Һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә сторителлинг технологияһы
консультация по развитию речи

Каримова Ямиля Сайфулловна

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы шәхес итеп формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.  Тап бәйләнешле телмәрҙә телдең иң мөһим функцияһы (коммуникатив  функция) тормошҡа ашырыла ла инде. Бәйләнешле телмәр фекерләү эшмәкәрлегенең иң юғары формаһы.   

Хәҙерге ваҡытта мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә  кәрәкле методикалар, фәннәи хеҙмәттәр һәм технологиялар етешле. Ә бына сторителлинг технологияһы  маркетинг сфераһынан  алынған. Балалар баҡсаһында был технология  өлкән төркөм балаларының  телмәрен  үҫтереүҙә һәм байытыуҙа ғәйәт һур әһәмиәткә эйә булыуы менән ҡыҙыҡһындырҙы.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Һаулыҡ мөмкинселектәре  сикләнгән балаларҙың бәйләнешле телмәрен

үҫтереүҙә сторителлинг технологияһы

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы шәхес итеп формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.  Тап бәйләнешле телмәрҙә телдең иң мөһим функцияһы (коммуникатив  функция) тормошҡа ашырыла ла инде. Бәйләнешле телмәр фекерләү эшмәкәрлегенең иң юғары формаһы.  

Хәҙерге ваҡытта мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә  кәрәкле методикалар, фәннәи хеҙмәттәр һәм технологиялар етешле. Ә бына сторителлинг технологияһы  маркетинг сфераһынан  алынған. Балалар баҡсаһында был технология  өлкән төркөм балаларының  телмәрен  үҫтереүҙә һәм байытыуҙа ғәйәт һур әһәмиәткә эйә булыуы менән ҡыҙыҡһындырҙы.

 “Сторителлинг” инглиз теленән тәржемә иткәндә “ваҡиғалар һөйләү” тигәнде аңлата. Сторителлинг технологияһы нигеҙендә «Story cubes» , “Ваҡиғалар  кубиктары” тигән уйын барлыҡҡа килгән.  Был уйын 9 кубиктан һәм 54 һүрәттән тора. Бы уйын мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ауыр, сөнки ул тик символдарҙан һәм билдәләрҙән генә тора. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн был уйынды ҡулайшатырырға мөмкин.

Сторителлинг технологияһының маҡсаты – балаларҙың телмәрен байытыу, төрлө хикәйәләр төҙөргә һәм һөйләргә өйрәтеү.

Бурыстар:

1.Балаларҙың актив һәм пассив һүҙлеген байытыу.

2.Телмәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөргә өйрәтеү.

3. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың коммуникатив күнекмәләрен үҫтереү.

Уйын ҡағиҙәләре

Иң тәүге этапта ваҡиғалар ҡыҫҡа булырға тейеш, сөнки бөтә балаларҙың да коммуникатив күнекмәләре бер тигеҙ үҫешмәгән. Шуға ла ваҡиғаны сиратлап һөйләргә тәҡдим ителә. Беренсе кубикты бала ташлай, икенсеһен – тьютор. Шул рәүешле тьютор ваҡиғаға йүнәлеш бирә ала.  

Балалар был уйынды яратып ҡабул итәләр һәм бик тиҙ өйрәнәләр. 2-3 уйындан һуң балалар хикәйә төҙөргә, һүрәттәрҙе бер сюжетҡа төҙөргә өйрәнәләр.

Балаларға  “әкиәтсе”  булырға тәҡдим итергә мөмкин.

Беренсе уйынсы кубикты ташлай һәм төшкән һүрәткә ярашлы мауыҡтырғыс хикәйә – әкиәт һөйләй башлай. Башҡа уйынсылар ҡушылалар һәм сиратлап, сюжет линияһын юғалтмай,   ваҡиғаны һөйләүҙәрен дауам итәләр.

Хикәйә төҙөгәндә уйын структураһын һаҡларға кәрәк.

Уйын структураһы

Хикәйә ҡыҙыҡлы булыуы менән  балаларҙы ылыҡтыра.

  1. Инеш һүҙ.

Бер ваҡыт, күп йылдар элек….

Борон – борон  заманда….

Йәшәгән  ти…..

Был  хәл бер ҡалала  (ауылда) булған…

Һөйләүсе, “әкиәтсе”  ваҡиғаның төп геройын һүрәтлә башлай. Ул уның ҡайҙа йәшәгәне, нимә эшләгәне тураһында бәйән итә.

  1. Ваҡиғаның төп өлөшө.

 Төп сюжет линияһы тасуирлап һөйләнелә.

  • Герой менән нимә булды?
  • Кемгә тап булды йәки нимә тапты?
  • Бының менән ул нимә эшләргә теләй?

     3.Йомғаҡлау.

  • Килеп сыҡҡан проблема хәл ителә.
  • Ҡыҫҡаса ваҡиғаға һығымта яһала

Сторителлинг  бик мауыҡтырғыс технология. Ул балаларҙың фантазияһын, бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Был технологияны һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балалар менән коррекцион эштә  ҡулланырға мөмкин. Балаларҙың һүҙлек запасын, телмәрҙең грамматик төҙөлөшөн  үҙләштереү һәм хикәйләр төҙөргә өйрәнеү  өсөн  лексик темаларға таянырға тәҡдим ителә.

Уйын формаһында балаларҙы “ғалимдарға” әйләнергә тәҡдим итергә була. Был осраҡта фәнни хикәйә төҙөргә мөмкин. Уйындың был вариантында мнемосхемалар ҡулланыла. Мнемосхемаларҙа һөйләү, хикәйә төҙөү алгоритмы ҡулланыла: хикәйәнең башы, уртаһы, аҙағы. Программа темаларына ярашлы һүрәттәрҙе  алмаштырырға мөмкин һәм һәр лексик темаларға ярашлы яңынан – яңы хикәйләр уйлап сығарыла.

Түбәндә  “Йорт хайуандары” темаһына  ярашлы хикәйә төҙөү тәртибе бирелә:

“Йорт хайуандар” лексик темаһына ярашлы хикәйә төҙөү тәртибе.

Хикәйә төҙөү өсөн Н.Э. Теремкова тәҡдим иткән мнемосхема ҡулланыла. Мнемосхема өс өлөшкә бүленә: башы, уртаһы, аҙағы. Һәр өлөш айырым төҫ менән билдәләнә. Хикәйәнең башы – күк, уртаһы – һары, аҙағы – йәшел төҫтә.

        

Бала күк төҫтәге кубикты ташлай һәм  ниндәй һүрәт төшһә, шул хайуандың атамаһын әйтә.Икенсе  күк  кубикта мнемосхемаға ярашлы һүрәт эҙләй (уның өйө). Икенсе “ғалим” һары кубиктар ярҙамында ваҡиғаны дауам итә. Ә  өсөнсө бала “ғалим” йәшел кубиктар ярҙамында хикәйәне һөйләп бөтөрә.

Был уйындың тағы бер варианты булыуы мөмкин. Мәҫәлән, балаларға “фантазерҙар” булырға тәҡдим ителә. Балалар бирелгән алгоритмға ярашлы көлкөлө хикәйәләр уйлап сығарып һөйләйҙәр. Был осраҡта балалар логикаға ярашлы кубиктарҙы эҙләмәйҙәр, ә  кубикты ташлағас нисек килеп сыға шулай һөйләйҙәр.  

 Сторителлинг  педагогтың уйындар уйлап сығарыу буйынса күҙаллауын сикләмәй. Бындай техника күп яҡлы. Бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә ҡулланып, телмәрҙең башҡа компонеттарын да йылдам үҫтерергә мөмкин.

Шулай итеп, сторителлинг технологияһының өҫтөнлөктәре бик күп.

  • Эшмәкәрлеккө балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы арта, һөҙөмтәлә иғтибар көсө  арта;
  • Тирә йүн тураһында балаларҙың һүҙлек запасы байый;
  • Телмәрҙең бөтә компоненттары ла үҫешә;
  • Юғары психик функциялар йылдам үҫешә;
  • Балаларҙың коммуникатив (аралашыу) күнекмәләре үҫешә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...

Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бәйләнешле телмәр  фекер  менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы ...

Балаларҙың телмәр ижадының формалашыуы - бәйләнешле телмәр үҫешенең шарты.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа бәйләнешле телмәр үҫтереү маҡсатында ҡулланынылған алымдар тураһында педагогтар өсөн оҫталыҡ дәресе....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу...