«Ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү сараһы булараҡ пластилинография»
методическая разработка по развитию речи

Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

«Ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү сараһы булараҡ пластилинография»

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл plastilinografiya.docx992.52 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДҮРТӨЙЛӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ 5-СЕ ҺАНЛЫ

«БАЛА САҠ ИЛЕ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«Ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү сараһы булараҡ пластилинография»

ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ

 

                                                                                           Әҙерләне өҫтәмә белем биреү педагогы:                                        Зиязетдинова Э.Р.

ДҮРТӨЙЛӨ – 2023

«Баланың аҡылы уның бармаҡ осонда урынлашҡан»

В.А. Сухомлинский

Баланың мәктәпкәсә йәштәге осоро тирә-яҡты ентекләп өйрәнеү, күп кисерештәрҙе үҙенә туплау һәм кеше шәхесе формалашыуында иң мөһим осор. Балаларҙың психик һәм физик яҡтан сәләмәт булыуҙарына өлкәндәрҙең йоғонтоһо бик ҙур роль уйнай.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа ваҡ ҡул моторикаһын үҫтереү буйынса эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу проблемаһы үҙенең актуаллеген юғалтмай. Уҡытыусылар билдәләүенсә беренсе класс уҡыусылары йыш ҡына яҙыу күнекмәләрен үҙләштереүҙә етди ауырлыҡтар кисерә.

Психологтар һәм физиологтар фекеренсә, балаларҙа ҡулдың ваҡ мускулдары насар үҫешкән, хәрәкәттәр координацияһы камил түгел, беләк һөйәктәре һәм бармаҡ фалангалары тамамланмаған. Хәрефтәрҙе һәм уларҙың элементтарын ҡабул итеүҙә, уларҙы ҡабатлауҙа, туранан-тура ҡатнашҡан, күреү һәм хәрәкәт анализаторҙары бер үк үҫеш стадияһында тора. Күпселек балаларҙың бармаҡтары хәрәкәтһеҙ, хәрәкәттәре аныҡ булмауы йәки килешеп етмәүе менән айырылып тора. Биш йәшлек балаларҙың күбеһе ҡалаҡты йоҙроҡлап тота, ауырлыҡ менән бумаланы, ҡәләмде дөрөҫ тотмайҙар, ҡайһы берҙәре төймәләрен ысҡындырып, эләктерә, бәйләй белмәйҙәр, аяҡ кейемен бәйләй алмайҙар. Баҡтиһәң, хәҙерге балаларҙың күбеһендә дөйөм мотор үҫеше артта ҡалыуы күҙәтелә. Әгәр элек, ата-әсәләргә балалар менән бергә, күберәк ҡул эштәре эшләргә тура килһә, мәҫәлән: бергәләп ярма сүпләү, кер йыуыу, бәйләм бәйләү, сигеү эштәре менән ултырыу булһа, ә хәҙер иһә, һәр дәрескә гаджет бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрәкәттәрҙе координациялау һәм ҡулдарҙың ваҡ моторикаһы менән бәйле проблемалар тураһында, күпселек ата-әсәләр мәктәпкә барыр алдынан ғына аңлап ҡалалар. Был балаға өҫтәмә ауырлыҡ килтерә. Балаларға яңы мәғлүмәтте үҙләштереү урынына, тыңлашмаған бармаҡтарын ручка тоторға өйрәтеү өҫтәмә эш булып килә.

Бәләкәй моториканы үҫтереү буйынса проблеманың мөһимлеген иҫәпкә алып, балалар баҡсаһында был йүнәлештәге эште балалар баҡсаһы белгестәре ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә интенсив алып бара. Ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн түбәндәге алымдар һәм күнегеүҙәр ҡулланыла:

  • Ҡулдарҙы массажлау;
  • Бармаҡ гимнастикаһы һәм физкультминуткалар;
  • Бармаҡ уйындары: шиғырҙар, тиҙәйткестәр, иҫәпләү таяҡтары менән төрлө алымдар;
  • Бармаҡ театры;
  • Пластилиндан әүәләү;
  • Аппликациялар;
  • «Оригами» техникаһын ҡулланып ҡағыҙ менән эшләү;
  • Төрлө ысулдарҙы ҡулланып буяуҙар менән һүрәт төшөрөү: ҡул суҡтары, бармаҡтар менән һәм башҡа бик күп ысулдар;
  • Ваҡ предметтар менән эш итеү (мозаика, бауҙарҙы бәйләү, ҡайсы менән ҡырҡыу);
  • Трафареттар буйынса һүрәт төшөрөү;
  • Симметрия принцибы буйынса һүрәтте төшөрөп бөтөү;
  • Штриховка;
  • График диктанттар;
  • Лабиринттар;
  • Күсермә (өлгө һәм нөктәләр буйынса)
  • Ҡулды яҙыуға әҙерләү өсөн махсус күнегеүҙәр.

