Мостай Кәрим. Башҡортостан картаһына ҡараһаң яҡшы ғына...Унда тауҙар, күлдәр, ҡалалар ғына түгел, ә уларҙы яратҡан, яҡлаған, тыуған ере өсөн хеҙмәт иткән кешеләрҙе лә күҙалларға була. Мостай Кәрим - минең һәм минең уҡыусыларым өсөн оло йыһан. Байҡап бөтөрөрлөк түгел... Бер кем дә битараф ҡала алмаған йыһан... Был презентацияларҙа улар үҙҙәренең бөйөк әҙибебеҙгә ҡарата оло ихтирамдарын, иғтибарҙарын күрһәтергә тырыштылар. Йылдар уҙыр, уҡыусылар мәктәпте тамамлап үҙ юлдары менән китерҙәр. Ә йөрәктәрендә Мостай Кәрим ҡалыр. Тормош үҙ дәрестәрен бирер. Ә мин биргән дәрестәр, бигерәк тә Мостай хаҡында, күңелдәренән юйылмаҫ. Иманым камил.
Вложение | Размер |
---|---|
abdulmanova_kira_shulga_evgeniy.pptx | 1.52 МБ |
valeeva_aliya.pptx | 1.78 МБ |
kruzenberg_viktoriya.pptx | 1.38 МБ |
sadriev_rustam._mustay_karim.pptx | 80.7 КБ |
serazetdinov_emil._mustay_karim.pptx | 1.1 МБ |
tuhvatullina_evgeniya.ppt | 924.5 КБ |
Слайд 1
Мостай К әрим Ҡайын япрағы тураһындаСлайд 2
Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына,- Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына. .
Слайд 3
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың Бер япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй – Шундай йәшел, юғары
Слайд 4
Нисә быуат шул япраҡты Ҡайындан өҙмәк булып, Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ, Утта көйҙөрмәк булып, Нисә диңгеҙ аръяғынан Ниндәй елдәр иҫмәгән, Ниндәй йәшен уйнамаған, Ниндәй ҡырау төшмәгән.
Слайд 5
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән Ғорур ҡайын – әсәнән, Әсәһенең һуты менән, Көсө менән йәшәгән .
Слайд 6
Картаға ҡарап, еремде : Бер япраҡ саҡлы, - тинем, Мин хайранмын киңлегеңә, Башҡортостаным – илем! Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең, Бөркөт ҡанатын талдырыр Сал тауҙарың бар һинең. Һиндә тормоштоң көрлөгө, Донъялар именлеге, Һиндә тауҙар ғорурлығы, Далалар иркенлеге. Һыуҙарың көмөш. Тупрағың Торғаны алтын һинең, Бар хазинаңдан ҡиммәтле Бәхетле халҡың һинең!
Слайд 1
Мостай Кәрим Ҡайын япрағы тураһындаСлайд 2
Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына,- Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына.
Слайд 3
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың Бер япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй – Шундай йәшел, юғары.
Слайд 4
Нисә быуат шул япраҡты Ҡайындан өҙмәк булып, Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ, Утта көйҙөрмәк булып, Нисә диңгеҙ аръяғынан Ниндәй елдәр иҫмәгән, Ниндәй йәшен уйнамаған, Ниндәй ҡырау төшмәгән. Шул япраҡты, ашар булып, Нисә төрлө ҡорт һырыған, Ҡайһы “милләт”, ҡайһы “дәүләт”, Йә “өммәт” затлы булған.
Слайд 5
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән Ғорур ҡайын – әсәнән, Әсәһенең һуты менән, Көсө менән йәшәгән.
Слайд 6
Картаға ҡарап, еремде : Бер япраҡ саҡлы, - тинем, Мин хайранмын киңлегеңә, Башҡортостаным – илем! Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең, Бөркөт ҡанатын талдырыр Сал тауҙарың бар һинең.
Слайд 7
Һиндә тормоштоң көрлөгө, Донъялар именлеге, Һиндә тауҙар ғорурлығы, Далалар иркенлеге. Һыуҙарың көмөш. Тупрағың Торғаны алтын һинең, Бар хазинаңдан ҡиммәтле Бәхетле халҡың һинең!
Слайд 8
Донъя картаһында ерем Бер япраҡ саҡлы ғына, Ә быуаттар төпкөлөнә Ҡараһаң яҡшы ғына, Ошо изге ерҙән уҙған Күпме быуын яҙмышы - Һауаларға ашҡан даны, Һыуға һеңгән һағышы. Был тупраҡҡа сәмле тарих Ҡандар менән яҙылған, Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе – Ташҡа тамға һалынған.
Слайд 9
« Эйгән башты ҡылыс сапмай » , - тиһә лә иҫке мәҡәл, Баш эймәгән ғорур халҡым, Теҙ сүгеп йәшәмәгән. …Бик хәйерсе булған халҡым, Тик хәйер һорашмаған. Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин Күршелә ил баҫмаған.
