Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)
картотека (средняя группа)
Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йыйҙым, төҙөнөм. Үҙем эшемдә ҡулланам, балаларға ла оҡшай. Ижади эшләүсе, халҡыбыҙҙың ғөрөф ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын, уйындарын юғары баһалаған тәрбиәселәр өсөн ысын күңелдән тәҡдим итәм.
Маҡсатҡа юнәлтелгән эш саф һауала ла тормошҡа ашырылырға тейеш ул. Халыҡ һынамыштарына нигеҙләнеп төҙөлгән был ҡулланма бала күңелен байытыр һәм үҙ-ара аралашыуҙа ыңғай мөнәсәбәт булдырыр.
Боронғо башҡорттар тормошонда яҙылмаған, ләкин һәр кем тарафынан үтәлер ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар булған. Ошондайҙарҙың береһе булып һәр башҡоттоң үҙенең ауыҙ-тел ижады, уйындары менән таныш булыуы, кәрәк саҡта йондоҙҙарға, мәҡәлдәргә, әйтемдәргә, һынамыштарға ҡарап эш итә белеүе мотлаҡ үтәлер ҡанундар булып иҫәпләнгән.
Халыҡ телендә йөрөгән һынамыштар тәбиғәтте, донъяны танып-белергә, уның серҙәренә төшөнөргә теләү һөҙөмтәһендә тыуған. Йылдың нисегерәк килеүе, көндәрҙең аяҙмы, болотло-ямғырлы булыуымы-быларҙы белеү кешенең көндәлек тормошо өсөн бик тә кәрәкле, әһәмиәтле булған. Шуға ла кеше борондан тәбиғәтте күҙәтә, өйрәнә килгән, үҙе өсөн кәрәкле һөҙөмтәләр сығарған.Ошо күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙең һығымтаһы булып һынамыштар барлыҡҡа килгән.
Беҙ һауа торшоноң нисек буласағын алдан «әйтә» торған йәнлектәр, бөжәктәр, ҡоштар һәм үҫемлектәр менән йыш осрашабыҙ. Һынамыштар шуларға нигеҙләнгән дә инде. Саф һауала йөрөгәндә күҙәтеүҙәрҙе һынамыштарға таянып ойоштороу бик мөһим дә, отошло ла. Һәр һынамышҡа тура килтереп шиғыр уҡыу, йомаҡ ҡойоу баланың аң-зиһенен байыта, хәтерен нығыта, телмәрен үҫтерә.
Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарыбыҙҙы ла тергеҙеү беҙҙең бурыс ул. Сөнки халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй, тик шуны ғына иҫтән сығарырға ярамай: бала уйындан арырға тейеш түгел, киреһенсә, уйнағандән һуң ул үҙендә илһам һәм яңы көс тойһон.
Уйынды ҡабатлап уйнау ғына балаларҙа әүҙемлекте арттыра, үҙҙәренә ышаныс уята һәм хәрәкәт күнекмәләрен камиллаштыра.
Нафикова Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы етәкселегендәге инновацион майҙансыҡ эшмәкәрлегендә балаларҙы тыуған яҡ тәбиғәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, уйындары менән таныштырыу, ҡулланыу маҡсатында китап итеп сығарылған был методик ҡулланма милли рух тәрбиәһенә нигеҙ һалыр тип ышанабыҙ.
Сентябрь-һарысай
Сентябрь
Игендәрҙе - бураларға,
Бәрәңгене – баҙҙарға
Һалып ҡуйҙы кешеләр...
Малдар ҡайтты аҙбарға.
Уҡыусылар мәктәбендә
Тырышып алһын белем.
Иждиһат итһен һәр кеше
Данларға халҡын, илен.
Көндәр һәйбәт торғанда ла
Ваҡыт ҡышҡа тартылмай.
Йыйҙырҙы барын сентябрь
Ҡараса йәки һарысай.
(М. Ишбулатов)
Һарысай – көҙҙөң иң матур мәле. Бар тәбиғәт алтынға мансылғандай. Күп шағирҙарҙы, рәссамдарҙы илһамландырған илаһи миҙгел. Алтын көҙ! Тәбиғәттең алтын миҙгеле башҡорттарҙа һары ай, йәғни һарысай тип атала ла инде. Иң беренсе Башҡортостанда ҡайын ағасы һарғая һәм япраҡтарын ҡоя башлай. Шунан – юкә, тирәк, уҫаҡ япраҡтары ҡыҙыл, һары сағыу төҫтәргә инә. Айҙың урталарында япраҡ ҡойолоу көсәйә. Саҡ ҡына иҫкән ел дә аяҡ аҫтына төҫлө балаҫ итеп япраҡтарҙы түшәп һала.
Көҙҙөң беренсе айы бәшмәккә лә мул була. Оҫта бәшмәкселәр урманда ял да итә, бәшмәк тә йыя.
Һарысай – күп хайуан – кейектәрҙең дә тормошона йоғонто яһай. Ҡуян, тейендәр тундарын алыштыра башлай. Тейен ҡышҡылыҡҡа ағас ботаҡтарына элеп бәшмәк киптерә. Бурһыҡ та тик ятмай, тамырҙарҙы киптереп ояһына ташый, төрлө үҫемлек орлоҡтарын йыя. Бурһыҡ ояһында ҡай саҡта 4-5 килограмм орлоҡ табырға була. Ҡыш йоҡлаһа ла бурһыҡтар ваҡыт – ваҡыты менән уянып, үҙе әҙерләгән аҙыҡ запасы менән һыйланырға ярата.
Ай аҙағында терпеләр өңдәренә инеп, йә япраҡтарға төрөнөп апрель аҙағына тиклем тәрән йоҡоға тала.
22 сентябрь көн менән төн оҙонлоғо тигеҙләнгән көн. Сентябҙә “Әбейҙәр сыуағы”, “Сөмбөлә” халыҡ байрамдары үткәрелә.
Күҙәтеү №1
Һынамыш:
Әгәр беренсе сентябрь йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, әгәр шул көндө ел булһа - киләһе йыл ашлыҡ насар булыр
Әңгәмә:Йәйҙең ниндәй билдәләре һаҡланып ҡалған? (сәскәләр,күбәләктәр,бал ҡорттары)
Шиғыр:
Сентябрь
Сентябрҙең холҡо ҡыҙыҡ:
Йә илай ул, йә көлә.
Болот араһынан ҡай саҡ
Ҡояш сығырын белә.
Сентябрҙең ҡояшы ла
Сабыр ҙа, һүрән генә
Үрмәкестәр ағастарға
Ауҙарын үрә генә.
(Г.Юнысова)
Дидактик уйын: «Ашай торған, ашамай торған»
Маҡсат: балаларҙа тапҡыр фекер йөрөтөүҙе тәрбиәләй. Телмәр, хәтер, зирәклекте үҫтерә.
Йыһаз: туп.
Уйын барышы: балалар эскәмйәлә теҙелеп ултыралар.Беренсе ултырған балаға тәрбиәсе туп бирә һәм шул ваҡытта ашай торған (мәҫәлән, алма, еләк, икмәк, ҡоймаҡ һ.б.) йәки ашамай торған (ағас, таш, туп һ.б.) нәмәнең исемен әйтә. Бала, тәрбиәсе ашай торған нәмәнең исемен әйтһә генә, тупты тоторға тейеш. Кем өс мәртәбә тупты дөрөҫ тота, шул тәрбиәсенең урынын ала.
Күҙәтеү №2
Һынамыш:
Үрмәкес ауы бейектә осһа, аяҙ була.
Йомаҡ: Арҡаны нәҙек булһа ла
Эләкһәң китә алмаҫһың (үрмәкес ауы)
Һынау: лупа аша үрмәкес ауын ҡарау.
Шиғыр:
Үрмәкес
Үрмәкес, үрмәкес.
Кит әле, бер яҡҡа күс!
Ауың йәбешә биткә,
Кит тә үр бер яҡ ситкә.
(И.Илембәтова)
Хәрәкәтле уйын: “Өйрәк һәм төлкө”
Әҙерлек: балалар икегә бүленә. Араһы 5-6 метр самаһында ике һыҙыҡ һыҙыла. Ике һыҙыҡ уртаһында “өйрәктәр”, ҡаршы ике һыҙыҡта “төлкөләр”урын ала.
Әһәмиәте: балаларҙа ойошҡанлыҡ тәрбиәләй, һаҡ, иғтибарлы булырға өйрәтә.
Уйындың барышы: “ Төлкөләр” туп бәреп, “өйрәктәрҙе” ауларға тотона. “Өйрәктәр” туп тейеүҙән ҡасып, бер яҡтан икенсе яҡҡа йүгерешеп йөрөйҙәр. Әгәр туп “өйрәктәрҙең” береһенә тейһә, ул тупты тиҙ генә алып, ситкә ҡасып барған “төлкөләрҙең” береһенә бәрә. Туп “төлкөгә” тейһә, “өйрәк” уйындан сыҡмай, тейҙерә алмаһа - “яна” һәм уйындан сыға. Шул тәртиптә “өйрәктәр” аҡрынлап “төлкөләр” тарафынан ауланып бөтә. Эстә бер “өйрәк” тә ҡалмағас, яҡтар урындарын алмаштыра.
Әңгәмә: Ни өсөн үрмәкес ау үрә? (себен, серәкәй тотоп туҡлана)
Күҙәтеү №3
Һынамыштар:
1.Үрмәксе ауҙары үҫемлектәр буйынса һуҙылһа - йылыға.
2.Үрмәкселәр ҙә ауҙары ла күп - йылыға.
Йомаҡ: Күрер күрмәҫ күҙҙәре,
Селтәр бәйләй үҙҙәре. (үрмәксе)
Шиғыр:
Үрмәксе
Етеҙ энәләре менән
Баҡсабыҙҙа үрмәксе
Үҙенә мамыҡ шәл бәйләй
Әсәйемдән күрмәксе.
(А.Йәғәфәрова)
Уйын: Ҡап та ҡоп!
Әһәмиәте: татыулыҡ тәрбиәләй, күтәренке кәйеф булдыра.
Уйын барышы: ҡыҙ балалар бәләкәй түңәрәк яһайҙар. Араларынан береһе түбәндәгесә һамаҡлай:
Беҙ,беҙ, беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Баҙға төштөк - май ашаныҡ,
Аҡ келәттә бал ашаныҡ.
Бер таҡтаға теҙелдек,
Таң атҡансы таралдыҡ.
Әпен –төпөн, ҡап та ҡоп!
«Ҡоп» һүҙе әйтелгәс тә бөтә балалар ауыҙҙарын йомоп шымып ҡала һәм бер –береһен көлдөрөр өсөн төрлөсә ҡылана башлайҙар. Беренсе булып көлгән йәки һүҙ әйткән уйнаусынан шиғыр һөйләтәләр, йырлаталар йәки бейетәләр.
Күҙәтеү №4
Һынамыш:
Әбейҙәр сыуағында ҡанатлы ҡырмыҫҡалар күп булһа –көҙҙөң аяҙ һәм ҡыштың һалҡын булыуына.
Шиғыр:
Әбейҙәр сыуағы
Көҙөн сәскәләр күренә
Әлморон ҡыуағында
Әбейҙәр ҙә йәшәргәндәй
«Әбейҙәр сыуағы»нда.
(Р.Заһиҙуллин)
Әңгәмә. Ни өсөн әбейҙәр сыуағы?
