Талантливые дети
Горжусь и восхищаюсь талантливыми детьми. Мои статьи о них в республиканских СМИ. О Салихове Айдаре можно узнать из газеты “Киске Өфө”, статьи про Нагаева Рустама, Ахмерова Тамерлана и Байбулатову Алтынай печатались в газете “Йәншишмә”.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
hmrov_tamerlan.docx | 112.11 КБ |
baybulatova_altynay.docx | 36.81 КБ |
Предварительный просмотр:
Ун йәшлек донъя чемпионы
Написал в 22 мая 2015, 00:00 - http://yanshishma.ru/un-jәshlek-donya-chempiony/
Һәр мәктәптең йөҙөн уҡыусылары биҙәй, уға дан-шөһрәт килтерә. Беҙҙең 35-се мәктәптә лә яҡшы уҡыған, спортта алдынғылыҡты бирмәгән, йырға-бейеүгә маһир булған балалар күп. Шуларҙың береһе – III синыф уҡыусыһы Тамерлан Әхмәров. Тыйнаҡ йылмайыуы, һөйкөмлөлөгө менән әсир иткән, аҡыллылығы менән һоҡландырған уҡыусымды дәрестәремдә көтөп алам. Ниндәй генә теманы өйрәнһәк тә, Тамерлан бик тиҙ үҙләштерә, дәфтәренә матур итеп яҙа һәм иң мөһиме – бөтә эште лә тиҙ башҡара, бер ваҡытта ла хата ебәрмәй. Моғайын, быға шашка менән мауығыуы ярҙам итәлер.
Дүрт йәшенән уйнай башлай ул. Әлеге ваҡытта «Шашка клубы»нда тренер Михаил Викторович Пекерскийҙың ҡул аҫтында шөғөлләнә. Тәүге тапҡыр уйнап ҡарағандан һуң был спорт төрөнә мөкиббән китә. Йылдан-йыл уның серҙәренә нығыраҡ төшөнә. Ярыштарҙа, турнирҙарҙа үҙен һынап ҡарай. Тырышлығы, маҡсатлы булыуы Тамерланға еңеү артынан еңеү алып килә. Әле уның 36 миҙалы, 9 кубогы бар. Диплом-грамоталары һанап бөткөһөҙ. Башҡортостан ҡалаларынан тыш, шашкасы малай Рәсәйҙең Сочи, Кострома ҡалаларында, Белоруссияла, Эстонияла, Польшала турнирҙарҙа сығыш яһап, ҙур еңеү менән ҡайтҡан. Шашка буйынса 7 тапҡыр – Башҡортостан, 4 тапҡыр Рәсәй һәм донъя чемпионы булып танылған. Ун йәшлек малай өсөн әҙме был, күпме – һығымталарҙы үҙегеҙ яһағыҙ.
Ә минең күҙ алдымда былтыр Сочи ҡалаһында Ҡышҡы олимпиада үткәндән һуң, белем усаҡтары буйынса «Беҙ – һинең балаларың, Рәсәй!» проектының мәктәбебеҙҙә уҙғарылған сараһы килеп баҫа. Тап шунда Өфө ҡала советы рәйесе Евгений Семивеличенко Тамерлан Әхмәровҡа Рәхмәт хаты тапшырып: «Ҡала кимәлендә был награда менән быға тиклем беҙ өлкәндәрҙе генә бүләкләй инек. Әммә Тамерлан – ысын мәғәнәһендә талант эйәһе, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, тыуған ҡалаһы өсөн күпте эшләп өлгөргән. Өфөнөң намыҫын бик күп ярыштарҙа яҡлаған. Шуның өсөн дә депутат корпусы уны Рәхмәт хаты менән бүләкләргә булды. Тамерлан йәштәр өсөн өлгө булып тора», – тине.
Әле малай йөҙ шаҡмаҡлы шашкала уйнай, ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Шул уҡ ваҡытта тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Синыфташтары ла, мәктәптәге уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҙа йәш чемпионға хөрмәт менән ҡарай, ғорурлана. Шашканан тыш, ул география менән ҡыҙыҡһына (аптырарлыҡ түгел – илдәр буйлап йөрө лә, ҡыҙыҡһынма, имеш), боҙҙа конькиҙа йүгереү спорты менән мауыға.
«Һөнәрҙәр» темаһын үткәндә Тамерлан: «Мин карап капитаны буласаҡмын», – тине. Булмаҫ, тимәйем, булыр бала – биләүҙән. Маҡсатлы, аҡыллы, уйлап эш итә белгән малайға диңгеҙ-океандар ҙа шашка таҡтаһындағы һындар кеүек үк буйһонор. Артабан да уңыштар юлдаш булһын һиңә, Тамерлан!
Эльза ТОЛОМБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.
Предварительный просмотр:
Алтынға бәрәбәр Алтынай
Написал в 16 июня 2017, 14:43, http://yanshishma.ru/altynғa-bәrәbәr-altynaj/
Тәүҙән үк шуны әйтәйем – был ҡыҙ үҙе лә исеме кеүек үҙенсәлекле. Һоҡланғыс та!
Ғаиләне шатлыҡҡа күмеп, беренсе булып тыуған ҡыҙыҡайға ата-әсәһе яратып, ҙур өмөттәр бағлап, Алтынай тип исем ҡуша. Алтын ҙур булмай, тиҙәр. Әле алтынсыла ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, уңыштары бихисап. Әсәһе менән атаһы, журналистар Рәмзиә Кәримова һәм Илдар Байбулатов, ҡыҙҙарын бәләкәй генә сағынан аҡыллы, төрлө яҡлап үҫешкән булһын тип, Монтессори үҙәгенә йөрөтә. Алтынай уҡырға ла иртә өйрәнә. Өфөлә билдәле булған «Бэби-шлягер» вокал студияһында 5 йәшенән шөғөлләнә башлай. Төркөмдә солист булараҡ, күп йырҙарҙы башҡара. Ҡаланың ҙур байрамдарында гел генә сығыш яһайҙар. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларына конкурстарға йөрөйҙәр. Ҙур еңеүҙәр менән ҡайталар. Билдәле йырсылар, хатта бар донъя белгән «Абба» ансамбле менән дә сәхнәлә йырлағандар.
6 йәшендә уны ата-әсәһе Өфө ҡалаһында үткән «Бәләкәй даһи» конкурсына әҙерләп сығара. Алтынай һынатмай – I урын алып, яҡындарын ҡыуандыра.
Әле бына Алтынай Байбулатова Өфө ҡалаһының 35-се белем биреү үҙәгендә VI синыфты тик «бишле»билдәләренә генә тамамланы. Йыл да башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған конкурс-олимпиадаларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, һәр саҡ һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә. Туған тел буйынса олимпиадаларҙа гел призлы урындар яулай. Бында минең, уҡытыусыһының, ата-әсәһенең генә тәрбиәһе, рухы, өҫтәмә белем биреүе шарт булып тормай, олатай-өләсәйҙәренең дә роле ҙур. Һәр байрам һайын, каникулдарҙа шунда ҡайтырға ашҡынып, яҡындарын күрергә талпынып тора Алтынай. Үҙҙәренең өс балаһына яҡшы тәрбиә биргән өләсәһе Рәбиға менән олатаһы Зөлфәр Байбулатовтар ейәнсәрҙәрен һағынып көтөп ала. Ә унда бөтә нәмә башҡорт рухы менән һуғарылған – өҫтәлдә башҡорт аш-һыуы, ауыҙ тултырып саф башҡортса, ауылса һөйләшеү, йырҙар йырлау… Шундай мөхиттә тәрбиәләнеп, телеңде белмәй, халҡыңды яратмай ҡара!
Тағы ла мине һоҡландырғаны – Байбулатовтар ғаиләһенең, эштәре бик тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ мәҙәни сараларға йөрөргә, ял итергә ваҡыт табыуҙары. Улар Өфө ҡалаһының бөтә театрҙарында ла булған, пьесаларҙы ҡарап, балалары менән фекер алышҡан. Бер яңылыҡтан да ситтә ҡалмайҙар – музейҙарға, күргәҙмәләргә барып торалар. Шуға ла Алтынайҙың күпте белеүе, тәрән фекерле булыуы мине аптыратмай. Дүртенселә генә уҡығанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған «Бөйөк Ватан һуғышында минең ғаиләм» конкурсында финалға сыҡты. Шул уҡ йылды: «Яҙыусылар ҙа һуғышта булғанмы ни?» – тип һорау биреп, әсәһе яуап урынына уны Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, осоусы, яҙыусы Азат Мағазовҡа ҡунаҡҡа алып бара. Осрашыуҙан бай тәьҫораттарға бирелеп ҡайтып, Алтынай матур инша яҙа. Уның был эше тураһында әле лә мәктәптә йыш иҫкә алып һөйләйҙәр.
Ярыш сәме Алтынай Байбулатоваға ныҡлы һалынған – 2016 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан үткәрелгән уҡыусыларҙың I республика әҙәби әҫәрҙәр конкурсында еңеүсе булды. «Шифалы каникулдар» мәҡәләһе «Йәншишмә» гәзитендә лә донъя күрҙе.
Быйыл Өфө ҡалаһында тәүге тапҡыр үткәрелгән медиафестивалдә ҡатнашып, «Интервью» номинацияһында I урын алды. Атаһы Илдар Байбулатов менән Экология йылына арнап Ағиҙел йылғаһының бысраныуы, һайығыуы тураһында интервью әҙерләгәндәр.
Алтынай һәр саҡ яҡшы кәйефтә – алсаҡ йылмая, үҙе ашыға. Шулай булырһың да, сөнки инглиз теленән өҫтәмә дәрестәр алырға, фортепьяно синыфында шөғөлләнергә, аҙнаһына ике тапҡыр бассейнда йөҙөргә, вокалға, степҡа өлгөрөргә кәрәк… «Ҡыҙығыҙ арымаймы? Ауыр түгелме икән?» – тип һорағанға әсәһе: «Баланың буш ваҡыты әҙерәк булһын ул. Юҡ-бар уйҙар башын бутамаһын. Маҡсаттар ҡуйып йәшәй белергә, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булырға тейеш», – тип яуап бирҙе. Алтынайға артабан да ҙур уңыштар насип булһын, тип теләйем. Исемеңде лайыҡлы йөрөтәһең, уҡыусым!
Эльза ТОЛОМБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 35-се белем биреү үҙәге.