Слайд 10
Кем уға ҡорал күтәрһә, Шуны яуҙа тураған, Дошманының атын һорап, Затын һорап тормаған .
Слайд 11
Кисәгең дә, бөгөнөңдәй, Күңелемә яҡын минең, Утты, һыуҙы кисеп үткән Ҡаһарман халҡым минең !
Слайд 1
Мостай К әрим Ҡайын япрағы тураһындаСлайд 2
Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына,-
Слайд 3
Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына
Слайд 4
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың Бе япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй – Шундай йәшел, юғары.
Слайд 5
Нисә быуат шул япраҡты Ҡайындан өҙмәк булып, Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ, Утта көйҙөрмәк булып, Нисә диңгеҙ аръяғынан Ниндәй елдәр иҫмәгән, Ниндәй йәшен уйнамаған, Ниндәй ҡырау төшмәгән.
Слайд 6
Шул япраҡты, ашар булып, Нисә төрлө ҡорт һырыған, Ҡайһы “милләт”, ҡайһы “дәүләт”, Йә “өммәт” затлы булған .
Слайд 7
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән Ғорур ҡайын – әсәнән, Әсәһенең һуты менән, Көсө менән йәшәгән.
Слайд 8
Бөгөнгө яҙ килде илгә, Елдәр, дауылдар аша. Ҡайындың шат япраҡтары, Тыңла, нисек шаулаша!
Слайд 1
Мостай Кәрим – мәңгелек йырСлайд 2
Ҡәҙерле уҡыусыларым ! Һеҙ мине бер ваҡытта ла үҙегеҙҙең иғтибарығыҙҙан мәхрүм итмәнегеҙ . Мөхәббәтемде яуапһыҙ ҡалдырманығыҙ . Һеҙҙең йылы , игелекле мөнәсәбәтегеҙҙе татып та, һиҙеп тә беләм . Уйлаған уйымды , әйткән һүҙемде ихлас ҡабул итеүегеҙ миңә һәр саҡ дәрт , ҡеүәт , илһам бирҙе , йәнемә таяныс , шиктәремде , хафаларымды таратыусы мәрхәмәтле саф ел булды . Һеҙ бар саҡта , уҡыусыларым , телебеҙ ҙә , моңобоҙ ҙа , әҙәбиәтебеҙ ҙә йәшәр . Һеҙ йәшәгәндә беҙ ҙә онотолмабыҙ . Ә һеҙ иһә - үлемһеҙ . 28 май, 1995 Мостай Кәримдең уҡыусыларына һүҙе
Слайд 3
Ҡоштар осорам Ваҡ мәшәҡәт,ығы – зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам. Аҡлыҡ, һаҡлыҡ өсөн көрәшселәр! Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ : Ҡанаттарын ғорур ҡаға – ҡаға Күтәрелде күккә ҡарағош. С ығып осто ярһыу бер һандуғас Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә. Көткәндәргә аҡ күгәрсен килер, Яңы өмөт өҫтәп өмөткә. Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен Ел – дауылдар үтер торнаны. Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә – Оҙаҡ – оҙаҡ саҡыра торғанын.
Слайд 4
Тимербулатҡа өгөт Яҡты донъя бер ҡарайһа, Бер ағарыр. Бөтөн күңел бер кителһә, Бер ямалыр. Тик ҡараны ағартам тип , яфа сикмә. Туң күңелде иретәм тип , өмөт итмә. Форсатың бар, балам аҡҡа Ҡара яҡма. Нескә күңел йыуаш була , - Шуны яҡла. Шуны ҡаҡма, Шуны яҡла.
Слайд 5
Хыял Күтәрелдем бейек түбәләргә, Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар. Тауға ҡарап, тау булаһым килде. Ах, хыялым минең – шул тауҙар. Диңгеҙ кистем.Тулҡындар, һеҙ ниңә Йөрәгемә бәреп индегеҙ ? Индегеҙ ҙә ҡабат тынмағыҙ. Ах, хыялым хәҙер – шул диңгеҙ. Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә, Һәр бер һулышыңды тоямын. Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең, Тик һаман һин минең хыялым.
Слайд 1
Вы Кәримов Мостафа Сафа улы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Минең яратҡан шиғырҙарымСлайд 2
« Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде », - ти һең Теләктәрең , эйе, хаҡ һымаҡ. Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ. Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул, Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ, Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ.
Слайд 3
Йәш китап уҡыусылар менән
Слайд 4
- Һөйөү нимә ? – тинем ир кешегә. -Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү. -Һөйөү нимә ? – тинем мин ҡатынға. -Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү.
Слайд 5
Китеп бар һ ам , ҡан – ҡәрҙәштәр,һеҙгә Нимә ҡалдырам , тип ҡаңғырам . Түп – түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә , Сатнамаған ҡояш ҡалдырам . Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә , Ағын һыу ҡалдырып китәмен . Ер һәм ҡояш , ут йәнә һыу булғас Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен . Бына шуға өмөт итәмен .
