...фәрештәләр түгел,
Мин үҙем бит бәхет өләшәм!
(М. Кәрим)
.
Мостай Кәрим беҙҙең арала, Мостай Кәрим беҙҙең ғаиләлә. Беҙҙең бәләкәй генә ғаиләлә бөйөк яҙыусыға, уның ижадына ихтирам шул тиклем ҙур. Ул беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Тере сағында нисек кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәһә, әле лә әҫәрҙәре аша бәхет, аҡыл, тәрбиә өләшеүен дауам итә. Әсәйемдең “өҫтәл китабы” бар – М.Кәримдең “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” китабы. Әсәйем ҡат-ҡат уҡый ул китапты. “Тормош китабы” – ти. Беҙ М. Кәримдең әҫәрҙәрен яратабыҙ.Театрға йөрөп тамашаларҙы ҡарайбыҙ. Һоҡланғыс Мостайы булған Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен.
Вложение | Размер |
---|---|
tolombaeva_urali._insha.docx | 22.95 КБ |
Беҙҙең ғаиләнең Мостайы
...фәрештәләр түгел,
Мин үҙем бит бәхет өләшәм!
(М. Кәрим)
Йәйге каникулда өләсәйем янына ҡайтырға ашҡынып ҡына торам. Һуңғы йылдарҙа атайым менән әсәйем дә, ағайым да эштән бушамай. Ауылға үҙемде генә ҡайтарып ебәрәләр. Ә өләсәйем шәп кеше ул. Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Әле уға 84 йәш. Өлкән, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫырай, баҡса үҫтерә. Буш ваҡытында бәйләм бәйләй, күп уҡый. Китаптары бихисап, гәзит-журналдар ҙа алдыра. Икәүләшеп ауыл китапханаһына барып китап алып та уҡыйбыҙ.
Быйыл әсәйемде һағынып китеп: “Өләсәй, әсәйемдең бала сағы тураһында һөйлә әле”- тип үтендем. Өләсәйем ҙур фотоальбом килтереп сығарҙы. Фотоларға күрһәтеп һөйләй, әсәйемдең, ағайымдың бала саҡтағы шуҡлыҡтарын иҫкә төшөрөп көлдөрөп тә ала. Күп һанлы фотолар араһынан бер ваҡыт мин китаптарҙа ғына күргән йөҙҙө шәйләнем. “Булыуы мөмкин түгел!” – тип уйлайым. Һораулы ҡарашымды өләсәйемә төбәйем. Ул йылмайып: “Эйе, эйе, тап үҙе” – ти. Был бит Мостай Кәрим! Мин уның шиғырҙарын конкурсҡа ятлайым, “Мостай уҡыуҙары” тигән бәйгелә лә ҡатнашҡаным бар. 3- сө класта уҡығанда “Беҙҙең өйҙөң йәме” китабын уҡып, әҙәбиәт дәресендә һөйләп класташтарымды таң ҡалдырғайным. Тәнәфестә китапханаға йүгергән инеләр... Ә ағайым мин бәләкәй саҡта гел генә мине Оксанаға тиңләп: “Һин беҙҙең өйҙөң йәме” – ти торғайны... Әсәйем, мәктәптә уҡый башлағас, миңә йоҡлар алдынан әкиәттәр урынына “Әлфиә хикәйәләре”н уҡый ине. Мостай Кәрим тураһында күп кенә беләм тип уйлай инем. Был фото аптыратты әле...
Өләсәйем: “Беҙ уҡытыусылар йыш ҡына Өфөгә театр-концерттарға, уҡыу курстарына бара инек” – тип һүҙ башланы. “Өфөгә килеү менән билдәле шәхестәребеҙ менән осрашырға тырышабыҙ. Уҡыу курстары мәлендә һөйләшеп яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, йырсылар менән осрашыу кисәләре үткәрә торғайныҡ. Фотограф та саҡырабыҙ. Ул ваҡытта аҙым һайын фото төшөп йөрөп булмай ине. Бына шул осрашыуҙан инде был фото. Ысын Мостайҙы күреп һөйләшә алыуым менән бәхетлемен мин, ҡыҙым” – тип өләсәйем һүҙен тамамларға уйланы. “Ниндәй ине ул ысын Мостай?” – миңә бик ҡыҙыҡ. “ Бөйөк булһа ла, ябай ине. Һүҙ араһында шаяртып та ала. Ябайлығы менән бөйөк булғандыр. Әҫәрҙәре менән генә халыҡ күңелен яуламаны ул. Мостай Кәрим һүҙҙәренең көсө була торған ине”. Тағы ла өләсәйем М. Кәрим автографтары булған китаптарын күрһәтте. Өфөлә юбилей кисәһендә булғанын һөйләне. “Сәхнәгә сығып шиғыр уҡыған малайға үҙенең ручкаһын бүләк итте” – тине. Була бит бәхетле кешеләр!
Кисен әсәйемә шылтыраттым. Эй һөйләйем, эмоцияларымды тыйып булмай. Әсәйем көлдө лә: “Ул бәхетле кешеләр араһында Дим ағайың менән мин дә бар” – тине. “Фотолар һаҡланған, Өфөгә килгәс күрһәтермен” – тип өҫтәне. Вәт, әсәй! Шул турала бер тапҡыр ҙа һөйләмәсе әле...
Өфөгә килеү менән фотолар таптыра башланым. Театрҙа төшкәндәр. Йәштәр театрында. 2005 йылда театрға әсәйем класы менән “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен ҡарарға барған. “Килдек. Димде гел үҙем менән алып йөрөтә инем.Ҡышҡы баҡсаға инһәк мөләйем йылмайып эскәмйәлә Мостай Кәрим ултыра. Янына барҙым, һөйләшеп алдыҡ. Һуңынан беҙҙең менән фотоға төшөүөн һораным. Йүнле генә фотоаппарат та юҡ ине. Шулай ҙа фотоға төштөк, бына иҫтәлеккә ҡалды. Уҡыусыларым ысын яҙыусыны, Мостайҙың үҙен күреүенә бик ҡыуандылар.Уларҙың ҡыуанысына мин шатландым. Мостай ағай улар менән ихлас аралашты, һорауҙарына яуап бирҙе” . “Ағай, Дим ағай, һин шуны хәтерләйһеңме?!” – тим. “Ниндәй тамаша ҡарағанымды хәтерләмәйем, ә М. Кәрим менән һөйләшкәнемде иҫләйем” – ти ағайым. “Нимә тураһында һөйләштегеҙ?” – төпсөнөүөмде дауам итәм. “Ҙур үҫкәс кем булаһың?” – тип һораны. “Ә һин нимә тинең?” “Ресторан асырға уйлайым” – тигән инем, тип ағайым көлә. М.Кәрим: “Яҡшы, рестораныңда башҡорт аш-һыуҙары ла булһын” – тип әйткән ине...
Тап шул саҡта быйыл әсәйемдең класы менән йәштәр театрына “Беҙҙең өйҙөң йәме”нә барғаныбыҙ иҫемә килеп төштө. Нисәмә йылдар театр репертуарынан төшмәй ҡуйыла икән был спектакль. Мин дә бәхетле! М. Кәримдең әллә күпме шиғырын ятҡа беләм. Улар йыр кеүек, күңелгә ятып ҡына тора! Ә күптән түгел, беләһегеҙме, ниндәй бәхет татыны?! А. Галибиндың “Һеңлекәш” премьера- презентацияһында булдыҡ. Унда конкурста еңеүҙәр яулаған балаларҙы саҡырғайнылар. Класташым Айгүзәл менән булдыҡ был сарала. Ойоштороусыларға рәхмәт! “Ҡыҙыл келәм”дән үткән актерҙарҙы ҡул сабып залға оҙаттыҡ. Сәхнәлә төп геройҙарҙың һөйләгәндәрен иҫебеҙ китеп тыңланыҡ, өлкәндәрҙең уларға ололап та, яратып та ҡарауы һоҡландырҙы. Минең, хатта, улар урынында булғым килде. Ә фильм иҫ киткес!Бер тында ҡаралды. Китапты уҡыу бер, ә кино ҡарау башҡа икән. Кинонан һуң төп геройҙарҙың береһе һәм Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Олег улы менән фотоға ла төштөк. Шунан һуң беҙ бәхетле булмай кем бәхетле?!
Мостай Кәрим беҙҙең арала, Мостай Кәрим беҙҙең ғаиләлә. Беҙҙең бәләкәй генә ғаиләлә бөйөк яҙыусыға, уның ижадына ихтирам шул тиклем ҙур. Ул беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Тере сағында нисек кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәһә, әле лә әҫәрҙәре аша бәхет, аҡыл, тәрбиә өләшеүен дауам итә. Әсәйемдең “өҫтәл китабы” бар – М.Кәримдең “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” китабы. Әсәйем ҡат-ҡат уҡый ул китапты. “Тормош китабы” – ти. Беҙ М. Кәримдең әҫәрҙәрен яратабыҙ.Театрға йөрөп тамашаларҙы ҡарайбыҙ. Һоҡланғыс Мостайы булған Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен.
Крутильный маятник своими руками
На горке
Рисуем весеннюю вербу гуашью
Н. Гумилёв. Жираф
Дерево в снегу