Примерный вариант комплексно - тематического планирования в ДОУ по ФГОС
методическая разработка (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа) по теме

Каримова Ямиля Сайфулловна

Комплексно - теаматическое планирование с учетом региональных особенностей    в группах с башкирским языком обучения.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Иртә йәштәге балалар төркөмөндә комплекслы – тематик план өлгөһө  

Тема

Периоды

Эш йөкмәткеһе

Йомғаҡлау саралары

Балалар баҡсаһы.

 

Сентябрь

1-2 аҙналар

Кескәйҙәрҙе яңы мөхиткә – балалар баҡсаһына яраҡлаштырыу. Балалар, тәрбиәселәр менән танышыу. Балалар баҡсаһына, хеҙмәткәрҙәргә  ҡарата ыңғай эмоциональ ҡараш формалаштырыу.

Адаптация буйынса документтар тултырыу.

Һаумы – һаумы Көҙһылыу!

Сентябрь

3-4 аҙналар

Көҙ миҙгеле тураһында элементар белемдәр формалаштырыу. Урожай йыйыу, ҡайһы бер йәшелсә, емеш – еләктәр, бәшмәктәр  тураһында тәү күҙаллауҙар үҫтереү.  Йорт хайуандары һәм ҡоштары тураһында белемдәр байытыу. Урман йәнлектәренең һәм ҡоштарҙың көҙгө ҡылыҡтары менән таныштырыу.

Байрам  «Көҙһылыуҙа ҡунаҡта».

Балалар эштәренән күргәҙмә

Мин – кеше

Октябрь

1-2 аҙналар

Үҙең тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Кешенең тән өлөштәре менән таныштырыу (баш, ҡулдар, аяҡтар һ.б.).  Исеме, ғаилә  ағзалары тураһында башланғыс күҙаллауҙар формалаштырыу.  Тәрбиәсене исем- шәрифәттәре менән әйтергә йөрәтеү.

“Һаумыһығыҙ, мин килдем !”

стенды әҙерләү

Төркөм балаларының фотоальбомын эшләү.

Мин йәшәгән урын

Октябрь

3-4 аҙналар

Өй, торлаҡ, йорт йыһаздары, һауыт – һаба тураһында белемдәр формалаштырыу. Сибай ҡалаһының , ҡасабаның  бала йәшәгән урынға яҡын урамдары, дауахана, магазиндар тураһында мәғлүмәттәр биреү.

Сюжет сағылдырыусы уйындар “Ғаилә”

 Балалар эштәренән күргәҙмә

Транспорт

Ноябрь

1-2 аҙналар

Транспорт менән таныштырыу. Ябай юл ҡағиҙәләре тураһында белемдәр байытыу. Светофор тураһында төшөнсә биреү. Табип, һатыусы, шофер, полицейский һөнәрҙәре менән таныштырыу.  

Сюжет  сағылдрыусы уйындар “Ҡурсағым менән дауаханала”, “Уйынсыҡтар магазинында”

“Беҙ юл аша сығабыҙ”

Ҡыш етте

Декабрь

1-2 аҙналар

Тыуған яҡта ҡыш миҙгеле тураһында башланғыс күҙаллауҙар үҫтереү. Сезондағы үҙгәрештәр (кейем, тәбиғәттә, уйын майҙансығында үҙгәрештәр ) тураһында белемдәр формалаштырыу. Ҡыш миҙгелендә йәнлектәр һәм ҡоштарҙың йәшәү рәүеше тураһында мәғлүмәттәр биреү.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Яңы йыл байрамы

Декабрь

3-4 аҙналар

Яңы йылға ярашлы төрлө эшмәкәрлектәр (уйын, коммуникатив, хеҙмәт, танып белеү – тикшеренеү, музыкаль, һүрәтләү һ.б.) ойоштороу. Уйындар, йырҙар, шиғырҙар өйрәнеү.

Яңы йыл иртәлеге

Балалар эштәренән күргәҙмә

Гәлсәр ҡыш

Ғинуар

3-4 аҙналар

Тыуған яҡта ҡыш миҙгеле тураһында башланғыс күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Сезондағы үҙгәрештәр (кейем, тәбиғәттә, уйын майҙансығында үҙгәрештәр ) тураһында белемдәр формалаштырыу. Ҡыш миҙгелендә йәнлектәр һәм ҡоштарҙың йәшәү рәүеше тураһында белемдәр киңәйтеү.

Интеграцялы ОББЭ

“Гәлсәр ҡыш

Минең яратҡан уйынсығым

Февраль

1-2 аҙналар

Уйынсыҡтар тураһында белемдәр киңәйтеү. Милли кейемдә башҡорт ҡурсағы менән таныштырыу. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләре: әүрәткестәр, һамаҡтар, бишек йырҙары менән таныштырыу. Фольклор өлгөләрен  һәр эшмәкәрлектәрҙә лә ҡулланыу.

Күргәҙмә “Минең яртаҡан уйынсығым”

 Күңел асыу сараһы “Ҡурсағымдың тыуған көнө”

Мнең атайым

Февраль

3-4  аҙналар

Атайҙарға ҡағылышлы төрлө эшмәкәрлектәр ойоштороу: нәфис әҙәбиәт уҡыу, шиғырҙар өйрәнеү, һүрәтләү, коммуникатив, танып белеү, музыкаль һ.б.

Фотокүргәҙмә

“Минең атайым ”

Әсәйҙәр байрамы

Март

1-2 аҙналар

Ғаилә һәм ғаилә ағзалары тураһында мәғлүмәт биреүҙе дауам итеү (әсәй, өләсәй, апай) темаға ярашлы төрлө эшмәкәрлектәр ойштороу (коммуникатив, һүрәтләү, нәфис әҙәбиәт һәм фольклор ҡабул итеү, хеҙмәт, музыкаль, танып белеү - тикешеренеү)

Күңел асыу сараһы

“Әсәйҙәр менән бергә”

Күргәҙмә “Мин әсәйем менән”

Көлә – көлә яҙ килә!

