Методик ҡулланма
методическая разработка (средняя группа)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
metodik_kullanma.docx | 19.59 КБ |
Предварительный просмотр:
Социаль-коммуникатив үҫеш
Уртансы төркөмдә балаларҙың үҙ-үҙен төшөнөүгә,аңлауға йүнәлтелгән уйындар һәм күнекмәләр үткәрелә. Был саралар балалар араһында ыңғай мөнәсәбәттәр булдырырға һәм ҡайһы бер баланың тәртибенә, холҡона яҡшы яҡтан тәьҫир итергә ярҙам итә.
Был йәштәге балаларҙың бер-береһе менән аралашҡанда ихтирамлы, мөләйем булыуҙы формалаштырыу:
- кешеләрҙең төрлө тышҡы ҡиәфәтле, ҡылынышлы, холоҡло булыуын төшөндөрөү;
- уй фекерҙе һәм хис-тойғоно һүҙҙәр менән билдәләргә, телмәрҙә эмоциональ торошто аңлатҡан һүҙҙәрһе ҡуллана белергә өйрәтеү;
- кәйеф торошон кешенең тышҡы ҡиәфәте аша билдәләй, аңлай белергә өйрәтеү;
- ым-ишараның тасуирлығын үҫтереү. Улар ярҙамында бер-берең менән матур мөнәсәбәттәр урынлаштырып булыуын аңлатыу,
- дуҫлыҡ, дуҫлашыу, дуҫ төшөнсәләренең айышын аңларға өйрәтеү;
- үпкәләшеү, асыуланышыу кеүек насар сифаттарҙы бөтөрөү юлдарына өйрәтеү;
- тиҫтәрҙәренең һәм өлкәндәрҙең кәйеф торошон һиҙелмәй, аңлай белергә өйрәтеү, кәрәк ваҡытта ярҙам итә белеү һәләтен тәрбиәләү;
- асыуланышҡан саҡта һүҙ ярҙамы менән генә түгел, ым-ишара аша ла килешеп булыуҙы төшөндөрөү.
Был өлкәлә уртансы төркөм балаларын әҙәп-гигиена ҡағиҙәләрен үҙләштереү мөһим роль уйнай. Балаларҙа бөхтәлеккә, үҙенең тышҡы ҡиәфәтендә матурлыҡ, таҙалыҡ һаҡлауға ынтылыш тәрбиәләүҙе дауам итеү.
Үҙ-алла йыуынырға, аш алдынан, бәҙрәфтән һуң һабын менән ҡулдарҙы йыуып, ҡоро итеп үҙ таҫтамалына һөртөргә ғәҙәтләндереү. Тараҡ, ҡулъяулыҡ менән ҡулланырға күнектереү. Йүткергәндә, сөсөкөргәндә икенсе яҡҡа әйләнеп, ауыҙ-мороноңдо ҡулъяулыҡ менән ҡапларға өйрәтеү.Ашағанда өҫтәл артында үҙ-үҙен тотоу һәм ашау ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе нығытыу, ашамлыҡты аҙлап алыу, ауыҙҙы йомоп сәйнәү, ҡалаҡты, сәнскене, бысаҡты салфеткаларҙы дөрөҫ ҡулланыу.
Был йәштә әхләҡи һәм рухи тәрбиәне лә күҙ уңында тотоу мөһим. Әҙәп ҡағиҙәләрен үтәүгә (боҙоуға) баланың шәхси ҡарашын формалаштырыу: рәнйеткәнде яҡлау, дөрөҫлөктө өҫтөн ҡуйыу һ.б.
Үҙ-ара аралашҡанда, көндәлек йәшәйештә бер-береһе менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлай белеү һәләтен үҫтереү.
Тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек бер-береңә ҡарата иғтибарлылыҡ, хеҙмәтле булыу һыҙаттарын тәрбиәләү. Насар эш өсөн ояла белеү ғәҙәтен формалаштырыу.
Һаулыҡ һорашыуҙы, хушлашыуҙы, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә исеме, атаһының исеме менән мөрәжәғәт итә белеүҙе; ололар һөйләшеүен бүлмәүҙе, һөйләшеүгә рөхсәтһеҙ ҡушылмауҙы тығытыу. Үҙенең үтенесен дөрөҫ интонация менән әйтеп, эшләнгән эш өсөн рәхмәт әйтә белеп, аралашырға күнектереү. Әйберҙәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, уларҙы дөрөҫ ҡулланырға, урынына кире ҡуйырға өйрәтеү.
Хеҙмәт тәрбиәһенә килгәндә өлкәндәр хеҙмәтен баһалай белеү, һөнәрлеләргә эйәреп һөҙөмтәле эшкә ынтылыш, хеҙмәттә тырышлыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә булышыҡ итеү. Башланған эште аҙағына тиклем, еренә еткереп, ҙур теләк менән тамамларға ғәҙәтләндереү.
Шәхси кейемде таҙа, бөхтә тоторға, йыйнаҡ булырға өйрәтеү.
Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүҙә сисенеү һәм кейенеү. Эҙмә-эҙлекле сисенеү һәм кейенеү - үҙе бер һөнәр. Был эште етеҙ башҡара белеүҙең һәйбәт сифат икәнлеген аңлатыу. Йыйнаҡлыҡҡа һәм бөхтәлеккә өйрәтеүҙе дауам итеү.
Хужалыҡ-көнкүреш хеҙмәтендә үҙаллылыҡ, хеҙмәттән йәм табыу сифаттары тәрбиәләү маҡсатында, иртәнге мәлдә һәр балаға бәләкәй булһа ла айырым эш йөкмәтеү, һөҙөмтә ниндәй булырға тейешлеген аңлатыу.
Балалар һәр төрлө йәки көндәлек эштән ялҡмаһын өсөн, эште йәнләндерергә, төрлө методик һәм тәрбиә ысулдары ҡулланып төрлөләндерергә, яҡшы эш һөҙөмтәһен күрә белеп, балаларҙы дәртлеләндерергә кәрәк.
Төркөм бүлмәһе, уйын майҙансығы тәртиптә, ҡурсаҡтар кейеме таҙа, китаптар йыртылмаған, йыртылһа – йәбештерелгән булырға тейеш. Һәр әйбергә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыл аҙағында балалар:
- үҙ аллы кейенә-сисенә, кейем-һалымды кәрәкле тәртиптә йыя белә;
- үҙ аллы төркөм бүлмәһендә, уйын майҙансығында уйынсыҡтарҙы, сүп-сарҙы йыйыштыра, ҡар таҙарта тәртип һаҡлай белә; тәрбиәсегә дәрестәр үткәргәндә дидактик материалдарҙы таратырға, йыйырға ярҙамлаша;
- тәрбиәсе ярҙамында балыҡтар ашата, үҙ аллы гөлдәргә һыу һибә, тағараҡтарға ем һала, түтәлдәргә һыу һибә һ.б.;
- ябай ғына ҡул эштәрен башҡара.
.Ҡулланылған әҙәбиәт:
Алешина Н.В. Ознакомление дошкольников с окружающим и социальной действительностью /средняя группа/. М., 2002 г.
Воспитание нравственных чувств у дошкольников./Под. ред. А.М.Виноградовой.-М., 1988 г.
Как помочь ребенку войти в современный мир?/Под ред. Т.В.Антоновой. – М., 1995 г.
Нафикова З.Г., Галиева Г.Г «Программа комплексного обучения и воспитания детей в башкирских детских садах»
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
«Содержание и методика организации познавательно-исследовательской деятельности детей дошкольного возраста» на тему: «Путешествие с Капелькой» по методике О.В.Дыбиной
План-конспект по непосредственно образовательной деятельности с дошкольниками....
Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)
Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...
Методик ҡулланма.
Балалар баҡсаһында " Телмәрҙең грамматик төҙөлөшөндә дидактик уйындар "...
Методик ҡулланма
Был комплекслы күнегеүҙәрҙең асылында фекерләү һәм хәрәкәтләнеү тығыҙ бәйләнештә булып тора. Нейрогимнастика үткәреү түбәндәге һөҙөмтәләр бирә:уҡыу өсөн кәрәкле энергия алыу;эшкә һәләтлелекте арттырыу...
"Ҡорама" методик ҡулланма
Был ҡулланма 5 – 7 йәшлек балалар өсөн тәғәйенләнгән. Был китап балаларҙы халҡыбыҙҙың милли мираҫы булған «Ҡорама» эше менән таныштыр...
"Башҡорт халҡының биҙәү ҡулланма сәнғәте" китабы буйлап сәйәхәт
Өлкән төркөмдә танып белеү үҫеше буйынса дәрес конспекты...