Балаларға һөйләү, аңлатып үтеү:
Был көндәрҙә көҙгө байрам –Сөмбөлә үткәрелгән. Байрам биҙәге итеп һары сәсле ҡыҙҙы һайлағандар. Сөнки «Сөмбөл» һүҙе ғәрәпсә «һары сәс», «башаҡ» мәғәнәһендә икән. Сөмбөлә үҙе лә, уның һары сәстәре лә көҙҙө, алтын башаҡтарҙы хәтерләткән. Һәм уны шулай кейендереп майҙанға алып сыҡҡандар.Ҡыҙға көтөлмәгән һорауҙар бирелгән. Мәҫәлән: «Балтамы, беҙме?»- тип һорағандар. Сөмбөлә : «Балта!» -тиһә, көҙ һалҡын буласаҡ боҙҙо балта менән дә вата алмаҫһың, тигәндәр. «Бе ҙ!»- тиһә, көҙ йылы буласаҡ, йылғалағы боҙҙо беҙ менән дә тишергә мөмкин буласаҡ, имеш. Йор һүҙле Сөмбөлә аптырап ҡалмаған, барыһына ла яуап биргән. Уның һүҙҙәрен төрлөсә юрап, көҙҙөң нисек киләһен белергә тырышҡандар.
Байрамға сыҡҡандар ағас баштарына төрлө таҫмалар бәйләгәндәр, әбейҙәр доғалар уҡып, бәхет, һаулыҡ, именлек теләп бүләктәр бирешкәндәр.
Уйын. Әбей,әбей, ни ҡаҙаһың?
Әҙерлек: уйнар алдынан балалар араһынан бер «әбей» менән «әсәй» һайлайҙар.
Әһәмиәте: етеҙлек, йүгереклек үҫтерә.
Уйын барышы: «Әбей» ер соҡоп ултыра. Башҡа уйнаусылар « әсәй» артынан бер-береһенә тотоношоп теҙеләләр ҙә «әбей» янына киләләр һәм уның тирәләй әйләнеп йөрөйҙәр, һорау бирәләр:
-Әбей, әбей ни ҡаҙаһың?
-Бабайымдың түбәтәйен эҙләйем.
Балалар әбей тирәләй тағы бер әйләнгәс:
-Әбей, әбей, ни ҡаҙаһың?
-Үҙемдең яулығымды эҙләйем.
Шунан әбей әсәйҙән: Һинең ниндәй буяҙарың бар? –тип һорай.
-Төлө-төрлө буяуҙарым бар,- тип яуап бирә әсәй.
-Берәүһен миңә бирәһеңме?
-Талап алһаң, үҙеңә.
-Миңә ҡыҙыл буяу кәрәк,- тип “әбей” уйнаусыларҙың береһенең кейем төҫөн әйтә.Ҡыҙыл төҫтәге кейем кейгән бала йүгереп сығып китә. “Әбей” уны баҫтырып тоторға тейеш. Әгәр ҙә бала әбейгә тотолмайынса кире үҙ урынына ҡайта алһа, әбейгә буяу эләкмәй. Уйын яңынан башлана. Ә инде тотһа - ул баланы үҙ янына килтереп ултырта.Унан тағы ла уйын үрҙәгесә әйләнеү, һорашыу башлана. Әбей тағы буяу һорай...
Шулай итеп, уйын бөтә балалар ҙа әбей тарафынан тотолоп бөткәнсе дауам итә.
Күҙәтеү №5
Һынамыш:
1.Сентябрҙәге күк күкрәү көҙҙөң йылы буласағын белгертә.
2.Сентябрҙә аяҙ булһа, ҡыш һалҡын була.
Шиғыр:
Ямғыр
Яумай торһаңсы ямғыр-
Сабыр булырға кәрәк.
Атай менән ағайға
Ураҡ урырға кәрәк.
(Р. Заһиҙуллин)
Йомаҡтар:
-Ялт – йолт итә,
Ете саҡрым ер китә.(Йәшен.)
-Йылтыр –йылтыр йылт итә
Йылтырбикә йөн тетә.(Йәшен.)
Уйын. Дауыл
Әһәмиәте: тиҙ уйлау, иғтибарлыҡ, сослоҡ, ойошҡанлыҡ тәрбиәләй.
Әҙерлек: балаларҙы ике тигеҙ төркөмгә бүлергә.
Уйын барышы: балалар ҡапма – ҡаршы ике эскәмйәгә тигеҙ бүленеп ултыралар.Уйынды алып барыусы «йәшен» тиһә, балалар сәпәкәй итә, «ямғыр» тиһә,тубыҡҡа ҡул менән һуғалар, «күк күкрәй» тиһә, аяҡ дөбөрләтәләр, «дауыл» тиһә, һәр төркөм үҙ эскәмйәһен бер ҡат урап йүгерә.Үҙ урындарына алда килеп ултырған төркөм еңеүсе була.
Күҙәтеү №6
Һынамыш: Ҡырмыҫҡа иләүҙәре көҙ башынан уҡ ҙур булһа – ҡаты ҡышҡа.
Йомаҡтар:
1.Ҡара урман уртаһында
Ҡара – ҡыҙыл ҡаҙан ҡайнай.(Ҡырмыҫҡа иләүе.)
2.Ите лә юҡ, һыуы ла юҡ
Ҡаҙаны ҡайнап тора.(Ҡырмыҫҡа иләүе.)
Шиғыр:
Ҡырмыҫҡалар
Ниндәй тупраҡ өйөмө?
Ҡырмыҫҡалар өйөмө?
Эргәһенә килдем шул,
Ни икәнен белдем шул.
Вәт исмаһам тамаша!
Ҡырмыҫҡалар ҡайнаша
Үҙҙәре кеп – кес кенә,
Бушамайҙар һис кенә.
Йәй буйы тик ятмайҙар,
Ҡорттарҙы яратмайҙар
Беҙҙең йәшел урманды
Ауырыуҙан һаҡлайҙар.
(Ғ.Ғәлиева)
Балаларға аңлатыу: сентябрь аҙағында ҡырмыҫҡалар күренмәй.Улар иләү төбөнә, аҫҡа төшөп йәшенәләр һәм ҡышҡы йоҡоға талалар.
Ж.Кейекбаев яҙған «Айыу ҡырмыҫҡаға ниңә үсле?» әкиәтен һөйләү.
Уйын. Айыу менән ҡуяндар
Әһәмиәте: етеҙлек, йүгереклек, уяулыҡ үҫтерә.
Уйын барышы: уйнарға теләгән балалар бер ергә йыйыла һәм «айыу» һайлар өсөн бер генә тапҡыр һанашмаҡ әйтәләр. Башҡа уйнаусылар «ҡуяндар» ға әүерелә һәм «айыу» ҙан ҡаса. «Айыу» уларҙы баҫтырып тоторға тырыша. Һәр тотолған «ҡуян» айыуға әйләнә бара. Бөтә балалар айыуға әйләнеп бөткәнсе, уйын дауам итә.
Күҙәтеү№ 7
Һынамыш:
Көҙ аҙағына серәкәй күбәйә икән – йылы ҡышҡа.
Йомаҡтар:
1. Безелдәр, тезелдәр,
Ер соҡор ҙа һыу эсер.(Серәкәй.)
2. Бызлай ҙа бызлай
Үпкән ере һыҙлай.(Серәкәй.)
Шиғыр:
Серәкәй
Китсе, китсе юлымдан
Эй, бәйләнсек серәкәй.
Йәллә инде, теймәсе,
Мин бит әле бәләкәй.
(Гөлдәр Бүләкбаева – Биргәнова)
Уйын: Кем тиҙерәк?
Әһәмиәте: етеҙлек, йүгереклек үҫтерә, еңеүгә сәмлелек тәрбиәләй.