Март

3-4  аҙналар

Апрель

1-2 аҙналар

Тыуған яҡта яҙ миҙгеле тураһында башланғыс күҙаллауҙар үҫтереү. Сезондағы үҙгәрештәр (кейем, тәбиғәттә, уйын майҙансығында үҙгәрештәр ) тураһында белемдәр формалаштырыу. Яҙ көндәрендә  йәнлектәр һәм ҡоштарҙың йәшәү рәүеше тураһында мәғлүмәттәр биреү.

Йорт хайуандары, ҡоштары, емеш – еләк, йәшелсәләр тураһында белемдәр байытыу.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Кескәйҙәр  өсөн башҡорт халыҡ йолалары

Апрель

3-4  аҙналар

“Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” йолаларының уйын элементтары менән таныштырыу: һамаҡтар, һанашмаҡтар, йомаҡтар, әүрәткестәр. Иллюстрациялар, бағышһүрәттәр, видеояҙмалар ҡарау. Йолаларға ҡағылышлы төрлө эшмәкәрлектәр ойоштороу.

Ата – әсәләр ярҙамында әҙерләнгән “Ҡарға бутҡаһы” йәки “Кәкүк сәйе” фольклор байрамында  ҡатнашыу

Йәй етә

Май

1-4 аҙналар

Йәй тураһында  элементар күҙаллауҙар үҫтереү. Йәй көндәрендә ҡыр    хайуандары һәм ҡоштарҙың йәшәү рәүеше тураһында белемдәр киңәйтеү.

Йорт хайуандары, ҡоштары, емеш – еләк, йәшелсәләр тураһында белемдәр байытыу. Йылы яҡта йәшәүсе ҙайһы бер хайуандар менән таныштырыу (программаға ярашлы)

Балалар эштәренән күргәҙмә

Мониторинг  

           

Кескәйҙәр төркөмөндә комплекслы – тематик план өлгөһө

Тема

Периоды

Эш йөкмәткеһе

Йомғаҡлау саралары

Балалар баҡсаһы

Сентябрь

1-2 аҙналар

Балалар баҡсаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тәрбиәсе, кесе тәрбиәсе, музыка етәксеһе, табип, ихата йыйыштырыусы һөнәрҙәре менән таныштырыу. Балалар баҡсаһында тәртип ҡағиҙәләрен өйрәнеү, тиҫтерҙәр менән аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү. Төркөм мөхите, балалар баҡсаһы бүлмәләре  менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Күргәҙмә “Беҙҙең балалар баҡсаһы”

Мониторинг

Көҙһылыу килде беҙгә!

Сентябрь

3-4  аҙналар

Көҙ тураһында, көҙгө урожай, емеш – еләк, йәшелсәләр, бәшмәктәр тураһында  күҙаллауҙар байытыу.  Ауыл хужалығы һөнәрҙәре менән таныштырыу. Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үҙләштереү. Тәбиғәттә күҙәтеүҙәр ойоштороу. Йорт хайуандары, ҡоштары, ҡырағай хайуандар һәм  ҡоштарҙың ҡылыҡтары менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Күргәҙмә

“Көҙгө байлыҡ, көҙгө муллыҡ”

Емеш – еләктәр, йәшелсәләр тураһында альбомдар әҙерләү

Мин һәм минең ғаиләм

Октябрь

1-2  аҙналар

Сәләмт йәшәү рәүеше буйынса күҙаллауҙар үҫтереү. Тән һәм битте тәрбиәләү  күнекмәләре формалаштырыу.  Үҙеңдең тышҡы ҡиәфәтең тураһында күҙаллау үҫтереү. Гендер  күҙаллауҙары булдырыу. Үҙенең исемен, фамилияһын, ғаилә ағзаларының исемдәрен әйтергә өйрәтеү. Ғаилә тураһында белемдәр байытыу.

Спорт күңел асыу сараһы “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”

Минең өйөм. Минең ҡалам (ҡасабам)

Октябрь

3-4  аҙналар

Йәшәгән йорт, ундағы йыһаздар, һауыт – һаба, көнкүреш приборҙары тураһында белемдәр формалаштырыу.. Тыуған ҡала Сибай менән таныштырыу, уның күренекле урындары тураһында белемдәр киңәйтеү.

Сюжетлы – ролле уйын “Ғаилә”

Балалар ижады күргәҙмәһе

Транспорт.

Һөнәрҙәр.

Ноябрь

1-4 аҙналар

Транспорт төрҙәре менән таныштырыу.Ҡалала  тәртип ҡағиҙәләре, юл ҡағиҙәләре тураһында белемдәр формалаштырыу. Сибай ҡалаһында  булған һөнәрҙәр (полицейский, һатыусы, сәс ҡырҡыусы, шофер, автобус йөрөтөүсе) менән таныштырыу

Күңел асыу сараһы

“Светофория илендә” Балалар эштәренән күргәҙмә

Гәлсәр ҡыш

Декабрь

1-3 аҙналар

Ҡыш тураһында күҙаллауҙар киңәйтеү. Тәбәғәттәге үҙгәрештәр менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ҡышҡы спорт төрҙөре менән таныштырыу. Ҡыш көндәрендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында күҙаллауҙар формалаштырыу. Һыу һәм боҙ менән тәжрибәләр үткәреү.

Балалр эштәренән күргәҙмә

Тематик күңел асыу сараһы

Яңы йыл

Декабрь

3 – 4 аҙналар

Яңы йылға ҡағылышлы төрлө эшмәкәрлектәр ойоштороу

Яңы йыл иртәлеге

Хайуандар донъяһы

Ғинуар

2-4 аҙналар

Тыуған яҡта йәшәгән ҡырағай хайуандар менән таныштырыуҙы дауам итеү. Уларҙың тышҡы ҡиәфәте, кәүҙә төҙөлөшө, ҡышҡы йәшәйеше һәм туҡланыуы тураһында белемдәр формалаштырыу.

