Башҡортостан тыуған илем темаһына инша.
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 12.58 КБ |
Саляхова Элина 5-се класс уҡыусыһы
Мине4 тыу1ан илем.
Башҡортостан – ил генәм
Һин бит минең бер генәм.
Һәр кешенең тыуып үҫкән ере, иле була. Тыуған ил уға әсәһеләй ҡәҙерле, яҡын. Мин ҡала ҡыҙы. Үҙ ҡаламды, илемде бик яратам, ғорурланып һөйләй алам. Сөнки беҙҙең илдән дә бай ил юҡтыр ул.
Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес матур. Тауҙарға, йылғаларға, күлдәргә бай. Урмандарында ҡоштар, йәнлектәр күп, ҡыҙарып еләк-емеш бешә. Кем генә һоҡланмаһын был илгә. Башҡорт балы, ҡурайы, ҡымыҙы илдең данын күтәрә. Быларһыҙ илде күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Уларҙың файҙаһы, шифаһы тураһында сит илдәрҙә лә беләләр. Башҡортостанға төрлө илдәрҙән киләләр. Ял итәләр, һаулыҡтарын нығыталар. Бында халыҡтар дуҫ йәшәй. Шуға күрә лә күп милләтле республика тип йөрөтәләр.
Республикабыҙ көндән-көн үҫешә, матурлана. Уҡыу йорттары, яңы мәктәптәр төҙөлә. Парктар, театрҙар, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Башҡортостан спорт буйынса ла алғы сафта. Рәсәйҙең терәге булып тора.
Илебеҙ алға киткән, үҫешкән ҙур төбәк. Бай тарихлы ил. Бында атай-олатайҙарыбыҙҙың да өлөшө ҙур. Беҙ тыныс, иркен йәшәһен тип дошмандарға ҡаршы һуғышҡандар. Былар хаҡында яҙыусылар, шағирҙар үҙ әҫәрҙәрендә сағылдырғандар. Беҙгә уларҙы өйрәнергә генә ҡала.
Бөгөнгө көндә илебеҙ сәскә ата. Башҡорт телен өйрәнеүгә мөмкинлектәр бар. Минең уйлауымса һәр Башҡортостан халҡы үҙ еренең телен, мәҙәниәтен, тарихын белергә тейеш. Илебеҙҙең киләсәге булһын өсөн файҙалы эштәр башҡарыу беҙҙең төп бурысыбыҙ.
Два петушка
Астрономы наблюдают за появлением планеты-младенца
"Морская болезнь" у космонавтов
Что общего у травы и собаки?
Заповеди детства и юности