Сказка "Батыр егет һәм бал ҡорттары"
материал по художественной литературе

Нугуманова Гульсия Мавлеткуловна

На региональном конкурсе "Минең әкиәт" проводимый Фондом по сохранению и развитию башкирского языка заняла первое место сочиненное мной сказкой "Батыр егет һәм бал ҡорттары"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kit_batyr_eget_hm_bal_korttary.docx83.58 КБ

Предварительный просмотр:

Ноғоманова Гөлсиә

Мәүлетҡол ҡыҙы

Баймаҡ ҡалаһы “Айыуҡай” балалар баҡсаһы логопеды.

Батыр егет һәм бал ҡорттары

Борон – борон заманда бик үк ҙур булмаған ауыл ситендәге бер бәләкәй генә йортта йәшәгән ти әбей менән бабай. Бабай һунарға йөрөгән, балыҡ тотҡан, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. Әбей өй алдында булышҡан, баҡса ултыртҡан, балаҫ һуҡҡан, йөн ойоҡтар бәйләгән. Татыу матур йәшәгәндәр ти әбей менән бабай, тик донъяларын түңәрәкләп бөтөн итеп торорлоҡ балалары ғына булмаған ти. Хоҙайға бәпес һорап көндә ялбарған ти әбей.

Бер көн әбәей менән бабайҙың йортона йәм өҫтәп улдары доъяға килгән ти. Ай үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, бик көслө, батыр егет булып үҫеп еткән ти улдары. Атаһы менән көн дә һунарға йөрөгән, солоҡсолоҡ серҙәренә төшөнгән, әсәһенә баҡса тирәһендә ярҙамлашҡан ти.

Шулай матур йәшәп ятҡанда әбей менән улын ҙур ҡайғыға һалып бабай үлеп киткән ти. Ҡайғырып һуңғы арала бирешеп киткән әсһе бер көн янына улын саҡырып былай тигән ти.

- Улым мин инде ныҡ ҡартайҙым, ейәндәр һөйөп ҡалғым килә, тиҙерәк кәләш алыуыңды теләйем, - тигән ти. Ни эшләһен инде ҡайҙан тота килеп кәләш алып ҡайтһын инде егет, ярашҡан, оҡшатҡан ҡыҙҙар ҙа юҡ бит әле яҡын тирәлә.

Бер көн уйланып йөрөй  торғас, солоҡтарҙы ҡараштырып килмәксе булып урманға сығып киткән ти егет. Барып етһә ни курә, бер ҙур ғына айыу ағасҡа үрмәләп солоҡтарҙы пыран заран туҙҙырып ята ти. Хәҙер мин һиңә күрһәтәйем әле тип уйлап егет яурынындағы уҡ – һаҙағын алып айыуға тоҫҡап атып ебәргән ти. Уҡ айыуҙың һыңар ҡолағын өҙөп үтеп ағасҡа барып ҡаҙалған ти. Айыу ҡурҡышынан башҡа сыҡмаҫтай булып урман төпкөлөнә ҡасып инеп киткән ти. Солоҡто рәтләп урынлаштырып йөрөһә еттең ҡолағына бер тауыш ишетелгән һымаҡ булып китте. Тирә яғын әйләнеп ҡараһа бер кем дә юҡ. Иғтибар бирмәй егет тағы эшкә тотонғайны тағы баяғы тауыш ишетелә ти. Тағы тирә яғын әйләнеп ҡарай, тик бал ҡорттарынан башҡа бер кем дә күренмәй. Инде тағын эшкә тотнайым тигәндә, өсөнсөгә тағы шул тауыш ишетелгәс егет ентекләп ҡараһа яурынында бер бал ҡорото ултыра ти.

