Балалар баҡсаһында Шәжәрә Байрам
методическая разработка (старшая группа)

Тавлыкаева Гульсия Шамилевна

Маҡсат:

Балаларҙа ғөрөф- ғәҙәттәргә, ғаилә традицияларына,йәдҡәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Балаларҙа  ололарға,атай-әсәйгә ихтирам, хөрмәт, яратыу хисе тәрбиәләү:

Ғаиләләрҙе бергә туплау,ата-әсә менән балаларҙың берҙәмлеккә ынтылыу теләген нығытыу:

 

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл shzhr_bayramy_stsenariyy_2019.docx33.68 КБ

Предварительный просмотр:

Маҡсат:

Балаларҙа ғөрөф- ғәҙәттәргә, ғаилә традицияларына,йәдҡәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Балаларҙа  ололарға,атай-әсәйгә ихтирам, хөрмәт, яратыу хисе тәрбиәләү:

Ғаиләләрҙе бергә туплау,ата-әсә менән балаларҙың берҙәмлеккә ынтылыу теләген нығытыу:

Йыһазландырыу:

Шәжәрә ағастары, ғаилә газеталары,  мәҡәлдәр: “Шәжәрә-быуындар сылбыры”, “Тарихымды онотмам-тамырымды ҡоротмам”,өй эсе декорацияһы

 1-се алып барыусы.
«Һаумыһығыҙ», - тиеп башлайыҡ әле,
Осрашыу бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар
Күңелебеҙ шулай шатлана.

2-се алып барыусы

Сәләм алып, сәләм биреү менән,
Сит менән дә туған булаһың.
Йыраҡ араларҙы яҡынайта.
Эй, халҡымдың матур йолаһы

Ҡунактар менән таныштырыу.

1-се алып барыусы.

-Халҡыбыҙҙа  матур йолалар бар,

Нигеҙендә ята йомартлыҡ.

Изгелекле  халҡым  йолалары

Алтындарҙан алтын ҡомартҡылары.

2-се алып барыусы.

  -Һәр кешенең ата-әсәһе,тыуған ере,тыуған ере була. Әсә балаға ғүмер биреүсе,иркәләп үҫтереүсе.Бала тыуғас та туғандары уны һыу ҡойондора,йүргәккә төрәләр,бәпес туйы үткәрәләр.Әйҙәгеҙ,ошо йоланы иҫкә алайыҡ.

Өй эсе декорацияһы,иҙәндә тиреүгә.Һандыҡ өҫтөндә юрған,мендәрҙәр.Урындыҡ өҫтәндә ашъяулыҡ йәйелгән.Унда самауыр,икмәк,сәк-сәк.Сәхнәнең алғы өлөшөндә сәңгелдәк эленгән. Әсәй бала бәүетә.Өләсәй ойоҡ бәйләп ултыра.

Ишек шаҡыйҙар.Бүләктәр тотоп ҡунаҡтар бәпәй күрергә инәләр.      

Өләсәй:- Беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ килеп ята. Рәхим итегеҙ!

1-се ҡунаҡ.:-Һаумыһығыҙ! Шәп кенә тораһығыҙмы?

Өләсәй:- Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар! Түрҙән үтегеҙ. Ҡунаҡ булығыҙ!

2-се ҡунаҡ:-Беҙ бәпескә бүләктәр, күстәнәскә май-ҡорот алып килдек.

3-сө ҡунаҡ.:-Бауырһаҡ, сәк – сәк алып килдек.

4-се ҡунаҡ.:-Йырҙар алып килдек.

Өләсәй.:  -Бик һәйбәт,бик һәйбәт.

1-се ҡунаҡ .:- Улыбыҙҙға  теләктәр алып килдек.

Әсәй:-Балама күҙ тейҙереп ҡуймаһындар, маңлайына ҡором һөртөп ҡуяйым әле.

3-сө ҡ.: - Кеше артты донъяла.

Ризығы менән, төклө аяғы менән

Бәхетле, сәләмәт бул!

Тәүфиғың, аҡылың үҙеңдә булһын.

2-се ҡ..: - Миһырбанлы, аҡыллы, изгелекле бул,

Әсәйең менән атайыңа терәк бул,

Ярҙамсыл, игелекле бул.

4-се ҡ. - Иҫән – һау йөрө, бәлә - ҡаҙанан һаҡ бул,

Дошмандарга бирешмә, юҡҡа – барға ирешмә,

1-се ҡ.-Бәхетле бул, эштәреңдә тәхетле бул,

Яҡшығала яҡшы, яманға ла яҡшы бул.

 БАЛАҒА ҺӨЙӨҮ ҺАМАҠТАРЫ  әйтеү.

Балаһы бар – наҙы бар,
Бер уҫлаптай улы бар.
Йылтыр-йылтыр күҙе бар,
Әҙәм төҫлө һыны бар.
Тфү-тфү, тфү икән,
Маҡтар ере юҡ икән.

(Ишек шаҡып бәләкәй балалар инә).

1-се бала.: - Һаумыһығыҙ! Беҙ бәпесте күрергә килдек. Уның менән уйнарға яраймы әле?

Өләсәй.- Инегеҙ, балаҡайҙарым. Хәҙер мин һеҙгә бәпесте күрһәтәм.

Әсәй: -Бик һәйбәт. Ҡайҙа уятайым әле.

Тор, тор, балам, тор балам

Тор – торҙан хәбәр килгән

Суҡ – суҡ һиңә сәләм килгән.

Өләсәй..:- Үҫә, үҫә, бәпкәйем

Үҫә, үҫә,

 ҙур була.

Ҡояш кеүек һөйкөмлө

Үҙе һүҙгә йор була.

Әсәй баланы күрһәтә.Балалар бүләктәрен өҫтәлгә һалалар.

1-се бала.- Ииий!,Ҡалай матур ғына,сәләмәт булһын!

2-се бала-.Бәхетле булһын!

-3-сө бала.-Тиҙерәк атлап китһен.

1 –се ҡ.:- Һәтес, һәтес, һәтес тә

Бигерәк матур бәпес тә

Кем ҡарамай, кем һоҡланмай

Бындай матур бәпескә.

2 –се ҡ:- Һәттәй – һәттәй, һәттәй ҙә

Бәләкәй генә бәпәй ҙә

Әйҙә, ерҙә бер мин тип.

Өҫкә һикергән тәпәй ҙә.

4 –се ҡ:- Әлли – бәлли, көйләрмен

Хикәйәләр һөйләрмен,

Һиңә теләк теләрмен,

Бәхетле бул тейәрмен.

3-сөҡ.:- Бәү – бәү бәпкәһе,

Ҡайҙа киткән әсәһе?

Ҡайҙан эҙләп табаһы.

Туҙ бишеккә һалаһы.

(баланы әсәйгә бирә. Әсәй бишеккә һала).

Ө.-Рәхмәт,балаҡайҙар.Әйткәнегеҙ килһен.Бәхетле булһын.

2-се бала.-Инәй,бәпәйгә исем ҡуштығыҙмы?

Әсәй.-Эйе,балалар,бәпәйгә тыуғас,аҙна –ун көн эсендә уға исем ҡушылырға тейеш. Исемһеҙ бала илаҡ була,тыныс йоҡламай тигәндәр.

1-се бала.-Ә уның исеме нисек?

Әсәй.-Беҙ улыбыҙ өсөн  Салауат  тигән исемде һайланыҡ.

Бала.-Ҡыйыу,батыр Салауат Юлаев кеүек булып үҫһен өсөнмө?

Әсәй.-Эйе,шул улым.”Салауат”һүҙе маҡтаулы,доғалар,намаҙҙар тигәнде аңлата.

1-се ҡунаҡ.-Бигерәк матур исем һайлағанығыҙ.Ата-әсәһенә изгелекле,илгә игелекле булһын!.

Өләсәй.-Улыбыҙ ҡыйыу,батыр булып үҫһен.Беҙҙең быуынды дауам итһен.Шәжәрәбеҙ өҙөлмәһен,артһын.

1-се бала.Өләсәй,нимә һуң ул шәжәрә?
Өләсәй.-(Шәжәрә һүрәтен күрһәтә)- Шәжәрә ғәрәп телендә « ағас» тигәнде аңлата. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләләргә бүленеп йәшәгән.Һәр ырыуҙың исеме булған.Башҡорт халҡы элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдырған.Шәжәрәлә бөтә ир-ат исемдәре күрһәтелгән.
2-се бала.-Ни өсөн ағас һымаҡ төшөргәндәр икән?
Өләсәй.-Тамыры – үткәнебеҙ,(Беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ)
Олоно – бөгөнгөбөҙ,(Быныһы беҙ,атайын-әсәйең)
Уның япраҡтары – киләсәгебеҙ.(һеҙ,тыуасаҡ балалар)
- Һәр башҡорт кешеһе үҙенең ете быуынын белергә тейеш.

Әсәй.-Салауатыбыҙ арып китте,ахыры.Булмаһа йоҡларға һалайыҡ.

-Йоҡла балам,йом күҙең,

Йом-йом күҙең,йондоҙом,

Кистән һәйбәт йоҡлаһаң,

Уйнап үтер көндөҙөң.

Айым.-Әлли итергә кәрәк,

Бәлли итергә кәрәк,

Әлли иткәс,бәлли иткәс,

Йоклап китергә кәрәк.

Әсәй.:-Ә хәҙер, бәпескә йоҡларға ваҡыт.( Уға «Сәңгелдәк» йырын йырлайыҡ.)

1. Ҡояш йөрөп йыраҡтарға,

Ҡайтып төштө офоҡтарға,

Йоҡларға, йоҡларға.

2. Ҡуяндар ҙа болондарҙа,

Саба – саба арығындар,

Боҫҡандар, ти, ҡыуыҡтарға

Йоҡларға, йоҡларға.
Өләсәй-Бына Салауатыбыҙ йоҡлап та китте.Йола буйынса бәпес бүләге тапшырып китәйек.Күршеләргә,тыуғандарға,рәхмәт.Улыбыҙҙы ҙурлап,хөрмәтләп килеүегеҙ өсөн..Улыбыҙ,әсәһе һау булһындар!

-.Әйҙәгеҙ,балалар,ҡулдарыгыҙҙы йыуығыҙ ҙа күстәнәстәрегеҙ менән сәй эсеп алайыҡ.Үҙ күстәнәсен ашаған кеше бәхетле була тиҙәр.Әйҙәгеҙ,түрҙән уҙығыҙ.

 А.Б. -Ҡәҙерле, тамашасылар. Бына һеҙҙең алдағыҙҙа өлкәндәр төркөмө  тәрбиәселәре «Бәпес күреү»йолаһын күрһәтеп китте. Рәхмәт иғтибарығыҙ өсөн.

1-се алып барыусы.

 Оло байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла.

Ата-бабалар мираҫы-

Шәжәрә байрамына

2-се алып барыусы

Ырыу ағасы ҡоромаҫ.

Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

Рәхим итегеҙ, туғандар,

Шәжәрә байрамына!

1-се алып барыусы

 Шәжәрә - борон-борондан ырыу-араның документы,

 икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең танытмаһы ла булып һаналған.

 Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән.

2-се алып барыусы

Ошо яғы менән шәжәрә -  тарихи сығанаҡ та.Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған. Бөгөн беҙ шәжәрә байрамы – туғандар байрамы,бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамына йыйылдыҡ.

Тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә ул.

Шәжәрәлә ҡатнашыусы ата-әсәләрҙе буҙа,сәк-сәк менән ҡаршы алыу.

1-се алып барыусы.

Бөгөн беҙҙә – шәжәрә байрамы-

Ҡунаҡтарға асыҡ күңелебеҙ.

Сәләмәтлек, дуҫлыҡ-татыулыҡта,

Шатлыҡ менән үтһен ғүмеребеҙ!

                                Йыр “                              ”  Сәйет Билилов башҡара.

2-се алып барыусы.
-
Бына беҙҙең шәжәрә байрамына ла ошондай, үҙ тамырҙарына дауам итеүсе, ата нигеҙҙәрен һыуытмайынса һаҡлаусы, үҙ тамырҙарын тәрән белеүсе ғаиләләр ҡатнаша. Сәләмләп китәйек. Улар : -  ғаиләһе,......
1-се алып барыусы.
Хәҙер улар менән яҡындан танышып китәйек. Йәки визитка. Ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырып үтәләр.(ғаиләләрҙе тыңлау.)

2-се алып барыусы.
- Рәхмәт, һеҙҙең сығыштарығыҙҙы жюри баһалап китер, ә беҙ артабан байрамыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

1-се алып барыусы

-Шулай итеп, артабанғы бәйге төрө «Үҙ тамырым» тип атала. Йәки шәжәрәгеҙ менән таныштырып үтергә.

2-се алып барыусы.

 Ә хәҙер хөрмәтле ҡунаҡтар!

 ............нәҫеле шәжәрәһе менән яҡыныраҡ танышып уҙайыҡ. Рәхим итегеҙ!

