Танып белеү өлкәһендә “Һауа эҙләүселәр” темаһына балалар баҡсаһының уртансы төркөм өсөн план-конспект
план-конспект занятия (средняя группа) по теме

Аминова Илюза Расулевна

эксперементы на тему "Воздух"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkortostan_respublikahy_sibay_kalahy_kala_okrugynyn.docx19.91 КБ

Предварительный просмотр:

Башкортостан  Республикаһы  Сибай ҡалаһы ҡала округының

«Тейенкәй» балалар баҡсаһы бала үҫтереү үҙәге

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү

Бюджет учреждениеһы

Танып белеү өлкәһендә “Һауа эҙләүселәр” темаһына балалар баҡсаһының уртансы төркөм өсөн план-конспект.

Әҙерләне: тәрбиәсе Әминова И.Р.

Сибай-2017 й.

      Маҡсат: тәжрибәләр аша балаларҙың аң-белемен үҫтереү, һауа һәм уның үҙенсәлектәре тураһында белемдәрен киңәйтеү.

      Өйрәтеүсе бурыстар:

  • Тирә-яҡты күҙәтеүҙе күнектереү;
  • Һауа һәм уның үҙенсәлектәре тураһында  белемдәрен нығытыу;
  • Матдәләр үҙенсәлектәрен тәжрибәләр аша нығытыу.

       Үҫтереүсе бурыстар:

  • Тәжрибәләр аша үҙ-аллы һығымсталар яһарға өйрәтеү;
  • Балаларҙың иғтибарын,фекерлоәү ҡеүәһен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу;
  • Балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү.

       Тәрбиәүи бурыстар:

  • Иптәштәренә ҡарата ихтирам, ярҙамсылыҡ, изге ҡараш тәрбиәләү;
  • Үҙ-аллылыҡ тәрбиәләү, тәжрибәләрҙе үҙ-аллы һәм әүҙем башҡарыу теләге уятыу;
  • Тәжрибәләр үткәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
  • Тәжрибәләр үткәргән ваҡытта үҙеңде ипле, йыйнаҡ тоторға өйрәтеү.

Йыһазландырыу: балалар һанына етерлек полиэтилен тоҡтар, аҡ халаттар, һыу менән һауыттар балалар һанына ҡарап, эсе ҡыуыш һәм тулы ьбулған предметтар, трубочка менән стакандар, ҡәләмдәр, төрлө төҫкә буялған һабынлы һыу, альбом биттәре.

Д2рес барышы.

Ишек шаҡыйҙар. Тәрбиәсе аса һәм ҡумта индерә. Ҡумтаны асалар һәм унан шар килеп сыға.

Тәрбиәсе. Ой. балалар, ҡарағыҙ әле. Был нимә ул?

(Бала: был шар)

- Дөрөҫ. 7ара4ы6 , 2ле 7алай матур шар. Ой. Ишетәһегеҙме шар нимәлер әйтә. Беләһегеҙме шар миңә үҙенең ҡайғыһын һөйләне. Ул дуҫтары менән сәйәхәт иткән һәм болотарҙың матурлығыа һоҡланып уларҙан тороп ҡалған.  Ә шарҙың дуҫтары һауаны күрер өсөн “Һауа лабораторияһына” юл тотҡан.Ул бик ныҡ ҡайғыры һәм беҙҙән ярҙам һорай. Ярҙам итәбеҙме?

(Б. Эйе. Ярҙам итәбеҙ)

- Ой. Ул тағы нимәлер әйтергә телә. Аңлашылды. Шар тәүҙә беҙҙең менән танышырға теләй. Уның исеме – Көләкәс.

- Әйҙәгеҙ . хәҙер беҙ уға үҙебеҙҙең исемдәребеҙе әйтәйек. Ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн исемебеҙҙе әйтәбеҙ һәм сәпәкәйләйбеҙ.  Мин тәүҙә күрһәтәм. Шуна һеҙ, һөйләштекме? И-лү-зә. (балалар бер – бер артлы исемдәрен әйтәләр.)

- Афарин, бына  таныштыҡ та. Ә хә:ер. Әйҙәгеҙ. Шарҙың дуҫтарын эҙләргә юл тоттоҡ.  Әй62ге6, шар4а тотонайы7, к1662р6е йомабы6 32м тылсымлы 31662р 2йт2бе6. Крибли-крабли-бумс.

