Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре.
консультация

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

Ата-әсәләр өсөн консультация

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл patriotik_trbi.docx19.35 КБ

Предварительный просмотр:

«Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре»

Консультацияның маҡсаты:

  1. Тыуған илгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ, уның азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлауға әҙерлек.
  2. Өлкән быуындың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына ихтирам, батырлыҡ, халыҡ батырҙары  өлгөһөндә тәрбиәләү.
  3. Тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, уны

     бысраныуҙан, ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү;

  1. Үҙеңде йәмғиәттә  тәрбиәле тотоу,  башҡаларҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеүгә яуаплы ҡарарға өйрәтеү;
  2. Мәҙәниәт һәм сәнғәт һәйкәлдәренә, халыҡ ижадына һаҡсыл ҡараш, тыуған  халҡыбыҙҙың традицияларына ихтирам тәрбиәләү;

     Патриотик тәрбиә биреү бөгөнгө көндә иң актуаль һорау. Йәмғиәтебеҙ

кризис кисергән мәлдә, илебеҙҙә төрлө проблемалар ишәйгәндә Ватанға

ҡарата патртотик тойғоно һаҡларға өйрәтеү бик мөһим мәсьәлә. Илебеҙҙә быуаттар буйы тупланған рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеген артабан нығытыу оло әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән кескенәнән балаларҙа гражданлыҡ, ватансылыҡ һәм илһөйәрлек хистәре тәрбиәләүҙе эҙмә-эҙлекле һәм маҡсатҡа йүнәлешле ойошторорға тейешбеҙ, сөнки ул милли именлекте тәьмин итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө.

Ысын гражданин, патриот үҙенең Тыуған илен ярата, уның менән

ғорурлана, халҡының тарихи - мәҙәни , рухи мираҫын өйрәнә, гражданлыҡ

бурысына тоғро, Ватанын һаҡларға һәр ваҡыт әҙер була.

 Әлбиттә  тәүге патриотик тойғолар ғаиләлә һалына.  Тыуған ил тыуған йорттан башлана. Ата-әсәһенең, олатай – өләсәйҙәренең,туғандарынының  донъяға  мөнәсәбәте аша бала тирә-яҡ доньяны танырға өйрәнә, улар менән шатлана, ҡайғыра, һоҡлана. Тыуған йорт,  урам, ауыл төшөнсәләрен дә бала ғаиләлә аңлай башлай. Әсәй бешергән тәмле аштар, атай менән бергәләп йорт эштәрен башҡарыу, биҙәү һ.б. тыуған йорттоң – иң ҡәҙерле урын, унда һине һәр саҡ көткәндәрен аңларға ярҙам итә.Тәбиғәттә ял итеү, күп төрлө  ғаилә байрамдары кескәйҙәрҙең күңелендә тыуған ергә,уның  тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш,  һөйөү тойғоһо уята.

 Кистәрен бергәләп ғаилә альбомдары ҡарау, нәҫелегеҙҙең билдәле кешеләре тураһында һөйләү, ҡартолатай- өләсәйҙәр менән таныштырыу – патриотик тәрбиә биреүҙә иң мөһим аҙым.

Бала үҫкән һайын  уның аң- даирәһе лә киңәйә, һорауҙары ла күбәйә. Тыуған ер, ил буйлап сәйәхәт  итеү, балаға тыуған илебеҙҙең киңлеген, матурлығын,байлығын күреү мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ, бергәләп илебеҙ тарихы, батырҙары тураһында фильмдар ҡарау, музейҙарға барыу, билдәле һәйкәлдәр менән танышыу  илһөйәрлек тәрбиәләй.

  Ғаилә менән төрлө халыҡ байрамдарында ҡатнашыу ( Еңеү көнө, Һабантуй, һ.б) баланың рухи аңын үҫтерер, тыуған иле, халҡы менән ғорурлыҡ тойғоһо уятыр.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: тыуған еребеҙҙе,телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы,халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен,йолаларын ғаиләнән уҡ башлап өйрәтһәк, балаларыбыҙ ҙа патриотик рухлы булып үҫерҙәр ине.Тормошобоҙ яҡты булһын өсөн,йәмғиәткә, халыҡҡа файҙалы кеше булып йәшәр өсөн  яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ! Илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтереү, уларға халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын еткереү- беҙҙең төп бурыс.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн “Өләсәйем һандығы” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы...

Балаларға патриотик тәрбиә биреү

Балалар баҡсаһында патриотик тәрбиә...

"Балаларға патриотик тәрбиә биреү"

Педагогик кәңәшмәлә сығыш...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....