Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары
консультация

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары.

Баланың мәктәпкәсә йәштәге осоры – тирә – йүнде йонтолоғоп өйрәнеү, күп кисерештәрҙе үҙенә тәплау һәм кеше шәхесе формалашыуында иң мөһим осор. Балаларҙың физик һәм психик яҡтан сәләмәт булыуҙарына өлкәндәрҙең йоғонтоһы бик ҙур роль уйнай. Психик яҡтан сәләмәт булыуҙың бер сараөы булараҡ әкиәттерапияның һәм бармаҡ уйындарының әһәмиәте тураһында һеҙгә яҡындан таныштырып киткем килә.

Шиғырҙар, хикәйә һәм әкиәттәге геройҙарҙың образын, ваҡиғаларын һүрәтләүҙәрҙе улар күҙ алдына конкрет килтерәләр һәм үҙҙәре шул ваҡиға эсендә итеп хис итәләр, хыяллалар һәм фекер йөрөтергә өйрәнәләр.

Әкиәттерапия -  психик сәләмәтләндереү һәм аҡыл үҫешен үҫтереүҙә ҡулланыла. Хәҙерге заманда әкиәттерапия бик актуаль булып тора. Әкиәт аша беҙ ысынбарлыҡ менән паралель үткәрә алабыҙ. Шуға ла нисек иртәрәк шул эште башлаһаҡ, шулай яҡшыраҡ. Әкиәттең эстәлегенә, геройҙарҙың образдарына һорауҙар, сағыштырыу алымдарын ҡулланып, беҙ балалар менән анализ яһайбыҙ, шул вағытта балаларҙың уй-фекерҙәрен, уй- кисерештәрен үҙебеҙгә билгеләп бара алабыҙ. Әкиәттерапия шөғөлдәре балаларҙы ысынбырлығтан айырмай. Һәр бер шөғөлдең ахырында балалар менән берлектә һорау:ар ярҙамында фекер алышалар: әкиәт һеҙҙе нимәгә өйрәтте? Был белемдәрҙе һәм тәжрибәне үҙ тормошыбыҙҙа нисек ҡулланасаҡбыҙ? Шулай итеп әкиәт илендә сәйәхәт иткәндә, балалар тормош тәжрибәҙен туплайҙар, социаль күнекмәләр булдыралар.

Әкиәттерапия психологтарҙың, психотерапевтарҙың, педагогтарҙың эшендә бик ҙур урын ала һәм психолог ярҙам техникаһы булып ҡулланыла.

Әкиәтте өлкән кеше һөйләй ала йә иһә бала менән бергәләп тә һөйләйҙәр. Әкиәттерапияны бер нисә ысул  менән эшләп була:

  • Әҙер әкиәт менән эшләү
  • Балалар йәки өлкәндәр тарафынан уйлап сығарылған әкитә менән эшләү.

Бала өсөн әкиәт – ул фантазия, уйҙырма ғына түгел, ул уның өсөн ысынбарлыҡ. Әкитә аша тормыш һәм үлем, яратыу, мөхәббәт һәм асыу, күрә алмау, ҡайғыртыусанлыҡ  хистәре менән таныштыра алабыҙ. Был хистәр балалар өсөн әкиәти, улырҙың аңдары өсөн аңлайышлы, әммә лә ләкин әхләҡ тәрбиәһе ысынбарлыҡ булып ҡала.

Әкиәттерапияны балалар ҙәм өлкәндәр өсөн ҡуллана алабыҙ, сөнки уның йәш сиге юҡ: һәр бер йәшкә ҡарап үҙ әкиәттәре, миф, легенда (риүәйәттәр), мәҫәл, йырҙар бар.

Беҙ биш төрлө әкиәт менән эш итә алабыҙ:

  1. Әҙәби әкиәттәр (борон замандан тупланған әкиәттәр)
  2. Дидактик әкиәттәр (педагогтар ижад итә, унда абстракт символдар ҡулланыла: һандар, хәрефтәр, ауздар һ.б.унда улар ысынбарлыҡҡа әйләнәләр, әкиәт тормошта йәшәйҙәр).
  3. Психокоррекцион әҫәрҙәр (баланың үҙ-үҙенең тотошына йомшаҡ йоғонто булдырыла).
  4. Психотерапевтик әкиәттәр (бында кешеләрҙең проблемаһы тураһында һөйләнелә һәм  был әкиәттәрҙә бала үҙен таный ала. Был әкиәттәрҙе беҙ үҙебеҙ яҙа алабыҙ).
  5. Медиатив әкиттәр (был  әкитәттәрҙә ыңғай образдар ғына ҡулланыла, башҡа әкиәттәрҙән айырмалы булараҡ бында тиҫкәре образдар, геройҙар, конфликтар юҡ).

Һәр бер шарттар, ситуациялар өсөн кәрәклеәкиәттәр һайланыла йәки махсус әкиәт яҙыла. Төрлө әкиәттәр төрлөсә балаға еткерелә: ул әкиәтте анализлау, һөйләү, ҡурсаҡ театры, драматизациялау, рәсем яһау һәм башҡаларҙы ҡуллана алабыҙ.

Әкиәттәрҙе төрлө ваҡиғаларға, ситуацияларға ҡаратып һөйләп була. Мәҫәлән: мәктәпкә адаптация, урлау, ашарға теләмәү, һүҙ тыңламау һ.б.

