Бармаҡ уйындары
картотека по развитию речи (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа)

Мажитова  Ляйсан  Маргановна. Мәжитова  Ләйсән Мәргән  ҡыҙы

Бармаҡ  уйындары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл barmak_uyyndary.docx18.7 КБ

Предварительный просмотр:

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

  • Баш бармаҡ башҡа сыҡҡан,
    һуҡ бармаҡ өҙә һуҡҡан,
    урта бармаҡ утын ярған,
    сығанаҡ бармаҡ сығып ҡасҡан,
    сәтәкәй бармаҡ сәпәкәй иткән

  • Баш бармаҡ бау ишә,
    Имән бармаҡ имән киҫә,
    Урта бармаҡ утын яра,
    Атһыҙ бармаҡ ат ҡыуа,
    Сәтәкәй бармаҡ сәй эсә.

  • Бармаҡты һанау

    Бер, тинек – бармаҡ,
    Ике, тинек – икмәк,
    Өс, тинек – өсмәк,
    Дүрт, тинек – дүртмәк,
    Биш, тинек – бишмәк,
    Алты, тинек – алмаҡ,
    Ете, тинек – етмәк,
    Һигеҙ, тинек – һиҙмәк,
    Туғыҙ, тинек – туғыҙмаҡ,
    Ун, тинек – уймаҡ.

  • Был бармаҡ – олатай.
    Был бармаҡ – өләсәй.
    Был бармаҡ – атай.
    Был бармаҡ – әсәй.
    Был бармаҡ – сәтәкәй.

  • Бармаҡтар менән уйын:
    Баланың усы буйлап бармаҡты түңәрәтеп йөрөтөп һамаҡларға:
    Бутыр-бутыр бутҡа бешкән,
    Уның эсенә сысҡан төшкән,
    Алайым тигәнсә 5 бармағы бешкән
    (бармаҡтарҙы тотоп-тотоп)
    Быныһы - баш бармаҡ, быныһы һуҡ (күрһәткес) бармаҡ, быныһы урта бармаҡ, быныһы атһыҙ (исемһеҙ)бармаҡ, быныһы сәтәкәй бармаҡ
    Шул һүҙҙәрҙән һуң "Бына китте сысҡан, бына китте сысҡан" тип баланы ҡытыҡларға

  • Бармаҡтар талғанда

    Беҙ яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, (һәр бер ижеккә бармаҡтарҙы яҙып-бөгөү)
    Бармаҡтарҙы талдырҙыҡ.
    Хәҙер беҙ ял алабыҙ (ҡул суҡтарын һелккеләү)
    Һәм тағы ла яҙабыҙ.
    Килде лә болот
    Күк йөҙө тулып,
    (устар менән болоттарҙы һүрәтләргә)
    Ергә һибелде
    Тамсылар булып:
    Тып-тып-тып…

  • Бармаҡ уйыны – “Бесәй”.
    Урта, сығанаҡ бармаҡты
    Баш бармаҡҡа терәнем.
    Килеп сыҡты моронсоҡ, –
    Осло ғына йоморсоҡ.
    Сәтәкәйҙе, һуҡ бармаҡты
    Өҫкә табан күтәрҙем
    Килеп сыҡты ҡолаҡтар
    Үәт! Тылсымлы бармаҡтар.
    Ә хәҙер бесәйҙе яратайыҡ, уны һый-
    пай-һыйпай шиғыр һөйләйек.
    Бесәй, бесәй, бесәй шул,
    Бесәй әле кескәй шул.
    Үҙе мырлай ҙа мырлай,
    Әллә ул шулай йырлай

  • Бер, тинек – бармаҡ,
    Ике, тинек – икмәк,
    Өс, тинек – өсмәк,
    Дүрт, тинек – дүртмәк,
    Биш, тинек – бишмәк,
    Алты, тинек – алмаҡ,
    Ете, тинек – етмәк,
    Һигеҙ, тинек – һиҙмәк,
    Туғыҙ, тинек – туғыҙмаҡ,
    Ун, тинек – уймаҡ.

  • Бармаҡты һанау

    Бер, тинек – бармаҡ,
    Ике, тинек – икмәк,
    Өс, тинек – өсмәк,
    Дүрт, тинек – дүртмәк,
    Биш, тинек – бишмәк,
    Алты, тинек – алмаҡ,
    Ете, тинек – етмәк,
    Һигеҙ, тинек – һиҙмәк,
    Туғыҙ, тинек – туғыҙмаҡ,
    Ун, тинек – уймаҡ.

  • Кәмәлә
    Һыу буйлап йөҙә кәмә
    Ул йөҙә бик йыраҡтан.(дулҡындар эшләйбеҙ)
    Дүрт ҡыйыу моряк унда( дүрт бармаҡ күрһәтәбеҙ).
    Ҡолаҡтары түбәлә,( ҡулды баш осона ҡуябыҙ).
    Артта оҙон ҡойроҡтар,( ҡойроҡ күрһәтәбеҙ)
    Ҡурҡа улар тулҡындан,(уңдан һулға бәуеләбеҙ)
    Ҡурҡалар бесәйҙәрҙән.(тырнаҡтарҙы күрһәтеп шшшшш тиҙәр).
  • Аҙна көндәре
    Дүшәмбелә кер йыуҙым ,(ышҡып күрһәтәбеҙ)
    Шишәмбе иҙән һеперҙем,(һепереп күрһәтәбеҙ)
    Шаршамбы күмәс бешерҙем,(ҡамыр баҫабыҙ)
    Кесаҙнала туп эҙләнем,(ҡулды маңғайға ҡуябыҙ)
    Йома йыуҙым сынаяҡтар,(круговые движения)
    Шәмбе торт һатып алдым,(ике ҡул менән икмәк тотҡан һымаҡ)
    Йәкшәмбе ҡунаҡ саҡырҙым.(ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйеп ебәрәбеҙ).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Бармаҡ уйындары

Бутыр-бутыр бутҡа бешә, Ҡарға бутҡа бешерә. Баш бармаҡ әйтә: -Әйҙә бутҡа бешерәйек. Имән бармаҡ әйтә: -Утын ҡайҙан алайыҡ?...

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ"

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ" , сделанное как методическое пособие для родителей для игр с малышами дома....

Ата-әсәләр өсөн консультация "Бармаҡ уйындары"

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары.Баланың мәктәпкәсә йәштәге осоры – тирә – йүнде йонтолоғоп өйрәнеү, күп кисерештәрҙе үҙенә тәплау һәм кеше шәхесе формалашыуында иң мөһи...

Бармаҡ уйындары

Ата-әсәләр өсөн консультация...