“Тыуған яҡ хайуандар донъяһы” исемле альбом әҙерләү.

Халыҡ уйынсыҡтары

Февраль

1 аҙна

Биҙәкле матрешкалар (башҡорт халыҡ  биҙәктәре  һәм урыҫ  халыҡ биҙәктәре төшөрөлгән ) менән таныштырыу. Халыҡ кәсеп – һөнәрҙәре тураһында төшөнсә биреү. Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады өлгөләре менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтар күргәҙмәһе ойоштороу

Ил һаҡсылары көнө

Февраль

2-4 аҙналар

Патритик тәрбә биреү эшмәкәрлектәре ойоштороу. Хәрби һөнәрҙәр менән таныштырыу (һалдат, матрос   һ.б.). Гендерлыҡ тәрбиәһе буйынса төшөнсәләр биреү.  

“Минең атайым – һалдат” фотокүргәҙмәһе ойоштороу

Әсәләр нур сәсәләр

Март

1-2 аҙналар

Әсйәҙәргә, өләсәйҙәргә ҡағылышлы темалар буйынса эшмәкрлек төрҙәррре ойоштороу (хеҙмәт, уйын, һүрәтләү, музыкаль, театр, танып белеү, хәрәкәт, коммуникатив, фольклор һәм нәфис әҙәбиәт ҡабул итеү)

Иртәлек

Яҙһылыуҙа ҡунаҡта

Март

2-4 аҙналар

Яҙ тураһында белем кимәлен байытыу

 Яҙғы тәбиғәттең матурлығын күрергә өйрәтеү. Сезон күренештәре, тәбиғәттә үҙ – ара бәйләнеш  тураһында күҙаллауҙар киңәйтеү.  

Тематик күңелд асыу сараһы

Балалар эштәренән күргәҙмә

Сәлмәт тәндә – сәләмәт рух

Апрель

1-2 аҙналар

Сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында тәү төшөнсәләр биреүҙе дауам итеү. Үҙ – үҙеңде һаҡлау ҡағиҙәләре  тураһында күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Тормош хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, спорт, физик күнегеүҙәр тураһында төрлө эшмәкәрлектәр ойоштороу

Спорт күңел асыу сараһы “Беҙ – йәш спортсылар!”

Башҡорт халыҡ йолалары

Апрель

3-4  аҙналар

Балаға исем ҡушыу йолаһы менән таныштырыу. Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен  белеп үҫеүенә булышлыҡ итеү. “Мин” концепцияһын формалаштырыу: исеменә  ҡарата, үҙ милләтенә ҡарата ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү. Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү: әүрәткестәр, һөйгөстәр, һанашмаҡтар, бишек йырҙары, тел төҙәткестәр.

 Ата – әсәләр менән берлектә “Бишек туйы” байрамын үткәреү

Батырҙар – ил терәге

Май

1-2 аҙналар

Еңеү байрамы тураһында тәү төшөнсәләр биреү. Салаут Юлаев тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Батырҙарға арналған төрлө эшмәкәрлектәр ойоштороу.

Тематик сара

 “Мин– Салауат тоҡомонан!”

Тиҙҙән йәй етә

Май

3-4 аҙналар

Тәрбиәләнеүселәрҙең йәй тураһында белемдәрен байытыу. Кешеләр, хайуандар, үҫемлектәрҙә үҙгәрештәр тураһында белемдәр формалаштырыу.Ҡом һәм һыу менән тикшеренеү эштәре алып барыу. Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре  тураһында белемдәр нығытыу.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Йомғаҡлау эшмәкәрлектәре

Мониторинг

Уртансылар төркөмөндә комплекслы – тематик план өлгөһө

Тема

Периоды

Эш йөкмәткеһе

Йомғаҡлау саралары

 Белем көнө

Хәүефһеҙлек  

Сентябрь

1-2 аҙналар

Тәрбиәләнеүселәрҙә китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Балалар араһында дуҫлыҡ атмосфераһы булдырыу. Балалар баҡсаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү. Хеҙмәткәрҙәр тураһында белемдәр байытыу. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса белемдәр формалаштырыу.

Белем көнөнә араналған байрам  

Балалар эштәренән күргәҙмә

Мониторинг

Мин кеше

Сентябрь

3-4 аҙналар

“Мин” образы формалаштырыу. Сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәре буйынса күҙаллауҙар киңәйтеү.  Үҙенең тышҡы ҡиәфәте тураһында күҙаллауҙар үҫтереү.  Үҙ тәнеңде тәрбиәләү буйынса күнекмәләр үҫтереү. Гендер күҙаллауҙар үҫтереү. Ғаилә буйынса белемдәр нығытыу: исемен, фамиляһын, ғаилә ағзаларының исемдәрен дөрөҫ әйтеү. Ата – әсәләр һөнәрҙәре менән таныштырыу.

Спорт байрамы

Көҙ

Октябрь

1-2 аҙналар

Тәрбәләнеүселәрҙең көҙ тураһында белемдәрен киңәйтеү.Ауыл хужалығы һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү.  Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Көҙ миҙгеле тураһында дөйөмләштерелгән күҙаллауҙар үҫтереү. Йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың миҙгелгә яраҡлашыу үҙенсәлектәре тураһында белемдәр формалаштырыу.Төрлө күҙәтеүҙәр ойоштороу.  Элементар экологик күҙаллауҙар үҫтереү.

Көҙ байрамы

Балалар эштәренән күргәҙмә

Минең ҡалам (ҡасабам)

Октябрь

3-4 аҙналар

Тыуған ҡала (ҡасаба) менән таныштырыу.Тыуған яҡ, уның тарихы, мәҙәниәте тураһында тәү төшөнсәләр биреү. Тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү тойғолары тәрбиәләү. Тыуған ҡаланың,  арҙаҡлы кешеләре менән таныштырыу.

Күңел асыу сараһы

“Сибайым тыуған ҡалам, йыр – моңдо һинән алам!”

Тыуған илем- Башҡортостан

Ноябрь

1-2 аҙналар

Беҙ – башҡорт милләте вәкилдәре икәнен төшөндөрөү. Башҡортостанда башҡа төрлө милләт вәкилдәре йәшәгәнен аңлатыу.  Башҡортостан, уның тарихы, мәҙәниәте, тураһында тәү төшөнсәләр биреү.Тыуған яҡтың тәбиғәте, ундағы тереклек тураһында белемдәр формалаштырыу. Башҡортостандың арҙаҡлы кешеләре (рәссамдар, яҙыусылар) менән таныштырыу.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Транспорт.

Һөнәрҙәр

Ноябрь

3-4 аҙналар

Транспорт төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында белемдәр киңәйтеү. Ҡайһы  бер һөнәрҙәр менән таныштырыу (программаға ярашлы)

Сюжетлы – роле уйын

“Юл инспекторы”

Балалар эштәренән күргәҙмә

Гәлсәр ҡыш

Декабрь

1-2 аҙналар

Ҡыш тураһында күҙаллауҙар киңәйтеү. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт араһында булған үҙ – ара бәйләнеште күрә белергә өйрәтеү. сезонға ярашлы күҙәтеүҙәр ойоштороу. Ҡышҡы спорт төрҙөре менән таныштырыу. Ҡыш көндәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында белемдәр киңәйтеү. Боҙ һәм һыу менән  эҙләнеү - тикшеренеү эштәре ойоштороу. Гел генә ҡыш булған урындар тураһында белемдәр формалаштырыу. Арктика һәм Антарктида йәнлектәре  менән таныштырыу.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Ҡыш миҙгеленә ярашлы макеттар әҙерләү

Яңы йыл

Декабрь

3-4 аҙналар

Яңы йылға ҡағылышлы төрлө  эшмәкәрлектәр ойоштороу. Йырҙар, уйындар, шиғырҙар өйрәнеү. Шыршы янында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен нығытыу.

Яңы йыл иртәлеге

Башҡортостанда

хайуандар  һәм йәшеллек донъяһы

Ғинуар

2-4 аҙналар

Башҡортостанда ҡышлаусы ҡоштар, ҡыр хайуандары, йорт ҡоштары һәм хайуандарының ҡыш миҙгеленә ярашлы терекелек итеүе тураһында белемдәр киңәйтеү.Туҡланыу сылбыры  тураһында  мәғлүмәттәр биреү. Йылға һәм ундағы йәнлек, үҫемлектәр менән таныштырыу.Тәбиғәттә булған үҙ ара бәйләнеш тураһында белемдәр киңәйтеү.

Япраҡлы, ылыҫлы, ҡатнаш урмандар булыуы тураһында аңлатма биреү.Башҡортостанда үҫкән ағастар, ҡыуаҡтар менән таныштырыуҙы дауам итеү, улар араһындағы айырмалыҡтарҙы күрһәтеү.Ағастарҙың ҡышты нисек ҡышлауҙары тураһында төшөнсәләр биреү.

Башҡортостанда йәшәүсе хайуандар тураһында макет әҙерләү

Тыуған яҡта үҫкән ағастар, ҡыуаҡтар буйынса альбом булдырыу

Ил һаҡсылары

Февраль

Тәрбиәләнеүселәрҙе хәрби һөнәрҙәр, хәрби техника  менән таныштырыу. Рәсәй флагы тураһында төшөнсәләр биреү. Гендер тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү. Атай, ағай, малайҙарға, һуғыш ветерандарына ихтирам тәрбиәләү. Башҡорт халыҡ батырҙары тураһында белемдәр формалаштырыу.

Ил һаҡсылары көнөнә арналған  күңел асыу сараһы

Ата – әсәләр һәм балалар яраҙмында хәрби техника һәм һөнәрҙәр буйынса альбомдар булдырыу

Әсәле бала арҡалы

Март

1-2 аҙналар

Бөтә булған эшмәкәрлектәрҙе әсәйҙәр, өләсәйҙәр темаһына арнап ойоштороу. Гендер тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү.

Халыҡ – ара ҡатын –ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлек

Халҡым көнкүреше  

Март

3-4 аҙналар

Башҡорт халҡының кәсеп – һөнәрҙәре менән таныштырыу (һауыт – һаба әҙерләү). Йылҡысылыҡ  кәсебе тураһында тәү төшөнсәләр биреү. Ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында белемдәр формалаштырыу.

Фольклорный праздник. Выставка детского творчества

Яҙһылыуҙа ҡунаҡта

Апрель

1-2 аҙналар

Тәрбиәләнеүселәрҙең яҙ тураһында күҙалалуҙарын киңәйтеү.Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт араһында бәйләнеш күрһәтә белергә өйрәтеүҙе дауам итеү. Сезонға ярашлы күҙәтеүҙәр ойоштороу. Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында белемдәр нығытыу.  Экологик күҙаллауҙар үҫтереү. Баҡсала яҙғы эштәр тураһында күҙаллауҙар формалаштырыу. Тәбиғәттә тереклектең уяныуы тураһында белемдәр киңәйтеү. Күк есемдәре менән таныштырыу (ҡояш, ай, йондоҙҙар)Космонавтар көнө тураһында белемдәр арттырыу.

Балалар эштәренә күргәҙмә

Спорт байрамы  

Халҡымдың йолалары һәм ғөрөф ғәҙәттәре

Апрель

3-4 аҙналар    

Йыл миҙгеленә бәйле йолалар (ҡурайға тәңкә бәйләү, Нәүрез байрамы,ҡар һыуына барыу) менән таныштырыу.Йолаларға ярашлы ауыҙ – тел ижады, халыҡ уйындары тураһында белемдәр формалаштырыу. Йыл миҙгеленә бәйле уйындарға ылыҡтырыу (“күмер йөҙөк”, “йәшерәм яулыҡ”, “осто - осто” һ.б.).

Фольклор байрамы

“Ҡар һыуына барыу”

Еңеү яҙы

Май

1-2 аҙналар

Балаларға әхлаки – ватансыллыҡ тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм балалары тураһында белемдәр формалаштырыу. Еңеү тураһында мәғлүмәттәр биреү.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Еңеү көнөнә арналған тематик сара

Тиҙҙән йәй етә

Май

3-4 аҙналар

Балаларҙа йәй тураһында дөйөмләштерелгән күҙаллау үҫтереү. Йәйге спорт төрҙәре менән таныштырыу. Йәй көндәрендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында белемдәр киңәйтеү.

Спорт байрамы

Өлкәндәр төркөмөндә комплекслы – тематик план өлгөһө

Тема

Периоды

Эш йөкмәткеһе

Йомғаҡлау саралары

Белем көнө.

Хәүефһеҙлек

Сентябрь

1-2 аҙналар

Танып белеү мотивацияһы үҫтереү. Китапҡа, мәктәпкә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Балалар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу.Балалар баҡсаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрәҙре һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында белемдәр киңәйтеү. Янғын хәүефһеҙлеге тураһында белемдәр формалаштырыу. Тәбиғәттә, урамда, өйҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында белемдәр киңәйтеү.

Библиотекаға экскурсия

Белем көнөнә арналған байрам

Мониторинг

Көҙ етте

Сентябрь

3-4 аҙналар

Октябрь

1 аҙна

Тәрбәләнеүселәрҙең көҙ тураһында белемдәрен киңәйтеү. Ауыл хужалығы һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү.  Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Көҙ миҙгеле тураһында дөйөмләштерелгән күҙаллауҙар үҫтереү. Йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың миҙгелгә яраҡлашыу үҙенсәлектәре тураһында белемдәр формалаштырыу. Төрлө күҙәтеүҙәр ойоштороу.  Экосистема һәм тәбиғәт зоналары тураһында төшөнсәләр биреү. Йәнһеҙ тәбиғәт тураһында күҙаллауҙар үҫтереү.

Көҙ байрамы

Балалар эштәренән күргәҙмә

Башҡортостан- нурлы ил!

Октябрь

2-3  аҙналар

Башҡортостан, ундағы йәшәгән халыҡтар, мәҙәниәте, тарихы тураһында белемдәр киңәйтеү. Башҡортостан суверенитеты тураһында тәү төшөнсәләр биреү. Башҡортостандың дәүләт символдары менән таныштырыу. Баш ҡалабыҙ – Өфө тураһында белемдәр киңәйтеү. Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығы тураһында белемдәр формалаштырыу. Ҡайһы бер йылға – күлдәре, тауҙары  күренекле урындары, тәбиғәт байлыҡтары, ҡалалары һ.б. тураһында белемдәр байытыу.

Тематик сара

Фотокүргәҙмә

“Башҡортостан буйлап”

Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Октябрь

4 аҙна

Ноябрь

1-2 аҙна

Тыуған ил – Рәсәй тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Илебеҙҙең  дәүләт байрамдары тураһында белемдәр формалаштырыу. Рәсәй дәүләт символикаһы менән таныштырыу.Илебеҙҙең тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу.  Рәсәйәҙең арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырыу. Рәсәй Федерацияһының күп милләтле ил икәнлеген балалар аңына һеңдереү. Рәсәйҙең башҡалаһы – Мәскәү тураһында белемдәр киңәйтеү.

Тематик күңел асыу сараһы

Балалар эштәренән күргәҙмә

Һөнәрҙәр.

Траспорт

Ноябрь

3-4 аҙналар

Тарнспорт төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү.  Ҡалалағы һөнәрҙәр (полицейский,  һатыусы,  таусы, сәс ҡырҡыусы, юл инспекторы, банкир, кассир  һ.б.) менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Юл хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса тематик сара

Һөнәрҙәр буйынса альбом әҙерләү

Гәлсәр ҡыш

Декабрь

1-2 аҙналар

Тәрбиәләнеүселәрҙе ҡыш миҙгеле менән таныштырыуҙы дауам итеү.Ҡышҡы спорт төрҙәре менән таныштырыу. Тикшеренеү эштәре аша танып белеү әүҙемлеге арттырыу. Ҡышыҡы тәбиғәт үҙенсәлектәре  тураһында белемдәр байытыу. Ауыл,  ҡалаларҙа кешеләрҙең ҡыш миҙгелендәге тормошо, хәүефһеҙлек һаҡлау буйынса белемдәр киңәйтеү. Арктика һәм Антарктика тәбғәте менән таныштырыу.

Ҡышҡы олимпида

Балалар эштәренән күргәҙмә

Хуш киләһең. Яңы йыл!

Декабрь

3-4 аҙналар

Тәрбиәләнеүселәрҙе байрамды әҙерләүгә  һәм үткәреүгә актив йәлеп итеү. Байрам культураһына нигеҙ һалыу. Бөтә эшмәкәрлектәрҙе лә Яңы йыл байрамына арнап үткәреү. Төрлө  илдәрҙә Яңы йылды ҡаршылау үҙенсәлектәре менән таныштырыу.

