Главные вкладки
Хәжиәхмәтова Гөлназ Әбүбәкер ҡыҙы
Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе сайты
Профессия: Тәрбиәсе
Профессиональные интересы: Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса алымдар ҡулланыу
Увлечения: презентация,видео материалдар эшләү, йырларға яратам
Страна: Рәсәй
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Иглин районы,Иглин ауылы
Место работы: 5-се һанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы
Звание, ученая степень: педагог -эҙләнеүсе
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/haziahmetova-gulnaz-abubakirovna
Сайтыма рәхим итегеҙ!
Һаумыһығыҙ!
Һеҙҙе сайтым биттәрендә сәләмләүемә бик шатмын!
Минең сайтым коллегалар, ата-әсәләр һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән.
Уның биттәрен ҡарап, үҙегеҙ өсөн яңы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр табырһығыҙ, тип ышанам.
О себе
Минең исем - шәрифем : Хәжиәхмәтова Гөлназ Әбүбәкер ҡыҙы
Тыуған йылым: 04.08.1986
Башҡарған вазифам:тәрбиәсе
Эш урыным:Иглин районы,
Иглин ауылы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы
Телефоным: 89631419123
Email:ural102@list.ru
Категориям: I категория
Белемем:юғары
Педагогик стажым: 5 йыл
Шөғөлөм: йырларға,бейергә яратам.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
М.Кәрим "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ","Беҙҙең өйҙөң йәме","Өс таған"
З.Биишева" Кәмһетелгәндәр", "Емеш".
әсә булараҡ - Т. Ғиниәтуллиндың "Әсә һәм бала" әҫәре, М.Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы.
Мой взгляд на мир
Был тормошта үҙ тәғәйенләнешеңде тойоп, шул йүнәлештә үҫешеп, тирә-йүндәгеләргә ҡыуаныс өләшеп йәшәү ‒ оло бәхет.
Мои достижения
Минең уңыштарым!
Маҡтау ҡағыҙҙары,грамоталар һәм дипломдар!
Моё портфолио
Минең автобиографиям!
Мине балалар баҡсаһына тормош үҙе етәкләп алып килә. Ә үҙем иһә мәктәптән һуң уҡытыусы булыу ниәте менән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология факультетына уҡырға индем. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң тормошҡа сығып, әсә булырға йыйындым. Шуға күрә эшкә урынлашыу мәсьәләһе икенсе планға күсте. Улдарыма береһенә биш, икенсеһенә өс йәш тулғас, балалар баҡсаһына бирергә булдым.Ике улымды ла балалар баҡсаһына урынлаштырғас,миңә лә эш урыны килеп сыҡты. Шулай итеп, уйламағанда, хеҙмәт юлымды башланым.
Үҙемдең дә бәләкәй балаларым булғанға бәләкәстәр менән тиҙ уртаҡ тел таптым, ата-әсәләр менән дә килешеп эшләй башланым. Күңелем талап иткән эш ошо икән тигән аныҡ фекергә килгәс, һөнәри белем үҙләштереү маҡсатында ситтән тороп институттың мәктәпкәсә тәрбиә биреү факультетына уҡырға инеп, уҡып сыҡтым.
Балаларҙы яратҡанға ла башта уҡытыусы һөнәрен һайлағайным. Әммә булмышыма һалынған төп тәғәйенләнешем тәрбиәсе булыуҙа икәнен саҡ ҡына һуңыраҡ төшөндөм. Балалар баҡсаһында ең һыҙғанып эшкә тотонһам да, тәүге мәлдәрҙә методик яҡтан «ҡоралланып» еткермәүем һиҙҙерҙе. Оло тәжрибәләре менән ихлас бүлешкән, һәр яҡтан ярҙам итергә тырышҡан остаздарыма рәхмәтлемен. Бөгөнгө көндә беренсе квалификациялы тәрбиәсе категорияһына эйәмен.
Хеҙмәтем балалар араһында үтә. Балаларҙың күңел сафлығын, эскерһеҙ ихласлығын яратам. Уларҙың үҫкәненә ҡарап ҡына ваҡыттың уҙғанын шәйләйһең. Көн һайын, бына 5 йыл үтеп тә киткән инде, эшемә ашҡынып барам, балалар менән аралашыуҙан сикһеҙ кинәнес кисерәм. Улар менән мин барлыҡ проблемаларымды онотам, арығанымды ла һиҙмәйем, тап кескәйҙәр мине ижади эшләүгә этәрә лә инде. Балалар менән бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмай, көн дә бер яңылыҡ, ҡыҙыҡлы хәл булып тора, яңы донъя, яңы тормош асыла.
Мин үҙ өҫтөмдә ныҡлы эшләйем һәм оҫталығымды арттырам. Яратҡан эшемде алға этәреү, һөнәри яҡтан үҫешеү буйынса маҡсаттарым ҙур.