Балалар баҡсаһында үткән саралар
план-конспект занятия (подготовительная группа)

Ҡарға бутҡаһы.

Ҡатнашалар: әбейҙәр, балалар.

Ҡурай моңо яңғырай.

А.б: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Ҡарға бутҡаһы байрамына рәхим итегеҙ. Ишетәһегеҙме, ҡарғалар ҡысҡыра, тимәк, яҙ килә. Тәбиғәт уяна.

Сәхнәгә ҡарға булып кейенгән балалар йүгерешеп сығалар, ҡанат ҡаҡҡан хәрәкәт менән ҡысҡырышалар.

Әминә: Ҡар, ҡар, ҡар, ҡар!

Туйым етте бар, бар!

Динара: Ҡар, ҡар, ҡар, ҡар!

Ҡарғатуйға бар, бар!

Дилара: Аҙыҡ-түлек алығыҙ,

Ҡарғатуйға барығыҙ.

Алһыу: Ярма, күкәй алып бар

Һөт майыңды тағы ал.

Ҡар. Ҡар. Ҡар!

Ҡарғалар бейеүе. /сығып китәләр/

Сәхнәгә балалар, әбейҙәр сығалар.

Эльнара: Ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р.

Ҡарғатуйға бар-р. бар-р.

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тар-р, тар-р.

Хәлимә әбей: Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам. /бал ҡаптыра/

1-се әбей: Хәйерле хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға һары май. /май ҡаптыра/

2-се әбей: Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып ҡар бөтөп. Ҡара ергә баҫыр кән тыуҙы.

Ҡыҙҙар: Шулай, шулай.

Ильнур: Хәлимә инәй, ә ниңә ҡарға бутҡаһы тип атағандар был байрамды?

Хәлимә әбей: Ҡарға бутҡаһы балалар, халыҡ байрамы. Уны ҡарҙар иреп, шарлауыҡтар аҡҡан мәлдә байрам иткәндәр. Балалар ауыл буйлап йүгереп йөрөп ҡунаҡ саҡырған, аҙыҡ-түлек йыйған. Һуңынан йылға буйында йыйылышып байрам иткәндәр. Тәмле бутҡа бешкәнсе күңел асҡандар.

Суфия: Улай булғас эште аҙыҡ-тңлек йыйыуҙан башлайыҡ.

Ильяс: Хәлимә инәй! Йомортҡағыҙ бармы?

Бирһәң беҙгә өсәүҙе,

Тауығың һалыр бишәүҙе!

Хәлимә әбей: Бына, балалар,  йомортҡа.

Лилиә: Май, тоҙо, ярма кәрәк

Ҡаҙанһыҙ ҙа булмай.

1-се әбей: Бирәм һеҙгә майын да,

Он, тоҙон, ҡаҙанын да.

Балалар йыйылған аҙыҡ-түлекте усаҡ эргәһендәге өҫтәлгә алып барып ҡуялар.

Сәхнәгә югереп бер малай килеп сыға.

Аҡназар: Һөлгө йыям күрегеҙ,

Һеҙҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып

Ҡарғатуйға килегеҙ.

Ҡыҙҙар, әбейҙәр һөлгөгә таҫмалар, төңкәләр эләләр, үҙҙәре һамаҡлайҙар.

Әминә: Сылтырашып торһондар.

Суфия: Ҡотто һаҡлап торһондар.

Эльвира: Ырыҫ теләп торһондар.

Әҙилә: Яман күҙҙән һаҡлаһындар.

Динара: Именлек теләһендәр.

Эльнара: Әйҙәгеҙ бутҡа бешкәнсе, тәнде яҙып, уйнап-көлөп алайыҡ.

Бөтәһе бергә: Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.

Айгиз: Бутҡаларҙы бешерегеҙ

Ҡаҙандары тулғансы

Барлыҡ ҡарға ҡоштарҙың

Күңелдәре булғансы.

3-сө Әбей: Һай, балалар, һеҙҙең бит

Теләктәрегеҙ матур.

Бешерербеҙ, тырыршырбыҙ

Күңел асығыҙ матур.

Самауыр, табаҡ, ҡаҙан, батмуста сынаяҡтар тотоп сәхнәнен артҡы планына күсәләр.

Адель: Ниндәй уйын уйнайыҡ?

Акназар: Аҡ-тирәк, күк тирәк.

Алһыу: Юҡ, әйҙәгеҙ Йәшерәм яулыҡ уйынын уйнайыҡ.

/балалар тиҙ генә ярым түңәрәк яһап ултыралар/

Бала: Мин һанашмаҡ әйтеп, уйын башлаусыны һайлайыҡ.