Яңы йыл иртәлеге

Балалар эштәренән күргәҙмә

Төрөм бүлмәһен байрамса биҙәү

Йәнле тәбиғәт донъяһы

Ғинуар

2-4 аҙналар

Башҡортостанда ҡышлаусы ҡоштар, ҡыр хайуандары, йорт ҡоштары һәм хайуандарының ҡыш миҙгеленә ярашлы терекелек итеүе тураһында белемдәр киңәйтеү.Туҡланыу сылбыры  тураһында  мәғлүмәттәр биреү. Йылға һәм ундағы йәнлек, үҫемлектәр менән таныштырыу.Тәбиғәттә булған үҙ ара бәйләнеш тураһында белемдәр киңәйтеү.

Япраҡлы, ылыҫлы, ҡатнаш урмандар булыуы тураһында аңлатма биреү. Башҡортостанда үҫкән ағастар, ҡыуаҡтар менән таныштырыуҙы дауам итеү, улар араһындағы айырмалыҡтарҙы күрһәтеү.Ағастарҙың ҡышты нисек ҡышлауҙары тураһында белемдәр формалаштырыу.

       Тәбиғәт зоналары  тураһында белемдәр киңәйтеү.Төрлө тәбиғәт зоналарында йәшәүсе хайуандар, ҡоштар тураһында белемдәр формалаштырыу.

Тәбиғәт зоналары буйынса макеттар әҙерләү

Балалар эштәренән күргәҙмә

Ил һаҡсылары көнө.

Батырҙар – ил терәге.

Февраль

Рәсәй армияһы тураһында белемдәр киңәтеү. Ил һаҡсылары тураһында һөйләү. Әхлак – патриотик тәрбиә биреү эштәре.  Хәрби ғәскәр төрҙәре, хәрби техника, һөнәрҙәр  менән таныштырыу. Гендер тәрбиәһе биреү. Һәр төрлө эшмәкәрлекте ил һаҡсылары темаһына арнап үткәреү. Башҡортостан яугирҙары һәм геройҙарының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тураһында белемдәр байытыу (М.Шайморатов, Т.Кусимов, В.Белов һ.б.).

Спорт байрамы

Альбомдар әҙерләү

 “Хәрби ғәскәр төрҙәре”

“Башҡортостан геройҙары”

Әсәйҙәр бер генә – ҡәҙеҙәрен беләйек!

Март

1-2 аҙналар

Бөтә балалар эшмәкәрлеген әсәйҙәр байрамына арнап ойоштороу. Әсәйҙәр һөнәрҙәре менән таныштырыу.  Герой – әсәләр, арҙаҡлы шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр биреү. Гендерлыҡ күҙаллауҙарын киңәйтеү. Малайҙарҙа ҡыҙҙарға ҡарата хөрмәт уятыу.

Халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлек

Балалар эштәренән күргәҙмә

Башҡорт халыҡ көнкүреше

Март

3-4 аҙналар

Башҡорт халҡының биҙәү – ҡулланма сәнғәте өлгөләре менән таныштырыу (һауыт – һаба, кейем биҙәү,уйынсыҡтар эшләү, сувенирҙар әҙерләү). Башҡорт халҡының тирмәһе, тирмә эсендәге көнкүреш әйберҙәре, кейемдәр   тураһында белемдәр формалаштырыу. Боронғо кәсептәрҙең береһе - солоҡсолоҡ тураһында күҙаллауҙар үҫтереү.

Башҡорт хлыҡ кейемендәге ҡурсаҡтар  күргәҙмәһе ойоштороу

Көлә – көлә яҙ килә!

Апрель

1-2 аҙналар

Яҙ тураһында дөйөмләштерелгән белемдәр формалаштырыу.  Хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең тәбиғәттә булған үҙгәрештәргә яраҡлашыу үҙенсәлектәре тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Яҙ миҙгеленә хас билдәләрҙе айыра белергә өйрәтеү: ҡоштар йылы яҡтан ҡайта, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт араһында үҙ ара бәйләнеш, сезонға ярашлы эштәр, тәбиғәт күренештәре тураһында.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Йолалар – рухи хазина

Апрель

3-4 аҙналар

Тәрбәләнеүселәрҙе  башҡорт халыҡ  традициялары һәм йолалары менән таныштырыу (өй күтәреү, ҡорот әҙерләү, кейем ҡотлау, теләк теләү һ.б). Башҡорт халык кейемдәре төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Башҡорт халык кейеменең төрлө булыуы уның йәшәгән урынына, ырыуына бәйле икәне тураһында тәү төшөнсләр биреү.

Фольклор байрамы

“Ҡорот әҙерләү” (йәки үҙ теләгегеҙ буйынса)

Еңеү яҙы

Май

1-2 аҙналар

Балаларға әхлаки – ватансыллыҡ тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм балалары тураһында белемдәр формалаштырыу. Еңеү тураһында мәғлүмәттәр биреүҙе дауам итеү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәйкәлдәр тураһында белемдәр формалаштырыу. Сибай ҡалаһында урынлашҡан мемориаль таҡтаташтарға, һәйкәлдәргә экскурсиялар үткәреү.

Тематик иртәлек.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Тиҙҙән йәй етә

Май

3-4 аҙналар

Йәй миҙгеле тураһында белемдәр формалаштырыу.  Йылының, ҡояш яҡтыһының кешеләр тормошона, хайуандар һәм үҫемлектәргә тьәҫире тураһында белемдәр байытыу. Ашарға яраҡлы һәм ағыулы бәшмәктәр, еләк – емештәр тураһында күаллауҙар үҫтереү.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Мониторинг

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә комплекслы тематик план өлгөһө

Тема

Периоды

Эш йөкмәткеһе

Йомғаҡлау саралары

Белем көнө

Хәүефһеҙлек

Сентябрь

1-2 аҙналар

Китаптарға, мәктәпкә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Мәктәп тураһында бедлемдәр формалаштырыу.Уҡытыусы һәм уҡыусы   тураһында мәғлүмәттәр балалар аңына һеңдереү. Тормош хәүефһеҙлеге, сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында белемдәр киңәйтеү.

