АЙЫУ МЕНӘН БАЛ ҠОРТТАРЫ.
материал
Предварительный просмотр:
АЙЫУ МЕНӘН БАЛ ҠОРТТАРЫ.
Борон-борон заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник саҡта, булған, ти, бер тайыш табан айыу. Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк, оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп торор булған ти.
Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән. Бал ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай икән. Ул, аушаңлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың тәненә яҡынлашырға тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә шунда сырмалып бөтәләр. Ә айыуға шул ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла ерҙә аунай башлай. Йөн араһында буталып ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр. Улай ҙа булмаһа, һыуға барып бер сумып ала, ти, был, бал ҡорттары шунда сыланып, ҡойолоп төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә ағас башына менеп китеп, солоҡтағы бал бөткәнсе, үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана икән, ти.
Бер ваҡыт урманға утын алырға бер кеше килгән икән. Ипләберәк ҡараһа, ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, айыу, ә йөнтәҫ оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.
– Әх, һин, тайыш табан, тайыш табан! Ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле! Муйыныңды өҙмәһәмме, бына күр ҙә тор!– тип, теге кеше ағас башына менеп киткән.
Ул айыуға ҡарап балтаһын һелтәгән. Әммә балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тап килеп, уны сабып өҙгән. Шулай итеп, тайыш табан айыу оҙон йөнтәҫ ҡойроғо менән бөтөнләйгә хушлашҡан. Айыу ағастан төшкән дә, башын түбән баҫып, урман араһына инеп юғалған.
Шунан бирле айыуҙар сонтоҡ ҡойроҡло булып ҡалғандар, ти.
Теге кеше солоҡто яҡшылап ҡарап, юнәтеп сыҡҡан, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да ҡайтып киткән.
Бал ҡорттары быны күреп, башта ғәжәпләнгәндәр. Улар инә ҡорттан:
– Ниңә был кеше беҙҙең балыбыҙҙы ашап ботөрөп китмәне икән? – тип һорағандар. Инә ҡорт ни тип яуап ҡайтарырға белмәгән. Шулай ҙа ул бал ҡорттарына:
– Барығыҙ, осоп етегеҙ ҙә ул кешенән беҙҙең балыбыҙҙы ниңә ашамауын һорағыҙ,– тигән, ти.
Бал ҡорттары теге кешене ҡыуып етеп һорағас, ул:
– Әгәр мин балығыҙҙы ашаған булһам, үҙегеҙгә ҡыш ашауға нимә ҡалыр ине? Һеҙ ҙә астан үлер инегеҙ, йәренгә мин дә балһыҙ ҡалыр инем, – тип яуап биргән, ти.
Бал ҡорттары солоҡҡа әйләнеп ҡайтҡандар ҙа инә ҡортҡа теге кешенең һүҙҙәрен әйтеп биргәндәр. Шул саҡта инә ҡорт кәңәшкә бөтә ҡорттарҙы йыйған. Бал ҡорттары, ул кешегә күмәкләп барырға ла, үҙҙәрен айыуҙан һаҡлауын һорарға, тип кәңәш иткәндәр, ти.
Ҡорттар ауылға, теге кеше янына барып:
– Беҙҙе яуыз айыуҙан ҡотҡара күр, үҙ эргәңә ал. Ә беҙ һиңә бының өсөн рәхмәт әйтербеҙ, – тигәндәр, ти.
– Яҡшы! Мин һеҙгә бик һәйбәт итеп умарта эшләрмен. Һеҙ шунда йәшәрһегеҙ, бал йыйырһығыҙ,– тип яуап биргән ти, кеше.
Шул көндән бирле бал ҡорттары кешеләрҙе бал менән һыйлай башлаған, ти.
ЕТЕМ ТӨЛКӨ
Бер заман, яҙ көнө, айыу, бүре, эт, ҡуян бергә осрашҡандар. Ҡыш көнө һалҡында аҙыҡ табыуы ҡыйын булды, тип зарланышҡандар, ти, былар. Шунан айыу:
– Бергә торайыҡ, еңелерәк булыр,– тигән.
