“АЙЫУҠАЙ МЕНӘН БЕЙЕЙЕК”
план-конспект занятия (младшая группа) на тему
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.
Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыуһыҙ шуҡ балаларҙы һәр саҡ «уйын» ауында тотоу, уларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы.
Бала туған телендә матур итеп һөйләй белһен һәм зирәк булып үҫһен өсөн, улар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшергә, телмәр һәм зиһен үҫтереүсе уйындар уйнау зарур. Һамаҡ-әүрәткестәр был йәһәттән яҡшы сара булып тора. Ритмлы-рифмалы шиғри һүҙҙе балалар ярата, ул балаларҙа ритм һәм рифма тойғоһо, телмәр үҫтерә, тирә яҡ донъя менән таныштыра, зиһенен байыта, уларҙа рух, илһөйәрлек, коллективизм тәрбиәләй. Һамаҡ-әүрәткестәр балаларҙы үҙ тирә йүненә иғтибарлы булып, тыныс уйнарға өйрәтә, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы тәрбиәләнә.
Халыҡ электән баланы һамаҡ-әүрәткестәр менән үҫтергән. Уларҙы тыңлаған һайын, балаларҙың зиһене үҫкән, телмәре байыған. Сәсән телле, тос фекерле кешеләр балаларға белгәндәрен генә һөйләп ҡалмағандар, ә үҙҙәре лә ижад иткәндәр.
Балаларға һамаҡты һөйләүгә ҡарағанда уны уйнау яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Был әсбапта һамаҡ-әүрәткестәрҙе уйнау өлгөләре бирелә. Балалар баҡсаһында кескәй һәм урта төркөмдә, ата-әсәләргә балалары менән өйҙә лә уйнарға мөмкин.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ayyukay_menn_beyeyek.docx | 15.52 КБ |
Предварительный просмотр:
“Айыуҡай менән бейейек”
(уйын-бейеү)
Маҡсат: йыр йөкмәткеһенә ярашлы бейеү хәрәкәттәре яһарға өйрәтеү, балаларҙа ритм тойоу һәләтен үҫтереү.
УЙЫН БАРЫШЫ
Айыу уйынсығын ҡарайҙар.
- Бына беҙгә ҡунаҡҡа айыу килде. Ул йомшаҡ ҡына. Уның ҡолаҡтары, тәпәйҙәре бар. Күҙҙәре матур ғына. Беҙ уның менән уйнайыҡ, бейейек.
Тәрбиәсе йомшаҡ уйынсыҡ айыуҙы күтәреп, һамаҡлап бейей. Балалар уны ҡабатлайҙар
Айыуҡай менән бейейек.
Бына айыу бәләкәй, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
Айыу һоро йомшаҡҡай, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
(алпан-толпан атлайҙар)
Айыу менән бейейем, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
Аяҡтарым тыпырлай, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
(Аяҡтарҙы алмаш-тилмәш күтәрәләр)
Айыу менән бейейем, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
Айыуҡайҙы күтәрәм, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
(Ҡулдарҙы күтәреп алпан-толпан атлайҙар)
Айыуҡай ялҡауланма, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
Әйлән-бәйлән уйнайыҡ, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
(Урында өйрөлөп бейейҙәр)
Әйҙә айыу уйнайыҡ, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
Йүгерешеп туймайыҡ, лә-лә-лә, лә-лә-лә.
(Алпан-толпан йүгерешәләр)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методическая разработка на тему: Театр на магнитах "Айыу менән төлкө", "Кем көслө?"
Предлагаю вашему вниманию театр на магнитах - башкирские народные сказки "Айыу менән төлкө", "Кем көслө?" Цель: Познакомить с башкирс...
"Айыу менән бал ҡорттары"
Башкирские сказки для детей старшего дошкольного возраста...
Алтынньы- Хотой Айыы ыйа
Ыйдарынан ыытыллар саха күнэ...
«Айыы бухатыыра» хамсаныылаах сонор сценария
Олонхонон «Сонор» хамсаныылаах оонньууга интэриэьи уоскэтии. Олонхо сурун ойдобулун, тылын-оьун, геройдарын, Айыы бухатыырын танаьын-сабын, туттар сэбин сэбиргэлин чинэтии. О5о тылын-оьун ...
Башҡорт халыҡ әкиәте" Айыу менән бал ҡорттары"
Башҡорт халыҡ әкиәте" Айыу менән бал ҡорттары"...
" Айыуҡайҙа ҡунаҡта"
Өлкәндәр төркөмөндә интеграцияланған дәрес...
"Айыу менән терпе"әкиәте
Сказка собственного сочинения "Айыу менән терпе"...