Слайд 6
Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Россияның һыуын эскәнмен, Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, Үҙ еремдә шулай үҫкәнмен.
Слайд 7
И,шағирым,һин үләндән түбән. И, шағирым! Тауҙан олоһоң. Заманыңдың зирәк хакимы һин, Заманыңдың һуҡыр ҡоло һин .
Слайд 8
Бер саҡ әйттем : «Бир ә күрсе, яҙмыш, Оҙон ғүмер, ҡыҫҡа ғына ҡартлыҡ » Хәҙер ялбарамын : «Ғүмерҙе лә Бирмә, зинһар, кәрәгенән артыҡ» Самаларға кәрәк булған бокалға ла Йомартланып ҡойған саҡта шарап : Артылып уҡ китһә,танһыҡ ризыҡ Әрәм генә була, була харап. Сиктән уҙған, хаттин ашҡан ғүмер Ситкә аҡҡан анау шарап ише. Теләгем шул: булмаһам да ине Шәүләһенә абынып йәшәр кеше.
Слайд 9
Үҙемә өгөт Бәлйерәмә, рухым, бөгөлмә, бил, Кисә дауыл ине,ә бөгөн һил. Кисә дымлы ине керпектәрем, - Кипмәҫ һымаҡ йәшем бөрсөктәре. Керпектәрем кипте. Бөгөн ана Үлән ҡыяғында ысыҡ яна. Ярым – ярты көнөм булыр бөтөн, Етем ҡалдырмаһа бер Өмөтөм. Көсөм артыр, тағы Иҙел кисһәм. Һыйынайым тиһәм, Башҡортостан атлы илем иҫән.
Слайд 10
Ирҙәр йөрөр юлға оҙатҡанда Әйтте атайым миңә ошолай тип : « Уҙамандар ҡорона тап килгәндә Ҙур һуҙ һөйлә,эре һөйләшмә тик » Йәнә әйтте : «К өсөң ташҡанда ла Йөгөндөрөр йөктө йөкмәмә һис. Ахмаҡтың һәр һүҙен кире ҡаҡма, Маҡтансыҡтың һуҙен йөпләмә һис »
Слайд 11
Тауҙар кешеләр шикелле – Бейек булған һайын Ғүмерҙәре бәхәслерәк , Яҙмыштары ҡыйын .
Слайд 12
Күңелемдә минең көн сыуағы, Күҙҙәремдә ҡояш нурҙары, Йөрәгемдә мең йыл тотҡонлоҡто Үтеп сыҡҡан өмөт йырҙары.
Слайд 13
Еңеүҙәрем, уңыштарым булды, Бүләк алдым, хөрмәт татыным ; Менмәһәм дә, һыйпағаным булды Алтын ялын шөһрәт атының .
Слайд 1
Мостай К ә рим (Мостафа Сафа улы Кәримов)Слайд 2
20 октябрҙә 1919 йылда Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Слайд 3
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып еңеүгәсә фронтта элемтә начальнигы, артдивизион штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Ауыр яраланғандан һуң фронт газеталарында корреспондент булып йөрөй. Һуғыштан һуң үҙен тулыһынса ижад эшенә бағышлай.
Слайд 4
Мостай Кәрим 30-сы йылдар уртаһында яҙыша башлай. 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән тәүге китабы сыға, 1941 йылда — «Яҙғы тауыштар» тигән икенсеһе баҫыла. Шул ваҡыттан башлап йөҙләгән шиғри һәм проза, ундан ашыу драматик әҫәрҙәре донъя күрә.
Слайд 5
1951 йылдан 1962 йылғаса Мостай Кәрим БАССР – ҙың яҙыусылар Союзы председателе, 1962 йылдан 1984 йылғаса — РСФСР – ҙың яҙыусылар Союзы секретаре була.
Слайд 6
1967 йылда «Ай тотолған төндә» пьесаһы өсөн К.С. Станиславский исемендәге РСФСР премияһы, шул уҡ йылда «Һайланма әҫәрҙәр»енең беренсе томына Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы бирелә. 1972 йылда «Йылдар артынан»китабы СССР – ҙың дәүләт премияһын ала. 1978 йылда «Хәбәр көтәм» китабы Г.-Х. Андерсен исемендәге халыҡ – ара жюриның Почет дипломын алыуға өлгәшә. 1984 йылда «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы һәм «Оҙон – оҙаҡ баласаҡ» өсөн Ленин премияһы бирелә.
Слайд 7
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим 21 сентябрҙә 2005 йылда оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды. Өфөнөң мосолман ҡәберлегендә хәләл ефете Рауза ханым янына ерләнгән. Мостай Кәримдең исеме, әҫәрҙәре халыҡ хәтерендә мәңге йәшәйәсәк.
Повезло! Стихи о счастливой семье
Юрий Визбор. Милая моя
Снежная зима. Рисуем акварелью и гуашью
Сказка об осеннем ветре
"Морская болезнь" у космонавтов