Пластилинография тураһында ныҡлап туҡталып китергә ине.

Пластилинография – ул һынлы сәнғәт эшмәкәрлегендә яңы жанрҙарҙың береһе булып тора. «пластилинография» төшөнсәһе ике мәғәнәүи тамырҙан тора: «графил» - ижад итеү, һүрәт төшөрөү, ә һүҙҙең беренсе яртыһы «пластилин» уйлаған эште башҡарыу һәм уны бойомға ашырыу өсөн ҡулланылған материал.

        Был  картиналарҙы һылау һәм уларҙы ҡабарынҡы итеп, йә бәләкәйерәк күләмдә, традицион булмаған техника һәм материалдарҙы ҡулланып эшләгән жанр.

Мәҫәлән: бисер менән өҫтөн биҙәү, үҫемтеләрҙең орлоҡтары менән биҙәү, тәбиғи материалдар менән биҙәү.

        Пластилинографияла төп материал – пластин, ә төп ҡорал -  ҡулдар. Был техника мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн аңлайышлы һәм еңел бирелә. Теләгән һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирә һәм балалар ижадына билдәле бер яңылыҡ индерә, уны мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә, был сабыйҙар менән эшләү өсөн бик мөһим.

        Пластилинография менән шөғөлләнеү телмәр, иғтибарлыҡ, хәтер, фекерләү һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү   психик процестарҙың үҫешенә булышлыҡ итә. Балалар үҙҙәренең эштәрен планлаштырырға һәм уны еренә еткереп эшләргә өйрәнәләр.

        Пластилинография менән шөғөлләнгәндә баланың ҡул оҫталығы үҫешә, ҡул көсө нығытыла, бер һүҙ менән әйткәндә, бала ҡулын яҙыуға әҙерләй. Быларҙың барыһына ла бармаҡ мускулдарының яҡшы эш булышлыҡ итә.

        Пластилинография йүнәлешенең маҡсаты:

  • Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа ваҡ моториканы һәм ҡул хәрәкәтен пластилинография ярҙамында үҫтереү.
  • Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ҡул бармаҡтарының ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу.

Эш формалары:

Балалар менән бергәләшеп эшләү:

  • Китаптарҙы, иллюстрацияларҙы, халыҡ сәнғәтенең эштәрен, үҙеңдең әҙер эшеңде ҡарау.
  • Күҙәтеү.
  • Эксперименттар үткәреү, төҫ һәм төрлө материалдар менән тәжрибәләр булдырыу.
  • Художествалы әҙәбиәт уҡыу.
  • Дидактик уйындар уйнау.
  • Ҡул эштәр фотоларын ҡарау.
  • Ҡул эштәре эшләү.

Эштәрҙең көтөләсәк һөҙөмтәләре:

  • Балаларҙың дәрескә ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа киләсәк.
  • Балалар үҙләштерелгән ысулдарҙы һәм алымдарҙы ҡулланырға өйрәнәсәк.
  • Ижад ителгән предметтарҙы балалар коллектив композицияға берләштереп һалып өйрәнәсәк.
  • Балалар предметтарҙы һүрәтләргә өйрәнәсәк.

Эш өсөн кәрәкле материалдарҙы ҡулланырға өйрәнәсәктәр:

  • Төҫлө картон;
  • Эштәрҙе биҙәү өсөн төрлө кәрәкле материалдар (таҫмалар, ярмалар һ.б.);
  • Таҡта;
  • Пластилинды бүлеү өсөн стека, ваҡ ҡына ҡырҡыуҙар эшләү һәм кәрәкле элементтарҙы төшөрөү;
  •  Нәҙек кенә таяҡса (тишектәр тишеү өсөн);
  • Төрлө формалағы һауыттар.

Эш алымдары:

Тәүҙә балаларҙы иң ябай алымдар менән таныштыралар:

  • Һылау (бармаҡтар менән әҙер шыма нигеҙҙе пластилинлау);
  • Тәгәрәтеү (пластилинды тура йәки түңәрәк эшләү хәрәкәттәре менән тәгәрәтеү – цилиндр йәки шар);
  • Ҡыҫыу һәм һуҙыу (пластилинды шар йәки колбаса формаһына еткәнсе әйләндерәбеҙ, ә аҙаҡ ус менән йәки бармаҡтар ярҙамында кәрәкле формаға килтерәбеҙ (мөмкин һуҙырға, тәрәнәйтергә, бөкләргә));
  • Шымартыу (буласаҡ картинаның нигеҙен шымартыу);
  • Ҡыҫҡалау (яңы детальдар барлыҡҡа килтереү);
  • Йәбештереү (кәрәкле өҫтәмә деталдәрҙе һалыу);
  • Ҡушыу (төрлө төҫтәрҙе ҡушып икенсе төҫ барлыҡҡа килтереү).

         

Пластилинография балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ылыҡтырыусы техника. Пластилинография традицион булмаған нәфис техникаға ҡарай, ул ҡатырғаға пластилин менән һүрәт төшөрөү була. Фон һәм персонаж һүрәт төшөрөү ярҙамы менән түгел, ә әүәләү ярҙамы менән һүрәтләнә, шул уҡ ваҡытта объекттар ҡабарынҡы, рельефлы күренә. Пластилиндан әүәләү техникаһы бик ябай. Үҙебеҙгә кәрәкле төҫлө пластилиндан бәләкәй өлөштәр өҙөп алырға һәм уларҙы бәләкәй шар формаһында йомарларға, артабан алдан әҙерләнгән һүрәтле фонға һалына һәм бармаҡтар менән аҙ ғына баҫыла. Был бик уңайлы техника, сөнки шаблонда хаталарҙы төҙәтеү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Пластилинлы картина эшләгәндә киләһе ысулды таяныу мөһим. Эштә иң яҡшыһы сағыу, йомшаҡ материал ҡулланыу. Был тәрбиәләнеүселәрҙең артыҡ нығынып өлгөрмәгән ҡулдарына үҙенең беренсе һүрәттәрен булдырыуға булышлыҡ итә. Тәрбиәләнеүселәр яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн, күнекмәләрҙе нығытыу һәм әкренләп үткәрергә кәрәк:

- башта пластилинды нығыраҡ баҫырға өйрәтеү мөһим, аҙаҡ ситкә һәм уртаға һыларға, артабан берләштерергә. Пластилинография беренсе сиратта, мускулдар көсөргәнешен бөтөрөүгә, уйфекерен үҫтереүгә, художестволы һәм арауыҡ фекерләү, фантазия, үҙаллылыҡ уята . Пластилинлы картина эшләү өсөн материалдар:

- шаблон менән һыҙылған һүрәтле ҡатырға.

- пластилиндар.

 - ҡулдарҙы һөртөү өсөн салфетка.

 - стектар.

 - тәбиғәт материалдары.

        

Башҡарылған эштәр:

 C:\Users\zramz\Desktop\детсад 064.jpg                    C:\Users\zramz\Desktop\детсад 069.jpg

C:\Users\zramz\Desktop\2013 г\детсад 074 — копия.jpg

E:\Фотографии\986620d3-67ed-4639-ad80-39da2af7cb9f.jpg

        

E:\Фотографии\d84ad9ca-2512-4c26-9769-9282c82a1348.jpg

E:\Фотографии\6990dbde-0dba-441a-b7e4-518a8242a85c.jpg

       

        E:\Фотографии\0f7c483b-9aba-46d2-9416-e7614bff2384.jpgE:\Фотографии\f7d79614-0e20-4b85-b1cc-effc7d6f8454.jpg

     

Әҙәбиәт:

1.  Лыкова И.А., Мы лепили, мы играли [Текст]: кн. для педагогов / И.А. Лыкова; под ред. И. А. Лыкова. - М.:КАРАПУЗ - ДИДАКТИКА, 2010. – 125с.

2. И.А. Лыкова; под ред. И.А. Лыкова. - М.: КАРАПУЗ - ДИДАКТИКА, 2007. – 134с.

3. Г.Н. Давыдова "Пластилинография" Издательство "Скрипторий, 2003"

4.  Г.Н. Давыдова «Пластилинография для малышей». – Издательство «Скрипторий», 2015


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Развитие мелкой моторики у детей дошкольного возраста средствами - пластилинографии

Проект направлен на развитие творческих способностей детей по изобразительной деятельности, конструированию. Может реализовываться в любой группе, начиная с двух лет. Пластилинография – это один ...

"Развитие мелкой моторики детей с нарушением зрения через пластилинографию"

Развитие мелкой моторики детей с нарушением зрения через пластилинографию....

Индивидуальный план работы по самообразованию. Тема: «Развитие мелкой моторики у детей среднего возраста посредством пластилинографии»

Одним из несомненных достоинств занятий по пластилинографии с детьми дошкольного возраста является интеграция предметных областей знаний. Деятельность пластилинографией позволяет интегрировать различн...

Ваҡ моториканы үҫтереүгә уйындар

Аш бүлмәһендә уйнар өсөн уйындар...

Башҡорт халҡында бала үҫтереү йолаһы.Музыкаль сара

Маҡсат:Башҡорт халҡынын ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менәң таныштырыүҙы дауам итеү, белемде тулындырыу.Халыҡтың борондан килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кейеме, йыр – моңона, бейеүҙәренә, уйындар...

Самообразование : «Развитие мелкой моторики у детей дошкольного возраста посредством пластилинографии»

Комплекс художественно – творческой деятельности по пластилинографии способствует развитию мелкой моторики рук у детей дошкольного возраста, развитию речи и интеллектуальному  развитию...