Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" буйынса инша-эссе.
Вложение | Размер |
---|---|
insha-esse.docx | 16.12 КБ |
Ғүмәрова Элина 8-се класс уҡыусыһы
“Урал батыр” эпосы – Башҡортостандың ете мөғжизәләренең береһе.
Башҡортостан… Һинең гүзәллеккә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ҡалын урмандар, өҫкә ауырҙай булып торған бейек тауҙар, киң яландар – барыһы ла тыуған илемдә. Ул ғына ла түгел, үҙенең тәбиғәт ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындары менән илем дан тота. Йырҙарҙа йырланған Ағиҙел йылғаһы, Урал тауҙары, шишмә-күлдәре, мәмерйәләре, тәбиғи сығанаҡтары үҙе бер мөғжизә түгелме һуң? Эйе, Башҡортостан мөғжизәләргә бик бай. Әммә хозур тәбиғәтле төйәгебеҙ күптән инде үҙенең элекке ҡиәфәтен үҙгәрткән. Матур киң ҡырҙар өҫтөндә нефть вышкалары, завод-фабрикалар, яңы ҡалалар барлыҡҡа килгән.
Башҡортостаныбыҙ нефткә бик бай. Ә ҡасандыр «ҡара алтын» ер өҫтөнә үҙе фонтан булып атылып сыҡҡан. Башҡорт халыҡ ижадында ул «ерҙең майы» тип йөрөтөлгән. «Ер майы» батырҙың аҡҡан тылсымлы ҡанынан барлыҡҡа килгән тип әйтелә. Был батырҙы Урал тип атағандар. Ә кем һуң ул Урал батыр? Нимәһе менән данлыҡлы? Уның исемен хатта тауҙар ҙа йөрөтә….
Халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосын уҡымаған кеше юҡтыр моғайын. Был эпоста Урал батырҙың изге эштәре, ҡаһарманлығы тураһында бәйән ителә. Ул ата һүҙенә тоғро ҡалып, көн-төн, йылдар буйы көрәшеп батырлыҡтар күрһәткән. Ғорур тауҙар, киң яландар, йылға-күлдәр, ер аҫты байлыҡтары менән бергә Урал матур тормош бүләк иткән. Ә иң мөһиме – киләсәк быуынға ғүмер биреп, йәшәү серен асҡан. Ул ҡан эскес Ҡатил батшаны, йыландар батшаһы Ҡәһҡәһәне еңгән, уҫал дейеүҙәр, аждаһалар менән көрәшкән.
Урал бер көрәшендә Әзрәҡәнең башын алмас ҡылыс менән өҙөп төшөрә. Әзрәҡә ергә ауғанда, хатта, бар донъя һелкенеп ҡуя. Ул йығылған ерҙә тау барлыҡҡа килә. Уны Ямантау тип йөрөтәләр. Был көньяҡ Башҡортостандың иң бейек түбәһе. Әле лә халыҡ телендә ошо тау менән бәйле төрлө яман хәбәрҙәр йөрөй.
Урал батырҙың һуңғы көрәше бигерәк тә әһәмиәтле. Ниһәйәт ул үҙенең ағаһы Шүлгән менән осраша. Шүлгән еңелеүенән ҡурҡып барлыҡ иптәштәре менән төпһөҙ күл төбөнә төшә. Урал күп уйлап тормай, ен-пәрейҙәр, йыландар менән тулған күлдең һыуын эсә башлай. Улар батырҙың изге йөрәген эстән “ашап” бөтөрәләр ҙә инде. Батырҙың тере һыуы була. Ул һыуҙың бер генә тамсыһын да йотмай, тирә-яҡҡа бөркә. Ошонан һуң бар тәбиғәт йәшәрә, тереклек уяна. Урал батыр ерҙе мәңгелек, үлемһеҙ итә. Быларҙың барыһы ла халыҡтың бәхетле киләсәге, ерҙәге ҡайғы-хәсрәттең бөтөрөлөүе өсөн эшләнелә. Батырҙың изге эштәрен улдары дауам итә. Улар кешегә йәшәү сығанағы булған һыу юлдары яралар. Дүрт батыр йырған йылғаға дүрт батырҙың исеме бирелә. Бынан һуң донъя тағы ла яҡшырып, кешеләргә уңайлы йәшәү шарттары тыуа.
Әҫәрҙә Урал батырға ярҙам иткән ыңғай мифик заттар ҙа бар. Улар күк һәм ҡоштар батшаһы Самрау, уның ҡатындары Ҡояш менән ай ҡыҙҙары – Һомай менән Айһылыу. Был образдар аша кешеләрҙең күк, йыһан, йондоҙҙар хаҡындағы уй-фекерҙәре асыҡ сағыла. Мәҫәлән, Етегән йондоҙ хаҡында мәғлүмәт бик ҡыҙыҡ. Әзрәҡә батша Самрауҙың йондоҙҙан йондоҙға осоп йөрөр Аҡбуҙатын урлатыу өсөн ете дейеүен ебәрә. Дейеүҙәр Аҡбуҙатты тота алмайҙар. Кире Әзрәҡәгә ҡайтырға ҡурҡып, Ете йондоҙға әүерелеп күктә тороп ҡалалар.
Эпоста Аҡбуҙат образы ла ҙур роль уйнай. Урал Аҡбуҙатҡа ултырып дейеүҙәр менән һуғыша. Был мифик образ ҡояш һәм һауаны символлаштыра. Башҡорттар араһында йылҡысылыҡтың килеп сығышы ла ошоноң менән бәйле. Өфөләге ипподромдың Аҡбуҙат тип аталыуы юҡҡа ғына түгелдер.
Әҫәрҙә Урал батыр бала саҡтан уҡ ғәҙел, көслө, изгелекле булып һүрәтләнә. Уның бар маҡсаты кешелекте яуыз дошмандарҙан ҡотҡарыу, яҡлау. Шул яғы менән ул беҙҙең тормошта ла идеаль герой булып тора тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ.
Был эпоста кешеләрҙең донъяны танып белеүе, аң кимәле, хыялы бик асыҡ сағыла. Илебеҙҙәге күп географик атамалар был эпос менән бәйле. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ямантау, Урал тауҙары, ҡаҙылма байлыҡтарҙың килеп сығышы, йылғаларҙың атамаһы…
Урал батыр эпосы үткән тормоштоң барлыҡҡа килеүен, үлемһеҙлек, кешелеклелек проблемаларын ғына күтәреп ҡалмай, әлеге тормошто аңларға, төшөнөргә, киләсәкте күҙалларға ярҙам итә. Үткәнебеҙҙе белмәй тороп, киләсәккә өмөт бағлау мөмкин түгелдер.
Ысынлап та үҙенең меңәр йыллыҡ тарихы менән Урал батыр эпосы мөғжизәләрҙең дә мөғжизәһе тип әйтер инем. Был эпостан тыш ҡурай, башҡорт балын, Салауат Юлаев һәйкәлен, Янғантау шифаханаһын, Краноусол минерал сығанағын, Шүлгәнташ мәмерйәһен һис шикһеҙ Башҡортостандың ете мөғжизәһенә индерер инем. Ни өсөн ҡурай? Сөнки ҡурайҙа халыҡтың ысын моңон, аһ-зарын, үткәнен, һағышын, илебеҙҙең матурлығын һөйләп биреп була. Башҡортостанда ғына солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған. Күп ил ғалимдары башҡорт балының составын тикшереп ҡарайҙар, әммә был ризыҡты алыштырған дауа тапҡандары юҡ әле. Шифалы үҙенсәлеге менән башҡорт балы бик уникаль булып тора.
Салауат Юлаев һәйкәле Европала иң ҙур атлы скульптор һәйкәл. Бынан тыш, Башҡортостандың гербында был һәйкәл үҙәк элемент та. Янғантау илебеҙҙә генә түгел, Рәсәйҙә үҙенең эҫе пары менән билдәле шифаханаларҙың береһе. Үҙенең шифаһы менән элек электән Красноусол минерал сығанаҡтары ла киң билдәле. Бында Красноусол шифаханаһы эшләй. Ер аҫтынан 250 төргә яҡын минераль һыу сыға. Уларҙың һәр береһенең химик составы үҙенсәлекле һәм кеше организмын дауалауға хас. Көньяҡ Уралда иң ҙур мәмерйәләрҙең береһе – Шүлгәнташ. Мәмерйәнең эсе бик матур. Бында төрлө илдәрҙән килеүселәр йыш осрай. Таш стеналарҙағы һүрәттәр боронғо ҡәбиләләрҙең йәшәгәнлеге тураһында һөйләй.
Эйе, ниндәй генә мөғжизәләрең юҡ һинең илем. Ошо булған байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлау, ҡәҙерләү мөһим. Илебеҙҙең тарихын, эпик ҡомартҡыларын өйрәнеү генә түгел, ә йәш быуынға тапшырыу һәр кемдең изге бурысы булһын ине.
Астрономический календарь. Декабрь, 2018
Как Снегурочке раскатать тесто?
Тупое - острое
Рождественские подарки от Метелицы
3 загадки Солнечной системы