Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу
консультация (старшая группа)

Ишдавлетова Зухра Багаутдиновна

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй, ә иң мөһиме – башҡорт теленең бәҫен күтәреп, балалар ҙа ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр. Компьютер технологиялары – ул хәҙерге заман педагогының иң кәрәкле эш ҡоралы. Шулай итеп,үҙ эшен яратҡан һәр бер тәрбиәсе , заманса технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, балаларҙың башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала тип ышанырға ҡала

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad_inntehbashtele7.docx15.74 КБ

Предварительный просмотр:

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу.

Бөгөнгө көндә яңыса уҡытыу –заман талабы. Бөтәбеҙгә лә билдәле, хәҙерге заманды компьютер технологияларһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Хәҙерге заман балалары ла мәғлүмәт - компьютер технологиялары менән бик иртә таныша. Китаптағы һүрәттәргә ҡарағанда , экрандағы асыҡ, сағыу, бер - береһен алмаштырып торған һүрәттәр , балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ундағы ваҡиғалар уларҙың хәтерендә тиҙ генә һаҡлана. Заман үҙ талаптарын ҡуя : бөгөнгө көндә уҡытыу - тәрбиә барышында яңы технологияларҙы ҡулланыу төп мәсьәлә булып тора. Һәр баланың белемде үҙләштереүгә һәләте төрлөсә була. Ҡайһы бер балаларҙа ишетеп иҫтә ҡалдырыу дәрәжәһе өҫтөнлөк алһа, ә күпселек балаларҙа күреп иҫтә ҡалдырыу дәрәжәһе өҫтөнлөк ала.Шуға ла хәҙерге педагогтар балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу,уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн төрлө алымдар уйлап табырға – шул уҡ мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланырға тырышалар.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу барышында төрлө интерактив уйындар,мультимедиялы презентациялар,аудио һәм видео яҙмалар аша  балаларға туған телде өйрәтеүҙә киләһе эш төрҙәрен ҡулланам:

-һүрәт һәм схема буйынса һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөү,

-сюжетлы һүрәттәр аша бәләкәй күләмдәге хикәйә төҙөү,

-фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү,

-сылбыр буйынса хикәйә төҙөү,

-ял минуттары ҡулланыу.

Был эш алымдары балаларҙың уйлау,фекерләү һәләтен,һүҙ байлығын, ҡыҙыҡһыныусанлығын үҫтерә һәм ижади яҡтан үҫешкә булышлыҡ итә..Иң әүҙем мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар улар: аудио-видео яҙмалар,мультимедия һәм төрлө уйындар,сөнки уйын- мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн иң мөһим эшмәкәрлек төрө булып тора. Башҡорт телендәге аудио һәм видео әҫәрҙәр,әкиәттәр ҡулланыу балаларҙың телмәр үҫеше өсөн ҙур роль уйнай.

 Нәфис әҙәбиәт менән таныштырғанда мультимедиялы презентацияларының мөмкинлектәре сикһеҙ.Бирелгән әҫәрҙәрҙең сюжеттарының матур һүрәттәре балаларҙы ылыҡтыра һәм тыңлау теләген үҫтерә..Мультимедиялы презентация ул –компьютер программалары ярҙамында мәғлүмәтте еткереү өсөн уңайлы һәм нәтижәле ысул.Ул үҙенә динамика,тауыш,сағыу һүрәттәр һ.б мөмкинлектәрҙе үҙ эсенә ала һәм балаларҙың иғтибарын оҙаҡҡа йәлеп итә.

Белем биреү эшмәкәрлегендә презентацияларҙы ҡулланыуҙың бик күп өҫтөнлөктәре бар:

-балаларҙың танып белеү әүҙемлеген үҫтерә һәм өйрәнелгән материалдың күләмен арттыра,

-бала һәм тәрбиәсе араһында барған хеҙмәттәшлеккә,аралашыуҙың яңы төрөн формалаштырыуға булышлыҡ итә,

-мәктәпкәсә йәштәге балаларға аңлайышлы булған мәғлүмәт төрөн ҡулланырға ярҙам итә ,

-ижади һәләтте,хәтерҙе үҫтерә,һүҙлек байлығын һәм бирелгән материалды үҙләштереүҙең һөҙөмтәһен арттыра,

-эшмәкәрлек барышында баланың хис-тойғоһона ыңғай 

йоғонто яһай,ә был уңыштың нигеҙе булып тора.

Шуға күрә башҡорт телен өйрәтеүҙә медиа төрҙәрен ҡулланыу мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен оҙаҡ булмаған ваҡыт эсендә формалаштырырға булышлыҡ итә.

    Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса проект эшмәкәрлек технологияһы балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм бала менән берлектә ойошторола

 Маҡсаты: проблема йәки мәсьәлә өҫтөндә эшләп бала һорауҙарға,эҙләнеүҙәргә яуап ала, аҡыл-зиһене үҫешә, проектының һөҙөмтәһен күрә. Проекттар төрлөсә булырға мөмкин:

      -Ҡатнашыусылар һанына ҡарап- индивидуаль, парлы, төркөм

      -Ваҡытына ҡарап: ҡыҫҡа, уртаса, оҙайлы

      -Өҫтөнлөгөнә ҡарап: ижади, уйын, эҙләнеү-тикшеренеү

      -Тематикаһы буйынса: ғәилә проекты, тәбиғәт, йәмәғәт проекты

Балалар баҡсаһында иновавацион технологияга: тикшеренеү эшмәкәрлек

      Маҡсат: проблема йәки мәсьәлә өҫтөндә эшләгәндә бала үҙе проблеманан сығыу юлдарын эҙләй, яуап таба.

Методик алымдар: күҙәтеү, әңгәмә, тәжрибә үткәреү, дидактик уйындар һәм башҡалар. Бала фекер йөрөтөргә, анализ яһарға, хәл итергә өйрәнә, логик эшмәкәрлеге формалаша. 

 -     Һәр баланы шәхес итеп күрергә,

-     Эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойошторорға,

-     Үҙ аллы эшмәкәрлек өсөн шарттар тыуҙырыу,

-     Тәрбиә һәм белем биреүҙә традицион булмаған алымдар ҡулланыу

-     Заман менән бергә атлап, яңынан-яңы технологиялар ҡулланыу, файҙаланыу мотлаҡ.

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй, ә иң мөһиме – башҡорт теленең бәҫен күтәреп, балалар ҙа ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр. Компьютер технологиялары – ул хәҙерге заман педагогының иң кәрәкле эш ҡоралы. Шулай итеп,үҙ эшен яратҡан һәр бер тәрбиәсе , заманса технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, балаларҙың башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала тип ышанырға ҡала.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУҘА ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУ

В материале  описывается опыт работы по использованию инновационных форм работы при ознакомлении дошкольников с башкирскими народными сказками...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу....