- Быйыл Ағиҙелдә һыу инеп булмаҫ инде ул, ,,Рәсәйҙең иң бысраҡ 100 йылғаһы” исемлегенә ингән...
Вложение | Размер |
---|---|
baybulatova_altynay.docx | 543.85 КБ |
Ер шарында күпме матур йылғалар бар,
Йәйрәп - йәйрәп йырлай-йырлай аға улар.
Тик, ниңәлер, Ағиҙелкәй, туған һыуым,
Иң беренсе һинең хаҡта минең уйым.
Бар һыуҙарҙан нығыраҡ мин һине һөйәм,
Һинең өсөн ғорурланам, янам, көйәм.
(Ш. Биҡҡолов)
- Быйыл Ағиҙелдә һыу инеп булмаҫ инде ул, ,,Рәсәйҙең иң бысраҡ 100 йылғаһы” исемлегенә ингән...
Төшкө ашҡа ҡайтҡан әсәйем шулай тип хәбәр һалды ла ҡабаланып сығып та китте. Мин был көтөлмәгән яңылыҡтан шаңҡып ултырып ҡалдым. Башта мең төрлө уй ҡайнай. Йәй былтырғы һымаҡ эҫе булһа, ҡайҙа һыу инербеҙ, һыуҙы кем бысратҡан, ниңә таҙартмайҙар? Түҙемһеҙлек менән атайым ҡайтҡанын көтәм, ваҡыт яй ҡыбырлай. Ниһайәт, ишектең асылғаны ишетелә һәм көткән атайым өйҙә. Ул ашап алғансы эргәһендә өйөрөләм һәм сәй эсеп бөткәнен дә көтмәй үҙемде борсоған һорауҙарҙы теҙәм.
-Атай, Ағиҙел йылғаһын кем бысратҡан?
- Эй, ҡыҙым, бысратыусылар күп инде, - тип башлай һүҙен атайым. Иң тәүҙә сәнәғәт предприятиелары, заводтар. Уларҙың күбеһе табыш артынан ғына ҡыуып таҙартыу ҡоролмалары ҡуймай, ә бысраҡтары йылғаларға ағып төшә. Ауыл хужалыҡтары ла бысрата. Тағы бер сәбәп йылға-күл буйындағы ағастарҙы ҡырҡыу, улар йәшел ҡалҡан бит, һөҙөмтәлә һыу һайыға. Һинең менән мин дә ғәйеплебеҙ, ҡыҙым!
-Нисек инде, беҙ ғәйепле?! Беҙ бит үҙебеҙ артынан сүпте йыйып йөрөйбөҙ?
-Эш унда ғына түгел, беҙҙең илдә көнкүреш ҡалдыҡтарын йүнләп эшкәртмәйҙәр. Миҫал өсөн, Германияла һәр кем өйҙән сыҡҡан сүп-сарҙы айырым һала, һуңынан уларҙан яңы әйберҙәр эшләйҙәр. Ҡытайҙа сүпте ҡорттарҙан ашаталар, улар минераль ашлама бүлеп сығара. Швецияла ҡабыҡтарҙы күмеп, унан сыҡҡан газды йорттарҙы йылытыу өсөн тотоналар. Шулай сүп-сарҙан файҙа алырға ла була.
-Ә ниңә беҙҙә эшкәртмәйҙәр, улай еңел байып булғас! Ауылға ҡайтҡанда юл буйы тулы сүп бит.
- Рәсәй бай ил - ер аҫты ҡаҙылмаларына ла, урман-күлдәргә лә. Беҙҙең халыҡ тәбиғәттең файҙаһын ғына күреп өйрәнгән, ә үҙе уға ярҙам итергә теләмәй. Көнкүреш ҡалдыҡтары зыянлы газдар бүлеп сығарып тирә-яҡ мөхитте бысрата.
- Өйҙә тора бит сүп биҙрәһе, зыяны юҡ та, еҫе сыға инде. Оҙағыраҡ ултыртһаң серер ҙә ине, бигерәк тә йәйгеһен?
