Насар экологияның һаулыҡҡа ҡурҡыныс янауы хаҡында әсенеп яҙа автор.
Вложение | Размер |
---|---|
sibagatov_farit.docx | 316.86 КБ |
sibagatov_farit.pdf | 520.95 КБ |
Таҙа экология – сәләмәт быуын
Эй ғәмһеҙлек! Ҡылған ҡылыҡтарың
Тетрәтерлек хатта йәнһеҙҙе.
Йылғаларҙа үлгән балыҡ булып,
Ағып ҡына китмәй ғәмһеҙлек
Шул ғәмһеҙлек, туғайҙарҙы һөрөп,
Итмәнеме вайран – ташландыҡ
Күлдәрҙән ҡош биҙҙе.
Беҙ үҙебеҙ бер-беребеҙҙән биҙә башланыҡ.
Рауил Бикбай
Дүрт миллион самаһы йыл элек ниндәйҙер илаһи көс тарафынан барлыҡҡа килгән еребеҙ – ул беҙҙең бөгөн йәшәгән еребеҙ. Йондоҙҙарға, төрлө планеталарға күрше булып торған Ер шарыбыҙ һанап бөткөһөҙ мөғжизәләргә һәм хозурлыҡтарға күмелгән. Еребеҙҙең матурлығы әкиәттәрҙә, хикәйәләрҙә, шиғырҙарҙа данлана. Тик шул матурлыҡты бөтәһе лә күреп, тойоп йәшәй микән?
Бөгөнгө көндә ер шарында меңдәрсә төрлө үләндәр, ағастар, хайуандар, микроорганизмдар йәшәй. Һыу аҫты донъяһында ла шулай уҡ әллә нисә төрлө балыҡтар, һыу үләндәре бар. Ер аҫты ла төрлө хазиналарҙы үҙенә туплаған. Донъя картаһында бер бәләкәй генә урынды алып торған Башҡортостанда ғына төрлө ер аҫты ҡаҙылмалары табыла: алтын, алмаз, көмөш, баҡыр, нефть, таш күмер һәм тағы төрлө ҡиммәтле таштар. Уларҙы илебеҙҙең төрлө сәнәғәт өлкәләрендә ҡулланалар. Мәҫәлән, нефть - унан бензин, керосин, пластмасс, полиэтилен һәм башҡа күп нимәләр эшләйҙәр. Тик шул нефтте ерҙән тапҡан саҡта күпме тәбиғәтебеҙ зыян күрә. Һыуҙарыбыҙ бысрай, балыҡтар зарарлана, ҡоштарыбыҙ күлдәребеҙҙә йәшәй алмайса һәләк була…
Бына мин йыл һайын йәйге каникулымды Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылында уҙғарам. Сөнки унда минең өләсәйем йәшәй. Мөкәй ауылының тәбиғәте матур. Ауылдың ике яғында урман, ауыл ситенән Тулыурман исемле йылға аға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул йылғала һыу инеп булмай. Ул бысранған, һайыҡҡан, талдар баҫҡан үҙен. Ә бит өләсәйем һөйләүе буйынса улар бала сағында шул йылғала һыу ингәндәр, балыҡ тотҡандар. Шул йылғаға бер нисә урман шишмәһе килеп ҡойған. Тик уларҙы бөгөн сүп-сар ҡаплаған, улар юғалған. Өләсәйемдәр шул шишмәнән һыу эскәндәр, һыуға килгән саҡтарында шишмә буйында үҫкән ер еләген, бөрлөгәнде йыйып алып ҡайта торған булғандар. Тулырман йылғаһында элек ҡыр ҡаҙҙары, торналар, селән, ҡыр өйрәктәре хатта аҡҡоштар булған. Ә аҡҡош бит әкиәттәрҙә һәр ваҡыт матур ҡыҙға әйләнә, тимәк ул - матурлыҡ, сафлыҡ символы. Тик шул матурлыҡтың символын беҙгә шул әкиәттәрҙән генә тыңларға ҡала. Сөнки, аҡҡошто, торналарҙы бөгөн күрәм тиһәң, ата-әсәйҙәребеҙҙән беҙҙе зоопаркка алып барыуҙарын һорарға кәрәк. Тулыурман йылғаһы буйында беҙ ҡустым менән йәй көнө ҡыр өйрәктәрен һәм һоро селәндәрҙе күрҙек. Йылға буйында таллыҡта өс һоро селән әллә һыу инә ине, әллә балыҡ тоталар ине. Беҙ уныһын аңламай ҡалдыҡ, тик шуныһы ҡыҙыҡ, улар беҙгә шул тиклем матур һәм күңелгә яҡын булып күренделәр. Тауыштары ла үҙҙәренең бик ҡыҙыҡ тойолдо. Ҡустым яҡыныраҡ барып ҡарайым тигән ине, уларҙы ҡурҡытты. Улар шундуҡ беҙҙе күреп, ҡанаттарын ҡағып күккә остолар. Үҙҙәрен оҙаҡ итеп күҙәтеп тә булманы. Ҡайтыр саҡта ҡыр өйрәктәренең бәпкәләре менән һай ғына ҡалған йылғабыҙҙа күңелле итеп йөҙөп йөрөгәндәренә һоҡланып ҡарап торҙоҡ.
