Путешествие в историю башкирского народа
план-конспект занятия
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_halkynyn_tarihyna_syht.docx | 24.03 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт халҡының тарихына сәйәхәт.
Маҡсат:
Белем биреүсе: балаларҙың башҡорт халҡының шөғөлдәре, йырлы-бейеүле уйындары тураһында белемдәрен нығытыу;
Үҫтереүсе: балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү,тел байлығын арттырыу;
Тәрбиәләүсе: балаларҙа башҡорт рухы тәрбиәләү,тыуған яҡҡа, туған телгә, милли традицияларға мөхәббәт уятыу.
Йыһазландырыу: телевизор, ширма, тирмә, башҡорт кейемендәге ҡурсаҡ, сәңгелдәк эсендә ҡурсаҡ, йорт хайуандары макеттары, айыу маскаһы, иген баҫыуын һынландырған слайд,4 пар сабата, Аҡъяр ауылында урынлашҡан төрлө биналарҙың, күренекле кешеләрҙең фотоһүрәттәре.
Ойошторолған белем биреү эшмэкэрлегенең барышы.
- Ойоштороу моменты.
Тәрбиәсе:
-Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың шөғөлдәре, уйнаған уйындары, йырлы бейеүҙәре менән танышыу өсөн сәйәхәткә сығабыҙ. Беҙгә үтеп киткән көндәргә ҡайтыр өсөн Ваҡыт машинаһы ярҙамға киләсәк. Әйҙәгеҙ, балалар, хәйерле сәғәттә!Ҡулдарҙы ҡулға тотоношоп, күҙҙәребеҙҙе йомайыҡ һәм беҙ һеҙҙең менән бейеккә осоп киттек.
- Сәйәхәт итеү.
Ширма менән ҡапланған тирмәне асып, эргәһенә киләбеҙ.Тирмә эргәһендә башҡорт кейемендә ҡурсаҡ, сәңгелдәктә бәләкәй ҡурсаҡ, йорт хайуандары макеттары- ат, һыйырҙар, һарыҡтар.
Тәрбиәсе:
-Ҡарағыҙ әле, балалар, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик борон заманда тирмә ҡороп, икһеҙ-сикһеҙ ҡырҙар буйлап күсмә тормошта йәшәгәндәр.Улар күп итеп мал аҫрағандар. Мал тиреһенән үҙҙәренә кейем теккәндәр. Бейә һауып ҡымыҙ эскәндәр.Ҡымыҙ кешегә көс, ғәйрәт өҫтөгән. Ашарға итен, һөт аҙыҡтарын ҡулланғандар. Ялан-ҡырҙарында, урмандарҙа үҫкән төрлө емеш-еләк, шифалы үләндәр менән дә туҡланғандар. Мәҫәлән, ҡуҙғалаҡ, һаруна, балтырған һәм башҡалар. (Хәйбулла районында үҫкән, ашарға яраҡлы үләндәрҙең һүрәттәрен телевизорзан слайд аша күрһәтеү)
Тәрбиәсе:
-Ә урманда үҫәлер,
Ҡурай еләк, ер еләк.
Күҙ асып йомғансы ла,
Йыйырһығыҙ бер күнәк.
-Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә урманға барып еләк йыйып алайыҡ.
“Айыу бабай” уйыны.
Ҡулдарҙы ҡулға тотошоп (Түңәрәк буйлап атлайбыҙ)
Беҙ урманға барабыҙ.
Урманда, йәшел яланда
Йырҙар йырлап алабыҙ.
Серәкәйҙәр осоп йөрөй, (Серәкәй осҡан хәрәкәт яһайбыҙ,
Баш осонда шаулашып. унан ҡулдар менән сәпәкәйләйбеҙ)
Беҙ серәкәйҙе ҡыуабыҙ,
Ҡулдарҙы шапылдатып.
Йәшел үлән араһынан
Беҙ еләктәр йыябыҙ. (Еләк йыйыу хәрәкәте яһайбыҙ,
Тәмле еләктәр ҡасмағыҙ, һуңынан бейеп торабыҙ)
Барыбер эҙләп табабыҙ.
Урман араһынан “айыу” килеп сыға ла бер баланы эләктереп алып китә. Башҡалар ҡаса.
Тәрбиәсе:
-Балалар, әллә беребеҙҙе айыу бабай алып киттеме?
-Эйе.
-Кемде?
-Айбулатты.
-Әйҙәгеҙ, айыу бабайҙан Айбулатты алырға барайыҡ.
-Ау-у-у! Айыу бабай, беҙгә Айбулатты бир әле.
Айыу:
-Бирһәм бирермен, тик минең һеҙгә өс шартым бар. Беренсеһе, шиғыр һөйләгеҙ. (Бер бала шиғыр һөйләй)
Айыу:
-Икенсе шартым-йырлап күрһәтегеҙ.
Балалар бергәләшеп “Нурлы баласаҡ” йырын башҡаралар.(Г. Ишҡыуатова һүҙҙәре һәм музыкаһы)
Айыу:
-Өсөнсө шартым, мин әйткән йомаҡтың яуабын табығыҙ:
“Ҡоҙалар, ҡоҙалар, юғары менеп оялар.
Оялары булыр селтәр, селтәрендә булыр шәкәр.
Айыу:
-Йә, әйтегеҙ, ни була .Белмәһәгеҙ, икенсе йомаҡты әйтәм:
“Йылан түгел-саға, ҡош түгел-оса”. Шунан, нимә тураһында һүҙ барғанын аңланығыҙмы?
Балалар:
-Әйе. Был-бал ҡорто.