Тематик сара

Мәктәпкә экскурсия

Мониторинг

Көҙ етте

Сентябрь

3-4 аҙналар

Октябрь

1 аҙна

Тәрбиәләнеүселәрҙең көҙ тураһында белемдәрен киңәйтеү. Ауыл хужалығы һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү.  Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Көҙ миҙгеле тураһында дөйөмләштерелгән күҙаллауҙар үҫтереү. Йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың миҙгелгә яраҡлашыу үҙенсәлектәре тураһында белемдәр формалаштырыу. Төрлө күҙәтеүҙәр ойоштороу.  Экосистема һәм тәбиғәт зоналары тураһында төшөнсәләр биреү. Йәнһеҙ тәбиғәт тураһында күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Йыл миҙгелдәре тураһында белемдәр формалаштырыу.

Көҙ байрамы

Балалар эштәренән күргәҙмә

Макеттар эшләү

Башҡортостан- нурлы ил!

Октябрь

2-3  аҙналар

Башҡортостан, ундағы йәшәгән халыҡтар, мәҙәниәте, тарихы тураһында белемдәр киңәйтеү. Башҡортостан суверенитеты тураһында тәү төшөнсәләр биреү. Башҡортостандың дәүләт символдары менән таныштырыу. Баш ҡалабыҙ – Өфө тураһында белемдәр киңәйтеү. Республиканың  башлығы тураһында мәғлүмәттәр биреү.Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығы тураһында белемдәр формалаштырыу. Ҡайһы бер йылға – күлдәре, тауҙары  күренекле урындары, тәбиғәт байлыҡтары, ҡалалары һ.б. тураһында белемдәр байытыу.

Тематик сара

Баалар эштәренән күргәҙмә

Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Октябрь

4 аҙна

Ноябрь

1-2 аҙна

Тыуған ил – Рәсәй тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Илебеҙҙең  дәүләт байрамдары тураһында белемдәр формалаштырыу. Рәсәйҙең дәүләт символикаһы менән таныштырыу. Илебеҙҙең тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу.  Рәсәйҙең арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Рәсәй Федерацияһының күп милләтле ил икәнлеген балалар аңына һеңдереү. Рәсәйҙең башҡалаһы – Мәскәү,

Президент тураһында белемдәр формалаштырыу.

Тематик күңел асыу сараһы

Балалар эштәренән күргәҙмә

Һөнәрҙәр.

Трнаспорт

Ноябрь

3-4 аҙналар

Транспорт төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү.  Ҡалалағы һөнәрҙәр (полицейский,  һатыусы,  таусы, сәс ҡырҡыусы, юл инспекторы, банкир, кассир, икмәк бешереүсе, урам һепереүсе, китапханасы, таксист, юл һалыусы    һ.б.) менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Юл хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса тематик сара

Һөнәрҙәр буйынса альбом әҙерләү

Гәлсәр ҡыш

Декабрь

1-2 аҙналар

Тәрбиәләнеүселәрҙең ҡыш миҙгеле тураһында белемдәрен байытыу.Ҡышҡы спорт төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тикшеренеү эштәре аша танып белеү әүҙемлеге арттырыу. Ҡышыҡы тәбиғәт үҙенсәлектәре  тураһында белемдәр байытыу. Ауыл,  ҡалаларҙа кешеләрҙең ҡыш миҙгелендәге тормошо, хәүефһеҙлек һаҡлау буйынса белемдәр киңәйтеү. Арктика һәм Антарктида тәбиғәте менән таныштырыуҙы дауам итеү. Төрлө илдәрҙә  ҡыш миҙгеле үҙенсәлектәре  тураһында күҙаллауҙар үҫтереү.

Ҡышҡы олимпиада

Балалар эштәренән күргәҙмә

Хуш киләһең, Яңы йыл!

Декабрь

3-4 аҙналар

Тәрбиәләнеүселәрҙе байрамды әҙерләүгә  һәм үткәреүгә актив йәлеп итеү. Байрам культураһына нигеҙ һалыу. Бөтә эшмәкәрлектәрҙе лә Яңы йыл байрамына арнап үткәреү. Төрлө  илдәрҙә Яңы йылды ҡаршылау үҙенсәлектәре менән таныштырыу.

Яңы йыл иртәлеге

Йәнле тәбиғәт донъяһы

Ғинуар

2-4 аҙналар

Ҡышлаусы ҡоштар, ҡыр хайуандары, йорт ҡоштары һәм хайуандарының ҡыш миҙгеленә ярашлы терекелек итеүе тураһында белемдәр киңәйтеү. Туҡланыу сылбыры  тураһында  мәғлүмәттәр биреү. Йылға һәм ундағы йәнлек, үҫемлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәттә булған үҙ ара бәйләнеш тураһында белемдәр киңәйтеү.

Япраҡлы, ылыҫлы, ҡатнаш урмандар булыуы тураһында белемдәр арттырыу. Башҡортостанда үҫкән ағастар, ҡыуаҡтар менән таныштырыуҙы дауам итеү, улар араһындағы айырмалыҡтарын күрә белергә өйрәтеү. Ағастарҙың ҡышты нисек ҡышлауҙары тураһында белемдәр киңәйтеү.

       Тәбиғәт зоналары  тураһында белемдәр киңәйтеү. Төрлө тәбиғәт зоналарында йәшәүсе хайуандар, ҡоштар тураһында белемдәр формалаштырыу. Туғайҙа,болонда, яланда,  баҡсала үҫеүсе   сәскәләр тураһында күҙаллауҙаар үҫтереү., улар араһында айырмалыҡтарҙы  таба белергә өйрәтеү.

