«Тыуған ауылым- Красноусол» темаһына мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә танып-белеү буйынса белем эшмәкәрлеге
план-конспект занятия (подготовительная группа)
Предварительный просмотр:
Муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы, ҡатнаш төрҙәге 25 – се һанлы «Әкиәт» балалар баҡсаһы.
«Тыуған ауылым- Красноусол» темаһына
мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә
танып-белеү буйынса белем эшмәкәрлеге
Тәрбиәсе: Килмөхәмәтова Л.Ә.
Красноусол ауылы
2022-2023 уҡыу йы
Тема: «Тыуған ауылым- Красноусол»
Маҡсат: балаларҙа бәләкәй Ватан тураһында төшөнсә биреү, патриотик хистәр, тыуған ергә мөхәббәт тәрбиәләү.
Бурыстары:
Белемгә өйрәтеү: бәләкәй Ватан тураһында күҙаллауҙарын үҫтереү; һүҙлек запасын әүҙемләштереү, тулыландырыу; өй адресын белеүҙе нығытыу.
Белемдәрен үҫтереү: хәтерҙе, уйлау һәм аралашыу һәләтен, һүҙ байлығын, өндәр мәҙәниәтен үҫтереү; танып-белеү, ҡыҙыҡһыныу һәләтен камилаштырыу, ижади һәләттәрҙе үҫтерергә булышлыҡ итеү.
Тәрбиәүи бурыстар: балаларҙа тыуған ауылға-Красноусолға хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; уның менән ғорурланыу тойғоһо булдырыу; хәрби операцияла булған һалдаттарға хөрмәт тәрбиәләү һәм изге эштәр эшләү теләге уятыу.
Белем биреү өлкәләренең интеграцияһы:
Социаль-аралашыу үҫеше: әңгәмә үткәреү; кешенең кәйефен билдәләргә өйрәнеү; “Автобус” сюжетлы-ролле уйынын уйнау; борсолоулы уйланыу оҫталығын, коллективта эшләү һәләтен; тәрбиәсенең йөкләмәләрен үтәү һәләтен тәрбиәләү.
Танып-белеү: адрес белеүҙе, һандарҙы белеүҙе, юл хәрәкәте билдәләрен белеүҙе, дидактик уйындар аша предметтарҙы классификациялау, врачҡа кәрәкле әйберҙәрҙе белеүҙе нығытыу.
Телмәр үҫтереү: дүрт юллыҡ шиғырҙар бергәләп ҡабатлау, тыуған ил тураһында шиғырҙы тасуири уҡыу.
Физик тәрбиә: физминутка, күҙҙәргә гимнастика эшләү, атлау, аяктарҙа шыуышыу,парлашып йөрөү кеүек хәрәкәт активлығын үҫтереү.
Художество-эстетика үҫеше: теләгән ысул менән открыткалар әҙерләү.
Күргәҙмә материал: красноусол ауылының билдәле урындары төшөрөлгән, юл хәрәкәте билдәләре төшөрөлгән слайдттар, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында презентация.
Таратыу материалы: уйындар өсөн атрибуттар, карточкалар, һандар яҙылған карточкалар, магнитиктар.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу моменты
- Килегеҙсе балалар
Түңәрәккә торайыҡ.
Күңелле итеп бөгөн
Дәресте беҙ башлайыҡ.
(Балалар түңәрәккә йыйылалар)
-Һаумы ҡояш,
Һаумы дуҫым,
Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!
Мин сәләмәт,
Мин матур
Салауат кеүек батыр!
2. Төп өлөш
-Тыуған ер, тыуған ил- доньялағы иң матур һүҙҙәр. Һәр кешенең тыуып үҫкән ере була. Һәр кеше Тыуған ерен ярата, хөрмәт итә.
-Беҙҙең ҙур Тыуған илебеҙ нисек атала? (Рәсәй-ҡабатлайбыҙ)
-Дөрөҫ, Рәсәй беҙҙең ҙур Тыуған илебеҙ.Ә бына һәр кемдең бәләкәй Тыуған иле була. Нисек уйлайһығыҙ, нимә ул бәләкәй тыуған ил?