Һанашмаҡ.

Йәшерәм, йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын артына

Һиҙҙермәйсә һалып киттем

Бер иптәшем артына.

/Зарина яулыҡты Эльнараның артына һалып китә, Эльнара йүгереп тота алмай./

Ильяс: Эльнараға ниндәй яза бирәбеҙ?

Сәлим: йырлаһын.

Эльнара башҡарыуында КҮБӘЛӘК йыры.

/Уйын дауам итә, Ләйсән яулыҡты Нәркәстең  артына һалып китә, Нәркәс йүгереп тота алмай/

Бала: Нәркәскә ниндәй яза?

Бала: ҡумыҙҙа уйнаһын.

Нәркәс: Юҡ, әйҙә бергәләп уйнайыҡ.

Ҡумыҙсылар ансамбле башҡарыуында «Әпипә» көйө.

Ҡыҙ: был уйын ялҡытып китте, йә булмаһа ҡыҙҙар бейеп алайыҡ мы?

Ҡыҙҙар башҡарыуында лирик бейеү.

Хәлимә әбей: Ай, афарин ҡыҙҙар!

3-сө әбей: Бутҡа бешкәнсе беҙҙә һеҙҙең менән күңел асып алайыҡ әле.

Балалар: Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.

Әбей: Әйҙәгеҙ балалар, Наза уйынын уйнап алайыҡ.

Уйын «Наза”

Әбей: Йәгеҙ әле, малайҙар, һеҙҙә һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ.

Малайҙар башҡарыуында бейеү.

Әбей: Әллә балалар ямғыр һибәләй башланы ул.

3-се әбей: Эй-й, был бит Ләйсән ямғыры, хәҙер үтеп китә ул. Уның беҙҙең менән шаярып алғыһы килә. Балалар, әйҙәле уға Ямғыр уйнарға саҡыра йырын йырлап ишеттерәйек.

Йыр “Ямғыр уйнарға саҡыра”.

Хәлимә әбей: Байрамды дауам итеп милли уйындарға күсәйек.

1. Ат сабышыу.

2. Тоҡ кейеп йүгереү.

3. Йомортҡалы ҡалаҡ ҡабып йүгереү.

4. Көйәнтә менән һыу ташыу.

2-се әбей: Йәгеҙ балалар, бутҡа беште, ҡарға бутҡаһына рәхим итегеҙ.

Алһыу: Тәмле микән бутҡаһы

Ауыҙ итәйек әле.

Дилара: Матур яҙҙы ҡаршылап

Байрам итәйек әле.

Сәхнә уртаһына ҡаҙан алып сығалар, тәрилкәләргә бутҡа һалалар. Барыһы ла бутҡа ашайҙар.

Хәлимә әбей: Малайҙар, ҡыҙҙар кемдә бутҡа ҡалды. Ҡарғаларға ла һалайыҡ.

/ҡалған бутҡаларҙы теләк әйтеп ағас төбөнә һалалар./

2-се Әбей: Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар.

3-сө әбей: Илгә- именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.

Лилиә: Бутҡа ҡарға аҙығы

Шул бутҡаны хурлаһаң

Башыңа төшөр яҙығы.

Әминә: Ал ризыҡты, ал

Аша ҡарғам, аша.

Әҙилә: Ҡара ҡарға ашаһын,

ала ҡарға ашаһын.

Сәхнәгә ярым түңәрәк яһап баҫалар.

2-се Әбей: Балалар, ямғыр яуһын өсөн дә теләктәр теләйек.

Бөтәһе бергә: Ямғыр яу. Яу, яу!

Беҙ булайыҡ һау, һау,

Яҙ килһен иң элек

Илдә булһын именлек..

3-се әбей: Көймәләре һәңгелсәк

Арбалары ҡалтырсаҡ

Ҡарға туйы тамам булды

Инде килде ҡайтыр саҡ.

Хәлимә әбей: Арғы яҡта һаҙ ята,

Бирге яҡта аҙ ҡайын

Имен торһон донъялар

Күрешербеҙ яҙ һайын.

А.б: Ошоноң менән беҙҙең Ҡарға бутҡаһы байрамы тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Күңелле көй аҫтында балалар таралышалар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_karga_butkasy.docx21.24 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында

: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....

Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре

В материале  описываются возможности  общения воспитанников в современном детском саду...

Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)

Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы  “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Балалар баҡсаһында үткән саралар

ҺАБАНТУЙФольклор байрамМаҡсат: Балаларҙа башҡорт халҡының байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу; һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү; уларҙа етеҙлек, талапсанлыҡ, ныҡышмалылыҡ...

Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...