Һанашмаҡтар
картотека по развитию речи (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Һанашмаҡтар
Бер , ике, өс , дүрт.,
Биш , алты, ете,
Һигеҙ, туғыҙ , ун –
Бында торма , вон !
*****
Мүк, мүк, мүк, мүк,
Мүк өҫтөндә
Йүгереп бара,
Матур ғына , Кәкүк
*****
Зәй,зәй, Зәйнәбем
Атты ҡайҙа бәйләнең,
Алмағасҡа бәйләнем,
Алма төштө шап итеп,
Зәйнәп китте ялп итеп
*****
Аҡ суҡ
Ҡара суҡ
Бында торма
Бар сыҡ!
*****
Алма тәгәрәй
Ҡала тирәләй
Кем уны тота
Шул сығып китә.
*****
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәғәрмәсе боҙолған
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
******
Аладан - баладан,
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал был сыҡ!
*****
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Алты, ете, һигеҙ,
Туғыҙ, ун.
Ундан -уймаҡ,
Табала -ҡоймаҡ,
Мейестә -бәлеш,
Сыҡ та йәбеш.
*****
Ҡайында – ҡарға,
Имәндә – сыпсыҡ,
Ерҙә – йылан,
Һауала – ҡош,
Бар, һин сыҡ!
*****
Ырғанан, мырғанан,
Бесәй йөрөй ҡолғанан.
Бесәй түгел, ата -ҡаҙ,
Ата -ҡаҙҙың башы таҙ.
Аҡ сәйнүккә һалдым.
Нисә булды?
Йөҙ булды.
Әтәлсек, мәтәлсек,
Һиңә тура килде, сыҡ!
Һин -әбәк!
*****
Гөр -гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә,
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем!
– Ағаҡайым, ҡайҙа бараң?
– Кәмә менән тоҙға барам.
– Кәсептән ҡасан ҡайтаң?
– Йәйен китеп, көҙ ҡайтам.
Көҙ ҡайтмаһам, ҡыш ҡайтам,
Ҡыш ҡайтмаһам, яҙ ҡайтам.
Сәпсек, сыйырсыҡ,
Бында торма, бар сыҡ!
******
Алатыр, былатыр,
тау яғынан таң атыр,
алабуға-бүҙәнәк,
ялпаҡ, ҡалпаҡ, ҡуян, ҡарға, сыпсыҡ, һин ҡал, мин сыҡ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Һанашмаҡ
Аҡ суҡ Ҡара суҡБында тормаБар сыҡ!...
Һанашмаҡтар
Һанашмаҡтар...
Башҡортса һанашмаҡтар
Балалар өсөн башҡорт телендә һанашмаҡтар...
Һанашмаҡтар
Һанашмаҡтар — фольклор жанры, балалар уйындарында ролдәрҙе бүлеү өсөн ритмлаштырылған һәм рифмалы ҡыҫҡа шиғри юлдар....