Ата-әсәләр өсөн консультация "Бармаҡ уйындары"
консультация (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа)

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­барын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡ кейеменд­әге бауҙы бәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе эләктерә алмай. Уларға конструкторҙың деталдәрен йыйыу­ы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаика менән эшләүе лә ҡыйын. Башҡ­а балалар яратып башҡарған пласти­лин әүәләү, аппликация яһауҙан да улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шул рәүешле башҡаларҙан артта ҡала бара.

Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙа­рҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынға тура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәм белгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәк. Мәҫәлән, 2,5 йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләр эләктерергә иртәрәк, әммә 4-5 йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кеше һүрәт­ен төшөрә белергә тейеш.

Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәй­ҙәрҙән башлап бер нисә төркөмгә бү­леп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйлә­н­ә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡ­та күләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡ­тар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булыш­лыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театр­ын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.

Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы.

 

Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:

Баланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлау зарур.

Күнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.

Баланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3 йәшкә тиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләме арта бара. Эш процесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.

 

«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барған юлын күрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ, һул яҡҡа китәбеҙ…».

«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу. Хәреф элементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.

Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙан хәрефтәр төҙөү.

«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өс элементтан торған хәрефтәр яҙырға.

Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары, зиһене үҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙы ваҡытында хәл итеү - уңыштың нигеҙе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл munitsipal_avtonomiyaly_mktpks_belem_bireu_uchrezhdeniehy.docx355.51 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципаль  автономиялы  мәктәпкәсә белем биреү  учреждениеһы “ Уралҡай”  балалар баҡсаһы

hello_html_5c1cca62.gif

                 Ата-әсәләр өсөн консультация

                                                Тәрбиәсе:Рәхмәтуллина                    

                                                Розалия Минехан ҡыҙы

                                                башҡарҙы

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.hello_html_m43d4a692.png

Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡ кейемендәге бауҙы бәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе эләктерә алмай. Уларға конструкторҙың деталдәрен йыйыуы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаика менән эшләүе лә ҡыйын. Башҡа балалар яратып башҡарған пластилин әүәләү, аппликация яһауҙан да улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шул рәүешле башҡаларҙан артта ҡала бара.

Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙарҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынға тура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәм белгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәк. Мәҫәлән, 2,5 йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләр эләктерергә иртәрәк, әммә 4-5 йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кеше һүрәтен төшөрә белергә тейеш.

Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәйҙәрҙән башлап бер нисә төркөмгә бүлеп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйләнә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡта күләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡтар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театрын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.

Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы.

hello_html_m3d4e78.jpg

Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:

hello_html_m6c7e55d4.pngБаланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлау зарур.

hello_html_m6c7e55d4.pngКүнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.

hello_html_m6c7e55d4.pngБаланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3 йәшкә тиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләме арта бара. Эш процесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.

hello_html_6f19cb31.jpg

«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барған юлын күрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ, һул яҡҡа китәбеҙ…».

«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу. Хәреф элементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.

Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙан хәрефтәр төҙөү.

«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өс элементтан торған хәрефтәр яҙырға.

Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары, зиһене үҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙы ваҡытында хәл итеү - уңыштың нигеҙе.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1.     Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...

Дидактические игры. Дидактик уйындар.

"Бер һүҙ менән әйт" "Бер һүҙ менән әйт" дидактик уйыны өсөн карточкалар. Был карточкалар балаларҙы дөйөмләштереп әйтә белергә өйрәтеү менән бер рәттән, уларҙың актив һүҙлеген үҫтереү өсөн дә файҙ...

Башҡорт йолалары һәм уйындары

Башҡорт йолалары һәм уйындары...

Башҡорт халыҡ уйындары.

Башҡорт (туған) теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү...