Балалар баҡсаһында өлкән төркөмдә театр эшмәкәрлеге
материал (старшая группа)
"Балалар баҡсаһында театр эшмәкәрлеге" темаһына үткәрелгән педагогик кәңәшмәлә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсаты менән өлкән төркөм етәксеһе Өмөтбаева Г. Р яһаған сығышы.
Скачать:
Предварительный просмотр:
Балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмөндә театр эшмәкәрлеге
Балалар баҡсаһында театр эшмәкәрлегенең тәрбиәүи мөмкинселектәре бик ҙур, уның темаһы сикләнмәгән һәм ул баланың төрлө ҡыҙыҡһыныуын, теләген дә тулыһынса ҡәнәғәтлендерә ала. Был эшмәкәрлектә ҡатнашып бала образдар аша тирә-йүндең төрлөлөгө менән таныша – төҫтәр, тауыштар, көйҙәр, ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү өсөн уйланырға, анализларға, йомғаҡ яһарға, дөйөмләштерергә мәжбүр итә. Балаларҙың актив телмәр запасы арта, өн культураһы үҫешә, аралашыу мәҙәниәте формалаша, камиллаша. Театр – ул балалар өсөн иң аңлайышлы сәнғәт төрҙәренең береһе булып тора һәм ул күп кенә педагогик һәм психологик проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә.
Театрлаштырыу – төрлө тауыштар сығарыу, предметтарҙы йәнләндереү, уйлап сығарыу, башҡа төр эшмәкәрлектәр менән тығыҙ бәйләнгән – музыка аҫтында хәрәкәт итеү, тыңлау, үҙ хис-тойғоларын, кисерештәрен күрһәтеү. Театрлаштырылған эшмәкәрлек дөйөм педагогик процеста ла ҡулланыла. Мәҫәлән: әҙәби әҫәрҙәр, тирә-йүн менән танышыу, телмәр үҫтереү, конструкторлау, һүрәт төшөрөү кеүек дәрестәрҙең бер өлөшө булып тора. Бик күп хәрәкәтле уйындарҙа, математика дәресендә күнегеүҙәрҙә, музыка, ритмика, физкультура дәрестәрендә лә киң ҡулланыла.
Тирә-яҡ донъяны донъяны танып-белеү. театр эшмәкәрлеге ярҙамында уйын аша алып барыла.
Өлкәндәр төркөмөндә ниндәй бурыстар ҡуйылған:
- театраль-уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү, тере ҡуллы ҡурсаҡ, еп ярҙамында хәрәкәт итеүсе ҡурсаҡтар менән танышыу;
- уйын, йыр-бейеү ҡулланып, художестволы образдар башҡарыу алымдарын камиллаштырыу;
- уйынсыҡтарға. декорацияға, ҡурсатарға, костюмдарға һаҡсыл ҡараш, ололар хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү;
- төрл ҡурсаҡ театрҙары тураһында күҙаллауын нығытыу, уларҙы айырыу һәм атай белеү;
- марионеткалар менән бәләкәй генә әкиәттәр һәм хикәйәләр төҙөргә өйрәтеү. Диалогик һәм монологик телмәрҙе үҫтереү. Өлкәндәр ярҙамынан тыш, тасуири һәм бәйлйнешле итеп әкиәттәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү;
- Таныш әкиәттәрҙе ҡурсаҡтар ярҙамында үҙ аллы йәиһә коллектив уйлап сығарыуға йәлеп итеү;
- хәрәкәттәр, төрлө ым-ишара, интонация ҡулланып, персонаждарҙың уйын образын төҙөүгә тасуири саралар эҙләү теләге уятыу;
- Балаларҙы үҙҙәренең һәм башҡаларҙың ҡурсаҡ һәм драма спектаклдәрендә персонаждарҙың ыланышын. эшләгән эшен дөрөҫ баһаларға өйрәтеү;
- Текст буйынса курсак йә драма спектаклдәре өсөн яңы образдар төҙөү.
Балаларҙы театр эшмәкәрлегенә йәлеп итеү төп ике формала башҡарыла
1 Тәрбиәсенең балалр менән ойошторолған маҡсатлы эше
2. Балаларҙың теләге буйынса, пландан тыш эшмәкәрлек
Балаларҙы театр эшмәкәрлегенә йәлеп итеү көндөң башлыса икенсе яртыһында алып барыла, әммә уның өсөн айырым ваҡыт бүленмәй.Шул уҡ ваҡытта башҡа дәрестәр мәлендә лә ҡулланырға мөмкин. Балаларҙы төркөмсәләргә бүлеү отошло, төркөмдөң составын ваҡыты-ваҡыты менән алмаштырырға була.
Театрлаштырыу зонаһына килгәндә, йәш үзенсәлектәрен, енси айырмалыҡты, нимә менән күберәк балалар ҡыҙыҡһыныуын күҙ уңында тотоу мәһим. Ҙур һәм бәләкәй ширмалар, төрлө ҡурсаҡтар., атрибуттар, декорациялар, костюмдар, тәбиғәт материалдары, туҡымалар, биҙәнеү әйберҙәре мотлаҡ кәрәк. Улар йыл һайые яңыртылып , алмаштырылып торола. Төркөмдә үҙ ҡулдарың менән эшләнгән уйынсыҡтар, бигерәк тә яратҡан әкмәттәреңдең геройҙары булһа, балаларға ҡыҙыҡ та, күңелле лә була. Төркөмдә костюм һайлай торған мөйөш була, бында ата-әсәйҙәр, тәрбиәселәр ҡулы менән тегелгән костюмдар һаҡлана. Балалар менән берлектә костюмдарға маскалар, декорациялар әҙерләнә.Ата-әсәйҙәргә өйгә эш биреп ҡайтарыла, сөнки өйҙә әҙерләп алып киленгән костюм йәки атрибут балаларҙа ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята.
театр төрҙәре – бармаҡ, би-ба-бо. күләгә , ролле, фланелеграф, курсаҡ, таяҡсаларҙағы ҡурсаҡ/эмоция/. марионетка, өҫтәл. ҡумталар. тәбиғи материалдар.бәйләнгән ҡурсаҡтар. бирсәткә. бейәләй, ҡумталағы тетрҙар.
Шулай итеп, театрлаштырылған уйындар баланы эҙмә-эҙлекле, әүҙем булырға, башланған эште аҙағына тиклем алып барырға өйрәтә, фекерләү-уйлауҙы үҫтерә, фантазияны байыта.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында
: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....
Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре
В материале описываются возможности общения воспитанников в современном детском саду...
Амангилде балалар баҡсаһында бәләкәстәр төркөмө асылыуға тантаналы кисәгә сценарий.
Сценарий праздника к открытию новой группы....
Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)
Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"
Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...
Театр эшмәкәрлеге ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү.
План по самобразованию - үҙ аллы белемде үҫтереү планы...