Бөтәһе лә шуға риза булып, урман эсендәге бер аҡланға бәләкәй генә өй һалғандар ҙа бергә тора башлағандар. Шулай тороп ятҡанда, берҙән-бер көндө айыу:
– Ҡышҡа әҙерләнергә ваҡыт, дуҫтар,– тигән.– Беҙгә һыйыр һатып алырға кәрәк. С‚ уны көтөп ашатыр, һөтөн һауып, ҡаймағын бешһәк, ҡышҡылыҡҡа берәр батман майыбыҙ булыр.
Бүре, эт, ҡуян айыуҙың был кәңәшен хуп күргәндәр. Шул көндө үк баҙарға барып, үҙҙәре тотоп ашаған йәнлектәрҙең тиреләрен һатҡандар ҙа шунан килгән аҡсаға һыйыр һатып алғандар.
С‚ көн һайын һыйырҙы аҡланға сығарып көткән. Бүре кис менән һөтөн һауып ала торған булған. Ҡуян һыйырға яҡшыраҡ үләнле ерҙе күрһәтеп йөрөгән, айыу бөтә хужалыҡ эштәрен башҡарған.
Йәй шулай эш менән үткән. Көҙгә инде былар бер батман һары майлы булғандар.
– Был майҙы өй башына, ҡыйыҡ аҫтына ҡуйырға кәрәк,– тигән айыу.– Хәҙергә майға берәү ҙә теймәһен. Ҡыш еткәс, аҙлап-аҙлап ҡына алырбыҙ ҙа, майға картуф ҡурырбыҙ.
Шунан былар дүртәүләп һары май тултырылған батманды өй башына күтәрен мендергәндәр ҙә ҡыйыҡ аҫтына йәшереп ҡуйғандар.
Бер көндө кис менән былар сәй эсеп ултыралар икән, кемдер берәү тәҙрә сирткән. Ҡуянға тороп ишек асырға ҡушҡандар.
Өйгә ҡулына ҡомған тотҡан төлкө килеп ингән дә эйелеп-бөгөлөп:
– Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарым! Хәйерле кис! – тигән.Хужалар төлкөнө сәй янына саҡырғандар. Теге ултырған. Бер-ике туҫтаҡ сәйҙе эсеп алғас, төлкө ашыҡмай, бик әҙәпле ҡыланып ҡына һүҙгә башлаған.
– Мин яҡты донъяла япа-яңғыҙ ҡалған үкһеҙ етеммен. Мине лә үҙегеҙҙең араға алһағыҙсы! – тигән.
– Ярар, һине үҙебеҙҙең араға алыу-алмау тураһында бөгөн һөйләшербеҙ,– тигән айыу.–Иртәгә яуабын алырға килерһең.
Айыу, бүре, эт, ҡуян:
– Был төлкө әҙәпле генә, баҫалҡы гына күренә. Үҙебеҙҙең янға алайыҡ әйҙә,– тигән уйға килгәндәр.
Шулай итеп, төлкө улар менән бергә йәшәй башлаған. Ул үҙен бик әҙәпле тотҡан, бөтәһенең дә һүҙен тыңлар, ни ҡушһалар, шуны эшләр булған. Айыуға, бүрегә, эткә генә түгел, хатта ҡуянға ла ярарға тырышҡан.
Күп тә үтмәй, төлкө ҡыйыҡ аҫтында бер батман май йәшерелгәнде белеп алған. Төлкө, май тиһәң, үлеп бара бит инде. Ул майҙы үҙе генә ашар өсөн хәйлә эҙләй башлаған.
Күп баш вата торғас, ул хәйләһен дә тапҡан. (Шуның өсөн дә хәйләкәр төлкө, тиҙәр уны!)
Кистәрҙән бер кисте төлкө һылтау итеп, ҡапҡа ныҡ бикләнгәнме икән тип, тикшереп килергә булған. Шул ерҙә ул урамға сығып тәҙрә сирткән дә, ят тауыш менән:
– Етем төлкө өйҙәме? – тип һораған.
– Өйҙә, өйҙә, хәҙер тыштан инер,–тип яуап биргәндәр уға.
– Ингәс тә әйтегеҙ уға, хәҙер үк беҙгә яңы тыуған бурһыҡ балаһына исем ҡушырға барһын!
– Ярар, әйтербеҙ, – тип яуап ҡайтарғандар өйҙән. Төлкө белмәмешкә һалышып өйгә ингән.
– Төлкөкәй, яңы ғына берәү килеп һине бурһыҡ балаһына исем ҡушырға саҡырҙы,– тигән айыу.
