Комплекслы -тематик план
материал (младшая группа)
Предварительный просмотр:
Кескәйҙәр төркөмө
Тема | Тәҡдим ителгән үткәреү ваҡыты | Эш йөкмәткеһе | Ойоштороу формалары | Йөмғаҡлау саралары варианттары |
Минең баҡсам | 1.09-07.09 | Балалар баҡсаһына килеү менән шатлыҡ тойғолары тәрбиәләү; балалар баҡсаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү: балалар баҡсаһында эшләүселәр һөнәрҙәре (тәрбиәсе, тәрбиәсе ярҙамсыһы, музыка етәксеһе, шәфҡәт туташы, аш бешереүсе, урам һепереүсе ...), предметлы донъя, балалар баҡсаһында үҙ үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, тиҫтерҙәре менән үҙ ара мөнәсәбәт формалаштырыу. Балалар араһында дуҫтарса мөғәлләмәт тыуҙырыу (коллектив һәм художестволы эшмәкәрлек, бергә уйындар, дуҫлыҡ тураһында йырҙар). | Сюжетлы ролле уйындар “Ғаилә” Уйын күнегеүҙәре, шатлыҡ минуттары, театр эшмәкәрлеге, нәфис әҙәбиәт уҡыу, тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге,һүрәттәр ҡарау. Уйын ситуациялары, дидактик уйындар, түңәрәк уйындар. | Ҡорама йәбештереү: “Минең баҡсам” Уйын “Беҙ күңелле балалар” Ҡоролмалар төҙөү:”Минең баҡсам” |
Хәүефһеҙлек һәм бала | 14.09-18.09 | Балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатыу. Ут сыҡҡанда нимә эшләргә, яңғыҙ ҡалғанда үҙеңде нисек тоторға, урамда аҙашҡанда кемгә мэрәжәғәт итергә кәрәк икәнлеген формалаштырыу. | Сюжетлы – ролле уйындар: “Транспорт”, “Ғаилә”. | Ата-әсәләр өсөн папкалар эшләү, Кңел асыу сараһы:”Светофорҙың уттары” |
Көҙһылыу килде ҡунаҡҡа
| 21.09-25.09 | Көҙһылыуҙың йомартлыҡ,матурлыҡ һәм көҙ миҙгеленең тәбиғәттәге үҙгәрешендә төҫтәр сағылышын күрһәтеүсе образ булыуын аңлатыу.Күңел күтәренкелеге,ыңғай эмоциональ тойғолар үҫтереү.Көҙһылыу образына ихтирам тәрбиәләү. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү . | Нәфис әҙәбиәт уҡыу: “Алмалар”Ҡ.Әлибаев,һамаҡ:”Яу,яу ямғырым”,дидактик уйын “Ҡайҙа үҫә?” “Был ниндәй йәшелсә”, “Серле моҡсай” һ б. Саф һаула күҙәтеүҙәр. Иллюстрациялар ҡарау.Әүәләү : “Йәшелсәләр”.Хәрәкәтле уйын : “Еләк таптым” | Балалар эштәренән күргәҙмә “Алтын көҙ” |
Әҙәплелек ҡағиҙәләре | 28.09-02.10 | Балаларҙы үҙ-ара дуҫ,татыу булырга өндәү;матур ғәҙәткә, кеше араһында үҙҙәрен тәртипле тоторга өйрәтеүҙе үҫтереү.Ололар үҙ-ара һөйләшкәндә улар әңгәмәһенә ҡыҫылмаҫҡа,әңгәмәсене тыңлап бөткәс кенә һорау бирергә күнектереү.Тылсымлы һүҙҙәрҙе урынлы ҡуллана белеүҙе үҫтереү. | Сюжетлы – ролле уйындар: “Трансопрт”, “Ҡурсаҡтың тыуған көнө”, “Ашап алайыҡ әле”,әңгәмә: “Нимә насар,ә нимә яҡшы?”.Темаға ярашлы һүрәттәр ҡарау. | Һүрәттәр күргәҙмәһе. Күңел асыу: “Яғымлы бул” |
Минең республикам | 05.10-16.10 | Баланың йәшәгән урыны булыуын төшөндөрөү.Йәшәгән еребеҙҙә күп кешеләрҙең дуҫ,татыу йәшәүҙәре тураһында мәғлүмәт биреү.Балала кескәй тыуған еренә,уратып алған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.Тыуған яҡта үҫкән үҫемлектәре менән таныштырыу, тыуған яҡта йәшәүсе йәнлектәр, ҡоштар тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү. | Сюжетлы – ролле уйындар “Трансопрт”, “Ғаилә”. Иллюстрациялар, фотоһүрәттәр ҡарау. Ә.Ситдиҡованың “Ҡурай” картинаһын ҡарау,әүәләү: “Ҡурай” Дидактик уйындар уйнау ,ҡоролмалар төҙөү:”Бейек һәм тәпәш өйҙәр”.Бармаҡ уйыны :”Ғаилә”.”Тирмәкәй”әкиәтен сәхнәләштереү. | Эштәр күргәҙмәһе |
