Башҡорт халыҡ әкиәте "Йәш һунарсы"
книга по чтению (3 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Башҡорт халыҡ әкиәте "Йәш һунарсы"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ysh_hunarsy.docx14.59 КБ

Предварительный просмотр:

Йәш һунарсы

Борон заманда булған, ти, бер һунарсы егет. Бер көндө һунарҙа йөрөп ятһа, ҡаршыһына бүре килеп сыҡҡан. Егет уны атырға иткән икән, бүре, телгә килеп, кеше тауышы менән:

– Мине үлтермәсе, егет! – тип ялынған. – Ҡасан да булһа бер көнөңә ярармын.

Егет бүрене үлтермәгән, ары киткән.

Бара торғас, һунарсы егеткә бер бөркөт тап булған. Ул да кеше тауышы менән:

– Мине үлтермә, егет! Бер көнөңә ярармын, – тигән. Һунарсы егет ары киткән. Күл ситенә барһа, уға һыуҙа йөҙөп йөрөгөн бер алтын балыҡ күренгән. Егет уны тотоп алайым ғына тигәндә, балыҡ та телгә килеп:

– Егеткәйем, зинһар, тере ҡалдыр мине! – тип ялынған.– Һин ҡайҙа ғына булып, ниндәй генә бәләгә ҡалһаң да, ярҙамға килермен, – тигән.

Егет балыҡҡа ла теймәгән, ары киткән.

Шулай бара торғас, ул алыҫта мөрйәһенән төтөн сығып торған бәләкәй генә өй күргән. Был өйҙә бер мәскәй әбей йәшәй икән. Егет шул өйгә барып, ишеген асҡан да сәләм биргән. Ә ҡарсыҡ:

– Шул сәләмең булмаһа, урталай өҙөп йотор инем! – тигән. Шунан ул егеттең ҡайҙа барыуын һорашҡан, һуңынан:– Мин һиңә бер йомош ҡушам. Урманда минең өс атым үлән ашап йөрөй, һин шуларҙы тот та бында килтер. Килтерә алһаң, өс ҡыҙымдың иң һылыуын үҙеңә кәләш итеп бирермен, ә килтерә алмаһаң, үҙеңә яҡшылыҡ булмаҫ, – тигән.

Һунарсы егет ҡарсыҡ күрһәткән урманға барған. Тик теге аттар уға тоттороу түгел, яҡын да ебәрмәгәндәр. Һунарсы арып-талып бер таш өҫтөнә ултырған да уйға ҡалған.

Шул ерҙә әлеге бүре уның янына килгән дә:

– Нимә уйлайһың, егет? Ниндәй ҡайғың бар? – тип һораған.

– Уйланмаҫлыҡмы ни! Мәскәй әбей миңә бынау өс атты тотоп килтерергә ҡушты, ә мин уларҙы тота алмайым. Хәҙер инде ҡарсыҡ мине башһыҙ ҡалдырасаҡ, – тигән.

– Башҡа ҡайғың булмаһа, юҡ өсөн ҡайғырма, – тигән дә бүре күҙ асып йомғансы теге өс атты егеткә ҡыуып килтереп биргән. Был аттар теге мәскәйҙең ҡыҙҙары булған икән.

Егет аттарҙы етәкләп мәскәй әбейгә алып барған.

– Ниңә, уға тотторҙоғоҙ? – тип ҡысҡырған да ҡыҙҙарына,тағы ла урманға сығарып ебәргән. Шунан егеткә ишеттермәй генә: – Әгәр ул һеҙҙе йәнә тоторға барһа, һеҙ ҡошҡа әйләнегеҙ ҙә һауаға осоп китегеҙ, – тигән.

Шулай булған да. Егет икәнсе тапҡыр аттарҙы тоторға барған икән, улар ҡошҡа өйләнгәндәр ҙә һауаға осоп киткәндәр. Һунарсы тағы ла иларға тотонған. Бына шунда теге беркет килеп, егеткә ҡоштарҙы тотоп биргән.

Мәскәй әбей ҡыҙҙарына тағы ла ҡатыраҡ асыуланған.

– Әгәр ул һеҙҙе йәнә тоторға барһа, һеҙ балыҡҡа әйләнегеҙ ҙә, күк диңгеҙҙең төбөнә төшөп, йөҙөп китегеҙ,– тигән.

Мәскәй өсөнсө тапҡыр аттарын тотоп килтерергә ҡушҡан. Егет тағы ла аттарҙы баҫтырып алып киткән, инде тотам тигәндә генә, улар балыҡҡа өйләнгәндәр ҙә диңгеҙгә төшөп йөҙөп тә киткәндәр. Егет яр башына ултырған да уйға батҡан. Шул ерҙә әлеге алтын балыҡ яр буйына килеп сыҡҡан да:

– Бушҡа ҡайғырма, егет, мин һиңә ярҙам итермен, – тигән.

