Һанашмаҡ
материал
Предварительный просмотр:
Аҡ суҡ
Ҡара суҡ
Бында торма
Бар сыҡ!
Алма тәгәрәй
Ҡала тирәләй
Кем уны тота
Шул сығып китә.
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәғәрмәсе боҙолған
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
Аладан- баладан,
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал был сыҡ!
Һанашмаҡтар
Бер бабай урманға
Утынға барған,
Уның арбаһы ватылған.
Арбаһын төҙәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
-Биш.
Бер, ике, өс, дүрт, биш-
Бында торма,
Һин, бар сыҡ!
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Алты, ете, һигеҙ,
Туғыҙ, ун.
Ундан-уймаҡ,
Табала-ҡоймаҡ,
Мейестә-бәлеш,
Сыҡ та йәбеш.
Ҡайында – ҡарға,
Имәндә – сыпсыҡ,
Ерҙә – йылан,
Һауала – ҡош,
Бар, һин сыҡ!
Ырғанан, мырғанан,
Бесәй йөрөй ҡолғанан.
Бесәй түгел, ата-ҡаҙ,
Ата-ҡаҙҙың башы таҙ.
Аҡ сәйнүккә һалдым.
Нисә булды?
Йөҙ булды.
Әтәлсек, мәтәлсек,
Һиңә тура килде, сыҡ!
Һин-әбәк!
Гөр-гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә,
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем!
Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем, тауш миңә күкәй бирҙе, аны кертеп ҡаҙанға һалдым, лағор-лоғор ҡайнаны, үҙем киттем баҙарға, аҡ суҡ, ҡара суҡ, бында торма, бар сыҡ.
– Ағаҡайым, ҡайҙа бараң?
– Кәмә менән тоҙға барам.
– Кәсептән ҡасан ҡайтаң?
– Йәйен китеп, көҙ ҡайтам.
Көҙ ҡайтмаһам, ҡыш ҡайтам,
Ҡыш ҡайтмаһам, яҙ ҡайтам.
Сәпсек, сыйырсыҡ,
Бында торма, бар сыҡ!
Алатыр, былатыр, тау яғынан таң атыр, алабуға-бүҙәнәк, ялпаҡ, ҡалпаҡ, ҡуян, ҡарға, сыпсыҡ, һин ҡал, мин сыҡ.
Бер бабай юлға сыҡҡан
Артынан буран сыҡҡан
Баймаҡҡа барам тиеп
Сибайға барып сыҡҡан
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Һанашмаҡтар
Һанашмаҡтар...
Һанашмаҡтар
Һанашмаҡтар...
Башҡортса һанашмаҡтар
Балалар өсөн башҡорт телендә һанашмаҡтар...
Һанашмаҡтар
Һанашмаҡтар — фольклор жанры, балалар уйындарында ролдәрҙе бүлеү өсөн ритмлаштырылған һәм рифмалы ҡыҫҡа шиғри юлдар....