Минең ғаиләм | 19.10-23.10 | Ғаилә тураһында балаларҙың белемдәрен формалаштырыу.Ғаиләләге һәр кемдең бер-береһен яратыуы,ярҙам итеүе,бергә дуҫ йәшәүҙәре тураһында аңлатма биреү.Ғаилә ағзаларына ихтирамлы, хәстәрлекле караш тәрбиәләү,хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеү. Ғаилә йолалары менән таныштырыу. | Сюжетлы – ролле уйындар: “Транспорт”, “Ғаилә”. Ҡорамалар йәбештереү:”Минең ғаиләм” Һүрәт буйынса һөйләргә өйрәнеү: “Ғаилә ағзалары”,” Һәр кемден бар үҙ эше”, “Ял көнө”
| Фотолар күргәҙмәһе: “Минең ғаиләм” |
Халыҡ кәсебенен әйберҙәре | 26.10-30.10 | Башҡорт халыҡ йоларары менән таныштырыу (бишек туйы, миҙгел байрамдары) башҡорт халҡының төп кәсеп һөнәрҙәре менән таныштырыу (малсылыҡ, ҡортсолоҡ). Халыҡ уйынсыҡтары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Фольклор өлгөләрен бөтә төр эшмәкәрлектәрҙә ҡулланыу. | Сюжетлы – ролле уйындар “Ҡортсолоҡ”, “Малсылыҡ. Уйынсыҡтар магазинына экскурсия. Бишек йырҙары, әүрәткестәр,һамаҡтар, халыҡ һүҙҙәре өйрәнеү. Диактик уйындар “Был ниндәй уйынсыҡ”, “Уйынсыҡ нимәнән эшләнгән?”. Уйынсыҡтар коллекцияһы . | Күргәҙмә эшләү. |
Дуҫлыҡ | 02.11-06.11 | Бала тиҫтерҙәре менән уйнағанда аралашырға өйрәнә.Аралашҡанда бала үҙенең хис-тойғоларын башҡаларҙың тәртибенә,ҡылығына,эш-хәрәкәтенә,һөйләгән телмәренә ярашлы сағылдыра,.баһалай белә башлай.Бер-береһенә ярҙамлашыу теләге булдырыу,дуҫ булырға өндәү. | Уйын: “Уйнап алайыҡ”.Шиғыр уҡыу “Дуҫтар.Сюжетлы һүрәттәр ҡарау.Ситуатив әңгәмәләр үткәреү: “Бергә татыу уйнайыҡ”һ.б.Рус халыҡ әкиәте “Шалҡан”(сәхнәләштереү) | Күңел асыу:“Төркөмдә дуҫ йәшәйбеҙ” |
Минең ауылым Мораҡ | 09.11-13.11 | Тыуған ауыл төшөнсәһе,тыуған ауыл менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү. Транспорт төрҙөре һәм уның тәғәйенләнеше тураһында белемдәрен киңәйтеү. Юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү. ауылда үҙ – үҙеңде тороу ҡағиҙәләре тураһында белемдәр арттырыу. Ауыл кешеләре һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Мораҡтың йәмәғәт биналары һәм уларҙың тәғәйенләнеше менән таныштырыу. | Балалар баҡсаһын уратып алған социаль объекттарға экскурсиялар. Сюжетлы – ролле уйындар “Транспорт”, “Бөҙрәхана”.Морактың йәмғиәт биналарын, тәбиғәт пейзажын һүрәләгән картиналар, иллюстрациялар ҡарау. Әңгәмәләр ойоштороу. | Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге: “Морағым – тыуған ауылым”. |
Мин Күгәрсен районында йәшәйем | 16.11-20.11 | Башҡорт халыҡ йоларары менән таныштырыу (бишек туйы, миҙгел байрамдары) башҡорт халҡының төп кәсеп һөнәрҙәре менән таныштырыу (малсылыҡ, ҡортсолоҡ). Халыҡ ижады өлөгөләре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Халыҡ уйынсыҡтары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. | Сюжетлы – ролле уйындар “Ҡортсолоҡ”, “Малсылыҡ”. Бишек йырҙары, әүрәткестәр, халыҡ һүҙҙәре өйрәнеү. Диактик уйындар “Был ниндәй уйынсыҡ”, “Уйынсыҡ нимәнән эшләнгән?” Уйынсыҡтар коллекцияһы . | “Тыуған көн” йола байрамын үткәреү Ағастан эшләнгән халыҡ уйынсыҡтары күргәҙмәһе
|
Кем нисек ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә | 23.11-27.11 | Йыл миҙгелдәренең үҙгәреүе кешегә , үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына тьәҫир итеүе тураһында белешмәләр биреү. Кешеләрҙең,хайуандарҙың ,үҫемлек донъяһының нисек итеп ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеүе тураһында белешмә биреү, фекерләүҙәрен үҫтереү, телмәр, һүҙ байлығын арттырыу. | Хайуандар тураһында әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу, һүрәттәр ҡарау. Кешеләрҙең баҡса,йорт-ҡураларын ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙәрен һүрәттәр аша күрһәтеү. | Балалар эштәренән күргәҙмә: “ Ҡышҡылыҡҡа -мул уңыш” |
Семәрле ҡыш! | 30.11-11.12 | Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәренә,тәбиғәт күренештәренә аңлатма биреү.Ҡыш миҙгеленә ярашл кейенә белеү ,үҙ һаулығына иғтибар тәрбиәләү.Ҡыш миҙгеле тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Һауа торошон билдәләү һәм аңлата белергә өйрәтеү. Йыл миҙгелдәренең үҙгәреүе кешегә , үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына тьәҫир итеүе тураһында белешмәләр биреү.Ҡышҡы спорт төрҙәре менән таныштырыу. Ҡыш көндәре кешеләрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.Һыу һәм боҙ менән эксперименттар үткәргәндә балаларҙың аҡыл – зиһенен үҫтереү һәм эҙләнеү – тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын формалаштырыу. | Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Больница”.Диактик уйындар “Был ҡайсаҡ була”, “Һүрәткә ҡарап һөйләйбеҙ”, “Ҡыш билдәләрен әйт”, “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре”, “Был йәнлек ҡайҙа йәшәй”, “Был ниндәй спорт төрө” һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Ҡышҡы хәрәкәтле һәм халыҡ уйындары уйнау. Түңәрәк уйындары “Беҙ күңелле балалар” һ.б.Һыу һәм боҙ менән тәжрибәләр үткәреү. Ҡыш тураһында рәссәамдарҙың картиналарын һм иллюстрациялар ҡарау. | Балалар эштәренән күргәҙмә “Семәрле ҡыш” Тематик белем биреү эшмәкәрлеге “Ҡарбабайҙа ҡунаҡта” |
Яңы йыл мөғжизәләре | 14.12-31.12 | Яңы йыл һәм яңы йыл байрамы тураһында белемдәрен арттырыу.Шыршы ағасы менән таныштырыу.Балаларҙы мөғжизәгә ышандырыу(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың барлығына,уларҙың күп итеп бүләктәр ,күстәнәстәр килтереүҙәренә). | Сюжетлы – ролле уйындар. Дидактик уйындар “Шыршыны биҙә”,Һүрәт буйынса һөйләргә өйрәнеү: “Ҡышҡы уйындар”. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Бүләктәр әҙерләү. Шыршы байрамына уйынсыҡтар әҙерләү. Төркөм бүлмәһен байрамса биҙәү. | Яңы йыл иртәлеге . Балалар эштәренән күргәҙмә. |
Әкиәттә -ҡунаҡта | 11.01-15.01 | Балаларҙың әкиәттәр тураһында белемдәрен арттырыу, уҡылған әкиәттәрҙең йөкмәткеһен иҫтә ҡалдырырға,әҙәби телде тыңлап ойранерга, һүрәттәр буйынса ниндәй әкиәт икәнен танып-белергә булышлыҡ итеү. | Китаптар ҡарау, һүрәте буйынса ниндәй әкиәттән икәнен атап әйтерга ойратеү. Һүрәттәр буйынса һөйләргә өйрәтеүҙе уҫтереү. | Һүрәттәр күргәҙмәһе. |
Бәләкәй эҙләнеүселәр | 18.01-30.01 | Төрлө тәжрибәләр үткәреү, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, эшләгән тәжрибәләргә ҡарап, һығымта яһау. | Ҡарҙың ,пластилиндың,һабын күперегенең һ. б.үҙенсәлектәре менән таныштырыу. | Тәжрибәләр үткәреү. |
Транспорт. | 01.02-12.02 | Траспорт тураһында белемдәрен формалаштырыу: һауа, ер, һыу транспорттары тураһында төшөнсәләр биреү. Уларҙың һәр береһе менән айырым таныштырыу. Балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу. | Дидактик уйындар “Транспорт”, “Траспорт төрөн атап әйт”. Плакаттар ҡарау. | Һүрәттәр күргәҙмәһе. |
Ил һаҡсылары . | 15.02-26.02 | Балаларҙы хәрби һөнәрҙәр тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү (һалдат, танкист, осоусы, моряк, ил һаҡсыһы, ракетасылар). Хәрби техника менән таныштырыу (танк, самолет). Рәсәй флагы менән таншытырыу. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү Гендер тәрбиәһе биреү(малайҙарҙа көслө, ҡыйыу булыу теләген формалаштырыу, тыуған илде һаҡларға, яҡларға тейешле икнәдәрен аңдарына һеңдереү, ҡыҙҙарҙа буласаҡ ил һаҡсыларына хөрмәт итеү тойғолары тәрбиәләү). | Сюжетлы – ролле уйындар “Һалдат”, “Осоусылар”. Дидактик уйындар: “Траспорт төрөн атап әйт”, “Был ниндәй һөнәр кешеһе?”, “Флагты төҙө”. Йәмәғәт транспорттарын күҙәтеү. Фотокүргәҙмә ойоштороу “Минең атайым - һалдат” . нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Йомаҡтар сисеү. Батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Бүләктәр эшләү. | Атайҙар ҡатнашлығында семинар – практикум: “Оҫта ҡуллы атайҙар”. |
Әсәй-ҡояшым минең | 01.03-05.03 | Әсәйҙәрҙең һөнәрҙәре тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү (тапиб, һатыусы, ашнаҡсы, уҡытыусы, сәс киҫеүсе, хат ташыусы).уларҙың эш ҡоралдары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Уларға ҡарата хәсәтрлекле ҡараш үҫтереү. Баланың әсәй өсөн ярҙамсы икәнен аңлатыу эштәне дауам итеү. Әсәйҙәргә, өләсәйҙәрәгә ҡарата ҡәҙер – хөрмәт тәрбиәләү. Гендер тәрбиәһе буйынса балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Бүләктәр әҙерләүгә балаларҙы йәлеп итеү. | Сюжетлы – ролле уйындар: “Ғаилә”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Магазин” Дидактик уйындар: “Кем күберәк наҙлы һүҙ әйтер?”, “Һөнәри эш ҡоралдарын ата”. | Балалар эштәренән күргәҙмә,әсәйҙәр өсөн бүләктәр . Байрам “Әсәйҙәр көнө” |
Ер шарнда йәшәйбеҙ . | 09.03-19.03 | Йәшәгән еребеҙгә, эскән һыуыбыҙға аңлы, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына ҡыҙыҡһыныу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Кешеләрҙең, йәнлектәрҙең йәшәү шарттары (ер өҫтөндә, һыуҙа – ерҙә, ерҙә һәм һауала, тупраҡта) йәшәү шарттары тураһында мәғлүмәттәр биреү. Һыу үҙенсәлектәре менән таныштырыуҙы дауам итеү.тәбиғи материалдарҙың (ҡом, балсыҡ, һыу, таш, ағас) үҙенсәлектәре һәм уларҙың хужалыҡ өсөн әһәмиәте тураһындағы төшөнсәләрҙе байытыу. | Сюжетлы – ролле уйын “Зоопарк”, “Малсылыҡ”, “Ҡортсолоҡ”. Эстафета уйындары. Һүрәттәр, иллюстрациялар ҡарау,ситуациялы һөйләшеүҙәр, әңгәмәлә:” Тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләре.”Тема буйынса күҙәтеүҙәр һәм тәжрибәләр.таштар колллекцияһы йыйыу. Үҫтереүсе уйындар :“Һыу ниндәй була?”, “Серле таяҡ”, “Ҡырҡылған һүрәттәр”, “Үҫемлектәр донъяһы”, “Хайуандар донъяһы”, “Һыу аҫты донъяһы”.Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Хәрәктле уйындар. | “Һыу – изге һәм иң ҙур байлыҡ” - байрам |