Шул ерҙә ул үҙенең балыҡтарына бойороҡ биргән: мәскәй әбейҙең ос ҡыҙы, балыҡҡа әйләнеп, диңгеҙҙә йөҙөп йөрөй. Шуларҙы эҙләп табығыҙ ҙа ошо егеткә бирегеҙ!

Балыҡтар шунда ук уларҙы эҙләп тапҡандар ҙа егеткә килтереп тә еткергәндәр. Ә мәскәй әбей егетте еңеп булмауын күргәс:

– Өс ҡыҙым араһынан теләгәнеңде һайлап ал!– тигән. Егет уның иң кесе ҡыҙын һайларға булған. Икәүҙән-икәү ҡалғас, ҡыҙ егеттең ҡолағына ғына:

– Беҙҙең әсәйебеҙ бик мәкерле: ул мине быжыр, бөкөрө ҡыҙға әйләндерер, уртансы апайымды урта йәштәрҙә яһар, ә иң өлкән апайымды бөтәбеҙҙән дә һылыу итер. Алдана күрмә! – тип бышылдаған.

Мәскәй әбей өс ҡыҙын да егеттең алдына баҫтырған да:

– Теләгәнеңде һайлап ал! – тигән. Ә егет, оҙаҡ уйлан тормайынса:

– Миңә бынау быжыр, бөкөрө ҡыҙ булһа ла ярар, – тигән. Ҡарсыҡ ҡыҙҙарына тағы ла ҡатыраҡ асыуланған:

– Ах, һеҙ хәсрәттәр! Башыма бәлә генә булдығыҙ. Ҡулығыҙҙан бер нәмә лә килмәй һеҙҙең. Бына мин үҙем тотонайым әле, – тигән дә егеткә һарайға инергә ҡушҡан. – Бар, һарайҙағы атты алып сыҡ та атланып йөрөп кил!

Кесе ҡыҙы йәнә егеттең ҡолағына:

– Ул үҙе атҡа әүереләсәк, һин тәүҙә ҡулыңа тимер суҡмар ал; һарайға инеү менән, берҙе ҡундыр үҙенә, һин атҡа атланғас та, ул инде һауаға ырғытырға маташыр, ә һин тимер суҡмар менән уның башына бир. Шул ваҡытта ат һине ерҙә генә йөрөтөр. – тигән.

Егет, ҡыҙ әйткәнсә, ҡулына тимер суҡмар тотон, һарайға инеп киткән.Ат уны тибәйем генә тигән саҡта, егет уға суҡмар менән берҙе тондороп та өлгөргән. Шунан инде һарайҙан сығыр-сыҡмаҫтан атланып та алған. Ат үрәпсеп өй ҡыйығы бейеклеге һикергән. Ә егет шул саҡта суҡмар менән уның башына эләктергән. Шул ерҙә ат ергә төшкән дә үрле-ҡырлы һикереп ҡараған, әммә егет бирешмәгән. Бер аҙ йөрөгәс, атты кире һарайға индереп ҡуйған.

Егет һарайҙан сыҡҡас та, ат ҡайтанан мәскәй әбейгә әүерелеп, һиҙҙермәҫтән генә ингән дә, башым ауырта тип, мейес башына менеп ятҡан.

Ҡарсыҡ, ниндәй генә хәйлә ҡормаһын, егетте ота алмаған. Кесе ҡыҙын уға кәләш итеп бирергә тура килгән.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ әкиәте "Бойҙай бөртөгө". Уҡыу дәресе

Башҡорт халыҡ әкәите "Бойҙай бөртөгө". Әҙәби уҡыу дәресенә яҡынса план-конспект...

Башҡорт халыҡ әкиәте Ҡарсыҡ менән айыу

Башҡорт халыҡ әкиәтен үҙгәртеп, шиғыр өҫтәп яҙҙым. "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсында йырлап, бейеп  һөйләп ишеттерҙек....

Һаран менән еңмеш, корея халыҡ әкиәте

Әкиәткә шиғыр өҫтәп яҙҙым, әкиәт конкурстарына ярҙамға!...

Внеклассное мероприятие " Чаваш халах самахлахен тенчинче"

Воспитывть любовь к Родине и чувашскому народу...

Презентация к внеклассному мероприятию " Чаваш халах самахлахан тенчинче"

Воспитывать любовь к родине и чувашскому народу...

Мои стихи.“Бер һүҙ менән әйтһәң - йәшәргә” Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың 85 йәшенә

Һаумы, Рәми ағай, эйе,  беләм,Ана, өҫтән ҡарап тораһың.Миңә, ҡыҙым  шиғыр яҙған, тиепАрҡамдан да һөйөп алаһың....

Башҡорт халыҡ әкиәте "Алдар батыр менән генерал"

Алдар батыр менән генерал - башҡорт халыҡ әкиәте...