Бармаҡтар менән уйындар
картотека по развитию речи

Ижбаева Лилия Курмангалиевна

Бармаҡтар менән уйындар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл palchikovaya_gimnastika.docx130.5 КБ

Предварительный просмотр:

C:\Users\Adminka\Desktop\img3_127.jpg

Бармаҡтар менән уйындар

Бармаҡтар өсөн күңелле ял минуттары           бармаҡтарҙың атамаларын иҫтә ҡалдырырға, уларҙы танып белергә өйрәтеү менән бер рәттән ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын һәм хәрәкәт азатлығын үҫтерергә лә ярҙам итә.

   

Баланың усы буйлап бармаҡты түңәрәтеп  

      йөрөтөп һамаҡларға:


Бутыр-бутыр бутҡа бешкән,
Уның эсенә сысҡан төшкән,
Алайым тигәнсә 5 бармағы бешкән
(бармаҡтарҙы тотоп-тотоп)
Быныһы - баш бармаҡ, быныһы һуҡ (күрһәткес) бармаҡ, быныһы урта бармаҡ, быныһы атһыҙ (исемһеҙ)бармаҡ, быныһы сәтәкәй бармаҡ
Шул һүҙҙәрҙән һуң "Бына китте сысҡан,

бына китте сысҡан" тип баланы ҡытыҡларға

Мин баш бармаҡ, баш бармаҡ,
 Һәр эште мин башлайым.
Өй эсен дә тиҙ генә
Йыйыштырып ташлайым.

Сығанаҡ тип аталам,
Сығып китәм туғайға.
Сығып түгел, осоп китәм,
Атланып буҙ турғайға.

Урта бармаҡ мин үҙем,
Һәр эштә лә мин түҙем.
Сүп утайым, һыу һибәм,
Керҙәрем, ана, кибә.

Мин һуҡ бармаҡ, һуҡ бармаҡ,
Һуҡ тигәнгә һуҡмайым.
Кескәйҙәрҙе илатҡанды
Туҡмарға ла ҡурҡмайым

Минең исем сәтәкәй,
Үҙем бигерәк бәләкәй.
Ҡаймаҡ ялап, һөт эсәм,
Ҡасан инде ҙур үҫәм.

Биш бармағым уң ҡулда,
Биш бармағым һул ҡулда.
Бармаҡтарым ярҙам итер
Һанды оторға шунда.

Уң ҡулда ла биш бармаҡ,
Һул ҡулда ла биш бармаҡ.
Ике ҡулды бергә ҡуйһаң,
Булыр һиңә ун бармаҡ.

Бармаҡтарым арыны,
Хәҙер уйнап алырбыҙ.
Һәр бармаҡты бейетергә
Беҙ таҡмаҡтар табырбыҙ.

Баш бармаҡ бөрлөгән йыя,
Сығанаҡ бармаҡ салбар кейә,
Урта бармаҡ утын өйә,
Һуҡ бармаҡ һарыҡ ҡарай,
Сәтәкәй бармаҡ сәсен тарай.

Биш бармағым – биш туған,
Һәр ҡайһыһы бик уңған:
Иҙән йыуа, керҙәр элә,
Он иләй, икмәк телә,
Һәр эштең яйын белә.
Дәфтәргә хәреф теҙә,
Баҡсала үлән өҙә,
Энә тотоп сәскә сигә,
Матур итеп күлдәк тегә…

Уф, бармаҡтарым арыны,
Сүпләп алам тарыны.
Бер тары, ике тары –
Һәр бөртөгө һап-һары.
Һары тары, ап-аҡ һөт,
Майлы бутҡаң, ашап бөт


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Бармаҡ уйындары

Бутыр-бутыр бутҡа бешә, Ҡарға бутҡа бешерә. Баш бармаҡ әйтә: -Әйҙә бутҡа бешерәйек. Имән бармаҡ әйтә: -Утын ҡайҙан алайыҡ?...

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ"

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ" , сделанное как методическое пособие для родителей для игр с малышами дома....

Ата-әсәләр өсөн консультация "Бармаҡ уйындары"

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары.Баланың мәктәпкәсә йәштәге осоры – тирә – йүнде йонтолоғоп өйрәнеү, күп кисерештәрҙе үҙенә тәплау һәм кеше шәхесе формалашыуында иң мөһи...

Бармаҡтар менән уйындар

Бармаҡтар өсөн күңелле ял минуттары бармаҡтарҙың атамаларын иҫтә ҡалдырырға, уларҙы танып белергә өйрәтеү менән бер рәттән ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын һәм хәрәкәт азатлығын үҫтерергә лә ярҙам ...