Башҡорт теленән « Башҡорт “Ү” өнө» темаһына әҙерлек төркөмөндә дәрес конспекты
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа)
Маҡсат : “Ү” өнө менән балаларҙы таныштырыу, характеристика биреү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу; һүҙҙәрҙе үҫтереү ижектәргә бүлеү; “Ү” өнөн һүҙҙәрҙә ижектәргә бүлеү; фекерләү һәләтен һәм иғтибарҙы үҫтереү; бармаҡ , ҡул маторикаһын нығытыу; дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ilesh_rayony_munitsipal_rayony_munitsipal_mktpks_belem_bireu_uchrezhdeniehy.docx | 18.67 КБ |
Предварительный просмотр:
Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”
Башҡорт теленән
« Башҡорт “Ү” өнө»
темаһына әҙерлек төркөмөндә
дәрес конспекты
Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы
2021 йыл
Маҡсат : “Ү” өнө менән балаларҙы таныштырыу, характеристика биреү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу; һүҙҙәрҙе үҫтереү ижектәргә бүлеү; “Ү” өнөн һүҙҙәрҙә ижектәргә бүлеү; фекерләү һәләтен һәм иғтибарҙы үҫтереү; бармаҡ , ҡул маторикаһын нығытыу; дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: бәпес ҡурсаҡ, предметлы һүрәттәр, көҙгө, дәфтәр һәм ручкалар.
Дәрес барышы:
Артикуляция гинастикаһы:
а) көҙгөгә өрөп һөртәбеҙ,
б) йылмайып ҡарайбыҙ,
в) теш таҙартабыҙ,
г) теште күрһәтеп йылмаябыҙ.
Тәрбиәсе: Бал ҡорто , бәпес, ҡарға, йылан төшкән һүрәттәр күрһәтеп – Ниндәй башҡорт өндәре ишетелә?
Балалар : Бҙ-ҙ-ҙ- бал ҡорто – ( ҙ –башҡорт өнө),
Ҡар-ҡар-ҡар- ҡарға- ( ҡ- башҡорт өнө),
Ҫ-ҫ-ҫ- йылан (ҫ- башҡорт өнө),
Ңә-ңә-ңә- бәпес илай ( ң- башҡорт өнө).
Тәрбиәсе: “Ү” хәрефе төшкән һүрәт күрһәтеп:
Ҡарағыҙ әле балалар, был нимәгә оҡшаған?
Балалар : ағасҡа, ботаҡҡа, асҡысҡа, һәнәккә.
Тәрбиәсе: - Әйҙәгеҙ, бергәләп әйтеп ҡарайбыҙ:
- Айырым әйтеп ҡарайбыҙ,
- Бергәләп хор менән,
- Көслө тауыш менән, көҙгөгә ҡарап әйтәбеҙ.
Шул ваҡыт бала илаған тауыш ишетелә.
Тәрбиәсе: Бәпес илай. Әйҙәгеҙ бергәләп бәпесте йыуатабыҙ.
Ҡулдарҙы бәпес тотҡан кеүек ҡуябыҙ.
( Тәрбиәсе бәпесте әкрен генә ҡулына ала ла бишек йырлай. Балаларҙа тәрбиәсе артынан ҡабатлайҙар).
Әлли – бәлли - бәлли – бәү – ү,
Әлли – бәлли - бәлли – бәү – ү,
Тәрбиәсе: Бәпес йоҡлап китте шикелле, беҙ уны сәңгелдәккә һалып ҡуяйыҡ, тыныс итеп кенә йоклаһын. Бәпесте йоҡлатҡанда таныш өн ишеттегеҙме?
Балалар : «Ү» өнөн ишеттек.
Тәрбиәсе: «Ү» өнөн тартынҡымы, һуҙынҡымы ?
Балалар : Һуҙынҡы, сөнки уны оҙаҡ итеп әйтеп була.
Тәрбиәсе: Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, ә һеҙ уны сисеп ҡарағыҙ;
- Һыйырҙан артыҡ ҙур тугел,
Башында ике мөгөҙ.
Үсекләһәң асыулана,
Һөҙмәҫ тимә ул...(үгеҙ)
- Элеп ҡуйған ебәк ауын,
Алып тора күҙҙең яуын.
Ҡорбанын ул бик тиҙ таба,
Ауы буйлап етеҙ саба
Әллә кемдән күрмәксе,
Көн итә шулай... (үрмәксе)
Тәрбиәсе: «Ү» өнөн ишетеп айырабыҙ, ( һәр балаға ҡыҙыл түңәрәктәр таратып бирә), ү өнө булһа ҡыҙыл түңәрәктәрҙе күтәрәбеҙ.