- Был мин, бал ҡорто баянан бирле иғтибарыңды йәлеп итергә тырышам, рәхмәт һиңә егет, беҙҙе айыуҙан ҡоҡарҙың, туҙҙырып бөтә ине беҙҙе һин килеп етмәһәң, нимә теләйһең әйт, миндә һиңә ярҙам иткем килә, ти икән. Бал ҡортоноң телгә килгәненә бер аҙ аптырап ҡалған егет:

- Әлегә бер ниҙә кәрәкмәй шикелле, - тип саҡ әйтә алды ти.

- Аптырама беҙ ябай бал ҡорттары тугел,  ер йөҙөндә беҙ генә шулай һөйләшә алабыҙ тик бер кемгә лә белгертмәйбеҙ, һин дә берәүгә лә йтмә инде, беҙҙең менән һөйләшкәнде, тине бал ҡорто. Егет  солоҡтарҙы рәтәләп бөткәс, бер аҙ бал һалып алып,  бал ҡортоноң серен һатмаҫҡа вәғәҙә биреп, хушлашып ҡайтып китте.

Ауылына ҡайтып етеүгә батша яусылары ауыл халҡын йыйып алып  батшаның бойороғон уҡыйҙар ти:

“Кем дә кем, дейеү ҡулынан минең алтын сәсле ҡыҙымды ҡотҡарып алып ҡайта, шул кешене үҙемә кейәү итәм, батшалығымдың яртыһын бүлеп бирәм” тигән ти. Батша ҡыҙының донъялағы иң һылыу ҡыҙ икәнен ишеткәне бар ине егеттең ошоға саҡлы. Егет өйөнә ҡайтып әсәйенә үҙенең батша ҡыҙын ҡотҡарырға барырға теләүен әйтеп, әсәһенең фатихаһын алып юлға сығып китте ти.

Ете көн, ете төн, ете һыу, ете тау аша аша үтеп һигеҙенсе көнгә саҡ бер һаҙлыҡҡа барып етте ти егет.  Һаҙлыҡтағы сәнскеле сырмалсыҡтарҙы сапҡылап бара торғас бер ҙур аҡланға барып сыҡты. Аҡлан уртаһында тирә яғы бейек ҡойма менән уратып алынған, ҡапҡа төбө ике ҙур айыу менән һаҡланған бейек бер һарай тора ти. Бер аҙ ял итеп алырға ла төн еткәс һарайға үтеп батша ҡыҙын ҡотҡарырға тип уйлап егет бер ағас төбөнә барып ултырҙы. Шул саҡ нәҙек кенә  таныш тауыш ишетелде:

- Минең һиңә ярҙамым тейер тип һиңә эйәреп осоп килдем, рөхсәт ит ярҙам итергә”, тине бал ҡорто. Егет, бал ҡоротоноң ниҙә булһа ла ярҙамы тейер әле тип уйланы:

- Ярай улайһа, ярҙам кәрәккәндә әйтермен, минең эргәмдә бул, яурынма ултыр, тине егет.

Төн еткәс егет ҡойма аша төшөп һарайға килеп инде. Батша ҡыҙын ҡотҡарыу еңел генә килеп сыҡманы, дейеү уның килерен әллә ҡайҙан алдан һиҙенеп көтөп тора ине инде.

- Батырлығың етеп килгәсең мин һине тәүҙә үк тотоп ашамаҫмын, ләкин өс шулай шартым бар, шуларҙы үтәй алһаң батша ҡыҙын алып ҡайтырһың, үтәй алмаһаң мин һинең башыңды ашайым, әле һуң түгел кире уйлап ҡайтып китергә, үҙеңде ҡотҡарырға мөмкинселегең бар, тине дейеү.

- Мин риза, әйт нимә эшләргә кәрәк, ниндәй өс шарт ул, тине  егет.

