Гафарова Залия Зайнулловна

Сайт воспитателя МАДОУ детский сад "Одуванчик"

Профессия: Тәрбиәсе

Профессиональные интересы: Тәрбиәсе һөнәрен күптәр бик еңел,ябай эш тип күҙ алдына килтерә.Балалар менән уйнап-көлөп көндәре үтә,ти хатта ҡайһы берәүҙәр.Тәрбиәсе эше ситтән ҡарағанда ғына шулай еңел,был һөнәрҙең ни тиклем яуаплы булыуын балалар менән эшләгәндәр белә.

Увлечения: Баҡса үҫтереү, ҡул эштәре, китап уҡыу

Страна: Россия

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Күгәрсен районы,Тәүәкән ауылы

Место работы: "Бәпембә"б/б МББМАУ

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/zaliya-zaynullovna-gafarova

Һәр бала – бөтмәҫ хазина.

Бала- минең йөрәгемдә, бала-минең эшемдә.

 

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашканға, дуҫтар

Күңелем минең шундай шатлана

Зәлиә Зәйнулла ҡыҙы

булам,Тәүәкән ауылынан.

Йыл тәрбиәсе бәйгеһенә «Бәпембә» балалар баҡсаһынан.

Ябай ғына бер кеше мин үҙем

Ябай түгел ләкин һөнәрем

«Тәрбиәсе» тигән исем йөрөтәм

Шул исемде аҡлау – теләгем.

О себе

Мин Ғафарова Зәлиә Зайнулла ҡыҙы 1968 йылдың  бөтә тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан һуң йәшәргә,киләсәккә өмөт уянғанда, йәмле ҡояшлы март иртәһендә Ишембай районы Әхмәр ауылында алтынсы бала булып донъяға килгәнмен. Атам-әсәм Зәлиә тип бик матур исем ҡушҡандар.Шулай итеп Йәмле Торатау буйында уйнап, Һәләүек һыуына койоноп,сынығып үҫкәнмен.

Мин Торатау ҡыҙы!

Тауҙар мине һөйөп үҫтергән

Бишек йырын йырлап талғын ғына

Тауҙар мине наҙлап үҫтергән.

Мин Торатау ҡыҙы!

Йөрәгемдә тауҙар хәтле һөйөү,

Тауҙар хәтлем иман үрелгән.

Мин тау ҡыҙы!

Тауҙарымдың миндә сафлығы.

Тауҙарыма ҡайтам,

Йөрәгемә баҫһа әрнеүҙәр,

Тауҙарыма ҡайтам,

Юлдарыма осраһа әрһеҙҙәр.

Арығанда йәнем

Түҙемлеккә тауҙар өндәгән

"Һин Торатау ҡыҙы-ныҡ ,

ғорур бул,"- тип

Баш эймәҫкә мине өйрәткән.

Бәләкәстән шуҡ,шаян,ҡыҙыҡһыныусан булғанмын.Балаларға булған һөйөүем мине 1989 йылда балалар баксаһына алып килде.Йәшләй генә ҡорған ғаиләмде һаҡлап ҡалыр өсөн ситтән тороп Өфө педагогия колледжына алып барҙы. 17 йыл Әхмәр ауылында балалар баксаһында тәрбиәсе булып эшләнем.Яҙмыш елдәренә бирешмәнем,ҡаршы торорлоҡ көс табып алға ынтылдым.17 йыл Әхмәр ауылында тәрбиәсе булып эшләнем.Шул уҡ ваҡытта фәжиғәнән һуң аяғына баҫа алмаған тормош иптәшемде 5.5 йыл бала урынына ҡараным,күпме тырышһамда иптәшем мәрхүм булды.Ике баланы ҡыҙымды,улымды үҫтерҙем.Әгәр яҙмышымды балалар менән бәйләмәһәм әсе яҙмыш һынауҙарына ҡаршы тора алмаҫ инем.Яҙмыш ҡушыуы буйынса 2006 йылда Тәүәкән ауылына килен булып төштөм.Шәхси тормошома күҙ һалғанда –ике улым, бер кыҙым, ейән – ейәнсәрем бар,Тормош иптәшем, һәм дә тугандарым –был тормошта иң зур терәгем.Әлеге вакытта мин Тәүәкән ауылында 2008 йылдан балалар баксаһында тәрбиәсе булып эшләйем.Балалар күңеле көҙгө кеүек асыҡ,саф шишмә һыуы кеүек таҙа.

Белгәнемде,һөйөүемде 

Һәр балаға тигеҙ өләшөм.

Әйткәндәрен әгәр аңламаһам,

Күңел күҙе менән һөйләшәм.

 

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Педагог  В. А. Сухомлинский әйтеүе буйынса «...бала ни тиклем күберәк һәнәргә эйә булһа, шул тиклем ул аҡыллыраҡ».

Бөйөк педагог В. Сухомлинский: “Йөрәгемде балаларға бирәм”, – тигән.

Бөйөк педагог К. Ушинскийҙың шундай һүҙҙәре лә бар бит: боҙоҡлоҡтоң башы – елғыуарлыҡта.

Бөйөк педагог К.Д. Ушинский: «Халыҡ теле – баланың рухи тормошоноң, иң аҫыл, бер ҡасан да һулымай һәм мәңге яңынан асыла торған сәскәһе... Теле юғалдымы – халыҡ башҡаса юҡ. Теле тере икән, ул саҡта халыҡ та тере» тип билдәләй.

В.А.Сухомлинскийҙың ”Баласаҡ – кеше тормошонда иң әһәмиәтле осорҙарҙың береһе. Балалыҡ йылдары нисек үтеүенән, бала саҡта сабый баланы кемдәр етәкләүенән, кемдең ҡулдары наҙлауынан, уның аң-зиһененә, йөрәгенә тирә-яҡ мөхиттән нимә һалыныуынан уның киләсәктә ниндәй кеше булып үҫеүе тығыҙ бәйләнгән” тигән һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмай.

Мой взгляд на мир

Мой взгляд на мир

 

Кем баланы тәү тапҡыр әҙәбиәт, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт менән таныштыра? Кем баланы беренсе тапҡыр ауыр һәм ҡыҙыҡлы белем юлына баҫтыра? Кем уны ысын кеше, ысын шәхес итеп тәрбиәләй? Был, әлбиттә, тәрбиәсе: кескәй тормошоноң юлбашсыһы, ярҙамсыһы һәм иптәше.

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: