Күңел асыу сараһы «Минең яратҡан уйынсығым» (Сценарий итогового мероприятия "Моя любимая игрушка")
план-конспект занятия (младшая группа) на тему
Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау әргә-тирәне уратҡан әйберҙең (уйынсыҡтарҙың) атамаларын ҡабатлау;
Үҫтереү бурыстары: һаулыҡ һорашыу, һаубуллашыу ғәҙәттәрен нығытыу; уйындар аша иғтибарлыҡтарын, телмәрҙәрен үҫтереү.
Тәрбиәләү бурыстары: изгелек теләү, ярҙамсылыҡ, үҙ тиҫтерҙәренә һәм өлкәндәргә ҡарата хөрмәтле мөнәсәбәт һымаҡ сыфаттарҙы тәрбиәләү.
Материалдар: туп, 2 машина, ҡуян уйынсыҡтары.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 13.17 КБ |
Предварительный просмотр:
Күңел асыу сараһы «Минең яратҡан уйынсығым»
Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау әргә-тирәне уратҡан әйберҙең (уйынсыҡтарҙың) атамаларын ҡабатлау;
Үҫтереү бурыстары: һаулыҡ һорашыу, һаубуллашыу ғәҙәттәрен нығытыу; уйындар аша иғтибарлыҡтарын, телмәрҙәрен үҫтереү.
Тәрбиәләү бурыстары: изгелек теләү, ярҙамсылыҡ, үҙ тиҫтерҙәренә һәм өлкәндәргә ҡарата хөрмәтле мөнәсәбәт һымаҡ сыфаттарҙы тәрбиәләү.
Материалдар: туп, 2 машина, ҡуян уйынсыҡтары.
Күңел асыу сараһының барышы
Балалар баян тауышына музыкаль бүлмәгә керәләр. Ҡуян ҡаршылай
Ҡуян: Һаумыһығыҙ балалар!
Балалар: Һаумыһығыҙ!
Ҡуян: Мин Ҡуян. А һеҙ кем?
Балалар: “Ҡарлуғас” төркөмө балалары.
Ҡуян: Һеҙ миңә ҡунаҡҡа килдегеҙме әллә?
Балалар: Әйе!
Ҡуян: Улай булғас, әйҙәгеҙ түңәрәккә торайыҡ, ҡунаҡтарымды беетеп алайым әле. Минең арттан ҡабатлағыҙ!
“Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян” йырына бееу
Ҡуян: Афарин! Шәп булдығыҙ!
Сюрприз мәле
Ҡуян: Ҡунаҡтарымды уйнатып алайым әле. Беҙ һеҙҙең яратҡан уйынсыҡтарығыҙ менән уйнаясаҡбыҙ. Һааа... был тоҡ эсендә нималәр бар икән.
Уйынсыҡтарҙы тасуирлау
Ҡуян: Ул түңәрәк, беҙ уны тәгәрәтеп, тибеп уйнайбыҙ. (туп)
Д.У. Тупты тәгәрәт
Ҡуян: Был уйынсыҡты малайҙар уйнатырға ярата, ғ тәгәрмәсе бар. (машина)
Д.У. Кем беренсе
Ҡуян: Уның ике оҙон ҡолағы бар, ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына, урманда йәшәй, кешер ашарға ярата. (ҡуян)
Бармаҡ уйыны Ҡуян
Ҡуян: Ҡунаҡ булғас бееп күрһәтегеҙ инде.
Парлы бееү “Бир ҡулыңды, Әлиә...”
Ҡуян: Һай, афарин! Һеҙҙең менән рәхәт! Ә һеҙгә миндә оҡшанымы?
Балалар: Әйе!
Ҡуян: Тағы ла ҡунаҡҡа киләһегеҙме?
Балалар: Әйе!
Ҡуян: Улай булғас, һау булығыҙ. Осрашҡанға тиклем!
Балалар: Һау булығыҙ!
Баян тауышына балалар төркөм бүлмәһенә оҙатыла.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий праздника "День любимой игрушки"
Сценарий...
сценарий развлечения "Мои любимые игрушки"
Данный материал может быть полезен педагогам дошкольного образования....

Сценарий досуга:"Моя любимая игрушка"
Создание благоприятной атмосферы в зале,чувство радости и удовольствия от совместных игр,содействие в развитии физических качеств детей через игровую деятельность...

Сценарий развлечения "Наши любимые игрушки" для детей младшего дошкольного возраста.
Цель:развивать у детей активное желание принимать участие в игровом развлечении....
Сценарий занятия "Мои любимые игрушки"
Конкурс чтецов...

Мини - проект во второй группе раннего возраста"Мои любимые игрушки".
Тип проекта: исследовательский,творческий. Вид проекта:краткосрочный однодневный. Участники проекта:дети 2-3 лет,воспитатель. Актуальность проекта:В раннем возрасте основой становления ...