Городской конкурс "Мустаевские чтения"
С работой можно ознакомиться: https://slide-share.ru/tolombaeva-uralia-ofononh-italekle-urindari-ham-hajkaldare-11773
Вложение | Размер |
---|---|
tolombaeva_urali._ofonon_istlekle_uryndary.docx | 49.66 КБ |
vizit_kartahy_ofo_kalahy_ekskursiya_marshruty.docx | 79.51 КБ |
Өфөнөң иҫтәлекле урындары һәм һәйкәлдәре
Экскурсия барышы.
Гидтар: Толомбаева Уралиә, Толомбаева Эльза
Уралиә: Хәйерле көн, ҡунаҡтар! Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә рәхим итегеҙ! (Өфө тураһындағы төплө мәғлүмәтте һеҙ “Визит картаһы”нан ҡарай алаһығыҙ)
I. Эльза: Өфөгә килеүселәрҙең барыһын да иң тәүҙә экскурсияға башҡорт милли батырының һәйкәле янына саҡырабыҙ. Салауат Юлаев — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Ул 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған. Атаһы Юлай Аҙналин улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм урыҫ телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат өс йәшенән атҡа ултырған, ун дүрт йәшендә айыу менән көрәшеп ябай бысаҡ ярҙамында уны еңеп сыға. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. 1773-1774 йылдарҙа Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе була. Е. Пугачев менән берлектә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.1774 йылдың ноябрь айында уны ҡулға алалар, язалайҙар. 1775 йылда Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, Балтик Портына мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә.
Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була.Башҡорт халҡы батырын ярата һәм хөрмәт итә. Күп һанлы риүәйәттәр, йырҙар был хаҡта һөйләй.
Беҙ ҡарап торған мөһабәт һәйкәл Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булып иҫәпләнә.
Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы 40 тонна. Европала атлы һәйкәлдәр араһында иң ҙуры. Скульпторы осетин Сосланбәк Тавасиев. Ул һәйкәлде 30 йылдан артығыраҡ эшләгән.
II. Уралиә: Хәҙер мин һеҙҙе ҡыҙыҡ формалағы ҙур бинаға алып барам. Ул Конгресс Холл, икенсе төрлө әйткәндә “Халыҡтар дуҫлығы йорто”. Архитекторҙары япон егете Киокадзу Араи һәм беҙҙең милләттәшебеҙ Ришат Муллагилдин. Ҙур карапҡа оҡшаған бинаның фасады быяланан эшләнгән һәм башҡорт орнаменты менән биҙәлгән. Бында конференциялар, кәңәшмәләр үтә, һөйләшеүҙәр алып барыла, килешеүҙәр төҙөлә.
Конгресс Холдың аҫтында амфитеатр бар. Унда йыш ҡына ҙур масштабтағы концерттар, фестивалдәр үткәрелә. Кешеләр ғаиләләре, дуҫтары менән килеп, йомшаҡ үләнгә ултырып был тамашаларҙы ҡарайҙар.
III. Эльза: Сәйәхәтебеҙ дауам итә.Салауат майҙанындағы иң матур урынды - “Ватан” этнопаркын мотлаҡ күрергә кәрәк. Был парк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары осоронда асылған. Паркта ете тирмә бар. Ул ете ырыуҙы ла, ҡурайҙың ете тажын да сағылдыра. Беренсе тирмәлә — башҡорттарҙың көнкүреше һәм йорт кәрәк-яраҡтары, икенсеһендә кейеҙ баҫыу, ағас һырлау, ҡымыҙ әҙерләү кеүек халыҡ һөнәрҙәре күрһәтелгән. Өсөнсө тирмәлә Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары: нефть, алтын, йәшмә, баҡыр, металдар, аҫыл таштар тураһында белергә мөмкин. Дүртенсе тирмә төйәктең тәбиғәте һәм уның байлыҡтары хаҡында һөйләй, шунда уҡ балдан һәм ҡымыҙҙан ауыҙ итергә була. Бишенсеһе иһә Башҡортостанда дуҫ һәм татыу йәшәгән милләттәр менән таныштыра. Алтынсы тирмәлә милли кейемдәрҙе кейеп ҡарау, йолаларҙа ҡатнашыу, төрлө образдарҙа фотоға төшөү мөмкинлеге бар. Етенсе тирмәлә ҡунаҡтар Өфөнөң архитектур киләсәге менән таныша ала.
Уралиә: Тирмәләрҙә сувенирҙар, урындағы етештереүселәрҙән бал, милли кейемдәр һатып алырға мөмкин. Шунда уҡ буккроссингты ла ҡарарбыҙ. Буккроссинг - күсмә китапхана.Бында китаптар стеллаждарҙа тора. Теләгән кеше ала ла шунда уҡ ултырып уҡый. Һуңынан урынына ҡуйып китә.
Ә өҫкө яҡта иҫ киткес фонтан бар. Ул ҡурай формаһында. Кисен төрлө төҫтәргә инеп янып, төрлө көйҙәргә сылтырап һыуын һирпә. Бындай матурлыҡты ҡунаҡтар күрмәй ҡайтып китмәй.
IV. Эльза: Зәки Вәлиди урамы буйлап атлайбыҙ.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған бөтә донъяға билдәле тарихсы, ҙур ғалим. Ул күренекле йәмғиәт һәм дәүләт эшмәкәре лә. 1917 йылда иғлан ителгән Башҡорт хөкүмәте башлығы, башҡорт ғәсҡәренең баш командующийы.
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар волосына ҡараған( хәҙер Башҡортостандың Ишембай районы) Көҙән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Ул атаһы асҡан һәм уҡытҡан мәҙрәсәлә һабаҡ алған, аҙаҡ күрше Үтәк ауылы мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән, үҙ алдына уҡып, рус телен өйрәнгән. Шәкерттәр араһында уҡырға зирәклеге менән айырылып торған.
1908 йылда Әхмәтзәки ҙурыраҡ уҡыуға инеү ниәте менән Ырымбурға килгән, унан Ҡазанға киткән. Ләкин Ҡазан университетына инеп уҡыу теләге ғәмәлгә ашмаған. Ул заман башҡорт, татар балаларына гимназияларға, университетҡа инеү еңел булмаған. Әхмәтзәки аҙаҡ рус уҡытыусылар мәктәбе өсөн имтимхан тотҡан, 1909 – 1910 йылдарҙа Ҡазанда мәҙрәсәлә тарихтан һәм ғөрөп теленән уҡытыусы булып эшләгән. Әхмәтзәки Ҡазан университеты профессорҙары менән яҡындан танышҡан. Шулар ярҙамында ул Урта Азияға фәнни экспедицияларға сыҡҡан һәм унан бик ҡиммәтле боронғо ҡулъяҙмалар табып алып ҡайтҡан. Фән эше менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған, “Төрк һәм татар” тарихы тигән китап яҙған. Ул китап мәҙрәсәләрҙә дәреслек урынына ҡулланылған.
1915 йылда ул Башҡортостанға ҡайтып, революцион хәрәкәткә ҡушылып киткән. 1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң Башҡорт хөкүмәтен төҙөү эшендә ҡатнашҡан, хөкүмәт башлығы итеп һайланған, башҡорт ғәсҡәрен ойошторошҡан, уның баш командующийы итеп тәғәйенләнгән. Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт АССР- ын төҙөшөүселәрҙең береһе.
1920 йылда ул сит илгә сығып китә, Төркиәлә йәшәй. Стамбул университетының профессоры була, тарихтан лекциялар уҡый, Тарих кафедраһы менән етәкселек итә. Көнбайыш Европа, Яҡын Көнсығыш илдәренә сығып, Вена, Берлин, Париж, Тегеран һ.б. ҙур университеттарҙа лекциялар уҡый. Тарих, этнография буйынса ҙур ғилми хеҙмәттәре, китаптары менән бөтә донъяға танылған атаҡлы ғалимға әйләнә. Уның Башҡортостан тарихы, этнографияһы буйынса ла байтаҡ хеҙмәттәре бар. “Хәтирәләр”тигән китабында үҙенең Башҡортостанда үткән йәш сағы, мәҙрәсәләрҙә уҡыуы, йәмғиәт һәм дәүләт эшмәкәрлектәре тураһында яҙа.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған 80 йәшендә 1970 йылда Стамбул ҡалаһында вафат була.
БашҡортостанғаТөркиәнән һәм Америка Ҡушма Штаттарынан Иҫәнбикә исемле ҡыҙы һәм Сүбеҙәй исемле улы килгәндәре бар, атаһы тыуып үҫкән ерҙәрҙе, туғандарын күреп китәләр. Улы һәм ҡыҙы икеһе лә профессор, университетта уҡыталар.
Уралиә: З. Вәлиди урамында осраған тәүге бина – Башҡорт дәүләт университеты.