- Шул еҫтән башлана ла инде. Беҙ ырғытҡан сүп меңдәрсә йыл серемәй ятыуы бар. Мәҫәлән, быяла һауыттар мең йыл һаҡлана, пластик шешәләр 100 йылдан һуң ғына тарҡала башлай. Консерва банкалары 50-80, резина йәки күн әйберҙәр 50 йыл ята. Ябай ҡағыҙ хатта ике йыл серемәй. Шунан уйлап ҡара, беҙ тереклекте киләсәк өсөн дә бысратабыҙ булып сыға.
Башҡортостанда йыл һайын 2 миллион тирәһе көнкүреш ҡалдығы сығарыла. Шуларҙың бысрағы яҙ ҡар һыуҙары менән йылғаға ағып төшә лә инде.
-Ә Ағиҙелде нисек таҙартырға була? Ул бит беҙҙең төп йылғабыҙ?
- Быйылғы йыл Рәсәй буйынса Экология йылы тип иғлан ителде. Сөнки, проблема ысынлап та ҙур. Был һорау Башҡортостан халҡын ғына түгел, бөтә кешелекте хәүефкә һала. Ил тотош сүплеккә әйләнеп бара. Ағиҙелде таҙартыуға килгәндә тәү сиратта заводтар заманса ҡоролма урынлаштырып бысрағын йылғаға ҡоймаҫҡа тейеш. Һәм һәр беребеҙҙән тора тәртип!
-Ә балалар берәй нисек ярҙам итә аламы?
-Әлбиттә. Яҙ көнө өмә ойоштороп йылға буйҙарындағы сүп-сарҙы йыйырға мөмкин, йылғаға ағып төшмәһен өсөн. Сүплектәр тураһында интерактив таҡтаға мәғлүмәт индерергә мөмкин.
- Беҙҙең класта интерактив таҡта бар. Ә сүплектәрҙең унда ни ҡыҫылышы?
-Сүплектәрҙең интерактив таҡтаһы - яңы проект, ул быйылдан эшләй башлай. Һәр кем шылтыратып законһыҙ полигон хаҡында хәбәр еткерә ала. Ә белгестәр ғәйепле кешеләрҙе табып яуаплылыҡҡа тарттырасаҡ!
- Тимәк, кешеләр ҡурҡасаҡ?
-Ҡурҡыу ғына етмәй шул, ғәйеплеләр үҙ хатаһын аңларға тейеш. Кешелектең сүп-сарға ҡарата мөнәсәббәтен үҙгәртеү мөһим.
-Атай, мин башҡа, хатта, кәнфит ҡағыҙын да ергә ташламаясаҡмын.
-Афарин, ҡыҙым! Тәртип һәр кемдең үҙенән башлана. Таҙалыҡ сүпләмәгән ерҙә генә була ул! Экология йылында эшкәртеү мәсьәләһен лә көйләрҙәр әле. Махсус программа бар, уға 400 миллион һум аҡса бүленгән. Был сумма елгә осмаһа, Ағиҙел дә таҙартылыр, һыу ҙа инербеҙ. Һыу бит йәшәү сығанағы!
Йырҙарҙа йырланған Ағиҙел
Тема: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм илдең экологияһын яҡшыртыу
Һыу – йәшәү сығанағы (атайым менән диалог)
Байбулатова Алтынай
7 “Б” класы
Өфө ҡалаһы ҡала округының
“35 – се белем биреү үҙәге”
муниципаль автономиялы
дөйөм белем биреү учреждениеһы
Уҡытыусыһы: Толомбаева Э.Ю.
Өфө ҡалаһы ҡала округының
“35 – се белем биреү үҙәге”
муниципаль автономиялы
дөйөм белем биреү учреждениеһы
Ломтик арбуза. Рисуем акварелью
Снежная книга
Лепесток и цветок
Шум и человек
Разлука