Әҙерлек: уйында ҡатнашыусылар һанашмаҡ әйтеп, бер көтөүсе һайлайҙар. Башҡалары ҡулдарын артҡа ҡуйып түңәрәккә баҫа.
Уйын барышы: көтөүсе, түңәрәкте уратып йөрөп, үҙенә урын эҙләй.Оҡшаған урынды тапҡас, ул урындың хужаһына еңелсә һуғып, юлын түңәрәк буйлап дауам итә. Урын хужаһы уға ҡаршы килә. Осрашҡас, күрешәләр һәм һәр кем үҙ юнәлешендә түңәрәк буйлап буш урынға югерә. Алда барып еткәне уға хужа була. Уйын шул тәртиптә дауам итә.
Күҙәтеү №8
Һынамыш: Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
Шиғыр:
Ҡар бабай
Көҙгө епшек ҡар яуа –
Сафланып китте һауа
Шатлана малай – шалай –
Яһанылар ҡар бабай.
Тик көҙ ҡыш түгел әле –
Бабайҙың хәле бөттө...
Малайҙар өйгә ҡайтты –
Ҡар бабай иреп аҡты.
(И. Илембәтова)
Тәүге ҡарҙы күҙәтеү. Тотоп ҡарау. Тиҙ генә иреп бөтөүенә иғтибар итеү. Сейә ағасын да ҡарау. Япраҡтары бармы? Башҡа төр ағастарҙы ҡарау. Ниндәй ағастар япраҡтарын ҡойған, иғтибар итеү. Ағастарҙың ҡышҡы йоҡоға әҙерләнеүен аңлатыу.
Һынамыш: Сейә япраҡ ҡоймай ҡар ятмай.
Уйын. Көн менән төн
Әһәмиәте: иғтибарлыҡ, етеҙлек, сослоҡ тәрбиәләй.
Әҙерлек. Аралары йөҙ метр самаһы булған ике һыҙыҡ һыҙыла һәм шуларҙың ҡап уртаһынан тағы бер һыҙыҡ үткәрелә.Уйнарға йыйылғандар ишләшеп ике тигеҙ төркөмгә бүленә. Бер яҡ «көн», икенсе яҡ «төн» була. Һәр ике яҡ уйнаусылары, урталағы һыҙыҡта бер – береһенә арҡаларын терәп, үҙҙәренең һыҙыҡтарына ҡарап тора.
Уйындың барышы: тәрбиәсе ҡайһы яҡтың исемен әйтә, шул төркөм үҙ сиктәренә ҡаса, ә икенсе яҡ уларҙы ҡыуып тоторға тейеш. Тотолған балалар тотоусы яҡҡа күсә. Ҡаршыларындағы һыҙыҡтың аръяғына сығып өлгөргәндәр тотолмаған булып иҫәпләнә. Яңынан урта һыҙыҡҡа үрҙәгесә теҙелеп баҫалар һәм команданы көтәләр. Уйынды ойоштороусы команданы төрлөсә бирә: бер – бер артлы «көн!» йә «төн!» тип тә әйтә ала, ләкин дөйөм алғанда яҡтарҙың баҫтырыу йәки ҡасыу һаны тигеҙ булырға тейеш.
Ҡайһы төркөм ҡаршы яҡтың уйнаусыларын тотоп бөтә, шул төркөм еңеүсе була.
Күҙәтеү № 9
Һынамыш:
Ҡоштар берҙәм осоп китә башлаһа,ҡыш ҡаты килә.
Шиғыр:
Көн яғына тартылышып,
Ҡоштар осто талпынып
«Йәйҙе алып китмәгеҙ»,- тип
Ҡарап ҡалдым талпынып.
(М. Дилмөхәмәтов)
Йомаҡтар:
1.Үҙе йомортҡа баҫмай
Балаһын да баҡмай.(Кәкүк.)
2.Ҡойроғон ҡайсылап,
Ауыҙын тамсылап,
Ағасһыҙ, мөйөшһөҙ
Өй һалды еүешләп.(Ҡарлуғас.)
3.Ҡолға башында йорто
Эсендә тора йырсы.(Сыйырсыҡ.)
4.Аҡ уймағым һыуға төштө,
Балдаҡтары уйыла төштө.(Аҡсарлаҡ.)
Күсер ҡоштар тураһында әңгәмә үткәреү. Уларҙың йылы яҡҡа осоп китеү сәбәбен, иң беренсе йылы яҡҡа яҙ иң аҙаҡ ҡайтҡан ҡоштар осоп китә. Сөнки улар бөжәктәр менән туҡланалар икәнен аңлатыу.
Уйын. Алырмын ҡош, бирмәм ҡош
Әһәмиәте: уяулыҡ, сослоҡ, иғтибарлыҡ үҫтерә.
Әҙерлек: һанашмаҡ әйтеп «ҡаҙ», «төйлөгән» һайлайҙар, ҡалған балалар «бәпкә» булалар.
Уйын барышы: уйында «ҡаҙ», уның «бәпкәләр»е һәм «төйлөгән» ҡатнаша.
«Төйлөгән » булған бала ерҙе соҡоп ултыра. «Ҡаҙ» , бәпкәләрен эйәртеп, уның эргәһенә килә һәм:
-Төйлөй – төйлөй, ни эшләйһең? – тип һорай. «Төйлөгән»:
-Бына һинең балаларыңды атып алырға ултырам,- ти. Ә «ҡаҙ» булған бала уға:
-Мин һиңә балаларымды бирмәйем!- тип яуап ҡайтара. Шул саҡ «төйлөгән» урынынан тора ла:
-Алам – алам, атар ҡош! – тип «ҡаҙҙың» «бәпкәләренә» ташлана. Ләкин «ҡаҙ»:
-Бирмәм – бирмәм, битәр ҡош! – тип, «бәпкәләрен» төйлөгәндән ҡурсалай башлай. Ә «бәпкәләр» «ҡаҙ» артынан бер – бер артлы тотоношоп: «Сип-сип-сип»,- тип йөрөйҙәр. «Төйлөгән» дең ҡулы тейгән бала уйындан сыға бара. Шулай итеп, уйын «ҡаҙҙың » «бәпкәләре» тотолоп бөткәнсе дауам итә.
Күҙәтеү № 10
Һынамыш:
Торналар бик өҫтән һәм торҡолдашып осһа, көҙ матур булыр.
Йомаҡтар:
1.Торрайыҡ та, торрайыҡ!- тип
Яҙын киләләр беҙгә
Таң менән ҡысҡырышалар,
Йәм биреп тирә – йүнгә
Кем белә, кем белә
Йә, әйтегеҙ тиҙ генә? (Торна.)
2.Тарҡы торҡо тора ла
Күккә менеп юғала. (Торна.)
Шиғыр:
Торналар киткәндә
Гөлдәр һулып, үлән ҡата,
Һаран ҡояш иртә бата,
Йылғаларға томан ята
Торналар киткәндә.
Ҡырҙа моң һәм һағыш була,
Бураларға ашлыҡ тула,
Тирәктәрҙә ҡоштар тына
Торналар киткәндә.
(М. Ғәли)
«Төлкө һәм торна» башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләү.
Уйын. «Алырмын ҡош, бирмәм ҡош» (Күҙәтеү № 9)
Күҙәтеү № 11
Һынамыш:
Болот һирәк булһа, аяҙ һәм һалҡын булыр
Йомаҡ: Аяғы юҡ – ил гиҙә
Күҙҙәре юҡ – йәш түгә (Болот.)
Шиғыр:
Болот
Беҙҙең яҡҡа
Килеп сыҡҡан
Ана ҡап – ҡара болот
Ҡайҙалыр ул китеп бара
Ергә төшөрҙәй булып.