– Улай булғас, барырға кәрәк,– тигән төлкө.
Йылдам ғына йыйынған да ул өйҙән сыҡҡан. Өйҙө бер түңәрәтеп әйләнгәндән һуң, һаҡлыҡ менән генә өй башына һикереп менгән дә батман тулы майҙы ашай башлаған. Туйғансы ашаған ул. Төлкө шунда ятып бер аҙ ял иткән дә өйгә кире ингән.
– Йә, нимә менән һыйланылар үҙеңде? – тип һорағандар
– Ҡурылған ҡаҙ, тултырылған тауыҡ, һары май менән,– тип яуап ҡайтарған да төлкө ирендәрен ялап ҡуйған.
– Ниндәй исем ҡуштың? – тип һораған эт.
– Башбала,– тип яуап ҡайтарған төлкө. Икенсе көндө төлкө:
– Миңә тағы ла исем ҡушырға барырға кәрәк,– тигән, ә үҙе тышҡа сығып, өй башына менгән дә майҙы батмандың яртыһына төшкәнсә ашаған.
Ул өйгә кире ингәс, ҡуян унан:
– Яңы тыуған балаға ниндәй исем ҡуштың?–тип һораған.
– Уртансы,– тип яуап биргән төлкө.
Өсөнсө көндө лә төлкө, хәйләһен табып, өй башына менгән. Был юлы инде майҙы бөтөргәнсе ашаған. Батманды таҙартҡансы ялаған да өйгә ингән.
– Йә, ниндәй исем ҡуштың? – тип һораған улап ҡуян.
– Кинйә,– тип яуап ҡайтар
– Бар, төлкө, һин бер аҙ май алып ин,– тигән айыу.
Бөтәһе лә тышҡа сыҡҡандар. Төлкө стена буйлап өй башына менә башлаған да кире ҡолап төшкән. Менә алмауына һылтау табырға тырышып:
– Бик бейек икән шул, мин унда менә алмайым, – тип зарланған. С‚ төлкөгә ярҙам итергә булған. Елкәһенә баҫтырған да өй башына мендергән. Шул ерҙә түбәндә ҡалыусылар төлкөнөң сыйылдап ҡысҡырыуын ишеткәндәр:
– Бында бер төрлө лә май юҡ! Буш батман ғына бар. Ҡапыл ғына уға берәүһе лә ышанмаған. Шул ваҡыт төлкө буш батманды түбәнгә тәгәрәтеп төшөргән. Ҡараһалар, батман ысынлап та буп-буш булып сыҡҡан.
– Был майҙы ниндәй оятһыҙы ашаған икән? – тип үкергән айыу.
– Хәҙер үк табырға кәрәк ҡараҡты!
Ҡараҡты нисек табырға тип, оҙаҡ ҡына уйлашҡандар улар. Күп уйлай торғас, айыу былай тигән:
– Ҡана, ҙур итеп ут яғайыҡ та үҙебеҙ шуны тирәләп ултырайыҡ. Майҙы кем ашаған булһа, ут ҡыҙыуынан уның эсендәге майы иреп тышҡа сығыр.
Шулай итеп, ут яғып ебәргәндәр былар.
УҠянында ултыра торғас, улар йылыныуҙан ойоп йоҡоға киткәндәр. Ҡыштың тәүге һалҡын көндәре булғанлыҡтан, айыу бөтәһенән дә ҡатыраҡ йоҡлаған.
Төлкө генә керпек тә ҡаҡмаған. Шул ерҙә ул үҙенең бөтә тәне буйлап май һарҡып сыға башлауын күргән, һиҙеп ҡалһалар, миңә яҡшылыҡ булмаҫ, тип ҡурҡҡан. Ҡорһағына сыҡҡан майҙы ҡомғанына йыйып барған, шунан уны айыу өҫтөнә илтеп ҡойған.
Йоҡоларынан уянып ҡараһалар, барыһы ла ҡоп-ҡоро, ә айыуҙың бөтә тәне майға мансылған, ти.
– Майҙы бына кем ашаған икән! – тип ҡысҡырып ебәргән төлкө. Шунан айыуҙы муйынынан аҫып ҡуйырға булғандар.