Хайуандар доньяһы | 22.03-02.04 | Хайуандар доньяһының бик ҙур һәм күп төрлө икәнен балаларға аңлатыу. Йылы яҡта, беҙҙең яҡта йәшәүсе хайуандар менән айырым танышыу, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, хәтерҙәрен нығытыу, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. | “Ҡыҙыл китап”менән танышыу, дидактик уйындар: “ дүртенсе артыҡ”, ҡырҡылған һүрәттәр менән эш, хайуандар тураһында әкиәттәр уҡыу. | Бәләкәй китапсыҡтар эшләү. |
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ | 05.04-09.04 | Һаулыҡ һәм сәләмәт тормош рәүеше тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Балаларҙа бөхтәлккә, үҙенең тышҡы ҡиәфәтендә матурлыҡ, таҙалыҡ һаҡлауға ынтышлыш тәрбиәләү. Гигиена кәрәк – яраҡтары менән үҙ – аллы эш итә белергә өйрәтеүҙе дауам итеү. Саф һауала төрлө хәрәктле уйындар ойоштоу һәм үткәреү. Кәүҙә һәм һиҙеү ағзаларының тирә – йүнде, ысынбарлыҡты аңлау һәм өрәнеүҙәге роле тураһында төшөнсәләрҙе киңәйтеү.тән тиреһе тураһында төшөнсә биреү. Кешегә файҙалы витмаиндар һәм башҡа аҙыҡтар тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. “Һаулыҡ” һәм “ауырыу” төшөнсәләре менән таныштырыу. | Сюжетлы – ролле уйындар “Больница”, “Ғаилә”, “Бөҙрәхана”. Хәрәкәтле уйындар. Спорт күнекмәләре. Физик тәрбиә биреү буйынса эшмәкәрлектәр. Ритмик гимнастика. Иртәнге гимнастика. Сыныҡтырыу саралары. Дидактик уйындар “Нимә кәрәк?”, “Аскорбинка һәм уның дуҫтары”, “Витаминдарҙың файҙаһы”, “Кешенең тән өлөшө”, иллюстрациялар ҡарау. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Ял минуттары. Аптекаға экскурсия. “Танау, ҡолаҡ, танау”. Күңелле уйын “Карусель”. | “ Беҙ спортты яратабыҙ”Уйын-ярыш |
Йыһан | 12.04-16.04 | Космос (йыһан) тураһындағы башланғыс, белемдәрен формалаштырыу. , планеталарҙы өйрәнеү, һүҙлек запасын байытыу, космонавт һөнәре менән танышыу. | Һүрәттәр ҡарау, дидактик уйындар. | Һүрәттәр конкурсы. Тематик белем биреү эшмәкәрлеге: “Күк йөҙөндә ниҙәр күрәм?” |
Ҡоштар ҡайтты | 19.04-23.04 | Яҙ миҙгеле билдәләре тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Ҡояштың ер йөҙөнә яҡтылыҡ, йылылыҡ биреүе һәм тормош сығанағы булып тороуы хаҡында аңлатыу. Яҙ миҙгеленең кешегә , үҫемлектәр, йәнлектәр тураһында белешмә биреү. Һауа торошон миҙгелгә ярашлы билдәләргә өйрәтеүҙе дауам итеү. Тәүлек өлөштәрен билдәләргә өйрәтеү. Ҡоштар тураһында белемдәрен арттырыу, күсмә ҡоштарҙың исемдәрен әйтә белеү. | Дидактик уйындар “Үҫемлектең өлөштәрен тап”, “Ашарға ярай - ярамай”, “Һүрәткә ҡарап һөйлә.”, “Был ниндәй бөжәк?” Һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу: “Ҡайын” әкиәт. Шиғырҙар ятлау. Ҡояшты күҙәтеү. Тәбиғәткә бәйле теләктәр, шиғырҙар ятлау. Ҡорамалар йәбештереү:”Ҡоштар ҡайтты” | Ата-әсәләр өсөн папкалар эшләү. |