Тик ошо ҡоштарға йәшәү шарттары көндән-көн ҡыйынлаша. Йылға, шишмә буйҙарына кешеләр сүп-сар түгәләр, һыуҙарҙы бысраталар, ҡыр өйрәктәрен, селәндәрҙе аталар.
Балыҡ тоторға, ял итергә килгән кешеләр үҙҙәре артынан әллә күпме бысраҡлыҡ ҡалдыра. Ә күпме урман буйҙары шулай сүп-сарға күмелгән, күпме гектарлап урмандарыбыҙ кешеләрҙең битарафлығы арҡаһында көлгә әйләнгән.
Шул кескәй генә ауыл тәбиғәтенән сығып ҡына кешеләргә өндәшәһем килә. Кешеләр, тәбиғәтте зинһар яратығыҙ, ундағы һәр бер күҙәнәк йәки йән эйәһенә беҙ нисек мохтаж, шулай уҡ улар ҙа беҙҙән ярҙам һорайҙар бит. Беҙ, кешеләр, ерһеҙ, ҡояшһыҙ, айһыҙ, һауаһыҙ, ағастарһыҙ йәшәй алмайбыҙ. Ағастар беҙгә кислород бирә, ә беҙ уларҙы ултыртҡанға ҡарағанда өс тапҡыр күберәк киҫәбеҙ. Һыуһыҙ беҙ өс көндән дә артыҡ йәшәй алмайбыҙ – тик уны һаман бысратабыҙ. Йылға, күл буйҙарында заводтар һәм комбинаттар төҙөйбеҙ. Тимәк, беҙ эсер һыуыбыҙҙы ағыуға әйләндерәбеҙ. Ер-һыу, һауа бысранғандан ауырыуҙар арта, зәғиф балалар донъяға килә. Еребеҙҙе, тауҙарыбыҙҙы беҙ нисә йылдар төрлө ер-хазиналарын эҙләп соҡоп, емереп, тишкеләп бөттөк, ул беҙҙең оҙаҡламай бушлыҡ булып ҡалыр кеүек тойола миңә. Тауҙарыбыҙ ҙа элеккесә бейек һәм мөһабәт түгел. Төрлө карьерҙар асып, таштарын аҡтарып алып бөтөп баралар. Атайымдың тыуған ауылы Ассы эргәһенәдә генә лә кешеләр карьерҙан таш ватып алып төрлө йорт-ҡура төҙөлөштәре өсөн генә түгел, ә кешеләргә һатып, еңел кәсеп итеү юлын тапҡандар. Элек ҡаяларында саң-саң итеп осҡан бөркөттәр ҙә хәҙер осрамай.
Кешеләр, бер аҙға ғына туҡтап уйланығыҙ, бөгөн матур, яҡты еребеҙҙән киләсәккә нимә ҡалыр? Мин ҡарайым да әсәйемдең, атайымдың туған яҡтарына һоҡланам. Тик уларҙың “элек…” тип беҙгә туған төйәктәренең матурлығын хәтерләп китеп һөйләүҙәре күңелгә ҡыйын була. Миңә ҡыҙғаныс ниңә һуң ул “элек…” булған, ә ниңә хәҙер ҙә шулай түгел. Тимәк, мин бөгөн күргән матурлыҡ та бит ҡасандыр юҡҡа сығасаҡ һәм мин дә шулай үҙемдең улдарыма, ҡыҙҙарыма “элек…” тип һөйләргә тейеш буласаҡмынмы? Юҡ, юҡ, мин уға риза түгелмен. Минең киләсәккә тиклем ошо байлыҡтарҙы, матурлыҡты һаҡлап ҡалғым килә. Киләсәк быуын да ошо мөғжизәләрҙе күреп үҫергә тейеш. Уларҙан мәхрүм булырға, олатай-өләсәйҙәренең битарафлығы, киләсәкте уйламауҙарында уларҙың бер ғәйебе лә юҡ.
Кешеләр, тәбиғәтте яратығыҙ, һаҡлағыҙ, ул беҙҙең йәшәү сығанағыбыҙ.
Сибәғәтов Фәрит
Сказка "Дятел, заяц и медведь"
Нарисуем попугая цветными карандашами
Сила слова
Упрямый зяблик
Одна беседа. Лев Кассиль