– Ашыҡмағыҙ! Бында ниндәй ҙә булһа хәйлә бар! – тип ҡысҡырған айыу.– Утты тағы ла ҡыҙыуыраҡ яғырға ла ҡайтанан һынап ҡарарға кәрәк.
Бөтәһе лә быға риза булған, тик төлкө генә: «Ут яғырға кәрәкмәй, былай ҙа айыу ағайға бик эҫе бит!» – тигән булып ҡаршы төшкән.
Төлкөнөң һүҙен тыңламайынса, тағы ла ут яҡҡандар ҙа, бөтәһе лә түңәрәтеп ултырған. Айыу, үҙенең ҡышҡы ғәҙәте буйынса, тағы ла хырылдап йоҡоға киткән. Ә бүре, эт, ҡуян юрамал йоҡлағанға һалышҡандар.
Төлкөнөң тағы ла майы һарҡып сыға башлаған.
Төлкө, башҡа йәнлектәрҙең йоҡлағанын күргәс тә, тағы ла үҙенән сыҡҡан майҙы ҡомғанына тултырып алып, айыу өҫтөнә ҡоймаһынмы! Бүре, ҡуян, эт быны күреп кенә ҡалғандар ҙа төлкөгә ташланғандар:
– Бына ҡайҙа икән ул ҡараҡ! Етмәһә, йыуаш ҡына бер етем булып ҡыланды!..
Был шау-шыуға айыу ҙа уянған. Уға булған хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәндәр.
– Мин майҙың тамсыһын да ашағаным юҡ! – тип аҡланырға тотонған төлкө.
Шул ерҙә бөтәһе лә төлкөнөң яғаһынан алып бәйләгәндәр ҙә, утты тағы ла ҡыҙыуыраҡ яғып, уны ут өҫтөндә тотҡандар. Ә май ут өҫтөнә аға ғына биргән.
Шунан һуң улар төлкөнө үлтерә яҙғансы туҡмағандар ҙа былай тигәндәр:
– Хәҙер үк үксәңде ялтырат бынан! Эҙең дә булмаһын! Беҙҙең арала һиңә урын юҡ!
Төлкө ҡомғанын алған да башы һуҡҡан яҡҡа олаҡҡан, ти.
ЙОМАРТ ҠУЯН.
Бер байрам көндө бер кеше үҙенең бәләкәс кенә улын ҡунаҡ саҡырырға ебәргән. «Фәлән-фәлән ағайыңды, фәлән-фәлән бабайыңды, фәлән-фәлән еҙнәңде саҡыр»,– тип, ҡырҡмаһа-ҡырҡ кеше исемен әйтеп сыҡҡан. Малай тыңлап торған, тик ҡапҡанан сыҡҡас та, ҡунаҡҡа кемдәрҙе саҡырырға кәрәклеген онотоп бөтөргән, ти. Өйгә кире инеп, ҡайтанан һорашырға ҡыйыулығы етмәгән. Шунан малай: «Тотайым да бөтә ауыл кешеләрен саҡырып ҡайтайым, шулар араһында мин саҡырырға тейеш кешеләр ҙә булыр әле», – тигән. Малай, ауылдың һәр урамын ике яҡлап төшөп алған да, ой беренсә йөрөп, бөтә кешене ҡунаҡҡа саҡырған.
Ҡунаҡтар йыйыла башлаған. Аҡрынлап йортҡа бөтә ауыл халҡы килеп тулған, ата менән әсә ҡаушап ҡалғандар:
– Ни эшләргә инде? Был тиклем күп ҡунаҡҡа етерлек һый-хөрмәтте ҡайҙан алмаҡ кәрәк?– тип аптырашҡандар улар.
Ә малай, кемдәрҙе саҡырырға кәрәклеген онотҡанлыҡтан, бөтә ауыл халҡын саҡырып ҡайтыуын ата-әсәһенә һөйләп биргән.
Ҡунаҡтар һый-хөрмәт көтәләр. Хужалар булған аҙыҡты ҡырып-һепереп ашъяулыҡҡа килтереп ултырталар, һый барыбер етмәне, ти.
Атаһы малайына:
– үҙең эште боҙҙоң, хәҙер үҙең рәтлә! – тигән.
Ата-әсәһен шулай оятҡа ҡалдырғаны өсөн малай, күҙ йәштәрен ағыҙа-ағыҙа, өйҙән сыҡҡан да ауыл артына югергән, унан урманға барып ингән. Ағас төбөнә ултырып, йәнә үкһеп илай башлаған.
