Башҡорт теленә өйрәтеүҙең ҡайһыбер үҙенсәлектәре
учебно-методический материал (подготовительная группа)
ВЫСТУПЛЕНИЕ
на совещании старших воспитателей,
воспитателей башкирского языка ДОУ
на тему:
«Башҡорт теленә өйрәтеүҙең ҡайһыбер үҙенсәлектәре»
воспитателя
МБДОУ Детский сад №12 «Алтынчач» г. Дюртюли
Хаковой Э.Р.
2019 – 2020 учебный год
Башҡорт теленә өйрәтеүҙең ҡайһыбер үҙенсәлектәре.
Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Р. Ғарипов.
Балалар баҡсаһында рус телле башҡорт һәм башҡа милләт балаларына башҡорт дәүләт телен өйрәткәндә тәрбиәселәргә тәүҙә уларҙың телде белеү, аңлау дәрәжәһен, ғаиләлә ниндәй телдә һөйләшеүҙәрен асыҡлау мотлаҡ.
Сөнки был эш тәрбиәсегә балаларға телде өйрәткәндә махсус алымдар билдәләүгә ярҙам итә.
Телде өйрәткәндә тик башҡортса һөйләшеү һәм аралашыу мотлаҡ. Тәүге осорҙа әйткән фекер, һүҙ руссаға тәржемә ителә. Балалар телде аңлай башлағас ҡына, тәрбиәсе тулыһынса башҡорт теленә күсә.
Әлбиттә, тәрбиәсе үҙе саф әҙәби телдә һөйләшергә, уның телмәре балаларға үрнәк, өлгө булырға тейеш. Шулай уҡ ата-әсәләрҙең дә балаға башҡорт һүҙҙәрен өйрәнгәндә ярҙам итергә ынтылышы-уларҙың телде үҙләштереүен нәтижәле итә. Хатта ата-әсәләр балалары менән бергә үҙҙәре лә өйрәнә ала. Башҡорт дәүләт телен өйрәтеү өлкәндәр төркөмөнән башланып, һәр төркөмдә аҙнаһына икешәр тапҡыр дәрестәр формаһындә үткәрелә. Улар балалар баҡсаһының дәрестәр үткәреү селтәрендә күрһәтелергә тейеш. Дәрестәр системалы рәүештә план буйынса үткәрелә. План мотлаҡ башҡортса яҙыла.
Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә түбәндәге маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйыла: -башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү (аудирование); -өндәрҙе ишетә һәм айыра белергә, уларҙы дөрөҫ итеп үҙ-ара һәм ололар менән башҡорт телендә аралашҡанда әйтә белергә, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙмә-эҙлекле, төҙөк һөйләмдәр менән һөйләй белергә өйрәтеү (говорение), -телмәр ағышынан-һөйләмде, һөйләмдән һүҙҙе, һүҙҙән өндө айыра белергә өйрәтеү; -балаларҙың һүҙ байлығын үҫтереү һәм уны актив һөйләү эшмәкәрлегендә ҡуллана белеү; -диалогик һәм монологик телмәр төрҙәрен үҙләштереү; -әҫәрҙәрҙе эстетик тойғо менән ҡабул итергә, әҫәрҙең йөкмәткеһенә, ваҡиғаға, персонаждар ҡылығына үҙҙәренең шәхси мөнәсәбәтен әйтә белергә, өйрәнелгән щиғырҙарҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири яттан һөйләй белергә өйрәтеү; -башҡорт халҡына, уның үткәненә, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уятып, халыҡтың һәм тыуған илдең яҙмышы өсөн хәстәрлекле булған, үҙе йәшәгән төйәккә, тәбиғәткә, аралашып йәшәгән башҡа милләт халҡына оло ихтирамлы булған ысын шәхес тәрбиәләү.
Тел өйрәтеүгә төп талаптар һәм принциптар:
-балаларҙың йәш, анатомо-физиологик һәм психик үҙенсәлектәренә таянып эш итеү;
-еңелдән ауырға, таныштан таныш булмағанға, яҡындан алыҫҡа һәм башҡа дидактик принциптарҙы һаҡлау;
-өйрәнелгән материалды сағыштырыу, анализлау һәм ошо нигеҙҙә төшөнсәләрҙең (һүҙҙәрҙең) мәғәнәләрен аңлау һәм үҙләштереү, предметтарҙы уларҙың билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү, тирә-йүндәге сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен күҙәтеү һәм йәнле һөйләшеүҙә сағылдырыу.
Беҙ башҡорт телен өйрәтеүҙе “Осҡон” программаһы буйынса алып барабыҙ. Авторҙары: Ф.Г.Аҙнабаева, З.Ғ.Нафиҡова. Программаға бәйле булған методик ҡулланмалар ҡулланабыҙ.
Программа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙе ике йыл эсендә үткәреүҙе күҙ алдында тота: өлкәндәр төркөмөнән башланып, мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тамамлана.
Программаның йөкмәткеһе тематик яҡтан бер-береһе менән бәйле булған 4 ҙур блоктан тора:
1блок. Мин йәшәгән мөхит.
1.Минең ҡалам.
2.Календарь байрамдары.
3.Транспорт төрҙәре.
4.Нимә ул Ватан?
2блок. Егәрленең-ҡулы алтын.
1.Хуш, балалар баҡсаһы.
2.Мәктәп менән танышыу.
3.Ағайым-уҡыусы.
4.Китап һәм китапхана.
5.Нәшриәткә сәйәхәт.
6.Хәҙерге заман әйберҙәре.
3блок.Тыуған яғым-алтын бишек.
1.Беҙ циркта.
2.Башҡортостандың йылғалары.
3.Башҡортостандың күлдәре.
4.Халыҡ медицинаһы.
5.Ауыҙ-тел ижады.
6.Халыҡ байрамдары.
7.Мин-кеше.
8.Башҡорт уйынсыҡтары.
9.Мин ҡумыҙҙа уйнайым.
10.Минең яратҡан шөғөлөм.
4блок. Башҡортостан-минең төйәгем.
1.Башҡортостан менән Рәсәй-мәңге бергә.
2.Башҡортостандың дәүләт тамғалары.
3.Беҙ театрға барабыҙ.
4.Спорт һарайында.
5.Башҡортостан халыҡтары.
6.Башҡортостан ҡалалары.
7.Рәсәй ҡалалары.
Блоктар темаларға, темалар бүлектәргә бүленә. Темаларға яҡынса дәрестәр һаны күрһәтелгән.
Башҡорт теле дәрестәрен үткәреү методикаһы уның маҡсатына һәм эстәлегенә ҡарап билдәләнә.Тәрбиәсе беренсе осорҙа, әйтеп китеүебеҙсә, балаларҙың башҡорт телендә һөйләшә алыу дәрәжәһен, һорауҙарҙы аңлауҙарын, дөрөҫ яуап биреүҙәрен, өндәрҙе әйтә алыу кимәлдәрен асыҡлай. Бының өсөн “Танышыу”, “Беҙ башҡортса өйрәнәбеҙ” тигән темаға бер нисә дәрес үткәреүҙе планлаштырырға кәрәк.
Конкрет темаға бағышланған дәрестәрҙе үткәргәндә маҡсаттар аныҡ төҫ ала. Мәҫәлән: “Өс кейемдәре”, “Йәшелсәләр”, “Һауыт-һаба” һәм башҡа ошондай темаларҙы өйрәткәндә, түбәндәге алымдарҙы ҡулланып була: ҡурсаҡ ярҙамында яңы һүҙҙәр менән таныштырыу, уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу күнекмәләре; дидактик йәки хәрәкәтле уйындар аша дәрестә өйрәнелгән һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләм өлгөләрен балаларҙың отоп алыуы, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу һәм ҡабатлатыу, һүрәттәргә йәки предметтарға ҡарап, һорауҙар биреп, уға яуаптар ҡайтартып, үҙләштерелгән һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләм өлгөләрен нығытыу һәм башҡа шундай эш төрҙәре алырға була. Һәр дәрестә өндәрҙе (фонемаларҙы) дөрөҫ әйтеү күнекмәләре үткәреү-балаларҙың фонематик һиҙгерлеген үҫтереүгә ярҙам итә.
Өйрәтелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр дәрестән тыш шулай уҡ уйын һәм башҡа көн тәртибенә ярашлы уҙғарылған балалар эшмәкәрлегендә ҡабатлатыла һәм нығытыла (йыуынғанда, ашағанда, саф һауала йөрөгәндә, йоҡларға ятҡанда, йоҡлап торғас). Өйрәнелгән һүҙҙәр дәрестәрҙә һәм унан тыш ҡабатланһалар ҙа,балалар уларҙы тиҙ оноталар. Шуның өсөн, өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе 10-15 көндән һуң балалар телмәренә яңынан индерергә кәрәк. Көн дә балалар менән биш-ун минутлыҡ махсус һөйләшеү ойоштороу кәрәк.
Балалар баҡсаһында бала өсөн уйын-төп эшмәкәрлек, уйын-ысынбарлыҡ. Бала уйында йәшәй, сыныға, үҙаллыҡҡа өйрәнә. Тәрбиә, уҡытыу эшен уйынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуның өсөн белемгә өйрәтеү ҙә уйынһыҙ мөмкин түгел. Баланың әүҙемлеген арттырыу өсөн уйын алымын индереү, ҡулланыу киң таралған.
Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә, “телдең рухын” үҙләштерә.
Туған телгә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим бурысы булып балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү тора. “Баланың мейеһе бармаҡтарының осонда урынлашҡан”, -тигән әйтем бар. Ысынлап та, бармаҡтар ни тиклем күберәк күнегеү башҡарһа, улар шул тиклем аҡыллыраҡ була. Шулай уҡ бармаҡ хәрәкәте менән телмәр үҫеше араһында бәйләнештәр бар. Шуның өсөн, “бармаҡ уйындарын” ҡулланып телмәрҙе лә, бармаҡ эшмәкәрлегендә үҫтереп була, балала ҡыҙыҡһыныу ҙа көсөйә.
Бала нимә күрә, ишетә, күҙәтә-барыһы ла уның телмәрендә сағыла. Уның өсөн һөйләгән һүҙе-асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.
Телмәр үҫтереүҙә шиғыр юлдарын хор менән һөйләү мөһим роль уйнай. Ысынлап та, әгәр кескәйҙәр төрлө сараларҙа башҡалар менән бер тиң ҡатнашмаһа, үҙ-үҙенә ышаныс юғалыуы, кәмһенеү тойғоһо уяныуы ихтимал.
Балаға телде өйрәткәндә бик күп алымдар ҡулланырға була һәм эш барышында тел ҡәҙерен аңлай белергә, туған телгә, уның матурлығына һөйөү уятырға бурыслыбыҙ.
Яңы телдең матурлығы, аһәңлеге ритм, рифма һәм йырҙар аша күренә, сөнки улар балаларҙың нескә күңеленә ныҡ тәьҫир итә.
Телде өйрәнгәндә лә уйын аша уның орфоэпик, орфографик, грамматик һәм башҡа нормаларын практик яҡтан үҙләштерә. Шунлыҡтан, һәр дәрестә,уның маҡсаттарынан сығып, төрлө уйын төрҙәре ҡулланылырға тейеш. Телде өйрәткәндә дидактик уйындар, лото, домино кеүек уйындарҙы балалар теләп, әүәҫ уйнай.
Балалар баҡсаһында һүҙле,йырлы түңәрәк уйындары,хәрәкәтле уйындар, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен ятлау, әкиәттәрҙе театрлаштырып уйнау, шуның һымаҡ башҡа яңы алымдар ҡулланылһа, балалар башҡорт һүҙҙәрен тиҙерәк отоп аласаҡтар. Бигерәк тә, йырлы түңәрәк уйындарын , хәрәкәтле һәм һүҙле уйындарҙы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәткәндә ҡулланыу ғәйәт файҙалы була, сөнки һүҙҙәр һалмаҡ, көйләп, ижекләп һәм көслө тауыш менән әйтеләләр. Йырлы уйындарҙың һүҙҙәре балалар өсөн ҡыҫҡа текслы, әйтер һәм отоп алыр өсөн еңел булырға һәм шулай уҡ тема эстәлегенә тура килергә тейеш.
Башҡорт телендә һөйләшәм-
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Халыҡ педагогикаһына күҙ һалғанда ла ата- бабалар балаларҙы һөйләшергә өйрәткәндә төрлө шиғырҙар ҡулланған. Теләктәр, юрауҙар, имләүҙәр, таҡмазалар, балаларҙы әүрәткәндә әйткән һүҙҙәр шиғри формала булған. Улар йә һамаҡлап, йә көйләп әйтелгән. Тел өйрәткәндә лә яңы телдең матурлығын, аһәңлеген еткереү өсөн поэтик әҫәргә мөрәжәғәт итеү файҙалы.
5 йәш- баланың телмәр үҫеше өсөн иң әүҙем осор. Ул әңгәмәлә еңел ҡатнаша, уй- фекерен ата- әсәләргә, ололарға әйтә башлай. Һүҙ байлығын арттырыуға телевидение, ололар менән аралашыу, әкиәттәр тыңлау булышлыҡ итә. Шулай уҡ балалар баҡсаһында йәки өйҙә өйрәнгән төрлө һамаҡтар, тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар, тел көрмәлдергестәр, һанашмаҡтар өндөрҙе дөрөҫ әйтеүгә булышлыҡ итә. Кескәйҙәр өндө ишетһен, айырһын һәм дөрөҫ әйтһен өсөн телмәр ағзаларының һығылмалылығын, хәрәкәтселеген үҫтереүгә артикуляцион, дөрөҫ тын алыу һәм тын сығарыу күнегеүҙәрен ойоштороу ҙа файҙалы. Мәҫәлән:
Ға-ға-ға әйҙә киттек урманға.
Шә-шә-шә урманда еләк бешә.
Ле-ле-ле ауыҙ итәйек әле.
Ге-ге-ге бигерәк тәмле еләге.
Тәрбиәсенең телмәре, эмоциональ яҡтан сағыу булһа, бала иғтибарын тиҙ йәлеп итә. Балаларға башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө- төрлө уйын һәм яңы методик алымдар ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн башҡорт халҡының йолалары, ижады, мәҙәниәте отошло. Хәрәкәтле уйындар ял итеү өсөн генә түгел, һүҙ байлығын арттырыуға булышлыҡ итә.
Айыу килә алпан-толпан,
Ҡуян килә һикереп.
Төлкө килә әкрен баҫып,
Айыу килә үкереп.
Йомаҡтар сисеү, тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр ҡулланыу, ҡабатлау кескәйҙәрҙе телгә өйрәтеүҙә алыштырғыһыҙ алымдар.
- Ҡара ҡарға ҡарҙан бара, ҡанаттарын ҡаға- ҡаға.
- Әнисә, Әнисә, әйт әле, сәғәт нисә.
- Ҡара ҡарға төшкән ҡарға, ҡара түгел аҡ ҡарға
Балалар өсөн әкиәттәр уҡыу, уларҙы инсценировкалау, бармаҡ театры, би-ба-бо ҡурсаҡтары театры, күләгә театры, ҡурсаҡ театры ойоштороу башҡорт телен теләп өйрәнеүҙә бик отошло юлдар булып тора. Әкиәттәрҙе ата- әсәләр йыйылышында, байрамдарҙа, иртәлектәрҙә сәхнәләштереү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Төркөмдөң ҡабул итеү бүлмәһендә ата- әсәләр өсөн махсус стендта дәрестә өйрәнелгән һүҙ, диалог, шиғыр һәм һүҙҙәрҙең грамматик формаларын биреп был эшкә ата- әсәләрҙе лә йәлеп итергә була. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә, 3-5 һүҙ менән һөйләмдәр төҙөргә, 4-8 юллыҡ шиғырҙар ятларға, әкиәттәр һөйләргә өйрәнһәләр, башланғыс кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар килтермәйәсәк.
Әгәр баланы бала саҡтан уҡ телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала. Ғөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк.
Был сығышымды мин З. Биишеваның “Башҡорт теле” шиғыренән өҙөҡ менән тамамлаһым килә.
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле-минең телем!
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
prezentatsiya_microsoft_office_powerpoint.pptx | 762.24 КБ |
Предварительный просмотр:
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сөйләм теленә өйрәтүдә коммуникатив уеннар.
Бу мәкаләдә тәрбияченең балаларны сөйләм теленә өйрәткәндә коммуникатив уеннарны ничек куллануы тасвирлана....
"Куян кызы" (сөйләм телен үстерү, рәсем)
Максат : Балаларга әкиятнең эчтәлеген, һәрвакытта да әти-әниләрнең сүзләрен тыңларга кирәклеген аңларга булышу, тиешле интонация белән сөйләү. Төсләрне аеру, балаларның сенсор тәрбияләрен үстерү...
Сәхнәләштерү эшчәнлеге аша балаларның сөйләм телен үстерү
Сәхнәләштерү эшчәнлеген алып барганда, hәр бала үзенең кичерешләрен, тойгыларын, теләкләрен, карашларын гадәти сөйләшкәндә генә түгел, ә чит тыңлаучылар алдында күрсәтә алырлык шартлар тудырырга hәм я...
2 – 3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре
Консультация для родителей...
Консультация ата-әсәләр өсөн: «2-3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре»
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмә...
"Һауа һәм уның үҙенсәлектәре"
Эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге...
Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре.
Ата-әсәләр өсөн консультация...