Конспект занятие "Икмәк сере"
материал

Хәжиәхмәтова Гөлназ Әбүбәкер  ҡыҙы

Конспект занятие "Икмәк сере"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon konspekt_zanyatiy_ikmk_1.doc54 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль районың муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы «Иглин ауылының урта дөйөм белем биреү 5-се мәктәбе»

Уртансылар төркөмөндә

 тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Коммуникация эшмәкәрлеге.

Тема: “Икмәк сере”

                                                                                                                                                                  Әҙерләне:

Хәжиәхмәтова Г.Ә.

2021 уҡыу йылы

Маҡсат:

өйрәтеүсе: Балаларҙы икмәктең килеп сығыу юлы менән таныштырыу, икмәк тураһында белемдәрен киңәйтеү.

үҫтереүсе: Мәҡәл, йомаҡ, әйтемдәр, тиҙәйткестәр, телтөҙәйткестәр ҡулланып башҡорт халыҡ ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү: Балаларҙың телмәр үҫешен активлаштырыу, һүҙлек запасын байытыу.

тәрбиәүи:Башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.Балаларҙа икмәккә, икмәк үҫтергән кешеләргә һөйөү, улар менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Яңы белем алырға ынтылыш тәрбиәләү.

Өлкәләрҙең интеграциялары: “Танып белеү”, “Нәфис әҙәбиәт”,  “Социалләштереү”.

Һүҙлек эше: бойҙай, тракторсы, комбайнсы, ырҙын табағы, йомшаҡ.

Йыһазландырыу: презентация “Икмәк нисек үҫә”, “Йомро икмәк” видеотаҫма,  экран, проектор, магнитофон,  һандыҡ, магнитлы таҡта, схемалар, “Башаҡ”әкиәтенә мнемотаблица,  “Башаҡ” магазины сюжетлы /ролле  уйыны өсөн материалдар: ондан эшләнгән муляждар: печеньелар, икмәктәр, вафлилар, булочкалар һ.б.; әүәләү өсөн материалдар: таҡталар, уҡлау, формалар, әҙер тоҙло ҡамыр,

алъяпҡыстар, башлыҡтар.

Әҙерлек эштәре: “Өҫтәлдәге икмәк ҡайҙа?”фото альбомдар,  һүрәттәр ҡарау, йыл миҙгелдәре, әкиәттәр  тураһында мнемотаблицалар ҡулланыу, “Баҫыуҙа эштәр ҡайнай” видеотаҫмаларын ҡарау, “Икмәктең оҙон юлы” презентациялар ҡарау, “Әпәкәй” исемле шиғырҙы яттан һөйләү, сюжетлы һүрәттәргә ҡарап хикәйәләр, икмәк ҡәҙре тураһында мәҡәлдәр, ҡағиҙәләр  уҡыу.

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге барышы

Ойоштороу  эше

- Балалар, һеҙҙең ҡулығыҙҙа нимә ул? (башаҡ) һеҙгә уны кем бирҙе? Бөгөн беҙ башаҡ тураһында күп белербеҙ, һөйләшербеҙ.

- Ҡарағыҙ әле,  бөгөн иртән балалар баҡсаһына килһәм, беҙҙең төркөмдә бер һандыҡ ултыра ине. Уның эсендә нимә барлығын белгегеҙ киләме? (Эйе). Ә нимә булырға мөмкин? (Балаларҙың яуаптары)

- Асып ҡарайым әле. Туҡтағыҙ,  бында ниндәйҙер  хат ята.

“Балалар донъялағы иң изге, ҡәҙерле, ҡиммәтле байлыҡтың нимә икәнен белер өсөн мин һеҙҙе сәйәхәткә саҡырам” с/м Йомро икмәк.

Экранда йомро икмәк күренә.

- Әйҙәгеҙ йомро икмәк менән сәйәхәткә барайыҡ.

- Ҡарағыҙ әле, бында йомаҡтар әйҙәгеҙ уны ҡояйыҡ. (схема буйынса һөйләү)

- Ниндәй миҙгелдә кешеләр баҡсаларҙан уңыштарын йыялар әле?

(көҙ миҙгелендә)

- Балалар көҙ миҙгеленең билдәләрен иҫләп үтәйек әле.

(коллаж буйынса һөйләү)

- Артабан йомро икмәк артынан юлыбыҙҙы дауам итәйек.

Балалар, балалар урман буйлап баралар, йүгерептә алалар, һикерептә алалар, сүкәйептә алалар һаман алға баралар, балалар баралар.

  Экранда йомро икмәк күренә.

Бына йомро икмәктең беҙгә тағы бер һорауы. Ул беҙҙән тиҙәйткес беләһегеҙме  тип  һорай.  Әйҙәгеҙ “Ш”өнөнә  тиҙәйткес  әйтәйек

Шау, шау, шау ҡамыш

Шау ҡамыштың араҡында

Алтын башлы бер ҡамыш. 

-Артабан барайыҡ. Ултырышығыҙ.

Экранда йомро икмәк күренә.

Балалар һеҙ бик күп әкиәттәр ишеткәнегеҙ бар, шулай  бит. Улар нисек башлана һуң?

(Балаларҙың яуаптары:  Борон – борон заманда йәшәгән ти…, Йәшәгән ти…әбей менән бабай…, Берҙән – бер көндө…, Бынан бик күп заман элек…, Бер ваҡыт…, Бер заман…, Ҡасандыр…)

-Афарин, рәхмәт яуаптарығыҙға. Балалар, ҡарағыҙ әле, был таблицала  ниндәйҙер әкиәт  йәшерелгән  әйҙәгеҙ  уның  турала һөйләп карайык.

