Бармаҡ уйындары
материал

Алибаева Амина Надировна

Бутыр-бутыр бутҡа бешә, 
Ҡарға бутҡа бешерә. 
Баш бармаҡ әйтә: 
-Әйҙә бутҡа бешерәйек. 
Имән бармаҡ әйтә: 
-Утын ҡайҙан алайыҡ? 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл barmak_uyyndary.docx15.69 КБ

Предварительный просмотр:

Бармаҡ уйындары 

Бутыр-бутыр бутҡа бешә, 
Ҡарға бутҡа бешерә. 
Баш бармаҡ әйтә: 
-Әйҙә бутҡа бешерәйек. 
Имән бармаҡ әйтә: 
-Утын ҡайҙан алайыҡ? 
Урта бармаҡ әйтә: 
-Күршенән алып торайыҡ. 
Сығанаҡ бармаҡ әйтә: 
-Бурысты нисек түләрбеҙ? 
Сәтәкәй бармаҡ әйтә: 
-Ашайыҡ та ҡасайыҡ.

Атһыҙ бармаҡ атта саба, 
Сәтәкәй бармаҡ сәй эсә.

Баш бармаҡ, 
Имән бармаҡ, 
Урта бармаҡ, 
Ибей- себей, 
Бәләкәй бәпәй.

Һанашмаҡтар

Ҡыш китте, яҙ килде,
Өйрәк менән ҡаҙ килде,
Тау баштары асылды,
Аҡ таштары сәселде,
Һайрайҙар турғайҙар,
Шылдырай һуҡа-һабандар,
Моңая сыйырсыҡ,
Һин тор , һин сыҡ.

"Йәшерәм яулығымды". Балалар түңәрәк яһап ултыралар. Берәү яулыҡ йәшереүсе итеп һайлана. ("Гөргөлдәк" йә шуның кеүек уйындарға һанап һайланған кеүек). Күмәкләп йырлайҙар,яулыҡ йәшереүсе йыр барышында түңәрәкте тыш яҡтан әйләнеп йөрөй ҙә һиҙҙермәй генә берәүҙең артына яулыҡты һалып китә. Йыр туҡтағас, яулыҡ кем артында икәнен белергә тейештәр. Әгәр дөрөҫ әйтһәләр,артында яулыҡ ятҡан бала яулыҡ йәшереүсене түңәрәк буйлап баҫтырып тоторға тейеш. Ҡасып барыусы баҫтырыусының урынын алырға өлгөрөргә тейеш. Өлгөрмәһә,тотолһа,яңынан ҡала,фант бирә. Өлгөрһә, баҫтырыусы яулыҡ йәшереүсе була. Уйын шулай дауам итә,һуңынан фант уйнатыла. Түңәрәктә ултырыусылар; "Йәшерәм,йәшерәм яулығымды йәшел ҡайын артына,һиҙҙермәйсә ташлап китәм бер иптәшем артына ,"-тип йырлайҙар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ"

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ" , сделанное как методическое пособие для родителей для игр с малышами дома....

Ата-әсәләр өсөн консультация "Бармаҡ уйындары"

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары.Баланың мәктәпкәсә йәштәге осоры – тирә – йүнде йонтолоғоп өйрәнеү, күп кисерештәрҙе үҙенә тәплау һәм кеше шәхесе формалашыуында иң мөһи...

Бармаҡ уйындары

Ата-әсәләр өсөн консультация...

Бармаҡ уйындары!

Бармаҡ уйындары (Пальчиковые игры на башкирском языке для детей дошкольного и младшего школьного возраста )...