Башҡортса һанашмаҡтар
картотека по развитию речи (средняя, старшая, подготовительная группа)
Предварительный просмотр:
Һанашмаҡтар — фольклор жанры, балалар уйындарында ролдәрҙе бүлеү өсөн ритмлаштырылған һәм рифмалы ҡыҫҡа шиғри юлдар
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун -
Байҙар кейә һары тун.
Һары тундың баһаһы -
Йөҙ ҙә илле ике һум.
Гәрәй бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе ватылған,
Уны йүнәтеү өсөн,
Нисә сөй кәрәк булған?
Өйгә кергән бер сыпсыҡ,
Осоп йөрөй сыҡ-сырыҡ.
Сыпсыҡ, сыпсыҡ, һин сыпсыҡ!
Атлап түгел, осоп сыҡ!
Алма тәгәрәй
Ҡала тирәләй.
Кем уны тота,
Шул сығып китә.
Бер, ике, өс, дүрт,
Биш, алты, ете,
Һигеҙ, туғыҙ, ун –
Ундан –уймаҡ,
Табала – ҡоймаҡ,
Мейестә – бәлеш,
Сыҡ та йәбеш.
Ҡайында - ҡарға,
Имәндә - сыпсыҡ,
Ерҙә - йылан,
Һауала - ҡош,
Бар һин ос!
Бесәй, бесәй боҫҡан,
Ике күҙен ҡыҫҡан.
Ҡыҫһа, беҙҙе тота алмай,
Тотор ине - етә алмай.
Бес-бес-бес.
Тор, тор, турғай,
Таң ата буғай.
Турғай, сыпсыҡ,
Һин ҡал, был сыҡ!
Гөр-гөр, гөргөрлө,
Бөтәһе лә гәүһәрле.
Ҡарға, сыпсыҡ,
Һин ҡалып тор,
Был сыҡ!
Ике балыҡ һуғыша,
Уның ҡанын кем эсә?
Аҡ суҡ, ҡара суҡ,
Бында торма, тиҙерәк сыҡ!
Бер бабай утынға барған,
Тәгәрмәсе боҙолған.
Тәгәрмәсен йүнәтергә
Нисә сөй кәрәк булған?
Ары аласыҡ, бире аласыҡ,
Ялан ҡапҡаһы шар асыҡ.
Унда сыпсыҡ, бында сыпсыҡ,
Һин дә торма, йүгереп сыҡ!
Алатыр, былатыр,
Тау яғынан таң атыр,
Алабуға-бүҙәнәк,
Ялпаҡ- ҡалпаҡ,
Ҡуян, ҡарға, сыпсыҡ,
Һин ҡал, мин сыҡ!.
Әмбәл-төмбәл,
Ҡаҙыял-ҡуҙыял,
Сидыҡ-сигәнәк,
Алабута, дегәнәк,
Майлы ҡалас,
Ярсыҡ-йорсоҡ,
Балтаңды алып,
Йүгереп сыҡ.
- Төй-төй, төйлөгән,
Төндә ҡайҙа бараһың?
- Нәбиҙәргә барамын.
- Унда ни йомошоң бар?
Осоп китте, юғалды,
Башы һыуға тығылды.
Аҡ суҡ, ҡара суҡ,
Бында торма, бар сыҡ!
Бер бабай бар ине, ти,
Бар ине, ти, юҡ ине, ти,
Ас ине, ти, туҡ ине, ти,
Ике өйө бар ине, ти,
Береһе кешенеке ине, ти,
Береһе күршенеке ине, ти.
Аҡ суҡ, ҡара суҡ,
Бында торма, бар сыҡ!
Моңая сыйырсыҡ,
Йыр һалды сыйырсыҡ.
Һин тор, был сыҡ!
Ҡыш китте, яҙ килде,
Өйрәк менән ҡаҙ килде.
Тау баштары асылды,
Аҡ таштары сәселде.
Ике тәкә һөҙөшкән,
Ҡара ҡанға ҡойошҡан.
Уның ҡанын кем эскән?
Аҡ суҡ, ҡара суҡ,
Бында торма, бар сыҡ!
Майлы ҡалас,
Ярсыҡ-юрсыҡ,
Балтаңды ал да
Йүгереп сыҡ.
Показать список оценивших
Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем,
Ул миңә йомортҡа бирҙе.
Уны һалдым ҡаҙанға,
Лағыр-лоғор ҡайнарға.
Уҙем киттем баҙарға
Алтын йоҙаҡ һайларға.
Аҡ суҡ, ҡара суҡ,
Бында торма, бар сыҡ!
Аҡ суҡ
Ҡара суҡ
Бында торма
Бар сыҡ!
Алма тәгәрәй
Ҡала тирәләй
Кем уны тота
Шул сығып китә.
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәғәрмәсе боҙолған
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
Аладан- баладан,
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал был сыҡ!
Һанашмаҡтар
Бер бабай урманға
Утынға барған,
Уның арбаһы ватылған.
Арбаһын төҙәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
-Биш.
Бер, ике, өс, дүрт, биш-
Бында торма,
Һин, бар сыҡ!
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Алты, ете, һигеҙ,
Туғыҙ, ун.
Ундан-уймаҡ,
Табала-ҡоймаҡ,
Мейестә-бәлеш,
Сыҡ та йәбеш.
Ҡайында – ҡарға,
Имәндә – сыпсыҡ,
Ерҙә – йылан,
Һауала – ҡош,
Бар, һин сыҡ!
Ырғанан, мырғанан,
Бесәй йөрөй ҡолғанан.
Бесәй түгел, ата-ҡаҙ,
Ата-ҡаҙҙың башы таҙ.
Аҡ сәйнүккә һалдым.
Нисә булды?
Йөҙ булды.
Әтәлсек, мәтәлсек,
Һиңә тура килде, сыҡ!
Һин-әбәк!
Гөр-гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә,
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем!
Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем, тауш миңә күкәй бирҙе, аны кертеп ҡаҙанға һалдым, лағор-лоғор ҡайнаны, үҙем киттем баҙарға, аҡ суҡ, ҡара суҡ, бында торма, бар сыҡ.
– Ағаҡайым, ҡайҙа бараң?
– Кәмә менән тоҙға барам.
– Кәсептән ҡасан ҡайтаң?
– Йәйен китеп, көҙ ҡайтам.
Көҙ ҡайтмаһам, ҡыш ҡайтам,
Ҡыш ҡайтмаһам, яҙ ҡайтам.
Сәпсек, сыйырсыҡ,
Бында торма, бар сыҡ!