Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү хикәйә "Көсөк"
план-конспект урока по логопедии (подготовительная группа)

Фатхитдинова Алиса Надировна

Маҡсат: тәрбиәләнеүселәрҙең монологик телмәрен үҫтереү

Бурыстар:

1.Бәйләнешле телмәр үҫтереү

2. Могологик телмәр үҫтереү буйынса сериялы сюжетлы  һүрәттәр менән ҡулланырға өйрәтеү,хикәйәне тулы һөйләм менән төҙөү.Эҙмә эҙлекле һөләү,фекерләү кимәлен үҫтереү.

3. Йорт хайуандарын һәм уларҙың балаларын танып белергә өйрәтеү, уларға ҡарата миһырбанлылыҡ тәрбәиәләү

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_konspekty.docx16.26 КБ

Предварительный просмотр:

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге  балаларҙың телмәрен үҫтереү

Маҡсат: тәрбиәләнеүселәрҙең монологик телмәрен үҫтереү

Бурыстар:

1.Бәйләнешле телмәр үҫтереү

2. Могологик телмәр үҫтереү буйынса сериялы сюжетлы  һүрәттәр менән ҡулланырға өйрәтеү,хикәйәне тулы һөйләм менән төҙөү.Эҙмә эҙлекле һөләү,фекерләү кимәлен үҫтереү.

3. Йорт хайуандарын һәм уларҙың балаларын танып белергә өйрәтеү, уларға ҡарата миһырбанлылыҡ тәрбәиәләү

Артикулицион гимнастика «Ш» өнөнә

-аш-аш           ашаш

-шу-ша           ушуш

-аш-шу            шишу

шалҡан,шар,шапка,шашка,шахмат,ишек,шарф,ҡош,матрешка,бәшмәк,машина,Башҡортостан

-шарик менән  “Ш “өнөнә һүҙҙәр әйтеү

-ижеккә булеү

Үткән темала йорт хайуандары тураһында һөйләштек,бөгөн уларҙың балаларын иҫкә төшөрәбеҙ.(презентация)

                         Бер көн урманға барғанда

                         Тап булды миңә көсөк

                         Шундай бәләкәй генә ул

                         Яңғыҙы ҡалған нисек

Беҙ һеҙҙең менән бөгөн сюжетлы картина буйынса көсөк тураһында хикәйә төҙөйбеҙ.

1 картина.

Бер һыуыҡ көндә, урам уртаһында ,яңғыҙ ғына көсөк ултырып ҡалған.Көн һыуыҡ булған,көслө ямғыр яуған,көсөккә бик күңелһеҙ булған.(Ямғыр нисек яуған,көсөктөң кәйефе нисек)

2 картина.

Зонтик тотҡан ике ҡыҙыҡай көсөктө күреп ҡалған.Улар көсөктө ныҡ йәлләгән,сөнки ул ныҡ өшөгән һәм һыуланған булған.

3 картина.

Көсөктө ҡыҙҙар өйҙәренә алып ҡатып ашатҡандар.(Өй йылымы)

4 картина.

Ашап ,йылынып алғас көсөк балаҫ өҫтөнә ятып йоҡлап киткән.Ҡыҙҙар диванға ултырып көсөккә хокланғандар.

Физминутка

                          Көсөк урамда уйнаған

                          Һикергән,йүгергән һәм һанаған:

                          Бер-һикереп,өс баш һелккән

                          Ике -уң яҡҡа башты

                          Ояһына йүгергән.

                          Туҡтаған,тын алған

                          Башҡаларға ҡараған

Дидактик уйын «Сырмалсыҡ һөйләмдәр»

-Яҙҙың йылы.матур көндәре

-Япраҡтарҙан ағастар ҡойолған

-Ҙур эт урманда йөрөгән

-Көсөк яңғыҙы йылынып,кибенгән

-Малайҙар көсөктө куреп ҡалған

-Көсөк ҡыҙҙарҙы өйөнә алып ҡайтып киткән

-Көсөк ҡыҙҙарҙы ашатҡан

-Балаҫ көсөктөң өҫтөнә ятып йоҡлап киткән

-Көсөк диван өҫтөнә ултырып ҡыҙҙарға һоҡланып ҡараған

-Көсөк ҡыҙҙарға исем ҡушҡан

Ә,хәзер дөрөҫ итеп хикәйә төҙөйбөҙ.

-автор

-ҡыҙҙар

-көсөк

Көсөк һыуыҡ көндә бер үҙе урамда тороп ҡалған

Зонтик тотоп үтеп барған ҡыҙҙар көсөктө күреп ҡалған

Өйҙәренә алып ҡайтып көсөктө ашатҡандар,йоҡлатҡандар.

Көсөктөң кәйефе күтәрелеп, балаҫҡа ятып йоҡлап киткән

Йомғаҡлау

Беҙ бөгөн дәрестә ,һеҙҙең менән сюжетлы картина буйынса хикәйә төҙөнөк.Көсөктәрҙе,бесәй балаларын урамға ташлап китергә яраймы.

Дәрес аҙағында буяулама таратыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...

Башҡорт теленән « Кем ҡайҙа йәшәй» темаһына уртансы төркөм өсөн телмәр үҫтереү буйынса дәрес конспекты

балаларҙың хайуандар тураһында белемдәрен киңәйтеү; мнемотаблицалар буйынса һөйләргә өйрәтеү; диалогҡа ҡушылып китергә, тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү; “Һ” өнөнөң ә...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...