Йа өнө Я хәрефе
план-конспект урока по чтению (1 класс) на тему

Габитова Ильгиза Хабировна

Урок для 1 класса

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ya_ono_ya_hrefe.docx37.09 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: [Йа] өнө һәм Я хәрефе.

Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын

миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп

яҙырға өйрәтеү;

2) Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында [йа] өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе

тыңлау һәм уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәһен үҫтереү,

бәйләнешле телмәрҙе камилләштереү;

3) Тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халыҡ ижадына һөйөү

тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: китап, дәфтәр, ручка, таҡта, ҡояш, япраҡ, оя,тауҙар һүрәте, мәҡәл, йомаҡ, Ямал, ҡуян, ҡая.

Дәрес барышы.

I Ойоштороу.

«Психологик атмосфера» ситуацияһы тыуҙырыу.

Бөгөнгө матур көнгә күҙ һалайыҡ, һауа, ҡояш, ағастар… Барыһы ла ниндәй йәмле! Матур! Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур, тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ.

-Уларға нимә әйтәйек? Рәхмәт! Хәйерле көн!

II Үтелгәнде нығытыу.

  1. Уңыш “ ситуацияһы тыуҙырыу, эште төркөмдәрҙә ойоштороу

матур яҙыу минутлығы.

- Дәфтәрҙәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙығыҙ. (Ҡояш,оя).

а) - Беренсе һүҙҙе уҡыйыҡ. Ҡояш һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә?

(Уртала). Аҫтыны һыҙығыҙ.

б) - “Оя” һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә? (Аҙаҡта)

- Әйҙәгеҙ числоны яҙайыҡ. Класта эш.

в) - “Япраҡ” һүҙен яҙайыҡ. Был һүҙҙә Я хәрефе ҡайҙа килә?

(Башта). Аҫтына һыҙығыҙ.

- һеҙ ниндәй хәрефтең аҫтына һыҙҙығыҙ? Тимәк беҙ дәрестә

ниндәй хәреф тураһында өйрәнәбеҙ?

- Эйе, уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән ике өндө белдереп килгән Я хәрефе тураһында өйрәнәбеҙ.

3) - Бирелгән һүҙҙәрҙән матур итеп һөйләмдәр төҙөп, схема

аҫтына тура килтереп яҙайыҡ.

  • Һеҙгә һөйләм төҙөргә ярҙам өсөн һәр төркөмгә, өлөштәргә бүленгән һүрәттәр бирелә, ә һүрәт артына һүҙҙәр яҙылған.
  • Был предметтарҙың нимә икәнен белеү өсөн йомаҡ ҡояйыҡ.

I төркөмгә: Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш).

  • Ҡояштың нуры артында яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ. Үҙегеҙгә оҡшаған бер һөйләмде яҙайыҡ. (Таҡтаға бер уҡыусы сығып яҙа). (Һаран йылыта. Һары ҡалҡты.)

Шаян ҡояш көлә.

II төркөмгә: Яҙ килһә-йәшәрә, көҙ етһә-һарғая. (Япраҡ).

(Ҡоро шыптырлай. Еүеш йәбешә.)

Һары япраҡ ҡойола 

III төркөмгә: Балтаһыҙ, ҡулһыҙ бәләкәй генә өй эшләнгән. (Оя).

(Киң, ҙур, бәләкәй).

Оя матур.

  • Һөйләмдәр тураһында нимә әйтергә мөмкин? (Һөйләм баш хәрефтән башлана, аҙағында нөктә ҡуйыла. Башҡорт һөйләмендә хәрәкәтте белдергән һүҙ уның аҙағына ҡуйыла).

III Яңы тема өҫтөндә эш.

  • [Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғаланғанын белгегеҙ киләме? Улай булһа тыңлағыҙ.

1) «Хәрефтәрҙә ыҙғыша икән».