Шул ваҡыт ул бер ҡуян югереп килгәнен күргән. Малай былтыр ғына ул ҡуянды үҙ өйөндә аҫырап үҫтергән, үҫкәс, уны урманға ебәргән икән. Ҡуян малайҙы әллә ҡайҙан танып, уның эргәһенә килеп ултырған.
Малай ҡуянға үҙенең ҡайғы-хәсрәтен һөйләп биргән. Ҡуян уны яҡшылап тыңлағандан һуң, оҙон ҡолаҡтарын ҡайсылап, артҡы аяҡтарына ултырып, алғы аяҡтары менән малайҙың ҡулынан тотоп:
– Ярар, ҡайғырма, дуҫҡайым. Бар, өйөңә ҡайт, бөтәһе лә булыр, – тигән. Үҙе һикерә-һикерә урманға инеп киткән.
Малай ҡайтыуға әрһеҙ ҡунаҡтар өйҙә булған һый-хөрмәтте ашап-эсеп бөтөргән булғандар. Урындарынан ҡуҙғалмай, тағы берәй нәмә ашатмаҫтармы, тип ултыралар, ти, былар. Ҡайһы берҙәре хужаға ҡарап:
– Һыйың етерлек булмағас, ниңә беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙың? – тип асыуланып та ҡуялар икән.
Бер ҡунаҡ тәҙрәнән ҡараһа, ҡаушап ҡалған, уның, артынса башҡалар ҙа ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: урам кейек йәнлектәр менәп тулған, бөтәһе лә был өйгә табан киләләр, һәр береһе үҙе менән нимәлер алып килә икән. Айыуҙар бал тулы солоҡ тәгәрәтәләр; бүреләр һарыҡ түшкәләре күтәргән; боландар мөгөҙҙәренә һөт тултырған силәктәр элгәндәр; ҡуяндар кәрзин-кәрзин сәтләүектәр, төлкөләр тауыҡтар, ҡаҙҙар күтәреп килтерәләр, ти.
Был әлеге ҡуян эше икән. Ул үҙенең урмандағы дуҫтарын малайға ярҙам итергә саҡырған икән. Ҡуян уларға был малай уны нисек ҡарап үҫтереүен, үҫкәс иреккә сығарып ебәреүен һөйләп биргән. Шунан инде улар ана шул байлыҡты малайға илтергә булғандар.
Урман йәнлектәре алып килгән һый-хөрмәттәрҙе ишек алдына ҡуйғандар ҙа, үҙҙәре йәшәгән ергә ҡайтып киткәндәр. Т’әжәпкә ҡалған ҡунаҡтар ауыҙ асып һүҙ ҙә өндәшә алмағандар, ти.
Ата менән әсә шатлыҡтарынан ни эшләргә лә белмәгән. Малай уларҙан да былайыраҡ ҡыуанған.
Хужалар өс көн, өс төн буйы кинәнеп ҡунаҡ һыйлаған. Ҡунаҡтар өйҙәренә таралышҡандан һуң да табында ярты һый тороп ҡалған икән, ти.
Һуңынан халыҡ араһында был хәл тураһында оҙаҡ йылдар буйы һөйләп йөрөгәндәр. Ни өсөн тиһәң, бындағылай ҡунаҡ һыйлау бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла булмаған икән.
Төлкө, бүре, бүҙәнә
Борон-борон заманда төлкө, бүре, бүҙәнә үҙ-ара дуҫлашып алғандар. Бер көндө бүре төлкөгә:
– Дуҫ, зинһар тамағымды туйҙыр әле, – тигән.
– Ярай, туйҙырырмын, – тигән төлкө.
Был ваҡытта бер балыҡсы балыҡтан ҡайтып килә икән. Төлкө }лға сығып ятҡан. Балыҡсы төлкөнө санаһына, шундағы балыҡ өҫтөнә һалып алып киткән. Ҡарт атын ҡыуа-ҡыуа ҡайта, төлкө балыҡтарҙы берәм-берәм }лға ырғытып бара, ә бүре уларҙы ашап килә икән. Балыҡтарҙы ырғытып бөткәс, төлкө сананан һикереп төшөп ҡалған да бүре эргәһенә килгән:
– Йә, дуҫ, тамағың туйҙымы?
