Балалар баҡсаһында байрам!
материал
Балалар баҡсаһында төркөм асылыу айҡанлы, байрам сценариһы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
otkrytie_detskogo_sada_1.docx | 25.08 КБ |
Предварительный просмотр:
Тантана “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы алдында ҡунаҡтарҙы башҡорт милли кейеме кейгән ҡыҙ һәм малайҙың икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыуынан башлана.
Ҡыҙ: Донъялағы иң тәмле ризыҡ – икмәктән ауыҙ итегеҙ, ҡунаҡтар!
А б.: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!
Хәйерле көн, ҡәҙерле ауылдаштар, балалар, атай,әсәйҙәр, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре!
Бөгөн беҙҙә тантана-
“Ҡарлуғас” баҡсаһында.
Тағы бер төркөм асыла
25 урынға!
- - Рәхим итегеҙ беҙҙең байрамға!
Байрамды, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп алҡышлауҙар
А.б.: Бала саҡ... ҡаласаҡ... Үҙе бер тылсым донъя. Үҙе көлөс, үҙе ҡыҙыҡ, үҙе мыжыҡ, үҙе тилбер, үҙе йылғыр, үҙе шаян, үҙе наян. Уға һағынып та, талпынып та барып етерлек түгел. Ул саф булып, көләс булып беҙҙең менән ҡаласаҡ. Балалар баҡсаһы ла беҙҙең балалар күңелендә матур бер хәтирә булып ҡаласаҡ.
Бөгөн беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға райондан килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ!
- Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар мәсьәләһе буйынса урынбаҫары Рәйлә Сафа ҡыҙы Солтанова;
- Район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы Рәхимова;
- Район Юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығы вәкиле Иштимер Солтан улы Ғүмәров;
- Яуаплылығы сикләнгән “Стройком” төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Рәүф Рәсих улы Малыбаев;
- Район “Абзелил” гәзите хәбәрсеһе Эльвира Раянова;
- Район “Осҡон” гәзите хәбәрсеһе Лилиә Ҡолмөхәмәтова;
- Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раян Баян улы Фәттәхов.
А.б.: Яңы төркөм бүлмәһен асыу хоҡуғы Рәйлә Сафа ҡыҙына һәм Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙына бирелә.
Улар, бәләкәй малай тотоп торған, бәләкәй яҫтыҡсанан ҡайсыларҙы алып, ал таҫманы ҡырҡалар.
А.б.: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ауылдаштар, бөтәгеҙҙе лә балалар баҡсаһына саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ!
Бөтәһе лә эскә инеп, урынлашып бөткәс, тәбрикләү сығыштары башлана.
А.б.: Байрамды асып, тәбрикләү өсөн һүҙ “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы мөдире Ғайсина Альбина Рәис ҡыҙына бирелә.
А. Р. Ғайсинаның сығышы
Артабан һүҙ саҡырылған ҡунаҡтарға бирелә:
- Рәйлә Сафа ҡыҙы Солтановаға;
- Раян Баян улы Фәттәховҡа;
- Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы Рәхимоваға;
- Иштимер Солтан улы Ғүмәровҡа;
- Рәүф Рәсих улы Малыбаевҡа;
- Амангилде урта мәктәбе директоры Юмадил Вәкил улы Әбүбәкировҡа;
А.б.: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ауылдаштар, балалар, бөгөнгө беҙҙең байрамда ошо “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһын, асылған ыңғайы етәкләгән, районыбыҙҙың билдәле сәсәниәһе булған Хәнифә Шаһиғәле ҡыҙы Әбүбәкирова ла бар. Әйҙәгеҙ, Хәнифә апай, рәхим итегеҙ, һүҙ һеҙгә!
Х.Ш.Әбүбәкированың сығышы
А.б.: Теләгән теләктәрегеҙгә, бүләктәрегеҙгә ҙур рәхмәт!
А.б.: Беҙ йәшәйбеҙ нурға сумған
Бер ғәжәп серле илдә;
Шау-гөр килеп тора гелән,
Йыр яңғыра төрлө телдә.
Беҙ йәшәйбеҙ серле илдә,
Унда һин дә, мин дә кил!
Беҙҙең ил –хыялдар иле,
Бала саҡ ул –беҙҙең ил!
Бер туғандай барыбыҙ ҙа
Гел йәшәйбеҙ шат булып;
Бар донъяла булһын, тибеҙ,
Бына шундай татыулыҡ!
Ә хәҙер инде һүҙҙе хужаларға: бөгөнгө көндә “Ҡарлуғас” баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балаларға бирәйек. Йәгеҙ, балалар, кемегеҙ башлай?
Марс: Әсәйҙәр шаттар,
Атайҙар ғорурҙар.
Балаларын ҡалдырып,
Эшкә тыныс барырҙар.
Лиана: Балалар бында ҡарауллы:
Тәрбиәсебеҙ уйната,
Ашнаҡсыбыҙ ашата,
Музыканты йырлата.
Балалар башҡарыуында күмәк йыр “Тәрбиәсе апай”
Гөлкәй: Яңы төркөмгә исем бирҙек,
Исем бирҙек “Күбәләк”.
Күбәләккә беҙҙән бүләк
Бейейк әле бергәләп.
Ҡыҙҙар коллективы башҡарыуында “Күбәләк” бейеүе
Зилә: Бүлмәләр матурайҙы,
Күп йыһаздар яңырҙы.
Уйынсыҡтарҙы ҡуйғас,
Балалар ҙа ҡыуанды.
Нәғим: Тәҙрәләре “евро”нан,
Ишектәре тимерҙән,
Иҙәндәре паркеттан,
Кафеле лә теҙелгән.
Балалар башҡарыуында күмәк йыр “Беҙҙең баҡса”
Әлиә: Һүҙ бирәбеҙ беҙ һеҙгә,
Баҡсабыҙға йөрөгә,
Бер көндө лә ҡалдырмай;
Әсәйҙәрҙән айырылғанда,
Беҙ ҡалырбыҙ иламай!
Батырша: Һүҙ бирәбеҙ беҙ һеҙгә,
Күп нәмәләр белергә.
Үҫеп алғас, һеҙҙең кеүек,
Начальниктар булырға!
А.б.: Һәр саҡ гөрләп эшләп торһон,
Балалар баҡсаһы!
Өмөтлө һәм яҡты булһын,
Уларҙың киләсәге!
Балалар башҡарыуында күмәк йыр “Ҡарлуғастар төйәгендә”
А.б.: Рәхмәт, балалар, сығышығыҙ өсөн: шиғырҙарығыҙ матур, йырҙарығыҙ шат булды!
Ә хәҙер һүҙҙе “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһын 12 йыл етәкләгән, бына ошо төркөмдө булдырыуға ҙур көс, тырышлыҡ һалған, хәҙер инде тәрбиәсе вазифаһына күскән Гөлнара Наил ҡыҙы Әхмәтйәноваға бирәбеҙ!
Г.Н.Әхмәтйәнованың сығышы
А.б.: Һәр көндө беҙ иртән
Баҡсаға киләбеҙ,
Беҙ унда бергәләп,
Уйнайбыҙ, көләбеҙ!
Уйнайбыҙ, көләбеҙ!
Баҡсала гел бергә.
Күңелһеҙ булмай бит
Уйынсыҡ күп ерҙә!
А.б. Шулай бит, балалар! Беҙ һеҙҙе баҡсаға, яңы “Күбәләк” төркөмөнә көтөп ҡалабыҙ!
“Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы киләсәктә лә шатлыҡлы балалар тауышынан шаулап-гөрләп эшләп торһон! Һеҙгә ата-әсәләр, балаларығыҙҙың һаулығын, үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уңыштар теләйбеҙ. Һау булығыҙ!
Балалар башҡарыуында “Ҡарлуғастар төйәгендә” йыры яңғырай
Шиғыр шәлкем авторы: Әхмәтйәнова Г.Н. 2013й.
Амангилде ауылының
“Ҡарлуғас”
балалар баҡсаһында
өҫтәмә төркөм асыу
танатнаһына сценарий
2013 йыл
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында
: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....
Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре
В материале описываются возможности общения воспитанников в современном детском саду...
Амангилде балалар баҡсаһында бәләкәстәр төркөмө асылыуға тантаналы кисәгә сценарий.
Сценарий праздника к открытию новой группы....
Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)
Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...
Балалар баҡсаһында Шәжәрә Байрам
Маҡсат:Балаларҙа ғөрөф- ғәҙәттәргә, ғаилә традицияларына,йәдҡәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.Балаларҙа ололарға,атай-әсәйгә ихтирам, хөрмәт, яратыу хисе тәрбиәләү:Ғаиләләрҙе бергә туплау,ата-әсә менән...
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"
Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...