«Нәфис әҙәбиәт аша балаларҙың телмәрен үҫтереү» (Консультация для педагогов)
консультация по развитию речи
Педагогтарға кәңәштәр.
«Нәфис әҙәбиәт аша балаларҙың телмәрен үҫтереү»
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
nfis_zbit_asha_balalarzyn_telmren_ustereu.docx | 17.44 КБ |
Предварительный просмотр:
«Нәфис әҙәбиәт аша балаларҙың телмәрен үҫтереү»
Нәфис әҙәбиәт балаларға бер нәмә менән дә сағыштырып булмай торған
рухи аҙыҡ бирә.
Китап - өнһөҙ уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә.
Ул балаларҙың аң кимәлен үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен арттыра.
Ә балалар баҡсаһында беҙҙең уҡытыу, тәрбиә биреү эшмәкәрлеге нәфис әҙәбиәт менән тығыҙ бәйләнгән.
Хәҙерге ваҡытта беҙҙең балалар күберәген телевидение һәм интернет аша әхлаҡи нормалар рамкаһынан ситкә киткән сит ил йәнһүрәттәрен ҡарайҙар һәм уларҙан үлтереш, ҡан ҡойош күренештәрен күреп үҫәләр. Был уларҙа агрессияға, бер- береһенә йәлләү тойғоһоноң булмауына, ҡаты бәғерлелеккә алып килә. Ә бит балаға тыумыштан изгелек, миһырбанлыҡ, тәүфиҡлелек сифаттары һалына.
Шуға күрә көн тәртибенең һәр өлөшөндә: балаларҙы йыуындырғанда, ашатырға ултыртҡанда шиғырҙар, төрлө уйындар, һамаҡтар, йоҡларға һалғанда бишек йырҙарын, ә инде саф һауала уйнағанда - ауыҙ-тел ижадының бөтә төрҙәрен дә ҡулланабыҙ.
Маҡсат:
- Башкорт һәм урыҫ халыҡ әкиәттәре аша балаларға әхлаҡи- рухи тәрбиә биреү һәм уларҙың донъяны танып- белеү һәләтен үҫтереү.
- Балаларҙы нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу өсөн шарттар булдырыу;
- Уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләү;
- Нәфис әҙәбиәт менән таныштырғанда инновацион технологиялар ҡулланыу.
- Тасуири һөйләргә өйрәтеү.
Уртансылар төркөмөндә беҙ балаларҙы, ошо пункттарҙан өйрәтә башлайбыҙ.
- Әҫәрҙе иғтибар менән тыңлау
- Төп геройҙың харатерын асыҡлау
- Иҫтә ҡалған әҫәрҙе кире ҡайтарып һөйләү
- Әҫәрҙә булған ситуацияларҙы, бер –береһе менән бәйләү
- Әҫәрҙәге иллюстрация аша, эстәлеген һөйләү
- Әҫәрҙе уҡығандан һуң, үҙеңдең уй – кисерештәрен менән уртаҡлашыу.
- Балалар менән һанашмаҡ, шиғырҙар ятлау.
- Китапҡа ҡарата һөйөү уятыу.
Балалар баҡсаһында балаларға әҫәрҙең эстәлеге бик ауыр бирелә. Улар уҡылған һәр бер әҫәрҙе асыҡ, аңлатып һөйләп еткерә алмай. Шуның өсөндә балаларҙың иғтибарлылығын, әҙәбиәткә һөйөү уятыу өсөн, беҙ төрлө алымдар ҡулланабыҙ
Алымдар:
- тасуири уҡыу,
- аңлатма биреү,
- һорауҙар,
- дидактик уйындар,
- сюжетты уйнау,
- иллюстрация ҡарау,
- шиғыр һөйләү, ятлау һәм б.
Балалар баҡсаһы программаһында рус һәм башҡорт телендә нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу ҡаралған.
Дәрестәрҙә ҡыш, яҙ, йәй,көҙ миҙгелдәренә, тәбиғәт
күренештәре тураһында рус һәм башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары - А. Барто, В.Пришвин, К. Ушинский, А. Толстой, З. Воскресенская һәм М. Кәрим, А. Йәғәфәрова, Р. Ураҡсина, Ф. Ғөбәйҙуллина, Г. Ситдиҡова һәм башҡаларҙың шиғырҙарын, хикәйәләрен уҡыйбыҙ, иллюстрациялар ҡарайбыҙ. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе кескәйҙәрҙең күңелендә тирә - йүнгә, уратып алған мөхиткә ҡарата хис - тойғолар уята.
Халыҡ һәм яҙыусылар ижады аша балаларҙы изгелекле булырға, уларҙа яҡшылыҡ һәм насарлыҡ, ялҡаулыҡ менән хеҙмәт, изгелек менән яуызлыҡ, ҡурҡаҡлыҡ менән батырлыҡ кеүек сифаттарҙы сағыштырырға өйрәтәбеҙ, ыңғай сифаттарҙы үҙләштерергә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙ балаларҙа китапҡа һөйөү, төрлө яҡтан үҫешкән, заман талаптарына яуап бирерҙәй шәхес тәрбиәләү маҡсатын ҡуябыҙ.
Ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте төрлө формаларҙа алып барабыҙ.
- Төркөмдә "Китап " мөйөшө булдырылған. Китаптарҙы ай һайын алыштырып торабыҙ.
Унда программаға ярашлы башҡорт, рус, һәм сит ил балалар яҙыусыларының әҫәрҙәре тупланған.
– Ата - әсәләр менән дә аңлатыу эше алып барабыҙ.
"Буласаҡ китап һөйөүселәрҙе тәрбиәләү", "Речевое развитте современного ребенка","Бала тәрбиәләүҙә әсә теленең көсө" темаларына йыйылыштар үткәрәбеҙ.
- Ата - әсәләрҙе программа буйынса тәҡдим ителгән яҙыусылар әҫәрҙәренең исемлеге менән таныштырабыҙ;
- Китаптар һатып алырға, балалар китапханаһына йөрөргә тәҡдим итәбеҙ. Өлкәндәр тәркөмөнә күскәс, бөтә төркөм менән Аҡбуҙат журналына яҙылырға тәҡдим итәсәкбеҙ!
Сөнки«Аҡбуҙат» журналы беҙҙең эшебеҙҙә ҙур ярҙамсы.
Балалар менән унда баҫылып сыҡҡан шиғырҙарҙы ятлайбыҙ, әкиәт, хикәйәләрҙе уҡыйбыҙ, йомаҡтар һәм ребустар сисәбеҙ.
Төркөмдә төрлө уйындар алып барабыҙ; - Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән?,
Әкиәттең аҙағын һөйләп бөт?,
Баҡсала «Китап дауаханаһы» ойоштороп, йыртылған китаптарҙы
йәбештерәбеҙ.
Дәрестәрҙә әҙәби жанрҙарҙың төрҙәре- әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер - береһенән айырырға өйрәтәбеҙ, бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй әкиәт төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү эшен ойошторабыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...
Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн
театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу
Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ...
"Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә эш алымдары"
Оҫталыҡ дәресе...