән һүрәт төшөрә).

- Бына мин һеҙгә һүрәт төшөрҙем,оҡшаймы һеҙгә?Был һүрәтте мин нимә менән эшлагәнемде беләһегеҙме?  Мин был  һүрәтте кәбеҫтә япрагы менән эшләнем, ә һеҙ кәбеҫтә япрағы менән һүрәт эшләп карағанығыҙ бармы? (балаларҙың тулы яуабы)

-Минең был һүрәтем пейзаж тип атала.

-Нимә ул пейзаж,кем әйтер?

-Пейзаж -  ул балалар,тәбиғәтте һүрәтләү була.Бына ҡарағыҙ але,рәссамдарҙа пейзаж төшөргәндәр, һеҙгә оҡшаймы уларҙың рәсемдәре? (Пейзаж төшөрөлгән картиналар күрһәтеү)(балаларҙың яуаптары).

- Ә хәҙер мин һеҙгә  ҡышҡы урмандын рәсемен төшөрөргә тәҡдим итәм.Ә уның өсөн беҙгә рәссам роленә инергә  кәрәк.Беҙ һеҙҙең менән бергә кәбеҫтә япрағы менән пейзаж эшләйәсәкбеҙ. Бының өсөн туры ултырҙыҡ,арҡалар тигеҙ ,эште  башлар алдынан ҡулдарға гимнастика эшләп алабыз,сөнки эш барышында беҙҙең ҡулдар арып китмәһен өсөн:

Был бармағым – олатай,

Был бармағым –өләсәй,

Был бармағым – атай,

Был бармағым - әсәй,

Был бармағым – бәләкәй

Исеме уның сәтәкәй.

-Алдан әҙерләнгән ҡағыҙҙарҙы өҫтәлдең өҫкө яғына этәреп торыйыҡ, һуңынан үҙебеҙгә тартып алырбыҙ,эш ҡоралдарын  бумаланы ҡулға алдыҡ, кәбеҫтә япрағын алға  һалабыҙ.

-Әйтегеҙ әле,ҡышҡы урманды нидәй төҫ менән эшләйәсәкбеҙ икан? (Аҡ буяу  менән эшләйбеҙ).

-Кисточкаларзы ҡулға тоттоҡ һәм аҡ буяуҙы куп итеп алып кәбеҫтә япрағына  буяйбыҙ,буяуҙы буяп бөткәс,әкренләп кенә әйләндерәбеҙ ҙә ҡатырҡаға баҫтырып һалабыз,ныҡ итеп баҫтырабыҙ һәм япраҡты алабыз.

-Килеп сыҡтымы беҙҙең ағас,эйе,килеп сыҡты ,бөтәгеҙҙеке лә бик матур булып сыҡты .

-Һеҙҙең эшегеҙҙе күргәс минең иҫкә бер шиғыр килеп төштө але:

Төренде дөнья аҡҡа –

Кыш килде тыуған яҡҡа.

Башланды һыуыҡ көндәр,

Көннәрҙән оҙон төндәр.

-Ә хәҙер беҙгә ҡарлы ерҙе эшләргә кәрәк,ҡулдарға кисточканы тотток (курһәтеп башҡарыу ).

-Ниндәй мул карлы көрттәр килеп сыҡты,ҡалай матур булды инде.

-Өҫтәлдәр ҙә мамыҡлы таяҡтар ята ,шул таяҡтарҙы ҡулланып  ҡар бөртөктәре  эшләргә кәрәк  була .(Ҡар бөртөктәрен эшләү).

3) Дәресте дөйөмләштереү.

Бөгөн барығыҙ ҙа маладис булдығыҙ,һүрәттәрегеҙҙе алығыҙ ҙа минең янға килегеҙ,түңәрәккә баҫайыҡ.

-Ниндәй матур һүрәттәр яһанығыҙ,ҡарағыҙ але башкаларға ла күрһәтегеҙ але..

Рөстәм айт але бөгөн беҙ ҡая барҙыҡ?( Ҡышҡы урманға барҙыҡ)

-Унда нималар күрһек (Ағастар күрҙек).

-Һүрәт эшләгән кешене кем тип айтәбеҙ әле (Рассам тип айтабеҙ һүрәт төшөргән кешене)

-Кәбеҫтә япрағы менән ниндәй һүрәт яһаныҡ әле ( Пейзаж тиган һүрәт яһаныҡ)

Оҡшанымы дәрес һеҙгә,нимә оҡшаны?

-Миңә лә һеҙҙең һүрәттәрегеҙ бик оҡшаны,рәхмәт ҡатышып ултырғанығыҙға.

Шуның менән дәрес тамам ,рәхмәт.

       


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект урока по окружающему миру во 2 класе по теме "Россия-многнациональная страна".Программа "Начальная школа XXI века"

Урок знакомит учащихся с народами,живущими на территории России,воспитывает уважительное отношение к людям разных национальностей....

цикл уроків з теми " Нежива природа" 3 клас

Представляю на розгляд вчителів мої уроки  разом з презентаціями  з теми " Нежива природа "3 клас. Сподіваюсь,що може,комусь  стануть в нагоді...

Презентація до уроку з теми " Нежива природа" 3 клас

Презентація до уроку в з теми " Нежива природа" 3 клас " Тіла. Речовини. Молекули" допоможе вчителеві більш якісніше подати матеріал з даної теми....

презентация " Повітря" з теми " нежива природа" 3 клас

Презентація до уроку " Повітря. Властивості повітря.Охорона повітря" з теми " Нежива природа " 3 клас допоможе вчителеві в якості наочності....

Урок кубановедения во 2 класе по теме "Загадки кубанской зимы"

ПРЕЗЕНТАЦИЯ К Уроку кубановедения по теме "загадки кубанской зимы", в котором рассматриваются особенности кубанской зимы.  На уроке используется презентация...

Конспект урока по предмету "Математические представления и конструирование" во 2 класее. Тема урока: "Действие сложение"

Формирование математических представлений вызывают большие сложности у детей с умственной отсталостью. В большой степени затруднения связаны с абстрактностью  понятий, которыми   оперир...

Әйләнә- тирәбездәге дөнья фәненнән дәрес эшкәтмәсе.4 сыйныф. ( УМК «Перспектив башлангыч мәктәп») Тема: «Кеше тормышында һәм табигатьтә урманның роле» .

Тема: «Кеше тормышында һәм табигатьтә урманның роле» Максат: - укучыларда урманның кеше тормышында һәм табигатьтәге әһәмияте турында күзаллау формалаштыру; - урманның кеше гаебеннән барлыкка килгән эк...