Дейеү:

- Беренсеһе, һинең алдыңда һыу менән ете һауыт ултырыр шуларҙың береһе шәрбәтле булыр ҡалғандары әсе ағыулы булыр, шәрбәтлеһен эсһәң тере ҡалырһың, яңылышһаң үләһең инде, тине.  Икенсеһе былай булыр, беренсеһен үтәп тере ҡалһаң бүлмәгә үтерһең, унда ете ҡыҙ ултыра, береһе батша ҡыҙы, ҡалғандары минең ҡыҙҙарым, етеһе лә бер үк яулыҡ бөркәнгәндәр, әгәр ҡайһыныһы батша ҡыҙы икәнен белһәң алып ҡайтырһың, әгәр яңылышһаң минең бер ҡыҙыма өйләнәһең, тине. Өсөнсө шартым, сығыр саҡта ҡапҡа төбөн һаҡлаған ике айыу менән көрәшергә тейеш булаң, уларҙы еңә алһаң мин һине ҡайтарам,  тигән  дейеү.

Егет риза булған. Шунда уҡ уның алдына һыу ҡойолған ете һауытты алып килеп ҡуйғандар. Шул саҡ бал ҡорто әйтә ти:

- Ҡабаланма егет, мин һиңә ярҙам итермен, мин осоп барып ултырған һауыттағы һыуҙы алып эс, мин шәрбәтле һыуҙы тиҙ таныйым. Егет бал ҡорто әйткәнсә эшләгән, дейеү бер ни һиҙмәгән.

Икенсе бүлмәгә килеп инһә унда ысынлап та ете ҡыҙ ултыра ти. Бында ла бал ҡорто телгә килгән:

- Батша ҡыҙынан беҙҙең ялан сәскәләреләй тәмле еҫ бөркөлөп тора, мин яулығының өҫтөнә барып ултырған ҡыҙҙы һайларһың. Егет бал ҡорто барып ҡунған ҡыҙҙы һайлаған һәм был юлы ла яңылышмаған.

Батша ҡыҙын алып ҡапҡа алдына сығыуға уларҙы ике айыу көтөп тора ти. Егет айыуҙар менән көрәшә башлаған, бик оҙаҡ көрәшеп хәләдән тая башлағас бал ҡорто ярҙамға килгән, бер айыуҙың морононан ғына сағып алған ти. Шул арала егет икенсе айыуҙы еңеп, көскә һарайҙан сығып ҡотолғандар. Дейеү егеттең артынан ҡыуа төшөргә уйлағайны ла, әйткән шарттарын башҡара алһа ҡайтарам, тигән вәғәҙәһен иҫләп, уйынан кире ҡайтты ти.

Ҡыҙҙы тыуған яғына алып ҡайтып, атаһына алып барғас батша бик ныҡ ҡыуанды, ҡыҙын егеткә кейәүгә биреп гөрләтеп туй үткәрҙеләр, ярты батшалығын да бүлеп бирҙе ти. Егет әсәһен үҙ янына күсереп алып килеп, бергәләшеп матур йәшә башлағандар. Солоҡсолоҡ һөнәрен егет ташламаған, гел генә урманға барып, бал ҡорттарын айыу туҙҙырмаймы тип ҡарауыллап, үҙҙәренә лә етәрлек бал алып ҡайтып тора ти.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әти белән мин - чын ир-егет!

Ватанны саклаучылар көненә багышланган бәйрәм иртәсе....

"Айыу менән бал ҡорттары"

Башкирские сказки для детей старшего дошкольного возраста...

"Алдар төлкө", "Алтынсәс", "Төлкө менән әтәс", "Батша, егет, аждаһа", "Һыу ҡыҙы"

Башкирская народная сказка для детей старшего дошкольго возраста...

Башҡорт халыҡ әкиәте" Айыу менән бал ҡорттары"

Башҡорт халыҡ әкиәте" Айыу менән бал ҡорттары"...

Батша,егет,аждаһа.

Өлкән төркөм балалары өсөн әкиәт....

АЙЫУ МЕНӘН БАЛ ҠОРТТАРЫ.

Башкирские сказки...