Борон-борон заманда был тирмәлә өндәр генә йәшәгән ти. Бер мөйөшөндә тик ҡалын һуҙынҡы өн хәрефтәр, икенсе мөйөшөндә тик нәҙек һуҙынҡы өн хәрефтәр йәшәгән. Шулай әҙәмсә килешеп торғанда Й хәрефе ғауға һала башлаған:

- Кит,кит! Һинең менән йәнәш тормайым! –тигән ул А хәрефенә.- Килмә лә эргәмә, баҫма ла!-тип екергән ғауғасыл Й хәрефе. А хәрефе илап ебәргән. Шунда Я хәрефе түҙмәгән. -Нисек оялмайһығыҙ? Ниндәй тауыш күтәрҙегеҙ, - тигән дә келәткә индереп йоҙаҡлап ҡуйған. - Үҙем хәйләкәр, уҫал, яман, боҙоҡ хәрефтәрҙең береһемен, үҙем яҙылам, - тип килеп баҫҡан. Шул ваҡыттан алып Я яҙылған һүҙҙәрҙә уның урынына Й һәм А өндәре ишетелә лә тора.

- Һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ: Ямал-[йамал], ҡуян-[ҡуйан], ҡая- [ҡайа].

2) Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Һығымтаға модель яһау.

- Тимәк я хәрефе ниндәй һүҙҙәрҙә яҙыла? Я хәрефе ҡалын һүҙҙә яҙыла. Башта ла, уртала ла, аҙаҡта ла тора. Ә урыҫ әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә урыҫ телендәгесә яҙыла, армия, Ваня.

                                                          Һүҙ

                                             

                               

                                         башы            уртаһы         аҙағы

                                         

                                          [йа]               [йа]                [йа]                     

                                           я                     я                   я

Физминутка. Бер эйелә, бер бөгөлә,

япраҡтар көслө елгә. (Кәүҙәне бөгөү).

Ҡояшты ла онотмай, (кәүҙәне әйләндереү).

Уны күҙәтә гел дә. (башты борғолау).

IV Нығытыу. Китап менән эш.

  1. Үҙ аллы. 229-сы күнегеү. -Өндәр менән тамғаланған һүҙҙәрҙе хәрефтәр менән яҙ. Мәҫәлән: Яман, ялҡау, ҡояш, янғын, ябыҡ, ярсыҡ, сынаяҡ, ялған, шаян.

2) Түбәндәге һүҙҙәргә Я хәрефен ялғап яҙығыҙ.

I т. Той, туй, тай, һый, тый.         II т. Ҡый, ҡой, йылмай, янтай.

III т. Ҙурай, турай, йый, уй, ҡуй.

V Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә нимәгә өйрәндегеҙ? Нимә белдегеҙ?

VI Өйгә эш. Бит 110, 230-сы күнегеү.

VII Баһалау .Дәресте ошо мәҡәл менән бөтөрәйек. Уҡып

ишеттерәйек. Кем үҙен яҡшы эшләнем ти, ҡыҙыл түңәрәкте алып ҡала, кем һәйбәт эшләнем ти, йәшел түңәрәкте алып ҡала.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Уку дәресе "Н хәрефе булган сүзләрне уку.Әниләр темасына бәйләнешле сөйләм үстерү"

Урок в 1 классе помогает  правильно произносить и запомнить произношение трудных букв....

Тартык [ң] авазы һәм ң хәрефе.

Язарга өйрәнү дәресенә презентация....

Әлифба 1 класс к хәрефе

Интерактив такта өчен презентация к хәрефе белән таныштыра...

Әлифба.1кл.Щ хәрефе.

Әлифбадан 1  класс өчен дәрес планы....

"С" хәрефе

"Перспектив башлангыч мәктәп" программасы буенча 1 нче сыйныфта уздырылган татар теле дәресе....

М хәрефе булган сүзләрне уку

Әлифбадан дәрес эшкәртмәсе...

Тема: м хәрефе һәм авазы

1) М хәрефе һәм авазы белән танышу; сүзләрдә ишетеп (м) авазын күрсәтү; иҗекләрдән сүзләр, сүзләрдән җөмлә төзү.2) Сөйләм телен баету. Яңа лексика белән таныштыру...