Районыбыҙҙың күренекле кешеләре | 26.04-30.04 | Балаларға патриотик тәрбиә биреү. Батырлыҡ тураһында белемдәрҙе байытыу. Башҡорт тарихына балаларҙы ылыҡтырыу. Бөйөк шәхестәребеҙ тураһында белешмә биреү. Районыбыҙҙың арҙаҡлы кешеләре тураһында тәүге мәғлүмәттәр туплау. Балаға уның ошо милләтең бер вәкиле, уны дауам иттереүсе икәнлеген аңлатыу. | Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Иллюстрациялар ҡарау. Йырҙар өйрәнеү һәм йырлау. Әңгәмәләр һәм ситуатив һөйләшеүҙәр. Фотокүргәҙмәләр ойоштороу. Альбомдар әҙерләү. Әҙәбиәт йыйыу. | Альбом әҙерләү. |
Бер кемдә, бер нәмә лә онотолмай. | 04.05-07.05 | Балаларға патриотик тәрбиә биреү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында балаларҙың башланғыс белемдәрен булдырыу. Һәйкәлдәр менән таныштырыу. олатайҙар һәм өләсәйҙәрҙең хәрби миҙалдары һәм ордендары тураһында һөйләү. | Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Иллюстрациялар ҡарау. Йырҙар өйрәнеү һәм йырлау. Әңгәмәләр һәм ситуатив һөйләшеүҙәр. Һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар. Фотокүргәҙмәләр ойоштороу. Һүрәт төшөрөү:”Ҡыҙыл йондоҙ” | Фотокүргәҙмә “Минең олатайым – ил һаҡсыһы” |
Йәш экологтар | 11.05-14.05 | Балаларҙы баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр (бойҙай, һоло, арпа) һәм уларҙан төрлө аҙыҡтар әҙерләү тураһында балаларға белемдәр биреү. Ауыл хужалығы эшсәндәренең профессиялары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.Элементар экогоик күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Башҡорт милли аштары менән таныштырыуҙы дауам итеү (ҡурмас, талҡан, һалма, бишбармаҡ һ.б.)Болонда, туғайҙа үҫкән үҫемлектәр тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. | Сюжетлы – ролле уйындар “Магазин”, “Транспорт”,һ.б. диактик уйындар “Нимә бешерҙем”, “Үҫемлекте атап әйт”, “Өлөштәрен әйт” һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар өйрәнеү. Йырҙар тыңлау.. Түңәрәк уйындары уйнау. Уйын ситуациялары булдырыу. Әңгәмәләр. Иллюстрациялар ҡарау. Музейгә экскурсия. Ата – әсәләр менән бергә милли аштар күргәҙмәһе әҙерләү. Икмәк магазинына экскурсия. | Тематик күңел асыу сараһы “Икмәк – йәшәү сығанағы”, “Икмәк беҙгә ҡайҙан килгән”. Ондан әҙерләнгән милли аштар күргәҙмәһе |
Мониторинг | 17.05-31.05 | Балаларҙың белем кимәлен йомғаҡлау |
1 Следующая >< Предыдущая2 3 4
Эшлекле уйын “Проблеманы хәл ит” Уртансылар төркөмө өсөн тематикаға ярашлы (“Минең әсәйем”) өлкәләр интеграциялары аша план төҙөгөҙ. Белем биреү өлкәләре Балалар эшмәкәрлеге төрҙәре Танып белеү үҫеше Әңгәмә “Минең әсәйем”, “Минең ғаиләм” Иллюстрациялар, слайдтар, альбомдар ҡарау Әсәйҙәр тураһында альбомдар әҙерләү Әсәйҙәр һөнәре – фотоальбом Дидактик уйындар “Был кемдең әсәһе”, “4 – се артыҡ”, “Әсәй эмоциялары”, “Әсәй һәм уның кейемдәре” Башҡорт көнкүреш музейына экскурсия “Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары кейеме” Телмәр үҫеше ОББЭ: - һүрәт (фото) буйынса хикәйә төҙөү - мнемотаблица ярҙамында хикәйә төҙөү - дидактик синквейндар төҙөү - каталог алымы ярҙамында хикәйә төҙөү Нәфис әҙәбиәт уҡыу : -хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр - йомаҡтар сисеү - шиғырҙар ятлау Художестволы – эстетик үҫеш ОББЭ: -әүәләү «Әсәй бешергән торттар» -йәбештереү «Әсәйемдең күлдге» -портрет эшләү “Әсәйем портреты” -ҡоролмалар ҡороу «Беҙҙең өй» Әсәйҙәргә арналған күңел асыу сараһы “Әсәйем - ҡәҙерлем!” Социаль – коммуникатив үҫеш Сюжетлы – ролле уйын “Ғаилә”, “Әсәйҙәр - ҡыҙҙар” Әңгәмәләр “Һин әсәйеңә ярҙам итәһеңме?” Дежур мөйөшөндә эш Физик үҫеш Бармаҡ уйындары Физкультминуткалар Хәрәкәтле уйындар Логоритмика Уйын – ярыш “Әсәйем менән бергә ” Алып барыусы Рәхмәт коллегалар! Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереүҙә төрлө эш формалары һәм алымдары ҡулланыу буйынса тематик тикшереү булып үтте. Таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ. “Балалар баҡсаһында төрлө телмәр үҫтереү формаларын һәм алымдарын ҡулланыу” буйынса тематик тикшереү һөҙөмтәләре. “Дошкольный мир” журналы хәбәрсеһе Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү буйынса баһаға лайыҡ эштәр алып барыла икәне асыҡланды. Беҙ һәр беребеҙ үҙебеҙҙең гәзит – жу
Салауат батыр | Май 4 аҙна | Башҡорт халыҡ батыры Салауат менән таныштырыу. Патриотик тәрбиә биреү. Батырлыҡ тураһында белемдәр байытыу. Башҡорт тарихына балаларҙы ылыҡтырыу. Салуат ижады һәм уның тормошо менән таныштырыу. Һунарсы һөнәре һәм һунарсылыҡ тураһында балаларға тәү мәғлүмәттәр биреү. | Салауат һәйкәле янына маҡсатлы экскурсиялар. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Ҡобайырҙар, шиғырҙар өйрәнеү. Сюжетлы – ролле уйын “Һунарсылыҡ”. Дидактик уйындар “Батыр кейеме”, “Һунарсыға нимә кәрәк?”, “Һүрәтте төҙө” һ.б. хәрәкәтле уйындар “Кем тиҙерәк, “Һунарсылар”, “Таҫыл егет”, “Ҡарлы сәп”, “Һунарсы һәм ҡуяндар” һ.б.” | Спорт байрамы “Салуат рухы беҙҙең күңелдә” |
Музей донъяһы | Май 2-3 аҙна | Музей менән аралашыу күнекмәһе һәм тотороҡло ихтыяж формалаштырыу. Башҡорт халҡының кәсеп – һөнәрҙәре, көнкүреше тураһында балаларҙың белемдәрен байытыу. (әйберҙәр һәм йыһаздар) Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарына һәм ирҙәренә хас булған әхлаки сифаттар тәрбиәләү.Халҡыбыҙҙың боронғо һауыт – һабалары менән таныштырыуҙы дауам итеү. | Экскурсиялар. Әңгәмәләр. Коллекциялар йыйыу. Макеттар төҙөү. Художестволы ижад эшмәкәрлеге. .Альбомдар әҙерләү. Әҙәбиәт йыйыу. Башҡорт халыҡ уйындары. Дидактик уйындар “Балаҫты төҙө”, “Һауыт – һабаны йый”, “Төҫө буйынса тап”, “Был ниндәй йыһаз?” , “Башҡорт халыҡ кейеме” Сюжетлы – ролле уйындар “Ҡортсолоҡ”, “Малсылыҡ”. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Ауыҙ – тел ижады өйрәнеү. | Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Малы барҙың яйы бар” |
Яҙ килә. Хуш киләһең, Науруз! | Март 3-4 аҙналар | Миҙгел байрамы Наүруз тураһында мәғлүмәттәр биреү. Яҙ миҙгеле билдәләре тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Ҡояштың ер йөҙөнә яҡтылыҡ, йылылыҡ биреүе һәм тормош сығанағы булып тороуы хаҡында аңлатыу. Яҙ миҙгеленең кешегә , үҫемлектәр, йәнлектәр тураһында белешмә биреү. Һауа торошон миҙгелгә ярашлы билдәләргә өйрәтеүҙе дауам итеү. Тәүлек өлөштәрен билдәләргә өйрәтеү. Театр төрҙәре менән таныштырыу, театрлаштырылған тамашалар әҙерләү. | Йырлы – бейеүле түңәрәк уйындары, йырҙар. . Дидактик уйындар “Үҫемлектәң өлөштәрен тап”, “Үҫеш сылбыры”, “Ашарға ярай - ярамай”, “Үрсеү пирамидаһы”, “Туҡланыу пирамидаһы”, “Һүрәткә ҡарап һөйлә.”, “Был ниндәй бөжәк?” Һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә бәйле мәҡәлдәр, йомаҡтар , әйтемдәр өйрәнеү. Паркка экскурсия. Ҡояшты күҙәтеү. Тәбиғәткә бәйле теләктәр. Театрлшатырылған тамаша | Театрлаштырылған тамаша: “тайыш табан ниңә уйнарға сыҡманы?” |
