Мастер - класс на тему "Музыка етәксеһенең эшендә инновацион технологиялар ҡулланыу”
методическая разработка (старшая, подготовительная группа)

Туйгунова Алия Юлаевна

Мастер - класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл master_-_klass_tuygunovoy_a.yu_.docx16.78 КБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Мастер – класс

«Миңә әйт – мин онотормон, миңә күрһәт – мин иҫтә ҡалдырырмын, мине ҡыҙыҡһындыр – мин өйрәнермен», - тигән бөйөк ҡытай халҡы әйтеме бар!

Тема: “Музыка етәксеһенең эшендә инновацион технологиялар ҡулланыу”

Девиз: «Бейеү – ул һинең йөрәгеңдең тибеше, һинең һулышың. Ул һинең тормошоңдоң ритмы. Ул ваҡыт һәм хәрәкәт, бәхет, шатлыҡ, һағыш һәм көнсөллөк сағылышы»

(Жак д, Амбуаз)

Мастер – кластың төп идеяһы.

Балаларҙы музыкаль яҡтан тәрбиә биреүҙең инновацион технологияһының нигеҙендә бейеү, музыка аҫтында импровизацияланған хәрәкәт, ритмлыҡты берләштергән коллектив эшмәкәрлек ята.

Маҡсат:

  1. Балаларҙы бейеү культураһына ылыҡтырыу, эстетик тәрбиә биреү, ижади һәләттәрен үҫтереү.
  2. Әхлаки – рухи ҡиммәттәрҙе, мәҙәни традицияларҙы, йолаларҙы өйрәтеү, төшөнөү һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу.

Ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн һәм уның һөҙөмтәлелеген күреү,  шулай уҡ башҡорт рухын тойоп үҫеүҙәрендә милли кейем кейеп бейеү ҙур әһәмиәткә. Ә хәҙер мин һеҙгә бүлешәм, күрһәтәм.

Бурыстар:

  • Бейеү сәнғәтенә ылыҡтырыу, бейеү тураһында белемдәрен арттырыу.
  • Музыка аҫтында импровизациялауға ынтылыш, теләк тыуҙырыу, таныш хәрәкәттәр менән үҙ композицияһын уйлап сығарыу.
  • Ритм тойғоһон үҫтереү, темп, координация һәм ирекле хәрәкәттәр барлыҡҡа килтереү.
  • Төп бейеү хәрәкәттәрен өйрәтеү.
  • Үҙ алллы һәм коллектив эш алымдарына өйрәтеү.
  • Балалар араһында әхлаҡи – эстетик мөнәсәбәттәр формалаштырыу.
  • Бейеүҙең художестволы образын тыуҙырғанда балаларҙың ижади үҙааллылығын үҫтереү.

Ҡулланылған методик алымдар:

  1. Хәрәкәттәрҙе көйһөҙ һанап күрһәтеү;
  2. Музыка аҫтында хәрәкәтте асыҡ итеп башҡарыу;
  3. Хәрәкәтте һүҙ менән аңлатыу;
  4. Хәрәкәттең башҡарылыу сифатын иғтибар менән ҡарау һәм баһалау;
  5. Ижади эштәр (биремдәр)  

Музыка етәкселәре баларларҙы музыкаль – ритмик хәрәкәттәргә, бейеүгә, уйындарға өйрәткәндә төрлө методтар ҡуллана:

  • Күрһәтеп – тыңлау (музыканы матур итеп башҡарыу)
  • Күрһәтмә – хәрәкәтле (уйын, бейеү, айырым ритмик күнегеүҙәрҙе күрһәтеү)
  • Һүҙле (хәрәкәттәрҙе эшләп күрһәтеү, аңлатыу)
  • Күнегеүҙәр: күп тапҡыр ҡабатлау, таныш материалдарҙы үҙгәртеү, образды ҡабул итеп һәм күрһәтә белеү күнекмәһе.

Бейеү – ул көйҙөң эмоциональ сағылышы. Бейеү балаларҙы матурлыҡ донъяһына ылыҡтыра, бәләкәй генә саҡтан эстетик зауыҡ уята.

Бейеү балаларҙы мәҙәни аралашыу ҡәғиҙәләренә өйрәтә. Малайҙар үҙҙәренең партнерына иғтибарлы, һаҡсыл мөнәсәбәттә була башлайҙар. Бейеү әхлаҡи тәрбиәнең бер сараһы булып тора.

Бейеү төрҙәре:

  1. Нығытылғын хәрәкәттәр менән бейеү йәки авторлыҡ хоҡуғына эйә бейеү
  • Замана балалар бейеуе
  • Халыҡ бейеүе
  • Йыр менән түңәрәктә бейеү
  1. Өйрәнелгән хәрәкәттәр нигеҙендә бейеү – импровизация. Ул балалар ижадын үҫтереү маҡсатында ҡулланыла. Уларғ түбәндәгеләр инә:
  • Бейеү «көҙгө»
  • Беренсе өлөштә балалар хәрәкәттәрҙе үҙҙәре уйлай, ә икенсе өлөштә хәрәкәттәрҙе педагог күрһәтә;
  • Балалар беренсе һәм икенсе өлөштәге хәрәкәттәрҙе үҙҙәре уйлап сығара.

Көтөлгән һөҙөмтәләр, һығымта: шулай итеп, бейеү (бейеү хәрәкәттәре), уларҙы милли кейемдә башҡарыу – мәктәпкәсә йәштәге баланың музыкаль ижадын һәм ижади шахесен формалаштырыу йәһәтенән ҡарағанда иң һөҙөмтәле музыкаль эшмәкәрлек булып тора һәм балаларҙы милли  рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.

Бала профессиональ бейеүсе булып китмәһә лә, төрлө яҡтан үҫешкән шәхес булып үҫеүенә һис шик юҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер – класс «Метод проекта в деятельности педагога как инновационная педагогическая технология»

  Основной целью моей педагогической деятельности считаю - помочь детям проявлять и развивать их личную заинтересованность в приобретении знаний. Проектную деятельность я рассматриваю как...

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУҘА ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУ

В материале  описывается опыт работы по использованию инновационных форм работы при ознакомлении дошкольников с башкирскими народными сказками...

Мастер-класс «Знакомство с волшебной книгой Виммельбух - как инновационной технологией развития речи детей старшего дошкольного возраста ».

Мастер-класс «Знакомство с волшебной книгой Виммельбух - как инновационной технологией развития речи детей старшего дошкольного возраста ». Цель: повышение профессионального маст...

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй, ә иң ...