(Р. Заһиҙуллин)
Уйын. Шыу-шыу шыуҙырмаҡ
Әһәмиәте: иғтибарлыҡ, сослоҡ үҫтереү
Әҙерлек: уйнарға йыйылған балалар, түңәрәк яһап, аяҡ бөкләп, бер-береһенә һыйынып ултыра. Бер яулыҡ йә туп алына. Түңәрәк уртаһында бер уйнаусы була, ул уйын барышында гел тубыҡланып йөрөргә тейеш.
Уйындың барышы: Түңәрәктә ултырған балалар тубыҡланған уйнаусыға һиҙҙермәй һәм күрһәтмәй генә тубыҡ аҫтынан яулыҡты йә тупты түңәрәк буйлап шыуҙырып (ҡулдан ҡулға) йөрөтә башлайҙар һәм үҙҙәре:
Шыу-шыу шыуҙырмаҡ,
Әгәр тапһаң, һин – зирәк.
Ҡайҙа йөрөй яулығым (тубым)
Табырға тырыш тиҙерәк, -
тип ҡат-ҡат һамаҡлайҙар. Түңәрәк эсендәге бала тупты йәки яулыҡты эҙләй башлай. Ә балалар барыһы ла ҡулдарын тубыҡ аҫтына ҡуйып, яулыҡ миндә тигән кеүек ултыралар.
Кемдә яулыҡ табыла, шул түңәрәк эсенә инә, ә теге бала уның урынын ала. Уйын шул рәүешле бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле дауам итә.
Күҙәтеү № 12
Һынамыш:
Бесәй бүрәнә тырнаһа көн боҙола, бөгәрләнеп ятһа һыуыҡ була
Йомаҡтар:
1.Үҙе мейес башында
Үҙе тун ябынып йоҡлай. (Бесәй.)
2.Йөнө йомшаҡ тырнағы осло. (Бесәй.)
Шиғыр:
Серем итә
Бесәйебеҙҙең көндәре
Ярайһы ғына үтә.
Тамаҡ туйғас ҡырын ятып
Диванда серем итә.
(Р. Заһиҙуллин)
Уйын « Бесәй, сысҡан»
Ҡағиҙәһе: тәрбиәсенең сигналы буйынса бер-береһенә бәрелешмәй бөтә майҙансыҡ буйлап тигеҙ хәрәкәт итергә.
Әһәмиәте: уйын етеҙлек, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһарға, иғтибарлы булырға өйрәтә, тәүәкәллек тәрбиәләй, хәрәкәт әүҙемлеген үҫтерә.
Уйындың барышы: балалар ҡулға – ҡул тотоношоп ҙур түңәрәк яһай. Бер бала «бесәй» була, икенсеһе «сысҡан» була.Тәрбиәсе сигнал биреү менән «сысҡан» булған бала түңәрәк яһап торған балалар араһынан ҡаса, ә «бесәй» булған бала уны баҫтыра. «Бесәй» «сысҡан» йөрөгән юлдан ғына йөрөмәй, уға ҡаршы ла, юлына тура төшөп тә тота ала. Бесәй сысҡанды тотҡас, сысҡан булған бала түңәрәккә баҫа, ә бесәй сысҡанға әйләнә. Түңәрәктән икенсе уйнаусы – «бесәй» сыға һәм тағы ҡыуышыу башлана.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында
: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....
Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре
В материале описываются возможности общения воспитанников в современном детском саду...
"Башҡорт халыҡ ижадында балалар уйыны", дәрес өлгөһө
Балалар уйыны аша ер-һыу атамаларын өйрәнеү...
Ата - әсәләр өсөн кәңәштәр: "Халыҡ ижады аша балаларҙы тәрбиәләү"
Халҡыбыҙҙың ауыҙ -тел ижады – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина....
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн
театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...
Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"
Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...