Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн “Өләсәйем һандығы” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге
план-конспект занятия (младшая группа)

Кадаева Гулия Нурисламовна

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн “Өләсәйем һандығы”

темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Кадаева Гөлиә Нурислам ҡыҙы,

юғары  категориялы тәрбиәсе

Төп белем биреү өлкәһе: Танып - белеү .

Интеграция өлкәләре: социаль-коммуникатив, танып-белеү, художестволы-эстетик.

Маҡсат: Балаларға башҡорт халыҡ ижады аша әхләҡи-эстетик тәрбиә биреү.

Бурыстар:

Белем биреүсе: балаларҙа милли мәҙәниәттең тәү сығанағын өйрәнеүгә нигеҙ булдырыу; 

Үҫтереүсе: балаларҙың телмәрен, иғтибарлыҡтарын  үҫтереү; һүҙлек запасын байытыу.

Тәрбиәләүсе: халҡыбыҙҙың йолаларына, теленә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Белем биреү эшмәкәрлеге барышы.

Балалар ярым түңәрәк формаһында тәрбиәсе ҡаршыһында ултырғыста ултыралар.

Ойоштороу моменты.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, балалар,  күнекмәләр эшләп алайыҡ әле.

  • “Йылмайыу”
  • “Торба”
  • “Ҡойма”
  • “Сәғәт”

Тәрбиәсе: Афарин, әйҙәгеҙ бергәләп телде, ирендәрҙе уйнатып матур итеп һөйләшергә әҙерләп алайыҡ әле.

Ҫа-ҫа-ҫа – бигерәк матур баҫа,

Са-са-са – тыпырлап күңел аса,

Са-са-са – бейей шулай башҡортса.

Тәрбиәсе: Афарин!

Тәрбиәсе: Кемдер ишек туҡылдата. Ҡарайыҡ әле.

Ҡарағыҙ әле, балалар,  беҙгә ҡунаҡ килгән бит.

  • Был кем ул?
  • Эйе, ҡурсаҡ Айгөл.

  Ҡабатлау: Был ҡурсаҡ. Уның исеме Айгөл.

Ҡурсаҡ: Һаумыһығыҙ!

Балалар: Һаумы, Айгөл!

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, Айгөл өҫтөнә нимә кейгән?

Балалар: Күлдәк.

Тәрбиәсе:Айгөлдөң күлдәге ниндәй төҫтә?

Балалар: Ҡыҙыл.

Тәрбиәсе:Эйе, ҡыҙыл төҫтә. Айгөл матур күлдәк кейгән. Был башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейгән күлдәк.

Ә күлдәк өҫтөнә нимә кейгән икән?

Балалар: Камзул.

Тәрбиәсе: Эйе, был камзул. Ул ниндәй төҫтә?

Балалар: камзул ҡара төҫтә.

Тәрбиәсе: Аяҡтарына нимә кейгән?

Балалар: Итек (ситек)

Тәрбиәсе: Айгөл башына нимә кейгән?

Балалар: Башына бүрек кейгән.

Тәрбиәсе: Балалар, ҡабатлайыҡ әле:  ситек, ситек; бүрек, бүрек.

Ситек – ул аяҡ кейеме.

Бүрек – ул баш кейеме.

Тәрбиәсе: Бергәләп ҡабатлайыҡ:

Айгөл матур, ҡыҙыл күлдәк кейгән.

Ҡара камзул кейгән.

Башына бүрек кейгән.

Аяҡтарҙа ситек.

Тәрбиәсе: Балалар, Айгөл беҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра, барайыҡмы?

Әйҙәгеҙ.

Ял минуты.

Балалар, балалар,

Урман буйлап баралар,

Һикереп тә алалар,

Йүгереп тә алалар,

Сүкәйеп тә алалар,

Һаман алға баралар.

( Һүҙҙең мәғәнәһенә ҡарап хәрәкәттәр яһау)

Тәрбиәсе: Балалар, бына беҙ Айгөлдөң өләсәһендә ҡунаҡта.

Ҡарағыҙ әле, был беҙҙең нимә икән?

-Эйе, Һандыҡ.

-Ғайсар беҙгә шиғыр һөйләп ишеттерһен әле.

Беҙҙең өйҙәге һандыҡтың

Өҫтөндә ҡорған юрған –

Өләсәйем һандығы ул,

Эсе серҙәргә тулған.

-Афарин!

Тәрбиәсе: Яҡыныраҡ ултырайыҡ.

-Был, балалар, һандыҡ. Элек өләсәйҙәр әйберҙәрен ошондай һандыҡтарҙа һаҡлағандар.

- Һандыҡтың эсендә нимәләр бар икәнен әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле.

- Был, балалар, нимә икән?

- Эйе, түшелдерек, уны өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ҡыҙҙар түштәренә таҡҡандар.

- Бергәләп әйтәйек әле, түшелдерек.

- Ә быныһы нимә икән? Сылтырап тора.

- Эйе, тәңкәләр менән биҙәлгән сулпы. Сулпыларҙы ҡыҙҙарҙың сәсенә тағалар.

- Ҡабатлау: Сулпы.

- Ҡарағыҙ әле, был биҙәүестәрҙе лә өләсәй, апай, инәйҙәр ҡулдарына, ҡолаҡтарына  таҡҡандар.

- Ҡабатлау: Алҡа, беләҙек.

Тәрбиәсе: Өләсәйҙең һандыҡ төбөндә тағы бер әйбер бар. Ул нимә икән?

-Әлбиттә, түбәтәй.

- Уны малайҙар, ағай, атай, олатайҙар баштарына кейгәндәр.

Ҡабатлау: түбәтәй. (берәйһенә кейҙереү)

-Афарин!

- Балалар, беҙ һандыҡ эсенә нимәләр сығарҙыҡ.

(Балалар менән бергә ҡабатлау, күрһәтеү)

Түшелдерек, сулпы, алҡа, беләҙек,түбәтәй.

-Балалар, Айгөлгә рәхмәт әйтәйек.

Балалар: Рәхмәт.

Тәрбиәсе: Ә хәҙер өләсәйҙең һандығынан серҙәр ҡасмаһын өсөн һандыҡты ябып ҡуяйыҡ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ood_olsyem_handygy.docx18.37 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Тема: "Тема: «Кейеҙ баҫыу. Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.» Урта төркөм балаларына белем биреү эшмәкәрлеге

laquo;Кейеҙ баҫыу.  Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.»Урта төркөм балаларына  белем биреү эшмәкәрлеге...

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн “Моряктар һөнәрҙәре” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге

Конструкторлау аша балаларҙың танып-белеү һәләтлеген үҫтереү. “ТИКО” конструкторы деталдәрен ҡулланып, бирелгән схема буйынса карап төҙөү күнекмәләрен нығытыу. Эштең эҙмә-эҙлег...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдә туранан-тура белем биреү эшмәкәрлеге. "Өләсәйемден һандығының эсе серҙәргә тулған". Аппликация.

Мәктәпксә эҙерлек төркөмдә туранан-тура белем биреү эшмәкәрлеге"Өләсәйемдең һандығының эсе серҙәргә тулған". Аппликация....