а) өндә: а,о,у,ү,ы,и,ө,е,ү,о
б) ижектә: бү–бү, мә-мә, сү-сү,кү-кү,тү-тү;
в) һүҙҙәрҙә: үтек, ау, үксә, бал, күмәс, өҫтәл.
(Тәрбиәсе таҡтаға һүрәттәр элә “Ү” өнө булған һүрәттәрҙе бала һайлап ала һәм һорауҙарға яуап бирә).
Тәрбиәсе: Был нимә?
Бала: Был бүре.
Тәрбиәсе: Бүре ҡайҙа йәшәй?
Бала: Бүре урманда йәшәй.
Тәрбиәсе: Бүре һүҙендә “Ү” өнө нисәнсе ижектә?
Бала: ( “Бүре” һүҙен сәпәкәйләп ижеккә бүлеп ҡарайҙар) – “Ү” өнө беренсе ижектә.
Тәрбиәсе: Туп менән һүҙҙәр уйыны уйнайбыҙ. Мин һеҙгә һүҙҙәр әйтәм, ә һеҙ күплектә әйтәһегеҙ.
Күҙ- күҙҙәр күләүек-күләүектәр
Күл-күлдәр күгәрсен-күгәрсендәр
Сүл-сүлдәр күсәр-күсәрҙәр
Сүлмәк-сүлмәктәр күмер-күмерҙәр
Тәрбиәсе: Афарин, хәҙер урындарға ултырып, дәфтәрҙәрҙе асып: күлдәк, үрмәксе, үгеҙ- һүҙҙәренә һөйләм төҙөйбөҙ.
(Бала таҡта алдына сығып, һөйләмен схема ярҙамында яҙып күрһәтә һәм балалар дәфтәрҙәренә яҙалар).
Үрмәксе ағасҡа ауын үргән.
Әсәй миңә матур күлдәк текте.
Үгеҙ уҫал.
Тәрбиәсе: Ҡулдарығыҙ талып китәндер, бармаҡ уйыны уйнап алайыҡ.
“Һаумы ҡояш”:
Алтын ҡояш ,һаумы.
Зәңгәр һауа, һаумы.
Шаян елкәй ,һаумы.
Кескәй имән , һаумы.
Беҙ йәшәйбеҙ был ерҙә-
Сәләмләйбеҙ һеҙҙе лә.
Йомғаҡлау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методическая разработка на тему” Ключи от детского счастья” в форме” Разработка плана конспекта проведения родительского собрания”
тема:” Ключи от детского счастья.” Развитие уважительного и бесконфликтного общения родителей со своими детьми....
Методическая разработка на тему: «Играют дети – играем вместе» в форме "Разработка плана конспекта проведения родительского собрания". по курсу "Актуальные проблемы дошкольного образования в условиях внедрения ФГОС".
Разработка плана конспекта проведения родительского собрания...
Конспект досуга посвящённый «День Победы» На тему «Давайте вспомним и споём», «Путешествие по островам грамматики», Конспект итогового занятия по обучению грамоте в подготовительной к школе группе Тема: «Дорога в школу».,«Путешествие на машине времени»
конспекты занятий по ФЭМП, Развитию речи и др...
Тема: Пересказ по иллюстрациям произведения Л.Н.Толстого «Котенок» (конспект по непрерывной образовательной деятельности по приоритетному направлению «Речевое развитие»)
конспект по непрерывной образовательной деятельности по приоритетному направлению «Речевое развитие»...
Художественно-эстетическое развитие – рисование во второй младшей группе на тему: «Мимоза для мишки» (с использованием нетрадиционных техник рисования). Конспект непосредственной образовательной деятельности
Программное содержание:Учить детей рисовать нетрадиционным способом – ватной палочкой;Расширять представления детей о растениях и животных весной;Развивать умения детей наносить пятна нетрадицио...
Тема: «Давайте жить дружно» Цель: Понижение конфликтности между ребятами.Конспект.
Тема: «Давайте жить дружно» Цель: Понижение конфликтности между ребятами.Конспект....
Зурлар төркемендә сөйләм телен үстерү буенча эшчәнлек. Тема : “Тукай әкиятләре буйлап ”
Максат: Балаларның Габдулла Тукай әкиятләре турында булган белемнәрен тирәнәйтү.Бурычлар:Тәрбия бурычы: Әкиятләр нигезендә балаларда шәфкатьлелек, миһербанлылык, дуслык, гаделлек, әдәплелек хисләре, ө...