Бармаҡ уйыны "Йәшелсәләр"
материал (средняя группа)
Предварительный просмотр:
Бармаҡ уйыны “Йәшелсәләр”
1.Наҙгөл көҙгө йәрминкәгә барған (башбармаҡ һәм һуҡ бармаҡ менән өҫтәл буйлап атлайбыҙ)
Йәрминкәнән йәшелсәләр алып ҡайтҡан (бармаҡтарҙы алмашлап бөгәбеҙ):
Кәбеҫтә,
Картуф,
Кишер,
Сөгөлдөр,
Һуған, борсаҡ,
Көсө етте уларға саҡ! Эх!. (устарға һуғыу)
2. Йәшелсәләр бәхәс ҡорҙо, (ике ҡулдың да бармаҡтарын йоҙроҡҡа йомабыҙ һәм асабыҙ),
Кем иң тәмлеһе, кем файҙалы? (бармаҡтарҙы алмашлап бөгәбеҙ):
Кәбеҫтә?
Картуф?
Кишер?
Сөгөлдөр?
Һуған йәки борсаҡ? Эх!. (устарға һуғыу)
3. Наҙгөл ҡулына бысаҡ алды (ҡулдың ҡабырғаһы менән ҡырҡыу хәрәкәттәре яһайбыҙ),
Йәшелсәләрҙе турай һалды(бармаҡтарҙы алмашлап бөгәбеҙ):
Кәбеҫтәне,
Картуфты,
Кишерҙе,
Сөгөлдөрҙө,
Һуғанды һәм борсаҡты. Эх!. (устарға һуғыу)
4. Кәстрүлгә һалып ҡапҡасын япты(бер ҡулдың усы менән йоҙроҡҡа йомолған икенсе ҡулды ҡаплайбыҙ),
Эҫе һыуҙа ҡайнаны ла ҡайнаны(бармаҡтарҙы алмашлап бөгәбеҙ):
Кәбеҫтә,
Картуф,
Кишер,
Сөгөлдөр,
Һуған, борсаҡ. Эх!. (устарға һуғыу)
Йәшелсә ашы бик тәмле булды!(ус менән ҡорһаҡты һыйпайбыҙ)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Бармаҡ уйындары
Бутыр-бутыр бутҡа бешә, Ҡарға бутҡа бешерә. Баш бармаҡ әйтә: -Әйҙә бутҡа бешерәйек. Имән бармаҡ әйтә: -Утын ҡайҙан алайыҡ?...
Телмәр үҫтереүҙә бармаҡ уйындарының әһәмиәте
Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланыңҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын,...
МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ"
МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ" , сделанное как методическое пособие для родителей для игр с малышами дома....
Ата-әсәләр өсөн консультация "Бармаҡ уйындары"
Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғти­...
Бармаҡтар менән уйындар
Бармаҡтар менән уйындар...
Бармаҡ уйындары
Бармаҡ уйындары...
Бармаҡ уйындары
Бармаҡ уйындары...