Толомбаева Эльза Юрис ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ялҡын бирәм тиһәң әгәр бүтәнгә, тимәк, үҙең яныу кәрәк иң тәүҙә. Е. А. Ямбург.

Профессия: Учитель

Профессиональные интересы: Использование ИКТ на уроках, изучение нового в образовании и педагогике

Увлечения: Чтение книг, люблю смотреть фильмы.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: город Уфа

Место работы: МАОУ "Центр образования № 35"

Звание, ученая степень: Заслуженный учитель Республики Башкортостан

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/tulumbaeva-elza-yurisovna

 
Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә,
Янып эшләһен дә
Ял иткәндә,
Көлһөн,
Йырлаһын!
һыҡранмаһын
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын,
һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Шундай бай, бәхетле итеп күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен!  Р. Ғарипов.

О себе

1995 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамланым. Өфө ҡалаһының "35-се белем биреү үҙәге"ндә  26 - сы йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Юғары категориялы уҡытыусы.

Эшемде һәм уҡыусыларымды яратам. 
 Һөнәремә мөкиббәнмен. Һәр ваҡыт эҙләнәм, яңы эш алымдарын үҙләштерәм, үҙем өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләйем. 
Уҡыусыларымдың нурлы күҙҙәрен, шат йөҙҙәрен күреү -  минең өсөн бәхет.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Башҡорт халыҡ эпосы. Урал батыр.

Мостай Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ.

Ноғман Мусин. Һайлап алған яҙмыш.

Мәрйәм Бураҡаева. Арғымаҡ.

Әмир Әминев. Ҡытайгород.

Талха Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала.

Гүзәл Ситдиҡова. Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым.

А. С. Пушкин. Евгений Онегин.

Даниэль Дефо. Робинзон Крузо.
Б. Васильев. А зори здесь тихие.
 

Мой взгляд на мир

Донъя иҫ киткес матур! Уға һоҡланып йәшәргә кәрәк. Бар нәмәне лә үҙ ваҡытында эшлә һәм алдыңа ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәп өлгөрөргә ашыҡ. Яныңда булған кешеләрҙең ҡәҙерен бел. Тормошта бер нимә лә осраҡлы түгел. Ауырлыҡтар осрай икән, тимәк, тормош һине һынап ҡарай. Бирешмә! Алға бар! Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Эргәңдә яратҡан балаларың, терәк булған тормош иптәшең, яҡындарың бар ҙа бер ниндәй һынау ҙа ҡурҡыныс түгел.

Добавить грамоту в портфолио