– Туйҙы, – тигән бүре. – Балыҡты ҡайҙан алдың?
– Ҡойроғом менән һыуҙан тартып сығарҙым.
– Әйҙә, киттек, улай булғас, һыуға.
– Әйҙә.
Былар бер ауыл осондағы мәке эргәһенә килгәндәр. Төлкө бүренең ҡойроғон мәкегә тыҡҡан.
– Таң атҡансы, ҡойроғоңдо мәкенән сығараһы булма. Әйҙә, балыҡ күберәк эләкһен, шунан һуң ғына тартып алырһың,– тигән дә төлкө китеп барған.
Бүре ҡойроғон мәкегә тыҡҡан килеш ултыра ла ултыра икән. Иртә менән ауыл ҡатындары һыуға килгән. Бүре ҡойроғон тартып ҡарай – ысҡындыра алмай: боҙға ҡуша туңған да ҡуйған, ти. Ҡатындар көйәнтәләре менән бүрене туҡмарға тотонған. Бүренең ҡойроғо өҙөлөп тороп ҡалған, үҙе саҡ-саҡ ҡасып ҡотолған.
Шунан бирле бүре бер үҙе генә йәшәй башлаған. Төлкө менән бүҙәнә икәүһе бергә йөрөр булған. Бер көндө төлкө бүҙәнәгә:
– Дуҫ, мине бер көлдөр әле, – тигән.
– Ярар, – тигән бүҙәнә. Төлкөнө бер ауылға алып барған. Унда бер кеше өс бисәһе менән һоло һуғып ята икән. Бүҙәнә осоп барған да бер бисәнең башына ултырған. Төлкө ситтән генә быларҙы күҙәтеп ята икән. Ир ҡатынына:
– Ҡыбырҙамайынса ғына тор. Хәҙер мин уны сыбағаш менән һуғып алам, бер һурпалыҡ ит булыр,– ти икән. Ҡатын тып-тын ғына баҫып ҡарап тора, ҡымшанмайса, ти. Ире сыбағаш менән килтереп һуҡҡайны, ҡатынының башы ярылды ла ҡуйҙы, ти. Ә төлкө тәгәрәп ятып, эсен тырнап, шарҡылдап көлә, ти. Бүҙәнә төлкөнөң эргәһенә осоп барған.– Йә, дуҫ, көлөп кинәндеңме инде?
Һэй-й-й, көлдөм һуң, – тигән төлкө. Шунан былар кире боролоп ҡайтып киткәндәр. Бара торғас, төлкө бүҙәнәгә:
– Йә, дуҫ, көлдөрөүен көлдөрҙөң, хәҙер мине ҡурҡыт, – тигән. Бүҙәнә төлкөнөң күҙен ыҫмала менән һылаған да тағы бер ауылға алып киткән. Ауылдың уртаһына алып ингән. Эттәр һиҙеп алғандар ҙа төлкөгә ташланғандар. Төлкө ҡойроғон бот араһына ҡыҫып ҡына ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла ҡасып ҡарай икән – ҡотола алмай. Эттәр тегенән бер иле лә ҡалмайҙар икән. Төлкөнөң сыйылдығы ғына килә, ти. Үҙ тауышы үҙенекенә оҡшамаған, ти. Шулай баҫтырып йөрөй торғас, эттәр төлкөнө ботарлап ташлағандар.
Ә бүҙәнә һыны ҡатып көлә, ти.
Төлкө менән әтәс
Бер төлкө киптерергә элеп ҡуйған ҡуян тиреһен урлай. Ҡуян тиреһе уға ниңә көрәктер инде, кем белһен. Тирене ашап булмай. Үҙенә тун тектерергә уйлайҙыр, тиһәң, төлкөнөң өҫтөндә бик һәйбәт туны бар. Берәй хәйлә өсөндөр инде. Төлкө бит гел хәйлә менән генә көн итә.
Бер саҡ ҡуян тиреһен ябына ла был ауылға тауыҡ урларға китә. Төлкө тауыҡтарҙың ҡуяндан ҡурҡмауын яҡшы белә. Тауыҡтар ғына түгел, хатта унан турғайҙар ҙа ҡурҡмай.