Тәбиғәт зоналары буйынса макеттар әҙерләү

Балалар эштәренән күргәҙмә

Ил һаҡсылары көнө.

Батырҙар – ил терәге.

Февраль

Рәсәй армияһы тураһында белемдәр киңәтеү. Әхлак – патриотик тәрбиә биреү эштәрен дауам итеү.  Хәрби ғәскәр төрҙәре, хәрби техника, һөнәрҙәр  менән таныштырыу. Гендер тәрбиәһе биреү. Ҡыҙҙарҙа малайҙарға ҡарата хөрмәт уятыу. Һәр төрлө эшмәкәрлекте ил һаҡсылары темаһына арнап үткәреү. Башҡортостан  һәм Рәсәй яугирҙары һәм геройҙарының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тураһында белемдәр байытыу.

Байрам иртәлеге

Альбом әҙерләү

 “Бөйөк Ватан һығышы геройҙары”

Әсәйҙәр бер генә – ҡәҙеҙәрен беләйек!

Март

1-2 аҙналар

Бөтә балалар эшмәкәрлеген әсәйҙәр байрамына арнап ойоштороу. Әсәйҙәр һөнәрҙәре менән таныштырыу.  Герой – әсәләр, арҙаҡлы шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр биреү. Гендерлыҡ күҙаллауҙарын киңәйтеү. Малайҙарҙа ҡыҙҙарға ҡарата хөрмәт уятыу.

Халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлек

Балалар эштәренән күргәҙмә

Башҡорт халыҡ көнкүреше  һәм йолалары

Март

3-4 аҙналар

Башҡорт халҡының кәсеп – һөнәрҙәре (йылҡысылыҡ, малсылыҡ, һунар итеү,бесән сабыу),  традициялары, сәнғәте, йолалары (көнкүреш, миҙгел, ғаиләгә бәйле йолалар), көнкүреше менән таныштырыуҙы дауам итеү. Башҡорт өйөнөң, тирмәнең эсендәге йорт йыһаздары, хужалыҡ әйберҙәре тураһында күҙалауҙар үҫтереү.

Фольклор байрамы

“Бесән сабыу өмәһе”

 (йәки теләк буйынса)

Көлә – көлә яҙ килә!

Апрель

1-2 аҙналар

Яҙ тураһында дөйөмләштерелгән белемдәр формалаштырыу.  Хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең тәбиғәттә булған үҙгәрештәргә яраҡлашыу үҙенсәлектәре тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Яҙ миҙгеленә хас билдәләрҙе айыра белергә өйрәтеү: ҡоштар йылы яҡтан ҡайта, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт араһында үҙ ара бәйләнеш, сезонға ярашлы эштәр, тәбиғәт күренештәре тураһында. Йыл миҙгелдәрен айыра белергә өйрәтеүҙе дауам итеү.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Космонавтика көнө

Беҙҙең Планета

Апрель

3-4 аҙналар

Ер – беҙҙең уртаҡ йорт икәнен аңлатыу. Йыһан киңлеген үҙләштереү буйынса  белемдәр формалаштырыу. Тәүге космонавт Ю.Гагарин тураһында  белемдәр киңәйтеү. Ҡояш системаһында төрлө планеталар, йондоҙҙар һәм йондоҙсоҡтар тураһында мәғлүмәттәр биреү.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Ҡояш системаһы макеты әҙерләү

Еңеү яҙы

Май

1-2 аҙналар

Балаларға әхлаки – ватансыллыҡ тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм балалары тураһында белемдәр формалаштырыу. Еңеү тураһында мәғлүмәттәр биреүҙе дауам итеү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәйкәлдәр тураһында белемдәр формалаштырыу. Сибай ҡалаһында урынлашҡан мемориаль таҡтаташтарға, һәйкәлдәргә экскурсиялар үткәреү. Тыл ветерандары һәм һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар ойоштороу. Хәрби званиелар тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Әхлаки – ватансыллыҡ, гендерлыҡ  тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү.

Тематик иртәлек.

Балалар эштәренән күргәҙмә

Һау бул, балалар баҡсаһы!

Һаумы мәктәп!

Бөтә төр эшмәкәрлектәрҙе лә балалар баҡсаһы менән хушлашыу темаһына арнап ойоштороуМәктәпкә өарата ыңғай эмоциональ ҡараш тәрбиәләү.

Хушлашыу иртәлеге

Балалар эштәренән күргәҙмә


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Вариант комплексно-тематического планирования по программе «От рождения до школы» Н.Е.Веракса

Один из вариантов комплексно-тематического планирования для всех групп....

Комплексно-тематическое планирование в соответствии с ФГОС старший дошкольный возраст

Комплексно-тематическое планирование в соответствии с ФГОС старший дошкольный возраст. сентябрь 2014 год...

Примерное годовое комплексно-тематическое планирование.

1 младшая группа (2- 3 года)сентябрь Период адаптацииоктябрь1 неделя «Мы пришли в детский сад»2 неделя «Наши игрушки»3 неделя «Наша группа»4 неделя «Овощи»ноябрь1 неделя «Овощи – фрукты»2 неделя «Овощ...

Примерное годовое Комплексно-тематическое планирование 2 младшая группа

Примерное годовое Комплексно-тематическое планирование 2 младшая группа....

ПРИМЕРНОЕ ГОДОВОЕ КОМПЛЕКСНО-ТЕМАТИЧЕСКОЕ ПЛАНИРОВАНИЕ на 2016 -2017 учебный год.

ПРИМЕРНОЕ ГОДОВОЕ КОМПЛЕКСНО-ТЕМАТИЧЕСКОЕ ПЛАНИРОВАНИЕ...

Примерный вариант календарно-тематического планирования в разновозрастной группе для детей с легкими интеллектуальными нарушениями

Примерный вариант календарно-тематического планирования в разновозрастной группе для детей с легкими интеллектуальными нарушениями....