- Беҙҙең ауылыбыҙҙың исеме нисек?
- Ул ер бәләкәй Ватан тип атала.Беҙҙең бәләкәс Ватанбыҙ, тыуған ауылыбыҙ ул Красноусол ауылы. Бында беҙ тыуғанбыҙ,ошонда беҙҙең һәр беребеҙҙең күркәм өйө бар, атай-әсәйебеҙ,туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ йәшәй. Беҙҙең Красноусол ауылы ҙур, уның урамдары күп, һеҙ йәшәгән йорттар шул урамда урынлашҡан.Хәҙер мин бына ошондай матур йорт ебәрәм, ә һеҙ ниндәй урамда йәшәгәнеҙҙе(адресты) әйтергә тейешһегеҙ. Башланыҡмы?
Уйын: “Һин йәшәгән урамдың исемен әйт”
(ишек туҡылдаталар,бала керә)
Камила-Сәләм!
-Һаумыһығыҙ!Һин кем булаһың?
Камила-Минең исемем Камила.Мин Өфө ҡалаһынан ҡунаҡҡа килдем.Өләсәйем ошо баҡсала тәрбиәсе булып эшләй.
-Камила, ә һиңә беҙҙең Красноусол ауылы оҡшаймы?
Камила-Оҡшай, тик мин уның күп урындарын күргәнем юҡ.
- Әйҙәгеҙ бөгөн Камилаға беҙҙең ауылдың матур, иҫтәлекле урындарын күрһәтәйек.Мин һеҙҙе ауылыбыҙ буйлап сәйәхәт итергә саҡырам.
-Сәйәхәткә сығайыҡмы?
- Тик нимә менән сәйәхәткә сығырға? Поезд йөрөймө беҙҙең ауылда? Ә трамвай? Ә нимә йөрөй?(автобус)
-Дөрөҫ,бына автобус та килеп етте,урындарға ултырышайыҡ. Тик ултырыр алдынан билет алығыҙ һәм үҙ урынығыҙға ултырығыҙ.
(Билет таратыу,номер буйынса урынды табып ултырыу)
- Водителды һанашмаҡ ярҙамында билдәләйек.
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәгәрмәсе ватылған
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?(водитель һайлана)
-Ҡайыштарҙы эләктерергә онотмағыҙ!
-Ҡуҙғалдыҡ.
1 СЛАЙД Площадь, Администрация бинаһы.
-Кем белә,был ҡайһы урын? (Үҙәк майҙан)
-Әйҙәгеҙ автобустан төшөп яҡыныраҡ барып ҡарайыҡ.
-Үҙәк майҙан ни өсөн кәрәк? (байрамдар,йәрминкәләр,парадтар үткәрелә)
-Һулаҡайға ҡараһаҡ бик ҙур,матур аҡ йорт күрәбеҙ.
-Был ниндәй бина? Администрация бинаһы бик матур, кергәс тә беҙҙе итәғәтле һаҡсы ҡаршылай.Ул ниндәй йомош менән килгәнде белешә. Иҙәндәрҙә балаҫтар, стеналарҙы картиналар биҙәй. Баҫҡыс буйлап өҫкә күтәреләһең һәм беҙҙең райондың башлығы ултырған кабинетҡа етәһең.
-Кем эшләй? Дөрөҫ бында беҙҙең райондың башлығы Сыңғыҙов Фәнзил Фәйез улы эшләй.
-Һеҙ нисек уйлайҙығыҙ ул бер үҙе эшләйме?(уның ярҙамсылары бар)
-Администрация эшселәре индәй эштәр эшләйҙәр? (Улар райондағы тәртипте һаҡлайҙар, таҙалыҡты, төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тоталар)
-Администрация бинаһы беҙҙең ауылда, районда төп бина.Шуға ул әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра.
-Артабан куҙғалайыҡмы? Урындарға ултырышайыҡ.
-Беҙ еләбеҙ, беҙ еләбеҙ
Бип, бип, бип
Юлда торма,юлда торма
Кит, кит, кит.
2 СЛАЙД Дауахана юл билдәһе.
-Был ниндәй билдә? Тимәк беҙҙең киләһе туҡталыш-Дауахана.
3 СЛАЙД Дауахана
-Дауаханала кемдәр эшләй?
-Ни өсөн дауахана кәрәк?
-Ә һеҙ ҡайһы врачҡа керер инегеҙ? Ни өсөн? (ике һүрәт, береһендә уҫал, икенсеһендә-яғымлы.Балалар портреттарҙы эмоция буйынса һүрәтләй)
-Ә бына беҙҙең врачтарға эшләр өсөн нимәләр кәрәклеген һеҙ беләһегеҙме? Хәҙер тикшереп ҡарайыҡ.Мин предметтарҙың исемдәрен әйтәм, әгәр ул врачҡа кәрәк әйбер булһа һеҙ ҡул сабығыҙ.
Уйын: «Врачҡа нимә кәрәк?»
(халат, шприц, зонт, бинт, градусник, шарф, дарыу, ручка,глобус, витаминдар)
-Ауырымаҫҡа, дауаханаға тик һаулыҡты тикшерер өсөн йөрөргә, төрлө витаминдар ашарға, саф һауала йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, шулай бит?
-Әйҙәгеҙ беҙ ҙә һеҙҙең менән күҙҙәребеҙ яҡшы күрһен, артабан юлды ҡарап барыр өсөн күҙҙәргә гимнастика эшләп алайыҡ.
Күҙҙәргә гимнастика эшләү.
Күп ҡараным, күп күрҙем
Арынылар күҙҙәрем
Йомам күҙем ял итһен
Асам күҙем күп күрһен.
Бер йомам да, бер асам.
Башта өҫкә ҡарайым
Унан аҫҡа ҡарайым.
Унан һулға ҡарайым
Унан уңға ҡарайым.
Тағын күҙемде йомам
Һәм-1,2,3-күҙеңде ас!
-Киләһе туҡталышҡа әйҙәгеҙ йәйәүләп барайыҡ. Ул дауаханан йыраҡ түгел урынлашҡан.(Йәйәүләп түңәрәктә атлау)
3 СЛАЙД ФОК Зилим
-Кем белә, был ниндәй бина? (Еҙем спорт һауыҡтырыу комплексы)
-Унда нимәләр бар?(бассейнда һыу инәләр, спорт залында футбол,баскетбол,волейбол уйнайзар, фитнес залында гимнастика менән шөғөлләнәләр)
- Еҙем спорт һауыҡтырыу комплексы яңы төҙөлгән заманса, матур бина. Унда бик күп кешеләр йөрөй, һеҙгә лә ата-әсәйҙәрегеҙ менән йөрөргә кәңәш итәм. Ә хәҙергә Һаулыҡты нығытыр өсөн беҙ ҙә физкультура эшләп алайыҡ.
Физминутка
- Эште ҡуйып бер аҙға,
Уҙғарабыҙ хәрәкәт.
Боронғолар әйткәндәр:
«Хәрәкәттә – бәрәкәт,
Булырбыҙ һау-сәләмәт».
Ҡулдарҙы күтәрҙек,
Аҫка төшөрҙөк.
Ҡулдарҙы йәйҙек,
Ҡайсы эшләйбеҙ,
Ҡулдар талдылар,
Аҫҡа төшөрҙөк,
Урында йүгерҙек,
Туҡтап тын алдыҡ.
-Афариндар, ял итеп алдыҡ. Был комплекста беҙгә артабан юлды дауам итеү өсөн саңғылар тәҡдим итәләр.Саңғыларҙы кейәбеҙ,таяҡтарҙы тотабыҙ ҙа артабан китәбеҙ.(Саңғыла йөрөгән хәрәкәттәр эшләп түңәрәктә йөрөү)
4 СЛАЙД «Табын һәм Звезда газеталары редакцияһы»
-Был бина нимә беләһегеҙме?