1-се алып барыусы

« Әсәйҙәр өсөн бәйге»
-Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙҙең уңғанлығығыҙҙы күрһәткән ҡул эштәрегеҙҙе, бешереп килтергән аш – һыуҙарығыҙҙы яҡлау.
.
  Йыр «   Әсәй».
Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙҙең уңғанлығығыҙҙы ҡул эштәрегеҙҙән, бешереп килтергән аш – һыуҙарығыҙҙан ҡарап белдек, ә хәҙер ғаиләләрҙең отҡорлоғон тикшереп ҡарайыҡ. Киләһе бәйге
«Тиҙ һорауға - тиҙ яуап».

Мәҡәлдәрҙе дауам итергә. … Мәҡәлдең яртыһын мин әйтәм, һез әйтеп бөтөрөгөз,
1. Әсә күңеле балала - ….
2. Үҙ илең - …
3. Иленән айырылған - …
4.Иле юҡтың - …
5.Атаны күреп, ул үҫер …
6.Бала өсөн әсәнең йөрәге, …
.

7.Йөз һум аксаң булғансы ( йөз дусың булһын.)

8.Күрше  хаҡы- (тәңре хакы)

9.Һаулык- (зур байлыҡ.)

10. Ағас күрке – япраҡ,( кеше күрке – сепрәк.)

11.Якшы һүҙ – йән азығы.

12.Ҡорал эшләр – ир мактаныр.

13. Ҡыйыу бер үлер – ҡурҡаҡ мең үлер.

14. Бөркөт – ояһыз,кеше ғаиләһез булмай.

15. Мөхәббәтһез ғаилә - тамырһыз ағас.

1-се алып барыусы.

-Тарихҡа ла бер аҙ күҙ һалайыҡ. Атайҙы хөрмәт итмәү әҙәпһеҙлек, тәрбиәһеҙлек булған.
Атай һүҙе һүҙ булған, атай һөйләшкән тел – ғаилә теле һаналған, нәҫел шәжәрәһе атай – нәҫеле буйынса төҙөлгән..?
2-се алып барыусы.

-Эйе, башҡорт халыҡ мәҡәлендә «Атай баш, әсә муйын» тип дөрөҫ әйткәндәр. Атайҙар һәр саҡ баш булып, ғаиләнең тотҡаһы булып, балаларға үрнәк булып тороға тейештәр. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла атай һәр ваҡыт ҡатынына, балаларына ярҙамға килерғә, уларҙы яҡларға, ҡурсаларға тейеш. ә беҙҙең атайҙар ниндәй икән һуң?
Атайҙар өсөн бәйге.”Үҙ һөнәреңде күрһәт”.

2-се алып барыусы.

-Безҙең ғаиләләр ныҡлы булһын.

Татыу, бергә булайыҡ.

Ата -   бабаларыбызҙың аманатын

Күз ҡараһы кеүек һаклайык

.1-се алып барыусы.
-Ғаилә- тормошобоҙҙоң нигеҙе. Ғаилә бәхете-ил бәхете, ти халыҡ. Ата-әсәләр ғаиләнең тотҡаһы, балалар-көҙгөһө. әгәр тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәң, бер-беребеҙҙе һаҡлап, рәнйетмәй, хөрмәт менән йәшәрғә кәрәк.

Ғаиләләргә өйгә эшкә бер фольклор (өҙөк) әҙерләп килергәҡушылғайны. ә хәҙер ғаиләләр нисек итеп өйге эштәрен эшләп килделәр икән, шуны тикшереп үтәйек. Рәхим итегеҙ, һүҙ ғаиләләргә бирелә.


-Һүҙ жюриға бирелә.

1-се алып барыусы.
-Ошо байрамда ихлас ҡатнашҡан, беҙҙе үҙҙәренең тәрән тамырҙары менән таныштырып, оҫталыҡтары, һәм беҙҙең күңелдәрҙе күтәргән өсөн ҡатнашыусы ғаиләләргә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һәм артабынғы тормоштарында, эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

2-се алып барыусы.
-Ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын,
Имен донъя уны биҙәһен.
Бәхет ҡошо ҡанат елпеп торһон,
Көйөнөстәр һеҙгә килмәһен!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы

Дим районының «75-се башҡорт балалар баҡсаһы«Аҡбуҙат» Муниципаль бюджет мәктәпкәсәбелем биреү учреждениеһы

“ Шәжәрә байрамы

Төҙөнө:музыкаль етәксе

 Таулыҡаева Гөлсиә Шамил ҡыҙы

                        Өфө-2020йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында

: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....

Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре

В материале  описываются возможности  общения воспитанников в современном детском саду...

Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)

Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы  “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Балалар баҡсаһында байрам!

Балалар баҡсаһында   төркөм асылыу айҡанлы,   байрам сценариһы....

Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...