- Ой. Ҡарағыҙ әле- был һауа лабораторияһы.  Шарҙың дуҫтары уны шулай уҡ юғалтҡандар һәм уларҙы тиҙерәк табыр өсөн юл күрһәткәндәр. Әйҙәгеҙ әле ҡарайыҡ нимә төшөргәндәр икән. (карточканы алып ҡарайбыҙ)

- Был нимәне аңлата икән. Кем белә? (яуаптар)

-Ә нимә күренмәй икән. Уны белер өсөн, беҙ өҫтәл эргәһенә үтәйек. Беләһегеҙме, шар миңә сер итеп кенә әйтте. Был халаттар тылсымлы. Әгәр беҙ уларҙы кейһәк, һауа тимкшереү буйынса ысын экспертттарға әйләнәбеҙ. Әйҙәгеҙ . халаттарҙы кейәйек. Кемдеке килеп сыҡмай бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ. Өҫтәл  артына ултырайыҡ. Нимәләр күрәһегеҙ?  (яуаптар). Дөрөҫ . афарин.

1 тәжрибә:

- Дуҫтар, әйтегеҙ әле, ә һауаны тотоп буламы?

(Юҡ, уны тотоп булмай.)

  • Әйҙәгеҙ тотоп ҡарайыҡ. Килеп сыҡтымы?  
  • Беләһегеҙме, һауаны ошо мешоктар ярҙамында тотоп була икән.
  • Әйҙәгеҙ. Тәүҙә мин тотоп ҡарайым. Ә һеҙ иғтибар менән ҡарағыҙ. Яраймы. Әҙерләндек. Тәүҙә мин мешокты алып асам һәм һауаны тотоп ҡарайым. Тотоп ҡарағыҙ әле. Мин һауаны тота алдым, һеҙҙеке лә килеп сығыр тип уйлайым. Әйҙәгеҙ. Тотоп ҡарағыҙ.
  • Камилла. Һин яңы ғына нимә эшләнең? (мин мешокты алдым һәм һауаны тоттом)
  • Һауа ниндәй? Ауырмы әллә еңелме? Афарин. Дөрөҫ.

2 тәжрибә:

  • Ой. Ҡарағыҙ әле.  Бында тағын  нимәлер бар. Асып ҡарайыҡ әле. Был һүрәт нимә аңлата икән. Иштуған һин нисек уйлайһың? Дөрөҫ, афарин. Ә беҙ нисек тын алабыҙ? (танау менән тын алабыҙ). Әйҙәгеҙ тағы бер тәжримбә үткәреп ҡарайыҡ. Уның өсөн мин һыулы стаканды алам. Мин тәүҙә күрһәтәм, ә һеҙ иғтибар менән ҡарағыҙ. Тын алам һәм трубочка аша һыуға өрәм. Нимә булды? Нимә барлыҡҡа килде? Дөрөҫ, афарин. Нисек уйлайһығыҙ һауа еңелерәкме әллә һыумы?  Ә нисек һыулы шарҙар  барлыҡҡа килде? Ни өсөн? Әйҙәгеҙ мин һеҙгә аңлатам. Трубочка аша һыуға өргән ваҡытта һауа һыуҙан еңел булғас, Һыу һауаны этәреп сығара һәм һыулы шарҙар барлыҡҡа килә. Бына шулайтып кеше организмында һауа барлығын тикшереп була. Ә һеҙҙең организмығыҙҙа һауа бармы икәен белгегеҙ киләме? Улай булғас һыулы стакандарҙы алығыҙ һәм трубочкаға өрөп ҡарағыҙ. Килеп сыҡтымы? Афарин. Ә хәҙер стакандарҙы ситкә алып ҡуяйыҡ һәм һорауҙарға яуап бирәйек. Кеше организмда һауа барлығын белер өсөн һеҙ нимә эшләнегеҙ? (яуаптар. ) Рәхмәт, афарин.
  • Был эсперттар бүлмәһендә башҡа юл күрһәтеүсе карточкалар  ҡалманы. Ана тегендә , алыҫта беҙҙең шар тағы карточкалар күреп ҡалған. Ул бит бейектә тора һәм бөтәһендә күрә.

 Уйын “Бата-батмай”

  • Әйҙәгеҙ икенсе өҫтәл артына үтәйек әле. Бына юл күрһәтеүсе карточка. Ҡарайыҡ әле нимә төшөрөлгән. Алдығыҙҙа нимә күрәһегеҙ? (таш һәм губка. Һыу менән һауыттар)Афарин.
  • Әйтегеҙ әле, таш һыуҙа батамы әллә юҡмы? Ә нисек  тикшереп ҡарарға була? (ташты һыуға һалыр кәрәк). Дөрөҫ, афарин.
  • Әйҙәгеҙ бергәләп тикшереп ҡарайыҡ.  Ҡулға таш алайыҡ һәм һыуға һалайыҡ. Минең ташым батты, ә һеҙҙеке?
  • Ә ни өсөн батты? (сөнки ул ауыр һәм эсендщә һауа юҡ)
  • Дөрөҫ, афарин. Әйҙәгеҙ бергәләп ҡабатлайыҡ. (таш ауыр, эседә һауа юҡ). Афарин.
  • Әйҙәгеҙ сағыштырып ҡарайыҡ әле. Ҡулдарға губканы алайыҡ. Ул ниндәй? Ауырмы әллә еңелме? (еңел)
  •  Эсендә һауа барлығын нисек тикшереп була? (һыуға төшөрөр кәрәк)
  • Тәжрибә эшләп ҡарайыҡ әле. Нимә булды? (губка батмай, йөҙөп йөрөй)
  • Ә ни өсөн ул батманы? (эсендә һауа бар) (бергәләп ҡабатлайбыҙ)
  • Ә хәҙер ҡулдарығыҙға ташты һәм губканы алығыҙ. Нимә ауырыраҡ? (таш)
  • Дөрөҫ. Таш һауанан ауырыраҡ, шуның өсөн ул һыуҙа бата. Ризаһығыҙмы?
  • Балалар , бында тағы бер карточка бар. Ҡарайыҡ әле. Нимә төшөрөлгән? (балалар зарядка эшләй)
  • Балалар, әйҙәгеҙ беҙҙә ял итеп алайыҡ. Шар тирәләй түңәрәк эшләп торайыҡ һәм башланыҡ;
  • Иртә менән мин торҙом,
  • Ҡулдарыма шар алдым.
  • Эй өрәм, өрәм, өрәм
  • Һауа менән тултырам
  • Шарым булды түңәрәк.
  • Миңә шулай күңеллерәк.
  • Икәүләшеп уйнайбыҙ.
  • Уйнап берҙә туймайбыҙ.
  • Башҡа юл күрһәтеүсе карточкалар бында юҡ. Ә беҙҙең шарыбыҙ алда тағын карточкалар күреп ҡалды. Ул беҙҙе икенсе тәжрибәләр бүлмәһенә саҡыра.
  • Бына карточка. Ой, ҡарағыҙ әле нимә төшөрөлгән ул? (бала яуап бирә : төрлө төҫтәге шарҙар)
  • Ә шар миңә был бүлмәне ижади тәжрибәләр бүлмәһе тине. һеҙ алдығыҙҙа нимәләр күрәһегеҙ? (яуаптар)
  • Шарик һеҙгә төрлө төҫтәге шарҙар ярҙамында һүрәт эшләп ҡарарға тәҡдим итә. Ә нисек эшләргә мин һеҙгә тәүҙә күрһәтәм, һеҙ иғтибар менән ҡарап иҫегеҙҙә ҡалырып ултырығыҙ.
  • Тәүҙә мин төҫлө һыуға өрәм. Ҡарағыҙ әле , шарҙар шартламай. Сөнки был һабынлы һыу. Шунан өҫтөнә ҡағыҙ һалам. Ҡарағыҙ нимә килеп сыҡты. Шунан инде ҡәләмдәрҙе алып һүрәтемде эшләп бөтөрәм. Ләкин мин һеҙгә һүрәтемде күрһәтмәй торам. Ә хәҙер һеҙ эшләп ҡарағыҙ. (балалар эшләй башлайҙар. Тәүҙә нимә эшләргә кәрәклеген бер баланан һорарға)

  • Эшләп бөттөгөҙме? Әйҙәгеҙ бер берегеҙгә күрһәтегеҙ. Хәҙер миндә һеҙгә һүрәтемде күрһәтәм. Мин яңы япраҡ ярған ағасты һүрәтләнем. Сөнки тиҙҙән яҙ етә һәм бөтә ағастар ҡышҡы йоҡонан уянып япраҡ яра башлай.

(балалар тәүҙә шарға, шунан ҡунаҡтарға күрһәтәләр)

  • Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙ һеҙҙең менән күпме карточкалар таптыҡ.  Әйҙәгеҙ әле улар нимә аңлатҡанын иҫкә төшөрәйек. (мальберт эргәһенә килеп, күрһәтәм яуап бирәләр)

Ишек шаҡыйҙар һәм шарҙар килеп инә.

  • Бына шарҙың дуҫтары ла табылды. Ҡалай шәп булды шулай бит. Һәм беҙҙең шарҙың да кәйефе яҡшырҙы. Ә дуҫтарға бер береһен табырға ярҙам иткән өсөн улар һеҙгә бүләктәр әҙерләгән. (һандыҡты асып күрһәтәм)
  • Балалар , әйҙәгеҙ беҙ яңы дуҫтарҙы үҙебеҙгә ҡунаҡҡа алып ҡайтайыҡ. Шарҙарға тотонайыҡ тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтәйек. Бына беҙ яратҡан төркөмөбеҙгә ҡайтыпта еттек. Балалар, һеҙгә ҙур  Рәхмәт, шундай ҡыҙыҡлы сәйәхәтегеҙ өсөн. Гел шулай дуҫ, татыу, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. Беләһегеҙме,  яңы дуҫтарыбыҙ беҙҙең менән саф һауаға сығып уйнағыоыры килә. Беҙ уларҙы мотлаҡ ңҙебеҙ менән алырбыҙ. Әлегә улар беҙҙе ҡабул итең бңлмәһендә көтөп торһондар. Иштуған беҙҙең дуҫтарҙы раздевалкаға оҙат әле, рәхмәт.

 Ә хәҙер серле һандыҡтан  бүләктәрегеҙҙе алығыҙ. Ә дежурныйҙар өҫтәлдән  йыйыштырырға ярҙам итегеҙ, зинһар. Дежурныйҙар йыйыштырғансы, беҙ һеҙҙең менән бүләктәр менән яңы уйын өйрәнә торайыҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Тамчыкай бездә кунакта" нәниләр төркемендә танып белу эшчәнлеге.

Балтач муниципаль районы башкарма комитеты мәгариф бүлеге...

Яз килэ (беренче кече яшьтэгелэр торкемендэ «Танып белу» белем биру эшчэнлеге буенча ачык шогыль конспекты)

Максат:                        Танып белу. 1.   балаларга язгы куренеш...

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы      «Тәбиғәт күр...

Уртанчылар торкемендэ танып белу эшчэнлеге . Тема:" Математика иленэ сэяхэт"

Уртанчылар  төркемендә танып белү эшчәнлеге.Тема: "Математика иленә сәяхәт "Максат:Балаларның логик фикерләү сәләтләрен үстерү .Тәрбия бурычы  :Балаларда мөстәкыйльлек ,эшчәнлеккә карата кыз...

Танып – белем биреү өлкәһе Тема: “Яҡташ батырҙар”

Бөйөк ватан һуғышында башҡорт халҡының әүҙем ҡатнашыуын, батырлыҡтар күрһәтеүен төшөндөрөү.Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашҡан Күгәрсен районы геройҙары,уларҙың исемдәрен һәйкәлдәрҙә, таҡтаташтарҙа мәңгел...

МЕТОДИЧЕСКАЯ РАЗРАБОТКА на тему: «Роль пальчиковых игр в развитии речи младшего дошкольника» в форме разработки плана-конспекта проведения родительского собрания

Форма родительского собрания: игровой практикум.Цель общая: взаимное сотрудничество воспитателя и родителей, повышение уровня педагогической культуры родителей.Цель конкретная: раскрытие значения паль...