Әкиәтте уҡығанда балаға иғтибар итергә кәрәк, тыңлаймы ул, әкиәт оҡшаймы, уҡып бөтөргәндән һуң әкиәт тураҙында һөйләшергә кәрәк. Һорау:ар бирәбеҙ, үҙебеҙҙең мөнәсәбәтебеҙҙе белдерә алабы:. Шулай уҡ бала ла үҙенең фекерен әйтергә тейеш, бала күберәк үҙе һөйләргә теләһә, беҙ уға ундай мөмкинлек бирергә тейешбеҙ. Әгәрҙә бала ҙөйләргә теләмәһә, беҙ ҡаршы килергә тьейеш түгел. Һуңыраҡ ул үҙ һәләтенә ҡайта, үҙе һөйләй, беҙ кәрәкле моментты эләктереп алырға тейешбеҙ. Шунан һуң әкиәтткә ҡарата рәсем эшләргә тәҡдим итәбеҙ, үҙебеҙҙә эшләй алабыҙ. Был сара баланы тынысландыра, киреенкелек һәләтен күтәрә. Унан һуң беҙ рәсем тураһында фекер алышабыҙ. Был рәсемдә беҙ әкиәттең эстәлегенә ҡарап баланың үҙенә яҡын, актуаль булған проблемаһын рә алабыҙ, шуға ҡарата һорауҙар бирәбеҙ. Һуңғы этап  ул әкиәтте драматизациялау. Балаларға роль бирәбеҙ, бала ролде үҙе һайлаһа бигрәктә һәйбәт була.

Һуңынан һығымталар сығарып, анализлайбыҙ.

Шулай итеп әкиәттерапия беҙгә бик күп мөмкинлектәр асырға мөмкин, быны беҙ дөрөҫ итеп файҙаланырға тейешбеҙ, балаға әкиәттәр аша ысынбарлыҡ менән танышырға ярҙам итәбеҙ.

Бармаҡ уйындары баланың аҡыл, фекер эшсәнлеген үҫтереүҙә, доньяны танып белергә өйрәтеүҙә биреп бөтөргеһеҙ тәрбиә сығанағы, сөнки әлеге уйындар ашабала әхләҡи – этик ҡағиҙәләр менәндә таныша башлай. Бармаҡ уйындары – өлкәндәр менән балаларҙың үҙенсәлекле аралашыу, күңел асыу сараһы. Бишек йырҙары баланы тынысландыра, йыуатыу өсөн ҡулланылһа, бармаҡ уйындары, киреһенсә, баланың күңелен күтәреү, кәйефен яҡшыртыу, көлдөрөү сараһы булып тора. Ул баланың бармаҡ үҫешенәлә ярҙам итә. Балаларҙың психикаһын өйрәнеүсе ғалимдар «бармаҡ хәрәкәттәре үҫеше нормала була»тип һынайҙар. Тимәк, бармаҡтарҙың һөйләм үҫешенәлә тәҫире ҙур. Бармаҡ менән төрлө күнегеүҙәр яһау, уларҙы төрлөсә хәрәкәтләндереү- баланың һөйләмен үҫтереүҙә уңай шарт булып тора. Әлеге күнекмәләрҙе инде балаға 6-7 ай ваҡытында башларға кәрәк. Быға ҡул суҡтарының һәр өлөшен бик яҡшылап массажлау инә. Уларҙы яҙыу, һыйпау көн һайын ике-өс минут дауам итергә тейеш. Күнегеүҙәрҙә бик ябай – турайтып уйнау. Уларҙы һәр көн 2-3 минут дауамында яһарға кәрәк. Балаға ун айҙан һуң, бигрәктә яҡшыамплитудалы бармаҡтарҙы эшкә егеп, ҡул суҡтары өсөн актив күнегеүҙәр уҙҙыралар. Әлбиттә, йәш үҙенсәлектәрен иҫтән сығарырға ярамай. Әйтәйек, балаларға төрле диаметрлы шарҙарҙы тәгәрәләтергә бирергә мөмкин. Уларҙың төрлө булыуы бөтөн бармаҡтар ҙа хәрәкәтләнһен өсөн кәрәк. Шарҙарҙы шулай уҡ пластилинданда әүәләйҙәр. Кубиктарҙан әйберҙәр төҙөргә, пирамида йыйырға, мәрйен, шырпы кеүек нәмәлдәрҙе өйөмдән-өйөмгә күсерегә ҡушырға ла мөмкин. Йәш ярымлыҡ балалар өсөнкүнекмәләр ҡатмарлыраҡ: төймә кейҙереү, бау бәйләү, төйөн сисеү һ.б.

Беҙҙең халыҡта бармаҡ уйындары бик күп бит. «Атҡа бесән кем һала?», «Ҡасҡан бармаҡты тап!”, «Сысҡан – төлкө сабышы». Уларҙың ҡайһы береһен  уйнағанда беҙ йырҙар йырлайбыҙ, таҡмаҡ әйтәбеҙ. Һүҙҙәрҙе әйткәндә, бармаҡтарҙы бер-бер артлы бөгөп барабыҙ. Әгәр балалар өсөн күнегеүҙәрҙе башғарыуы ҡыйын икән, өлкәндәр, бармаҡтар тейешһеҙ ваҡытта бөгөлмәһен өсөн тотоп тора.

Баш бармаҡ- баш тырнай

Имән бармаҡ- имән ташый,

Урта бармаҡ – утын яра

Атһыҙ бармаҡ – ат ҡыуа

Сәтәкәй бармаҡ – сәй эсә.

Шуға үҫмәгәндә ул!

Скачать:

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Бармаҡ уйындары

Бутыр-бутыр бутҡа бешә, Ҡарға бутҡа бешерә. Баш бармаҡ әйтә: -Әйҙә бутҡа бешерәйек. Имән бармаҡ әйтә: -Утын ҡайҙан алайыҡ?...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ"

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ" , сделанное как методическое пособие для родителей для игр с малышами дома....

Ата-әсәләр өсөн консультация "Бармаҡ уйындары"

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...