 МНЕМОТАБЛИЦА (“Башаҡ”)

  • Әтәс нимә табып алған?
  • Унан нимә эшләгән?
  • Ә ондан нимә эшләгән?

-Афарин , йомро икмәк беҙгә һандыҡты асмаған  микән?

- Ҡарағыҙ әле йомро икмәк тәгәрәне лә китте, әйҙәгеҙ уның артынан      барайыҡ.

Экранда йомро икмәк күренә.

-Беҙ матур бер аҡланға килеп сыҡтыҡ, әйҙәгеҙ әле ял итеп уйын уйнап  алайыҡ.

Уйын : “Бәшмәктәр”

-Йомро икмәк һеҙгә йомаҡ ҡоя, иғтибар менән тыңлағыҙ әле

ЙОМАҠ  Ап – аҡ ҡына тумалаҡ

                   Аҡ мейескә инеп ят

                   Йомро – йомро йомарлаҡ…

-Нимә тураһында был йомаҡ?

-Дөрөҫ , икмәк тураһында.

 “Был доньяла байлыҡтың икмәктәндә ҙуры юҡ” икән. Ни өсөн шулай тип әйтелгән икән был мәҡәлдә?

Икмәк иң тәмле ашамлыҡ.

- “Эйе, балалар дөрөҫ әйттегеҙ, икмәк кешегә бик кәрәк нәмә. Ләкин үҙенән – үҙе, юҡтан ғына өҫтәлгә килмәй. Уға әллә күпме кешенең хеҙмәте, көсө, тырышлығы һалына”

  • Әйҙәгеҙ шул турала ултырып ҡарап үтәйек.

ПРЕЗЕНТАЦИЯ ҡарау

 “Тракторсы ер һөрә, тырмата, ерҙе сәсеүгә әҙерләй.

 “Комбайынсы иген ура”

  • Кем игенде ырҙынға, сәсеүгә алып килә?

(балаларҙың яуаптары - шоферҙар)

“Шофер элеваторға алып бара”

“Икмәк бешереүсе ондан ҡамыр эшләй, һәм һауыттарға һалып икмәк  бешерә ”

  • Икмәк бына шундай ауыр, оҙон юл үтеп беҙҙең өҫтәлгә килеп етә, бына әйтегеҙ әле икмәк тураһында һеҙ ниндәй ҡағиҙәләр беләһегеҙ?
  1. Икмәк менән уйнарға ярамай.
  2. Икмәкте ыуаҡларға ярамай.
  3. Икмәкте ергә ташларға ярамай.
  4. Икмәктен һынығын ҡалдырырға ярамай.
  • Афарин, балалар!   Икмәк тураһында мәҡәлдәр беләбеҙ әле, әйҙәгеҙ, бергәләп әйтәйек.
  • Мин башлайым, ә  һеҙ әйтеп бөтөрөгөҙ.
  1. Икмәк алтындан …ҡиммәтерәк!
  2. Ауыҙҙа икмәк …ҡулда көс!
  3. Икмәк бөтәһенә лә … баш!
  4. Икмәк тундан … йылыраҡ!
  5. Икмәктән … оло булма!
  • Афарин, балалар.
  • Балалар бына ошолай итеп беҙҙең сәйәхәтебеҙ аҙағына ла яҡынлашты.
  • Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле, бә!лки беҙҙең серле һандығыбыҙ асылғандыр? (һандыҡ эсенән икмәк сығара)
  • Ысынлапта донъялағы иң ҡәҙерле, ҡиммәтле байлыҡ ул – икмәк.
  • Ошо ғына икмәктә әллә күпме кешенең тырышлығы, сабырлығы, көсө хеҙмәте түгелгән. Беҙ һеҙҙең менән икмәктең ҡәҙерләргә, һаҡларға тейешбеҙ.
  • Шулай итеп беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләштек?

(икмәк тураһында)

-Һеҙ алып килгән башаҡты һуғып, тирмәндә ярҙырып он эшләйҙәр

икән. Ә икмәк менән төшкө ашта һыйланырбыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятия в "Музыкальной гостиной" по сказке "Серая шейка"

Занятие для детей и их родителей, которое знакомит их с творчеством Д. Мамина - Сибиряка...

конспект по математике "Серый волк и красная шапочка"

Конспект занятия по математике для подготовительной группы...

Конспект занятия из серии "Познай себя"

Цель: Учить детей заботится о своем здоровье, формировать у детей сознательное стремление быть здоровыми;Способствовать развитию речи детей, используя пальчиковые игры; Стимулировать работу внутр...

конспект занятия по серии из 5-ти картинок

Лексическая тема: «Весенние сельскохозяйственные работы»....

Конспект НОД из серии «Знай своё тело» для старшего дошкольного возраста «Путешествие в страну сердца» (кровообращение нашего организма).

Уважаемые коллеги, данный материал, поможет вам в организации познавательного НОД по физическому развитию. В доступной форме, используя иллюстрированный материал, аудиозапись, игровые упражнени и подв...

Конспект ООД по обучению рассказыванию по серии картинок в старшей группе Тема: «составление рассказа «Скворечник» по серии сюжетных картин»

Программные задачи:Цель: учить детей составлению последовательного рассказа по серии сюжетных картин.Задачи:образовательные:- обучать детей составлению рассказа по серии  сюжетных картин;- формир...