-Беҙҙең районда бына ошондай бай йөкмәткеле газета сыға, рус телендә сыҡҡаны Звезда, башҡорт телендә сыҡҡаны Табын тип атала.(Газеталар күрһәтеү)
-Нисек уйлайһығыҙ ошо газетаны сығарыу өсөн, кешеләр уҡыһын өсөн күпме кеше эшләй редакцияла?
-Мәҡәләләрҙе журналистар яҙа, фотоларҙы фотограф төшөрә, корректор тикшерә, ә баш редактор бөтә хаталарҙы төҙәтеп, шунан һуң ғыны типографияға ебәрәләр газитте сығарырға.Һуңынын почтальон тарата. Бына күпме эш эшләнелә ошо гәзит кешегә килеп етһен өсөн.
-Бәй беҙ гәзит ҡарағансы, артыбыҙҙан автобус килеп тә еткән бит.Ултыршайыҡ та,артабан еләйек.
- Ә белгегеҙ киләме киләһе туҡталыш ниндәй буласаҡ?
-Улай булһа йомаҡтың яуабын табығыҙ?
Тәмлекәстәр бар бында,
Бар бында кейем-һалым.
Уйынсыҡмы? уйынсыҡ
Улар һәр кәштә һайын.
Тик бына башҡа бәлә
Бушҡа бирмәйҙәр бында.
Аҡсаң булһа рәхим ит
Теләгәнеңде алып кит.(магазин)
5 СЛАЙД Светофор
(светофор билдәләрен ҡабатлау)
6 СЛАЙД Магазин
-Бына килеп тә еттек.
-Был бинаны кем таный?
-Ни өсөн йөрөйҙәр магазинға?
-Ниндәй магазин-супермаркеттарҙы беләһегеҙ?
-Бына ошо Ихлас сауҙә үҙәгендәге магазинға бөгөн әйберҙәр килтергәндәр. Тик ошонда эшләгән тауар бушатыусы уларҙы бутап бөткән.Әйҙәгеҙ беҙ тиҙ генә ярҙам итәйек.
Уйын «Предметтарҙы классификациялау»
-Беҙ ярҙамлашҡан өсөн беҙгә ошондай матур саналар бүләк иттеләр. Артабан юлды саналарҙа дауам итәйек.(Парлашып йөрөү)
7 СЛАЙД Дом культуры
-Был ниндәй бина?
-Унда кемдәр эшләй?
-Кешеләр ни өсөн йөрөйҙәр мәҙәни үҙәккә?
-Һеҙҙең аранан кемдәр булғаны бар унда?
-Һеҙҙең арала ла киләсәктә билдәле артистар сығыр. Бына мәҫәлән Морат шиғыр һөйләгәндә, артистарың ары торһон.
(Морат «Башҡортостан» тураһында шиғыр һөйләй)
Башҡортостан һин беҙҙең Тауың бирә һары алтын Ағасҡа бай урманың Башҡортостан-беҙ һине
Тыуған-үҫкән илебеҙ. Ерең бирә ҡара алтын Таҡыр һинең юлдарың. Һөйәбеҙ яратабыҙ!
Беҙгә икмәк,өй биргән Балыҡҡа бай һыуҙарың Матур һинең ҡыҙҙарың Һин беҙҙең-Тыуған еребеҙ
Һыуын эскән еребеҙ. Ашлыҡҡа бай ҡырҙарың. Батыр һинең улдарың. Атайыбыҙ,әсәйебеҙ!
8 СЛАЙД Батырҙар аллеяһы-обелиск
-Бөйөк Ватан һуғышы-кешеләргә күпме бәлә,ауырлыҡ килтергән.Беҙҙең Красноусол ауылынан да бик күп егеттәр,ирҙәр фронтҡа киткәндәр.Улар һуғышта батырҙарса алышҡандар.Күптәре тыуған ергә яраланып ҡайтҡандар.Ә бик күптәре һуғыш яланында ятып ҡалғандар.Тик уларҙың исемдәрен халыҡ онотмай.Һәр ауылда ошондай обелиск бар.Унда таҡтаташҡа кемдәр һуғышта үлгән шуларҙың исемдәре уйылып яҙылған.Улар иҫтәлегенә мәңгелек ут яна.(Һуғыш тураһында слайдтар күрһәтеү)
-Бөгөнгө көндә беҙҙең илебеҙгә хәүеф янай.Украинала хәрби операция бара.Унда беҙҙең илебеҙҙе нацистарҙан,дошмандарҙан яҡлап батыр һалдаттарыбыҙ һуғыша.Әгәр улар яҡламаһа,беҙҙең илебеҙгә дошмандар тағын һуғыш башлаясаҡтар.
-Ә беҙ уларға нисек ярҙам итә алабыҙ?
-Оҙаҡламай 23 февраль Ватанды һаҡлаусылар байрамы етә.Беҙ һалдаттарға бүләк эшләп ҡыуандыра алабыҙ.Эшләйбеҙме?
- Кем нимә менән эшләгеһе килә бүләк-открытканы,уйлағыҙ.Тик беҙҙең эш ҡоралдарыбыҙ баҡсала ҡалды.Ҡайтайыҡ баҡсабыҙға,ул обелисктан йыраҡ түгел,йәйәүләп ҡайтһаҡ та була.(түңәрәк буйлап йөрөп киләләр)
3. Практик эш
(Теләк буйынса:буяу ҡәләмдәре,краска,йәбештереү ысулы менән открытка эшләү)
4. Йомғаҡлау
(бүләктәрҙе матур ҡумтаға һалыу)
-Оҡшанымы беҙҙең сәйәхәт?
-Ниндәй урындарҙы күрһәттек Камилаға?
-Ауыл буйлап сәйәхәтте атай-әсәйҙәрегеҙ менән дауам итһәгеҙ була.
-Камила менән хушлашайыҡ, өләсәһе эргәһенә оҙатайыҡ.
Камила: Рәхмәт, ә мин һеҙгә иҫтәлеккә Өфө ҡалаһы төшөрөлгән магнитиктар бүләк итәм.Беҙҙең баш ҡалабыҙ Өфө бик матур, ҡунаҡҡа килегеҙ.(магнитиктар таратыу)
-Ә беҙ һиңә Камила Красноусол ауылы төшөрөлгән календарь бүләк итәбеҙ.Беҙҙең ауылға йышыраҡ кил ҡунаҡҡа
Камила-Һау булығыҙ!(сыға)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Тамчыкай бездә кунакта" нәниләр төркемендә танып белу эшчәнлеге.
Балтач муниципаль районы башкарма комитеты мәгариф бүлеге...
Яз килэ (беренче кече яшьтэгелэр торкемендэ «Танып белу» белем биру эшчэнлеге буенча ачык шогыль конспекты)
Максат: Танып белу. 1. балаларга язгы куренеш...
Педагогик эшчәнлекне оештырганда танып белем бирү өлкәсен интеграцияләү
Без тирән үзгәрешләр һәм социаль – икъдисади үзгәртеп корулар чорында яшибез. Белембирүнең беренче баскычы булган мәктәпкәчә тәрбия учреждениеләренең эшедә көннән – көн яңара. ...
«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты
Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы «Тәбиғәт күр...
Уртанчылар торкемендэ танып белу эшчэнлеге . Тема:" Математика иленэ сэяхэт"
Уртанчылар төркемендә танып белү эшчәнлеге.Тема: "Математика иленә сәяхәт "Максат:Балаларның логик фикерләү сәләтләрен үстерү .Тәрбия бурычы :Балаларда мөстәкыйльлек ,эшчәнлеккә карата кыз...
2-се кескәйҙәр төркөмөндә тирә-йүнде танып белеү(экология)өлкәһе буйынса перспектив план
2-се кескәйҙәр төркөмөндә -йүнде танып белеү(эколгия)өлкәһе буйынса перспектив план....
Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.
Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....