Башҡортостандың беренсе юғары уҡыу йорто, Өфө ҡалаһында, 1909 йылда, Уҡытыусылар институты исеме менән асыла.
1929 йылдың октябренән уның базаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола.
Был уҡыу йорто 1957 йылда «Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты» итеп үҙгәртелә.
1992 йылдан «Башҡорт дәүләт университеты» тип атала башлай. Бында уҡыған студенттар күп төрлө һөнәрҙәргә эйә булып сығалар.
Бына был – “Динамо” стадионы. Ул 1934 йылда төҙөлгән, 2007 йылда яңыртылған. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтары ла булған спорт комплексы.Футбол майҙаны, көрәш, тренажер залдары, фитнес клубы бар. Бассейнда йөҙөргә, ҡышын конькиҙа шыуырға мөмкин. Төрлө ярыштар ҙа уҙғарылып тора бында.
V. Эльза: “Динамо” стадионы менән бер рәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһын күрәһегеҙ. — Театр 1919 йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ Мәғарифы Комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһының элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Театр эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө башлай.1971 йылда театрға Мәжит Ғафури исеме бирелә.Театрҙың репертуары бай. Һеҙгә лә театрға килеп спектаклдәр ҡарап ҡайтырға тәҡдим итәбеҙ.
Театр бинаһы алдында театрға исем биргән шәхескә ҡуйылған һәйкәл. Мәжит Ғафури – Башҡортостандың халыҡ шағиры, 1880 йылдың 2 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында донъяға килгән. Ете йәшенән алып мәҙрәсәләрҙә уҡый. Уҡыған ваҡытта эшләп тә йөрөй. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына. Өфөлә “Ҡыҙыл Башҡортостан, “Коммуна” гәзиттәрендә эшләй. Шиғырҙар яҙа, әҫәрҙәр ижад итә. Уның исеме театрға, Башҡортостандың бер (тыуған) районына бирелгән. Өфөлә йорт-музейы бар.
VI. Уралиә: Хәҙер паркка инеп ял итеп сығайыҡ. Александр Матросов исемендәге парк иң матур парктарҙың береһе. Кеше һәр саҡ күп була, сөнки яҡын-тирәлә юғары уҡыу йорттары урынлашҡан. Студенттар ял итә, физкультура дәестәрен ошо паркта үткәрә. Йәйен фонтандар эшләй.
Һәйкәлдәрҙе күреп үтәйек. Советтар Союзы геройы Александр Матросовҡа ҡуйылған һәйкәл уның үлемһеҙ батырлығы хаҡында һөйләй. Бөйөк Ватан һуғышында ул дошман дзотын күкрәге менән ҡаплаған. Һәйкәл 1951 йылда асылған.
Тағы ла бер һәйкәлгә туҡталайыҡ.Был һәйкәл паркта күптән түгел барлыҡҡа килде. 2013 йылдың 16 декабрендә СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 105 йыл тулыуы уңайынан астылар уны. Арыҫлан Мөбәрәков беҙ әле ҡарап үткән драма театрында сағыу ролдәрҙе уйнаған, Салауат Юлаев образында киноға ла төшкән.Бөгөн уның эшен ҡыҙы Гөлли Мөбәрәкова дауам итә – театр сәхнәһендә оҙаҡ йылдар инде тамашасылар күңелен яулай.
Юл аша Башҡорт дәүләт медицина университеты урынлашҡан. 1932 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан медицина институты асыла. Институт асыуҙа Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары булып эшләгән Ғ.Ғ. Ҡыуатовтың хәстәрлеге ҙур.
Институт асылғанда дауалау факультеты ғына була, уға 320 студент ҡабул ителә. Шуларҙың 82 генә врач дипломы ала.
Бөгөн медицина университетында 5 меңдән ашыу студент уҡый, 500 тирәһе уҡытыусы эшләй, уларҙың 60-ҡа яҡыны профессор һәм фән докторы.
VII. Эльза: Хәҙер Совет урамына боролабыҙ. Бында Башҡортостан республикаһының милли музейы урынлашҡан. Был Башҡортостан Республикаһының 50-нән артыҡ крайҙы өйрәнеү музейҙарын берләштергән фәнни-тикшеренеү музейы. 1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губернаһы музейы буларак ойошторола. Бөгөнгө көнгә тиклем был музей туғыҙ исем алмаштыра. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тип атала.
Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары тәшкил итә.
1991 йылда музей яңы бинаға күсә (Совет урамы, 14).
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 100 меңдән ашыу экспонат менән танышырға була. Музейҙа 35 зал эшләй. Экскурсияла йөрөгәндә үҙегеҙҙе бөтә Башҡортостанды күргән кеүек хис итәрһегеҙ, сөнки республикабыҙҙың флора, фаунаһын тулыһынса музей залдарында күрергә мөмкин. Бай тарихлы был музей бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
VIII. Уралиә: Музейҙан сығып уңға боролһаҡ тағы ла бер юғары уҡыу йортон күрәбеҙ. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ул.
Рәсәйҙең алдынғы ижади юғары уҡыу йорттарының береһе, музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә профессиональ кадрҙар әҙерләй.
Унда бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпин сығыш яһаған. Бөгөн бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм унда урынлашҡан Концерт залына Ф.И. Шаляпин исеме бирелгән.
Уҡыу йортон тамамлаусылар республикала, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә радио һәм телевидениела, сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттарында, музыкаль учреждениеларҙа, театрҙарҙа эшләйҙәр.
Институтҡа исем биргән шәхес тураһында ла әйтергә кәрәк – Заһир Ғарип улы Исмәғилев – СССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, профессор. Башҡорт мәҙәниәтен һәм музыкаһын үҫтереүгә күп көс һалған композитор. 20 йыл сәнғәт институтын етәкләгән ректор. Ҡыҙғанысҡа күрә, 2003 йылда вафат була.
Заһир Исмәғилевҡа 2008 йылдың 18 октябрендә һәйкәл асыла. Һәйкәлде театр скверында, опера һәм балет театры бинаһы янында ҡарарбыҙ. Һәйкәлдең авторы Х. Хәбибрахманов. Һәйкәлдә мәшһүр композиторҙың ҡулына ҡурай алып илһамланып ултырыуы һүрәтләнгән.
IX. Эльза: Юл аша сығабыҙ. Был мөһабәт бина опера һәм балет театры. Театр үҙенең тамашасыларын 1938 йылдың 14 декабрендә ҡаршы ала. Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Фәйзи Ғәскәров ауыл-ҡалаларҙан һәләтле балаларҙы йыйып Ленинград хореография училищеһына һәм Мәскәү консерваторияһына уҡырға ебәрәләр. Улар уҡып ҡайтып театр сәхнәһендә эш башлайҙар. Бөгөнгө көндә һоҡланғыс тамашаларҙан тыш театрҙа “Шаляпин кисәләре”, “Р. Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивалдәре” үткәрелә.
X. Уралиә: Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. “Ҡунаҡһарай” көтә беҙҙе. Ул XIX быуатта уҡ барлыҡҡа килгән.1980 йылдарҙа бинаны емерелеп барыу сәбәпле бөтөнләй алып ташларға уйлайҙар. Тик йәмәғәт фекере иҫәпкә алынып, архитектураһын һаҡлап, яңынан “Ҡунаҡһарай” төҙөргә булалар. 1999 йылдың 11 октябрендә яңы “Ҡунаҡһарай” үҙенең ишектәрен аса. Бында 40 мең кв. м.сауҙа рәттәре, ял урындары урынлашҡан.
Ә шулай ҙа “Ҡунаҡһарай”ҙы һоҡланғыс фонтан биҙәйҙер, тигән уйҙа мин. Театр скверындағы «Ете ҡыҙ» исемле милли колоритлы фонтан кемдең генә күңелен елкендермәй икән... Был фонтан янында фотоға төшмәгән ҡыҙ юҡтыр ул... Фонтандың “Ете ҡыҙ” легендаһы тарихында “тыуған”. Бер-береһенә оҡшаған ете ҡыҙҙы ҡаҙаҡ далаларына урлап алып киткәс, улар табандарын ярып ҡыл һалыныуға ҡарамаҫтан, ҡасып, тыуған яҡтарына юллана. Арттарынан ҡыуа төшкәс, ҡыҙҙар тотҡонлоҡтан үлемде өҫтән күреп, күлгә ташлана. Уларҙың фажиғәле вафатынан һуң күктә ете йондоҙ — Етегән ҡабына. Башҡорт халыҡ йыры "Ете ҡыҙ" нигеҙендә лә ошо легенда ята. Проекттың авторы Х. Хәбибрахманов.
Тағы ла фонтанға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы факттар: көнөнә дүрт сәғәт фонтан «йырлай». Сәғәт көндөҙгө 2-се 15 минутта, киске етелә, 9-ҙа һәм 11-ҙә музыка яңғырай, ә ҙур экрандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарындағы «Ете ҡыҙ» бейеүе трансляциялана. Һәр фигураның бейеклеге 2,20 метр, ауырлығы 600—700 килограмм. Ете фигура 6 ай эсендә эшләнелә.
XI. Эльза: Башҡорттарҙың ҡунаҡсыл тигән даны бар. Экскурсиябыҙ оҙаҡ бара. Шуға ла һеҙҙе “Дуҫлыҡ” ресторанына инеп башҡорт аш-һыуынан ауыҙ итергә саҡырам. Башҡорттар элек-электән малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡ. Шуға ла, иттән әҙерләнгән аш-һыу өҫтөнлөк итә башҡорттарҙа. Ҡаҙылыҡ, бишбармаҡ, тултырма күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанам. Эсемлектәрҙән ҡатыҡ, айран, сәй һыуһынды баҫа. Сәксәк, бауырһаҡ та оҡшар, моғайын. “Дуҫлыҡ” ресторанына рәхим итегеҙ.
XII.Уралиә: Өфө почтамты тураһында бер кәлимә һүҙ – тәүге Өфө почтаһы 1735 йылда барлыҡҡа килгән. 1877 йылда губернияның почта контораһын асҡандар. Тик 1957 йылда ғына был контораны почтамт тип үҙгәрткәндәр. Почтамт ҙур эштәр башҡара – хаттар, гәзит-журналдар, посылкаларҙы беҙ почта аша ебәрәбеҙ һәм алабыҙ. Почтамт алдында символик характерлы “нуленсе километр” тигән билдә ята. Стена фасадында Мәскәүгә, Калининградҡа, Владивостокка, Мурманск һәм Сочиға бынан алып нисә км икәнлеген күрһәткән иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Һәм шунда уҡ билдәнең Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл уңайынан һалынғаны хәбәр ителә.
XIII. Эльза: Беҙ ҙә бөгөн арыуыҡ ер үттек, күпте белдек. Тик сәйәхәтебеҙ бында туҡтамай. Артабан атлайбыҙ. Өфө – йәшел ҡала. Парктар, скверҙар күп. Бар ерҙә лә иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә сәскә клумбалары ҡаланы матурлай. Шундай скверҙарҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик хеҙмәт геройы Мостай Кәрим исемендәге сквер. Скверға барып еткәнсе шағир тураһында һөйләгем килә.
Башҡортостанда Мостай Кәримдең исемен белмәгән кеше юҡ. Башҡорт халҡының данлы улы донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Ул башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы.
1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы синыфта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра. 1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай.
Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 — се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3 — сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа, йәштәр менән һөйләшә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мостай Кәрим үҙен тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай. СССР Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшендә әүҙем ҡатнаша. 1951 — 1962 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1962 — 1984 йылдарҙа — РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретаре вазифаһын башҡара.
100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә. Әҫәрҙәре тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән.
Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаһының Милли йәштәр театры йөрөтә. Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге урам да бар. Шағир Өфөнөң почетлы гражданы.
Бына ул матур сквер. Мостай Кәрим ярҙамында өфөлөләрҙең ошондай иҫ киткес скверы бар, моғайын, бөгөн ул республикала иң матурҙарҙың береһелер. 2013 йылда асылды. Скверҙа бейек булып үҫеүсе ағастар ултыртылған.Кешеләр бында килеп ял итһен өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Скульптура янында сәскә түтәлдәре, ике фонтан, йәйәү йөрөү өсөн яңы юлдар һалынған. Скверҙы биҙәүсе һәйкәлдең композицияһы үҙебеҙҙең Башҡортостанда табылған һәм етештерелгән материалдарҙан – гранит, бетондан эшләнгән. Һәйкәлдең скульпторы Мәскәү ҡалаһынан Андрей Ковальчук. Һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге алты метр. Ул тыныс ҡына алға ҡарап атлаусы шағир һынынан ғибәрәт. Уның артында ҡоштарҙың ҡанат елпеүен хәтерләткән ҡулъяҙмалар биттәре “осоп бара”, бөтә композиция үҙе туҡтамаҫ ғүмер ағышын символлаштырған һыуҙа урынлашҡан.
Скульптура ансамблендә Мостай Кәримдең үлемһеҙ әҫәрҙәренең геройҙары урын алған:һуғыш яланында яраланған батыр, “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ”тан һарыҡ бәрәсен күтәргән бәләкәй Кендек, артынан ҡурсалап килеүсе изге йөрәкле Оло Инәй һәм дә шағир күкрәгенән осҡан ҡоштар...
Бөгөнгө экскурсиябыҙҙы Мостай Кәрим шиғырҙары менән тамамлағым килә. Ул шиғырҙар, әйтерһең дә, ошо һәйкәл янында уҡылыр өсөн “тыуғандар”...
Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,
Ерҙә мин бер шундай юламан,
Көндөҙ мин — ҡояшҡа, ә төндәрен
Йондоҙҙарға ҡарап юл алам.
Иренемде ҡаршы елдәр киҫте,
Сәсемдә сал — йылдар туҙаны,
Ишектәрҙе шаҡып инәмен дә
Йөрәктәрҙе ҡағып уҙамын.
Тик ҡояшты болот ҡаплап китә
Көндәр боҙоҡ, йонсоу заманда.
Йондоҙҙар ҙа,
Хатта йондоҙҙар ҙа
Томалана төнгө томанда.
Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта,
Йондоҙҙарҙай күреп,
Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, —
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.
*******************
Мин киткәндә: “Етем ҡалдырма!” — тип
Шиғырҙарым арттан эйәрер.
Балаларым! Һеҙҙең тоғролоҡҡа
Хәҙерҙән үк башым эйәмен.
...Сабый сағым. Атын егеп, атай
Сығыр ғына хәл юҡ ҡуранан,
Йөк артынан тыр-тыр эйәрәм дә:
“Мине ал!” — тип донъя ҡубарам.
Бер аҙ барғас, атын туҡтата ла
Мине ултырта атай алдына,
Әммә баҫыу ҡапҡаһына еткәс,
Арбаһынан төшөрөп ҡалдыра.
Шиғырҙарым,
Һеҙҙе алырмын “имән кәмәмә” мин,
Һуңғы елдәр өргәс елкәнгә.
Тик барыбер төшөрөп ҡалдырырмын
Зыярат ҡапҡаһына еткәндә.
Һеҙ гонаһһыҙ. Мин бит беләм һеҙҙе.
Һеҙ төштөгөҙ миңә күктәрҙән;
Бар яҙыҡты үҙ өҫтөмә алам,
Бар язаһын үҙем күтәрәм.
Ҡулланылған интернет ресурстары:
Өфө ҡалаһының флагы Өфө ҡалаһының
гербы
Өфө (рус. Уфа) — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан.
Рәсәйҙен эре мәҙәни, фән һәм иҡтисад үҙәге. Халыҡ һаны буйынса Европала 31-се урында тора.
1574 йылдың иртә яҙында Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. Ул тулыһынса хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан Беренсе май майҙанына һыйған. Уның дөйөм майзаны 1,2 гектар, стенаһының оҙонлоғо 440 метр самаһы булған. Башҡорттар ҡаланы тәүҙә Торатау тип, ә имән стеналар менән уратып алынғас, Имәнҡала тип йөрөтә.
1586 йылдан башлап Өфө ҡәлғәһе ҡала тип атала башлай. Ошо уҡ йылда Өфөгә уҡсылар отряды етәксеһе, ҡаланың беренсе воеводаһы Михаил Нагой килә.
1592 йылда ҡалала 180 ир-ат, шул иҫәптән 150 уҡсы, 3 пушканан атыусы йәшәгән.
2007 йылда Өфө-2 ҡаласығы урынында (Воровский- Пушкин урамдары киҫешкән урында) үткәрелгән археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә V—XVI быуаттарҙа был урында ҡәлғә булыуы асыҡлана. Ҡаҙыныу урынында саман кирбесенән төҙөлгән стена, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба табыла.
Өфө ете административ райондан тора: Дим, Калинин, Киров, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе, Совет.
Өфөлә юғары федераль дәүләт уҡыу йорттары бар:Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы.
Өфө ҡалаһында урынлашҡан театрҙар: Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры, Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, «Нур» Өфө дәүләт татар театры.
Халҡы – 1130000 кеше.
Өфө ҡалаһының визит картаһы
Маршруттың (экскурсияның) визит картаһы
Рисуем лошадь акварелью
Знакомимся с плотностью жидкостей
Осенняя паутина
Сочини стихи, Машина
Весёлые польки для детей