Ауыл осондағы өйҙөң баҡсаһы артында бер әтәс менән бер тауыҡ, тибенеп, ем сүпләп йөрөй икән. Ҡуян тиреһе ябынған төлкө туп-тура быларға ҡарап килә. Тауыҡ уны күреп ҡала ла әтәскә:
– Ҡара әле, беҙгә табан әллә кем килә! – ти. Әтәс, күкрәген кирә биреп, эре генә ҡарай ҙа:
– Ҡурҡма, ҡуян бит ул! – ти. Үҙе тағы ла тибенергә тотона. Шул арала төлкө килен етә лә тауыҡты эләктереп алып та китә. Әтәс, атаҡ-атаҡ, тип аптырап тора ла ҡала. Тауығы өсөн бик ҡайғырып, әтәс ҡураға ҡайтып китә. Ҡурала йөрөгән тауыҡтар, әтәстең кәйефе бик төшөнкө икәнен күреп, уның янына югереп килеп етәләр.
– Ни булды ла ни булды? Ниңә улай күңелһеҙһең? – тип һораша башлайҙар. Әтәс, илаған һымаҡ, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп:
– Берегеҙҙө ҡуян алып китте! – ти. Тауыҡтар, бер-береһенә ҡарашып, көлөп ебәрәләр.
– Ҡайһы саҡта бигерәк юҡты һөйләйһең. Шаяра белмәйһең,– тиҙәр.
Әтәс асыулана, кикреге ҡыҙарып китә.
– Ниңә көләһегеҙ, ахмаҡтар? Мин һеҙгә үҙ күҙем менән күргәнде әйтәм дәбаһа! – тип екеренә.
Тауыҡтар барыбер ышанмайҙар. Әтәстән ҡурҡып, юрый ғына ышанған булалар. Әтәс һаман әтәсләнә:
– Һиҙмәйерәк ҡалдым, һиҙгән булһам, ул ҡуянды мин, елкәһенә ҡунып, суҡыр ҙа тырнар инем үҙен. Икенсе килә ҡалһа, эләгер әле үҙенә! Күрмәгәнен күрһәтермен! Туп-тура өҫтөнә барып ҡунырмын, һеҙҙең алдығыҙҙа ҡысҡыртып талармын үҙен! – тип, көр генә тауыш менән ҡысҡырып ебәрә.
Бер көндө кис менән теге төлкө, тағы ла шул ҡуян тиреһен бөркәнеп, тауыҡтар ҡунаҡсаһына килә. Әтәс быны күреп кенә ҡала ла:
Бына килеп эләктеңме хәҙер! – тип, төлкөнөң өҫтөнә һикерә. Ҡапыл ғына булғас, төлкө быны әтәстер, тип уйламай. Ниндәйҙер көслө йыртҡыс ҡоштор, тип шикләнә. Шуның өсөн ҡасып ҡотолоу яғын ҡарай. Әтәс тырнаҡтарын ҡуян тиреһенә ныҡ ҡына батыра. Тире тырнаҡтарына эләгеп ҡала. Әтәс, тағы ла ҡуҡырая төшөп, тауыҡтар алдында маҡтана башлай.
– Бына ҡарағыҙ, теге уҫал ҡуяндың тиреһен һыҙырып алын ҡалдым! Һап-һары булып, шыр яланғас көйө ҡасты. Үлтерә инем, ҡасып ҡотолдо,– ти.
Тауыҡтар әтәстең шундай батырлығына һоҡланалар.
– Бигерәк батырһың инде! – тиҙәр.
Әтәс, тағы ла ғорурланып, маҡтаныуын дауам итә:
– Мин иҫән саҡта бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙе йәберләтмәм. Ҡуян түгел, төлкө килһә лә ҡурҡмағыҙ, тыныс булығыҙ! – тип, тауыҡтарҙы тынысландыра.
Икенсе бер көндө кис менән теге төлкө тағы ла ҡунаҡсаға килә. Әтәс быны күрә лә:
– Әһә, теге шәрә ҡуян килгән. Хәҙер үлтерәм мин уны! – тип төлкөнөң елкәһенә осоп ҡуна. Төлкө ситкә югерә лә инәлгән була:
– Әтәс туғанҡайым, харап итмә инде мине, үлтермә, зинһар! – тип ялынған була.