Айыу:
-Дөрөҫ. Бик зиһенле, аҡыллы балалар икәнһегеҙ. Ярай, Айбулатты ебәрәм, ә минең эшем бар-бал менән һыйланырға ваҡыт етте.Һау булығыҙ, балалар!
Балалар:
-Һау бул, айыу бабай!
Тәрбиәсе:
-“Айыу бабай” уйынын өләсәй-олатайҙарыбыҙ бәләкәй саҡта бик яратып уйнағандар.
-Әйҙәгеҙ, балалар, сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек.(Ҡулға-ҡул тотоношоп, күҙҙәрҙе бер аҙға йомоп тороу)
Тәрбиәсе:
-Бына килеп тә еттек. Аҡъяр ауылы- беҙҙең тыуған ауылыбыҙ. Беҙҙең Аҡъяр ауылын тирә-яҡтан икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары уратып алған.(телевизорҙан иген баҫыуҙарын слайд аша күрһәтеү). Һеҙҙең ҡартатай, ҡартәсәйҙәрегеҙҙең ата-әсәләре тәү башлап ошо ерҙәрҙе килеп үҙләштергәндәр, йәғни, һөргәндәр, иген сәскәндәр, урғандар.
Балалар, һеҙ үҙегеҙҙең тыуған ауылығыҙҙы яратаһығыҙмы? Аҡъяр ауылы матур, кешеләре һәйбәт. (телевизорҙан Аҡъяр ауылы, төрлө билдәле шәхестәре тураһында слайд аша күрһәтеү).
-Улар үҙ һөнәрҙәренең оҫталары. Өләсәй-олатайҙарыбыҙ йәш саҡта эштәренән туҡтап ял иткәндә төрлө уйындар уйнағандар. Шуларҙың береһе- «Сабата” уйыны. Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә уйнап алайыҡ.
“Сабата” уйыны. Залдың бер яғына ике ултырғыс, икенсе яғына дүрт пар сабата ҡуйыла. Ике баланы сығарабыҙ ҙа күҙҙәрен бәйләйбеҙ. Улар берәмләп сабатаны ташып, ултырғыс аяҡтарына кейҙерә. Кем беренсе кейҙереп бөтә, шул еңеүсе тип һанала.
Беҙҙең өләсәйҙәр йәш саҡта кис ултырыуҙар булған. Улар бер өйгә йыйылып ултырғандар ҙа йырлай-йырлай сигеү сиккәндәр. Сигелгән ҡулъяулыҡтар менән уйындар ойошторғандар. Шуларҙың береһе- “Йәшерәм яулыҡ” уйыны.
“Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнайҙар.
- Йомғаҡлау
Тәрбиәсе:
-Балалар, һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы. Башҡорт халҡының тарихы бик бай, уны бер көндә генә ҡарап бөтөп булмай. Беҙ һеҙҙең менән йышыраҡ ваҡыт машинаһында сәйәхәткә сығырбыҙ, һөйләштекме? Ә хәҙер балалар баҡсаһына ҡайтайыҡ.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
- Нафикова Закия Галиахметовна. Растем, играя. Методическое пособие для воспитателей детских садов (на башкирском языке), Китап, Уфа-2010, 93 стр.
- Сборник песен башкирских композиторов (для занятий по постановке голоса). Составитель и автор комментарий Сутормина Н. В., Уфа-2001, 115 стр.
- Әкиәт-хыял асҡысы, йомаҡ-зиһен асҡысы. Ф.Нәҙершина. Өфө, Китап, 2007 йыл.
- Башҡортостан уҡытыусыһы, №7, 2008 йыл.
Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-сө һанлы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы
Өлкәндәр төркөмөндә тирә-йүнде танып белеү
ойошторолған белем биреү эшмэкэрлегенең
“Башҡорт халҡының тарихына сәйәхәт”
исемле конспекты.
Башҡарҙы: “Сулпылар” өлкән
йәштәге балалар төркөмө
тәрбиәсеһе: Әлибаева
Әминә Надир ҡыҙы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект интегрированного занятия с детьми средней группы. Тема "Ознакомление с бытом башкирского народа". Аппликация "Башкирский палас".
Программное содержание:-расширять представление детей о быте башкирского народа;-учить украшать коврики элементами башкирского орнамента;-закрепить навык наклеивания, осваивать работу с ножницам...
Конспект образовательной деятельности « Путешествие в историю мордовского народа» Средняя группа
Путешествие в историю мордовского народа...
Конспект экскурсии в башкирский национальный музей ДОУ на тему: «Культура и быт башкирского народа»
Цель: Ознакомление детей с культурой и бытом башкирского народаЗадачи:- продолжать учить детей рассматривать предметы и видеть в них основные качества.- составлять небольшие описательные рассказ...
Конспект экскурсии в башкирский национальный музей ДОУ на тему: «Культура и быт башкирского народа»
Цель: Ознакомление детей с культурой и бытом башкирского народаЗадачи:- продолжать учить детей рассматривать предметы и видеть в них основные качества.- составлять небольшие описательные рассказ...
Самообразование по теме «Приобщение детей к культуре башкирского народа, посредством башкирских народных сказок с различными видов театра».
Анализ проделанной работы по самообразованию на 2020-2021 учебный годФ.И.О. Беглова Танзиля РашидовнаДолжность: воспитатель.Тема: «Приобщение детей к культуре башкирского народа, посредств...
"Путешествие в историю мордовского народа" (конспект занятия)
Конспект занятия в старшей группе "Путешествие в историю мордовского народа"...
Конспект занятия по ознакомлению детей с искусством башкирского народа. Тема: Башкирская национальная одежда
Дети, у каждого народа своя национальная одежда, которая выражает характер людей, их настроение. Старшее поколение берегут такие вещи, т. к. у каждой вещи своя история....