Телмәр үҫтереүҙә бармаҡ уйындарының әһәмиәте
консультация по развитию речи

Хасанова Гульназ Рамазановна

Бhello_html_m43d4a692.pngаланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ныңҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­барын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһенүҫтереүгә булышлыҡ итеү менән беррәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонтояһай.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon telmr_ustereu.doc370 КБ

Предварительный просмотр:

Телмәр үҫтереүҙә бармаҡ уйындарының әһәмиәте

Ата-әсәләр өсөн консультация

Әҙерләне:

тәрбиәсе Хәсәнова Гөлназ Рамаҙан ҡыҙы,

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланыңҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһенүҫтереүгә булышлыҡ итеү менән беррәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонтояһай.

Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балаларҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡкейемендәге бауҙы бәйләй, өҫкейемендәге төймәләрҙе эләктерә алмай. Уларға конструкторҙың деталдәренйыйыуы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаика менән эшләүе лә ҡыйын.Башҡа балалар яратып башҡарған пластилин әүәләү, аппликация яһауҙанда улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шул рәүешлебашҡаларҙан артта ҡала бара.

Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдәүҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙарҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларғаяҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынға тура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәмбелгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәк. Мәҫәлән, 2,5йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләр эләктерергә иртәрәк, әммә 4-5йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кеше һүрәтен төшөрәбелергә тейеш.

Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәйҙәрҙәнбашлап бер нисә төркөмгә бүлеп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйләнә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Былосраҡта күләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡтар,ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡтеатрын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.

Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙыла ҡабатлай. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөнбик файҙалы.

hello_html_m3d4e78.jpg

Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡаашырыла:

hello_html_m6c7e55d4.pngБаланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлаузарур.

hello_html_m6c7e55d4.pngКүнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.

hello_html_m6c7e55d4.pngБаланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3йәшкә тиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләмеарта бара. Эш процесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.

hello_html_6f19cb31.jpg

«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барғанюлын күрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ,һул яҡҡа китәбеҙ…».

«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу.Хәреф элементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.

Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙанхәрефтәр төҙөү.

«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өсэлементтан торған хәрефтәр яҙырға.

Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары,зиһене үҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙываҡытында хәл итеү - уңыштың нигеҙе.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларының телмәрен үҫтереү алымдары. Ата-әсәләр йыйылышы өсөн доклад.

Әгәр баланы бала саҡтан уҡ туған теленә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә г...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....