Әтәс батырланып:
– Тиреңде һыҙырып алдым, хәҙер мин йәнеңде алам һинең, яуыз ҡуян! Ҡайҙа алып киттең минең тауыҡты? Йә, әйт әле! – тип ҡысҡыра. Төлкө үҙ хәйләһен дауам итә:
– Тауығың иҫән, әтәс туганҡайым, уға бер кем дә теймәгән, юҡҡа ҡыҙма. Урманда ул. Әйҙә барайыҡ, алып ҡайтырһың,– ти.
– Тауығымды ҡайтармайынса тороп, мин һинең елкәңдән төшмәйем! – ти әтәс.
– Бына шунда китеп барабыҙ бит инде, әтәс туғанҡайым. Алын ҡайтырһың, бер аҙ сабыр ит,– ти төлкө.
Урманға барып инәүҙәре була, төлкө аунай ҙа, әтәстең муйынынан эләктереп ала. Бер аҙҙан аңра әтәстең тик йөндәре генә туҙып ятып ҡала.
Төлкө менән бүре
Бер ваҡыт бүре төлкөнән:
– Нимә ашап был хәтле һимерҙең?– тип һораған. Төлкө уға:
– Күл буйындағы мал-тыуар менән туҡланам, – тип яуап биргән.
– Ул малдарҙы нисек тотаһың?– тип һораған ҡабаттан бүре. Төлкө:
– Ҡамыш араһына барып ят та, өҫтөңә шатырҙап килеп менмәйенсә торма. Ул шатырҙап килер, яныңа килгәс кенә тотоп ал,– тигән. Бүре төлкө өйрәткәнсә эшләгән: күҙен йомоп, ҡамыш араһына барып ятҡан.
Уғаса булмай, төлкө ҡамышлыҡтың бер башына ут төртөп ебәргән. Ҡамыш шатырҙап яна-яна бүрегә яҡынлашҡан. Бүре һаман ятҡан. Ята торғас, йөндәре яна башлаған бының, сыҙар хәле ҡалмағас ҡына бүре күҙен асҡан. Асһа, йөндәре янып бөткән, тиреһе шатырҙап яна башлаған, тирә-яҡта ут, ти.
Был арала төлкө, көлгә барып аунап, төҫөн үҙгәрткән дә яр буйына килеп ултырған. Ах та ух булып, уның янына бүре сабып килгән.
– Харап булдым, хәҙер ни эшләргә инде?– ти икән бүре.
– Ниңә харап булдың? – тип һораған төлкө.
– Бер ҡыҙыл төлкө алдап, ут төртөп китте,– тип зарланған бүре.
– Ә-ә-ә, ул ҡыҙыл төлкө мине лә алдап киткәйне,– тигән булды, ти, тегенеһе.
– Инде пи эшләйем икән? – тигән бүре.
– Һе, аптырап тораһың тағы. Боҙға барып аунаҡла!– тип аҡыл өйрәткән төлкө.
Бүре боҙға барған да аунаҡлай башлаған. Уның ите боҙға йәбешеп һыҙырылып бөткән, үҙе шунда үлеп киткән, ти
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
“АЙЫУҠАЙ МЕНӘН БЕЙЕЙЕК”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...
Методическая разработка на тему: Театр на магнитах "Айыу менән төлкө", "Кем көслө?"
Предлагаю вашему вниманию театр на магнитах - башкирские народные сказки "Айыу менән төлкө", "Кем көслө?" Цель: Познакомить с башкирс...
"Айыу менән бал ҡорттары"
Башкирские сказки для детей старшего дошкольного возраста...
Алтынньы- Хотой Айыы ыйа
Ыйдарынан ыытыллар саха күнэ...
«Айыы бухатыыра» хамсаныылаах сонор сценария
Олонхонон «Сонор» хамсаныылаах оонньууга интэриэьи уоскэтии. Олонхо сурун ойдобулун, тылын-оьун, геройдарын, Айыы бухатыырын танаьын-сабын, туттар сэбин сэбиргэлин чинэтии. О5о тылын-оьун ...
Башҡорт халыҡ әкиәте" Айыу менән бал ҡорттары"
Башҡорт халыҡ әкиәте" Айыу менән бал ҡорттары"...
Сказка "Батыр егет һәм бал ҡорттары"
На региональном конкурсе "Минең әкиәт" проводимый Фондом по сохранению и развитию башкирского языка заняла первое место сочиненное мной сказкой "Батыр егет һәм бал ҡорттары"...