Китап – белем шишмәһе | Ғинуар 2-3 аҙналар | Китаптар ҡарау һәм уларға һаҡсыл ҡараш булдырыу. Программаға ярашлы күренекле башҡорт һам рус яҙыусылары менән таныштырыу. | Сюжетлы – ролле уйындар “Китапхана”, Библиотекаға экскурсия. Китап магазинына экскурсия.; Әңгәмәләр. Дидактик уйындар “Уйлап тап, мин кем?”, “Яратҡан геройҙарҙың атрибуттарын дөрөҫ тап”, “Китап нисек эшләнә?” һ.б. Проект эштәре (китап мөйөшө булдырыу, китаптар күргәҙмәһе). Коллекциялар әҙерләү (яратҡан геройҙар); әҙәби геройҙар мотивтары буйынса музыка тыңлау. | “Нәфис һүҙ оҫтаһы” шиғыр конкурсы |
Икмәк – дәүләт байлығы | Ноябрь 1-2 аҙналар | Балаларҙы баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр (бойҙай, һоло, арпа) һәм уларҙан төрлө аҙыҡтар әҙерләү тураһында балаларға белемдәр биреү. Ауыл хужалығы эшсәндәренең профессиялары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.Элементар экогоик күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Башҡорт милли аштары менән таныштырыуҙы дауам итеү (ҡурмас, талҡан, һалма, бишбармаҡ һ.б.)Болонда, туғайҙа үҫкән үҫемлектәр тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. | Сюжетлы – ролле уйындар “Магазин”, “Транспорт”, “Ырҙында”, “Элеватор ” һ.б. диактик уйындар “Нимә бешерҙем”, “Икмәк бешерер өсөн нимә кәрәк”, “Икмәк нисек өҫтәлгә килә?”, “Үҫемлекте атап әйт”, “Өлөштәрен әйт” һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар өйрәнеү. Йырҙар тыңлау., өйрәнеү. Түңәрәк уйындары уйнау. Уйын ситуациялары булдырыу. Әңгәмәләр. Иллюстрациялар ҡарау. Музейгә экскурсия. Ата – әсәләр менән бергә милли аштар күргәҙмәһе әҙерләү. Икмәк магазинына экскурсия. | Тематик күңел асыу сараһы “Икмәк – йәшәү сығанағы”, “Икмәк беҙгә ҡайҙан килгән”. Ондан әҙерләнгән милли аштар күргәҙмәһе. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Экскурсияләрне һәм күзәтүләрне оештыру буенча тематик план
Максат :Туган як табигате белән балаларны күзәтүләр, экскурсияләр, сынлы сәнгать эшчәнлеге аша тәрбияләүне дәвам итү. Гүзәллекне, туган якның матурлыгын балаларның күңелләренә сеңдерү, балаларны...
Уртанчылар торкемендэ сойлэм устеру, тирэ-юнь белэн таныштыру эшчэнлеклэренен комплекслы тематик планы
тематик план...
календарь тематик план
календарь тематик план уртанчылар төркемендә...
УМК буенча физик эшчәнлектә куллану өчен тематик план
"Татарча өйрәнәбез" укыту-методик комплектының сүзлек минимумын физик эшчәнлектә кулланып, балаларга тел үзләштерергә ярдәм итү....
I кечкенәләр төркемнең укыту-тәрбия бирү эшенә комплекс-тематик планы
Проект темасы,максатлар,бурычларҮткәрү вакытыПроекатның эчтәлеге“Безнең балалар бакчасы”Максат: балаларны, балалар бакчасына ияләштерү.Бурычлар:-балалар бакчасыбелән якыннырак таныштыру.-әйләнә-тирә б...